

Бер көндө Шәфҡәт ағай малдарын ҡарап керҙе лә төпкө бүлмәгә инеп, китап уҡырға ултырҙы, ә Нәилә еңгә яйлап ҡына аш-һыу әҙерләп, алғы өйҙә йөрөй ине. Шул саҡ саҡырылмаған ҡунаҡ – сиған ҡатыны килеп инде уларға.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң, ул:
– Айда, дорогая, погадаю, – тип ныҡыша башланы.
Нәилә еңгә, ризаһыҙлығын белдереп, башын һелкте, ә сиған ҡатыны, автоматтан атҡан кеүек, татылдай ҙа татылдай.
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, аҡса ла алмайым, сәй генә эсер әле, бик һыуһаным, беҙҙең ураҙа ваҡыты бит, ә ураҙала беҙ май ҙа, ит тә ашамайбыҙ, икмәк менән шәкәрле сәй генә эсәбеҙ.
“Мосафир кеше бит, әйҙә эсһен, сәй йәлкеме ни?” – тип уйлап, Нәилә еңгә уға сәй эсерә башланы.
Сиған ҡатыны үҙе сәй эсә, үҙе һөйләнә:
– Һин бит, ҡәҙерлем, ауырыйһың, һине дауаларға кәрәк.
“Ауырыйым шул, дөрөҫ әйтә-әйтеүен, ауырығаным йөҙөмә сыҡҡандыр инде”, – тип уйлай еңгә, ләкин өндәшмәй генә сәй яһай.
Бер мәл сиған ҡатыны:
– Һине бит сихырлағандар, үлгән бесәйҙең башын картуф баҡсағыҙға күмеп ҡуйғандар, иреңә әйт, ҡаҙып алып йыраҡҡа ташлаһын, – тине.
Нәилә еңгә: “Әллә ысынмы икән”, – тип төрлөһөн уйланы, ләкин һаман бер һүҙгә лә ҡыҫылманы, йылмайып тик ултырҙы.
Сәй эсеп бөткәс тә сиған ҡатыны сығырға уйламай, яйлап, аяҡ һуҙып ултырып ала һәм бер йомортҡа, аҡ таҫтамал һорап ала. Унан аҡ таҫтамалға йомортҡаны һыта һәм: “Бына ҡара әле, ҡәҙерлем”, – ти ҙә бармағы менән йомортҡаны болғата башлай, Нәилә еңгәгә лә болғатырға ҡуша.
– Бына күрәһеңме, тап-таҙа, һарыһы ла һап-һары, – ти сиған ҡатыны. Шунан таҫтамалдың икенсе осо менән, иҙелгән йомортҡаны өшкөрә-өшкөрә ҡаплай ҙа яңынан аса, ә таҫтамалда себеш яралғыһына оҡшаған ҡара-йәшел нәмә ята. Нәилә еңгә ҡурҡышынан ауыҙын асып: “А-а-а!” – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
– Яп ауыҙыңды, йом күҙеңде, – ти сиған ҡатыны, – юғиһә, ауырыу ауыҙыңа инеп китер, был һинең ауырыуың бит. Һәм тиҙ генә мейес ишеген, йүшкәне асырға ҡуша. – Хәҙер ауырыуың осоп сығып китәсәк, – тип уҡынып-өшкөрөп Нәилә еңгә асҡан мейес ауыҙына йомортҡалы таҫтамалды тығып кире алды.
– Бына ҡара әле, Нәилә, ауырыуың осто, – ти, еңгәгә таҫтамалды күрһәтеп. Еңгә ҡарап аптырай төштө, ҡаралы-йәшелле себеш яралғыһына оҡшаған нәмә юҡ, йомортҡа тап-таҙа, һап-һары.
Иҫе китеп ҡарап торған еңгәгә сиған ҡатыны таҫтамалды төрөп бирә лә:
– Мә, ҡәҙерлем, ирең һыу ағышына табан алып барып, йылға ситенә таң атҡанда күмһен, – тип Нәилә еңгәнең күҙҙәренә ҡараны.
Еңгә сиған ҡатынына тамам ышанды. Ә ул өйҙән сығырға һис тә уйламай. Нәилә еңгәнең ышаныуы, ҡыҙыҡһыныуы йөҙөнә тамам сыҡҡандыр инде, сиған ҡатыны тағы ла “һөжүмде” дауам итә:
– Күпме аҡсаң бар, бөтәһен дә сығар! Мин аҡсаны алмайым, бер тине лә кәрәкмәй, аҡсаларың менән түшәктәреңде, ятҡан-ултырған урындарҙы һыйпап-һыпыр ҙа миңә бир, ә мин өшкөрөп кире һиңә бирәм, һин баш осоңа, мендәр аҫтына һалып ятырһың, – тине ышаныслы итеп.
Нәилә еңгә менән Шәфҡәт ағай ошо көндәрҙә генә пенсияларын алғандар ине, аҡса бар. Сиған ҡатыны ни тиклем генә ышандырып әйтергә тырышһа ла, еңгә лә үтә бер ҡатлы түгел, уға бар аҡсаны түгел, ә 50 меңде генә сығарып тотторҙо, ә сиған ҡатыны:
– Ошо ғынамы, тағы юҡмы? – тип ныҡыша һәм башҡа эләкмәгәс, өшкөрөп-төкөрөп уҡына башлай.
Шул саҡ төпкө бүлмәнән Шәфҡәт ағай килеп сыға, еңгә эштең асылын уға ҡыҫҡаса ғына аңлата. Нәилә еңгә өсөн, уның һаулығы өсөн өҙөлөп торған киң күңелле Шәфҡәт ағай:
– Бирәйек, бөтә аҡсаны ла бирәйек, аҡса ни, аға ла китә ул, иң мөһиме, минең өсөн, балаларыбыҙ өсөн – һинең һаулығың, аҡса ни, табылыр, баш һау булһа. Алла бирһә, тағы пенсиябыҙ килер, – тип төпкө бүлмәгә инә башлай.
Ә Нәилә еңгәнең башы йомро, сиғанға үтә ышанып та китмәне:
– Шәфҡәт, бирһәң дә, илле меңде генә бир, ала торған әйберҙәр бар, балаларға ла барып килергә кәрәк, – тине.
Шәфҡәт ағай өсөн Нәилә еңгәнең һүҙе – закон. Был ҡурҡҡандан түгел, ә уны ныҡ ихтирам итеүҙән. Ағай илле меңде сығарып сиған ҡатынына бирҙе. Ә ул:
– Тағы юҡмы? Аҡсағыҙ булһа, йәлләмәгеҙ, бирегеҙ, мин бит үҙемә алмайым, – тип ныҡышыпмы-ныҡыша.
Был юлы еңгә ҡаты ғына итеп:
– Юҡ-юҡ, башҡа аҡса юҡ, – тигәс, сиған ҡатыны был аҡсаны ла өрөп-өшкөрөп, теге илле мең һум эргәһенә өҫтәлгә һалды һәм ҡулы менән ҡапланы ла ҡуйҙы, ә үҙе:
– Ярай, ҡәҙерлем, ошо аҡса ла етер миңә, – тигәс, еңгәнең күҙҙәре шарҙай булды. Бына һиңә “мә”, аҡса кәрәкмәй, имеш, сиған ҡатынына.
“Баш осоңа һалырһың, тигән ине лә, һорап алһаң да әллә нисек, киренән ауырыу итеп, сихырлап сығып китһә, ҡурҡыла бит әле был сиғандан”, – тип уйланы Нәилә еңгә. Әллә уның ҡурҡҡанын һиҙҙе, әллә иренең ҡатыны өсөн йәнен ярып бирергә әҙер торғанын белде, сиған ҡатын оторо ла ҡомһоҙланды, хатта әкиәттәге мәсекәй әбейҙе хәтерләтте:
– Ҡайҙа, ҡәҙерлем, икмәк, май, ҡаймаҡ, ит бирһәң, яҡшы булыр ине, – ти.
Сиғандан ялҡып, тиҙерәк сығарып ебәрер өсөн еңгә уның оло сумкаһына варенье, ҡаймаҡ, ит, икмәк тултыра башланы. Йөҙ мең һум аҡса ла сиған ҡатынының ҡатлы-ҡатлы итәк кеҫәһенә төшөп сумды.
Ниһайәт, сиған ҡатыны ҡуҙғалды. Шәфҡәт ағай менән еңгә саҡырылмаған ҡунаҡты оҙатып артынан сыҡтылар. Сиғанды ҡарсығаныҡылай үткер күҙҙәре шул саҡ ишек алдында йөрөгән тауыҡтарға төштө:
– Ике-өс тауыҡ һуйып бирһәгеҙ, төн уртаһында тауыҡ баштарын зыяратҡа алып барып күмер инем, ауырыуың бөтөр, – ти был.
Бына ғәләмәт, тауығыбыҙ әҙ генә, тип саҡҡа сығарып ебәрҙеләр сиғанды.
Бына шундай хәлдәр була икән, туғандар.
Ә бит сиған ҡатыны уларҙан сыҡҡандан һуң, ысынлап та, Нәилә еңгә һин дә мин, шәбәйҙе лә китте.
Был сиған ҡатыны тағы кемдәргә кергән икән? Кемдәрҙе дауалағандыр… Билдәһеҙ…
Таңһылыу ҒҮМӘРОВА.
Учалы районы.