

Өс көнгә тип килгән егеттәрҙең командировкаһы аҙнаға һуҙылды. Улар барлығы алты кешенең генә портретын эшләргә тейеш булһалар, һигеҙҙе эшләнеләр.
– Егеттәр, мин һеҙҙе тиҙ генә ҡайтармайым, бер килгәндә тағы бер нисә портрет эшләһәгеҙ тигәйнем, – тине Буранбай Хамматович – Етәксегеҙҙең телефон номерын бирһәгеҙ, үҙем һөйләшермен, һеҙгә зыян килмәҫ.
– Буҙа, ҡымыҙ эсеп бер ни тиклем ятырға беҙ риза, – тине Сабит шаяртып.
– Мин бик шатмын.
Сабит Айһылыуҙың портретын эшләргә тип көн дә һөйләшергә уйлап ҡуйһа ла, уңайы сыҡманы. Алдынғыларҙың портреттарын эшләгәндә, ҡыҙ ҡыҙыҡһынып, мауығып ҡарап торҙо.
– Сабит ағай, минең портретты ҡасан эшләйһегеҙ? Көн дә шул турала һүҙ башларға уйлап ҡуяһығыҙ ҙа туҡталып ҡалаһығыҙ, ә мин көтәм. Сабит Айһылыуҙың был һүҙҙәренә аптырап ҡалды. Ҡайҙан белә ул? Уйымды Аликка ла әйтмәнем.
– Минең уйҙы ҡайҙан белдегеҙ? – тип һораны Сабит. Уның йөҙөнә ғәжәпләнеү сыҡҡайны.
– Һеҙҙең күҙҙәрегеҙ әйтеп тора, – тине ҡыҙ, оялышынан ҡып-ҡыҙыл булып.
– Һеҙ шулай күҙҙән белә алаһығыҙмы?
– Эйе. Минең өләсәйгә тирә-яҡтан килә инеләр. Миңә унан күскән.
– Минең киләсәгем ниндәй буласаҡ?
– Һеҙ бәхетле кеше. Район еренә эшкә ҡайтасаҡһығыҙ. Яҡшы ҡыҙға өйләнеп, ике балағыҙ була, – Айһылыу туҡтап ҡалды. – Ҡалғаны һеҙҙән тора.
Егеттең был һүҙҙәргә иҫе китмәне, улай ғына мин дә әйтә алам, тип уйланы.
Алдынғыларҙың портретын яҙған арала Айһылыуҙыҡын эшләргә лә ваҡыт тапты. Берҙе түгел, икене эшләне хатта. Береһен уға бүләк итте, икенсеһен үҙе менән алды. Милли кейемдәге ҡыҙ портретын күргәҙмәлә ҡулланырмын, тип уйланы. Айһылыуҙың портреттарын күргәс, Батыр шатланды.
– Ниндәй матур сыҡҡан! Айһылыу үҙе лә матур шул... Сабит, ауылдың аусылары һунарға бара, барғың килмәйме? Шуны әйтергә тип ингәйнем.
– Сабит ағай, бар, тик һаҡ бул! Булған хәлде ҡайтҡас үҙең һөйләрһең, – тине Айһылыу, бер ни тиклем уйсанланып.
Егеттәр сығып киткәс, Айһылыу ауыҙ эсенән әллә нимә һөйләнеп, уҡынып алды. Аҙаҡ ишетелерлек итеп:
– Үлем менән күҙгә-күҙ осрашыу уға файҙаға ғына буласаҡ, – тип ҡуйҙы.
Һунарға барыуҙан Алик баш тартты.
– Мин йөрөргә яратмайым, – тине.
Дүрт һунарсы, Батыр, Сабит таң менән юлға сыҡтылар. Сабитҡа ла мылтыҡ тотторҙолар. Нисек атырға кәрәклеген күрһәтеп, бер нисә мәртәбә аттырып ҡаранылар. Ямғыр яуып үткән урман юлынан атлауы еңел булмаһа ла, Сабит һиҙҙермәне. Аяғына кейгән резина итеккә батҡаҡ менән япраҡтар йәбешеп, ауырайып киткәндә ағасҡа ҡырып алды ла атлауын дауам итте. Ауылдан йыраҡлашып, тау итәгенә күтәрелделәр.
– Туҡтап хәл алабыҙ, бер аҙ ҡапҡылап алһаҡ та ярай, – тине арала йәшкә оло һунарсының береһе. Сабитҡа ҡарап һорап ҡуйҙы: – Йә, нисек, арытманымы?
– Түҙерлек. Беҙҙең яҡта айыуҙар булмаһа ла, урманда күп булырға тура килде. Утын киҫергә атай менән байтаҡ йөрөлдө, – тине Сабит, арығанын һиҙҙермәҫкә тырышып.
– Бер ни тиклем барғас, айыуҙарҙың йөрөй торған юлына килеп сығасаҡбыҙ, һин егет кеше, беҙҙән ҡалма. Әгәр айыу менән осрашһаң, ҡурҡма. Ҡоралыңды күрһәтмәһәң, ул һиңә килмәҫ, күреп ҡалып ауыҙын асып килә башлаһа, ҡурҡып торма, атып ебәр, – тине оло һунарсы, елкәһен тырнап.
– Аталмаһаң, ағас башына шылт. Өлгөрә алһаң, – тип шаяртты йәшерәге.
Байтаҡ ҡына барғас, аҡланда ике айыу күренде. Һунарсылар тирә-яҡҡа таралды. Сабит Батырҙан ҡалманы, уға эйәрҙе. Айыуҙар кеше барлығын һиҙҙе, шикелле. Тирә-яҡҡа ҡаранып, баштарын һелкеп алдылар. Сабит иңбашынан мылтығын алып, ҡороп маташҡан арала, береһе уға таба килә башланы. Ул ҡаушап ҡалды. Шунан тиҙ генә үҙен ҡулға алып, айыуға мылтыҡ көпшәһен төбәне. Ата алмай ғазапланды, ҡулдары ҡалтыранды. Үҙе лә һиҙмәҫтән артҡа табан сигенде. Ҡурҡыу уның бөтә барлығын биләп алды. Уның бер ваҡытта ла бындай хәлдә ҡалғаны юҡ ине. Нимә эшләргә белмәне. Ҡысҡырырға итте. Ауыҙынан өн сыҡманы. Сабитҡа биш-алты метр ҡалғас, айыу алғы аяҡтарын күтәреп, ауыҙын асып туҡтап ҡалды ла үкереп ебәрҙе. Шул ваҡыт атыу тауышы ишетелде. Сабит та мылтығының күреген тартты. Айыу шап итеп ергә йығылды. Сабит ни эшләргә белмәй урынында ҡатып баҫып торҙо. Батыр йүгереп килде.
– Сабит, ник атмай торҙоң?!
Ул нимә әйтергә белмәй аптырап баҫып тора бирҙе. Ул арала ҡалғандар ҙа килеп етте.
– Бәхетең, беҙ йыраҡ түгел инек. Тағы бер-ике минут торһаҡ, өҙгөләп ырғыта ине. Бөгөндән башлап икенсе тыуған көнөңдө билдәләй башларһың, – тине оло һунарсы.
– Аҫ яҡ ни хәлдә? Сыланманымы? – тип бер йәше шаяртып алды.
Сабит байтаҡ һушына килә алмай ғазапланды. Ҡайтырға сыҡҡанда, юлда ғына иҫенә килеп, үҙенең үлем менән осрашыуын аңланы. Йөрәге жыу итеп китте. Ауылға яҡынлашҡанда ул әле генә булған хәлде бер кемгә лә, хатта Аликка ла һөйләмәҫкә ҡушты. Юғиһә, минән көләсәктәр, тине.
Байтаҡ йылдар үткәс тә Сабит айыу менән осрашҡанын иҫенә төшөрөп, ҡурҡып китер булды. Айһылыуҙың портретын ҡулына алғас, шул көндәр яңынан күҙ алдына килеп баҫты. Айһылыу һиҙенде микән? Уның алдан белеүе, Сабиттың киләсәгенең нисек булыуын алдан әйтеүе, дөрөҫлөккә тура килде тиерлек. Өфөнән районға күсеп килделәр, бик яҡшы ҡатынға өйләнде, ике бала үҫтерҙеләр. Ул үҙен бәхетһеҙ тип әйтә алмай. Районға күсеп ҡайтыуҙары бик оҡшап бөтмәһә лә, тәбиғәткә яҡын булыуы уны тынысландырҙы. Һуңғы йылдарҙағы ҡалалағы шау-шыу, машиналарҙың йылдан-йыл артыуы ауылда тыуып үҫкән Сабитты тынысһыҙландыра башлағайны. Районға ҡайтыуын дөрөҫ аҙым тип уйланы. Ғаиләһе лә ҡаршы килмәне. Районда ул – махсус белемле берҙән-бер рәссам.
Айһылыу, Айһылыу, тип портретҡа ҡарап өндәште. Матур булғанһың икән? Шул ваҡыт ник күңел ҡылын тартып ҡараманым икән? Ҡыйыуһыҙлығы ҡомасауланымы? Сабит беренсе күргәндә әрһеҙ булып күренһә лә, ҡыҙҙар алдында юғалып ҡалыусан булды. Айһылыуҙы ла оҡшатҡайыны, тик был турала әйтергә ҡыйманы. Тау-таш араһында үҫкән ҡыҙ уны аңламаҫ кеүек тойолдо. Улар тәбиғәт балалары, уларҙа сафлыҡ юғалмаған. Ҡыҙҙың башын әйләндерермен дә, һөйөү барып сыҡмаһа, нимә булыр? Өндәшмәүең яҡшы, тип уйланы.
Ҡалала ғына ул көн дә бер ҡыҙҙы оҙатһаң да бер кем ғәжәпләнмәй, шулай тейеш кеүек ҡабул итә. Айһылыуҙың алыҫ райондарҙың береһендә йәшәүе лә бик оҡшаманы. Юлдар насар, ҡыш көнө бында килеү бөтөнләй мөмкин түгелдер. Яҡында бер ҡала ла юҡ. Ауыл менән ауыл араһы ҡырҡ-илле саҡрым. Шуғамы, Сабит Айһылыуға оҡшатыуы тураһында өндәшмәне. Ҡыҙҙарҙы ғашиҡ иттереүе бик тиҙ, шунан уларҙың һөйөүе мәңгелек була. Өмөтләндермәүең иң яҡшыһылыр, тип уйланы.
Сабиттың әсәһе уға ҡайтҡан һайын:
– Улым, өйләнергә ниәт итһәң, буласаҡ килен яҡын тирәнән булһа яҡшы булыр ине, – тип әйтә торҙо.
– Мөхәббәт уға ҡарамай бит.
– Йәш саҡта уйламайһың, мин һине аңлайым, ләкин олоғая башлағас, фекер үҙгәрә. Ата-әсәңдән, туғандарыңдан ситтә йәшәү бик ауыр. Һағындыра, уйландыра. Тиҙ генә ҡайтып килеп тә булмай. Атайыңды яратып сыҡтым, тыуып-үҫкән йорт алыҫта ине. Ул саҡта әлеге кеүек машиналар юҡ. Әсәйемде һуңғы юлға оҙатырға саҡ барып еттем. Шул йөрәгемде әле лә әрнетә. Һөйләшеп ултырып булманы. Буласаҡ килен минең кеүек интекмәһен тим инде.
Сабит әсәһенең ошо һүҙҙәрен иҫтән сығарманы. Оҙата барған ҡыҙҙың иң беренсе ҡайҙа үҫкәнен һорашты. Белә, бының дөрөҫ түгеллеген, заказ менән һөйөп булмауын. Буласаҡ ҡатыны менән көтмәгәндә генә осрашты. Ҡыҙҙы күреү менән йөрәге төбөндә нимәлер һулҡылдап ҡуйҙы. Тәненә йылылыҡ йүгерҙе. Уның ҡайҙа тыуып үҫеүен дә һорашманы. Уның өсөн был мөһим түгел ине. Ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Рәмзиә Өфөгә яҡын райондарҙың береһенән ине. Әсәһенең теләге бойомға ашты. Оҙаҡ та йөрөмәнеләр, өйләнештеләр. Сабиттың эшләгән урынынан дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Улдарына бер йәш булғанда, Өфөгә яҡын райондан бер танышы:
– Сабит, беҙгә килеп кит әле, мәҙәниәт һарайына рәссам эҙләйҙәр, оҡшаһа, эшкә килерһең, – тип шылтыратты.
Сабит ҡатыны менән һөйләште лә сығып китте. Коммунистар партияһы бөтөрөлгәс, заказдар бөтөнләй тиерлек булмай башланы. Ҡалала йәшәү ауырлашты. Ошо күренеш тә уларға район еренә ҡайтырға этәргес бирҙе. Сабитҡа райондың үҙе лә, мәҙәниәт һарайы ла, уның етәксеһе лә бик оҡшаны. Күсенеп килергә вәғәҙә биреп ҡайтып китте. Өҫтәүенә, етәксеһе, килгәс тә бер бүлмәле фатир бирәсәкбеҙ, тип һүҙ бирҙе. Был да Сабитты дәртләндереп ебәрҙе. Ҡайтҡас, ғаиләһенә аңлатып барыһын да һөйләп бирҙе. Ҡатыны ла, балалары ла ҡаршы булманы...
Телефон шылтыраны. Ҡатын ҡайтырға ҡушалыр тип тиҙ генә кеҫәһенән телефонын алып ҡараны. Таныш түгел номер ине.
– Алло, тыңлайым, – тине Сабит, кем шылтырата икән тип ҡыҙыҡһынып.
– Эйе, шул, мин – рәссам. Эшләйем. Фотонан түгел, үҙегеҙгә ҡарап эшләргә кәрәк буласаҡ. Яҡшы... Була... Адресығыҙҙы әйтһәгеҙ. Беләм, көтөгөҙ.
Сабит район гәзитенә, пейзаждарға, портреттарға заказдар ҡабул итәм, тип иғлан биргәйне. Ул турала онотҡан да ине. Ошо хаҡта белешеп бер ир шылтыратты. Сабит был хәбәргә һөйөнөп ҡуйҙы. Бәлки, бер-береһенән күреп, заказдар була башлар. Уның күңеле күтәрелеп китте.
– Айһылыу, һинең портретыңды ҡулға алғас, заказ булырға тора, рәхмәт һиңә, – тип һаҡлыҡ менән портретты урынына алып куйҙы.
– Рәмзиә, заказ булырға тора, иртәгә барып белешеп киләм, – тип һөйөнсө алды ҡатынына ишектән ингәс тә. – Гәзиткә иғлан биреүем шәп булды бит.
Атаһының һүҙен ишетеп торған ҡыҙы ла серле генә итеп йылмайып ҡуйҙы. Ул атаһы өсөн шат ине.
Көҙҙөң ҡояшлы матур көнө. Сабит тәбиғәт ҡосағына сығып бер-ике һүрәт эшләп ҡайтырға тип йөрөй ине. Заказ булғас, ул уйы икенсе планға күсте. Заказ алыу – аҡса тигән һүҙ. Үҙе өсөн генә эшләгән картиналар оҫтаханаһында туҙан йыйып ята. Мәҙәниәт һарайында бер нисә мәртәбә шәхси күргәҙмәһен дә асып ҡараны. “Һатып алырға ла мөмкин” тип яҙып элгән ине. Тик алыусы ғына булманы. Район мәҙәниәт йорто рәйесе Марат Ринат улы бер нисә мәртәбә:
– Сабит, картиналарыңдан күргәҙмә асайыҡ, – тип әйтеп ҡарағайны, ул риза булманы.
– Һәүәҫкәр рәссамдарҙың эшен йыйып асайыҡ, уларҙың картиналарын да халыҡ күрергә тейештер, – тине.
– Уларҙыҡын, ысынлап та, күптән халыҡҡа күрһәткән юҡ. Мин риза, – тип килеште Марат Ринат улы.
Сабит һәүәҫкәр рәссамдарға телефондан шылтыратып дүрт-биш эш алып килеүҙәрен үтенде. Район буйынса улар байтаҡ ҡына. Сабит уларҙы йылына бер мәртәбә булһа ла йыйып һөйләшә, кәңәштәр бирә, эштәрен анализлай. Ул был районға килгәнсе бер кем дә улар менән ҡыҙыҡһынмаған, эш алып бармаған. Сабит районға күсеп килгәндең икенсе йылында уҡ һәүәҫкәр рәссамдарҙың нисәү икәнен белешеп, уларҙы саҡырып һөйләшеп алды. Йылына бер генә мәртәбә булһа ла бергәләп һөйләшергә кәрәклеген әйтте. Эшләгән эштәренә заманса рамдар ҡуйырға ҡушты, күргәҙмәгә әҙерләгеҙ, тине. Бер йылдан район тарихында беренсе тапҡыр Бөйөк Еңеүгә арнап һәүәҫкәр рәссамдарҙың эшенән күргәҙмә асып ебәрҙе. Район гәзите хәбәрселәре килеп, Сабиттан интервью алып, күргәҙмә тураһында ҙур мәҡәлә баҫтырҙылар. Күргәҙмә халыҡҡа ла, район етәкселәренә лә бик оҡшаны. Халыҡ араһында күпме талант бар икән тигән фекергә килделәр. Сабиттың даны ла артып китте. Һәүәҫкәр рәссамдар уға ҡәҙер-хөрмәт менән ҡараны, осрашыуға килергә тырыштылар.
Сабит етәксе менән һөйләшеп, һәүәҫкәр рәссамдарҙың берләшмәһен ойошоторорға булды. Һәр рәссамдан үҙе тураһында, күпме эштәре бар һәм ниндәй техника менән эшләүе тураһында яҙып килтерергә ҡушты. Майлы буяу, акварель, ҡәләм йә иһә күмер менән эшләүселәр күберәк булып сыҡты. Бер йәш кеше ағастан төрлө һындар яһауы тураһында белдерҙе. Сабит эш төрөнә ҡарамай бөтәһен дә берләшмәгә алды. Берләшмә үҙен аҡланы, беренсенән, рәссамдарҙы район халҡына таныттырҙы, икенсенән, төрлө байрамдарҙа уларҙың эштәрен йыйып күргәҙмә асып ебәрҙеләр. Һуңғы йылдарҙа республика күләмендәге торған байрамдар ҙа ошо районда үткәрелә башланы. Райондың ултырған урыны, төҙөклөгө, матур тәбиғәте, эшсән халҡы барыһын үҙенә тартты.
Заказ булғанғамы, оҫтаханаһындағы эштәрен ҡарап ҡайтҡанғамы, Сабиттың кәйефе күтәрелде. Төштән һуң ҡәләм менән альбом алып ауыл янындағы күл буйына сығып китте. Бер нисә эскиз һыҙғылап ҡайтырға иҫәбе. Көҙҙөң матур көнөн файҙаланып ҡалырға кәрәк, тип уйланы. Ҡатыны ла ҡаршы килмәне.
– Бар, һин – рәссам, беҙҙең рәткә өйҙә ятма, ниндәй матур көн, – тине.
Ҡатынының эше менән ҡыҙыҡһынып тороуына, дәртләндереп ебәреүенә, эштәренә һоҡланып ҡарауына шатланып бөтә алмай. Бер-береңде аңлап торған кеше менән йәшәү – оло бәхет, тик күҙ генә тейә күрмәһен, тип уйлап ҡуя. Өфөлә йәшәгән бер дуҫы ҡатыны тураһында уға зарланып алғайны.
– Минең ҡатын мине аңламай ҙа, аңларға ла теләмәй, – тине.
– Нимәне аңламай һуң? – тип һорап ҡуйҙы Сабит.
– Минең картиналарымды ҡарамай, бер кәңәш тә бирмәй. “Юҡ менән ҡыланаһың, тип ебәрә. Картиналар хәҙер кемгә кәрәк, һеҙҙең кеүек рәссамдар быуа быуырлыҡ. Элек улар һирәк ине, шуға ҡәҙерҙәре булған. Хәҙер заман башҡа, аҡса эшләү заманы, рухи аҙыҡ бер кемгә кәрәкмәй”, – ти. Мин аңлата башлаһам, тыңларға ла теләмәй. Бик ауыр һине аңламаған ҡатын менән ғүмер итеү. Һинең нисек?
– Минең Рәмзиә улай түгел. Эштәремде иң беренсе уға күрһәтәм. Ҡайһы берҙә бик урынлы кәңәш биреп ҡуя. Бәлки, уға ла минең картина эшләп ятыуым оҡшамайҙыр, ләкин һиҙҙермәй. Бөгөн аҡса беренсе урында тора шул, – тине Сабит дуҫын нисек тынысландырырға белмәй.
– Һин бәхетле, Сабит, тимәк, ҡатының ярата һине. Яратҡан ҡатындар ғына иренең шөғөлө менән ҡыҙыҡһыналыр, көс-дәрт бирәлер. Минең һинән башҡа эшемде аңлаусы, күреүсе дуҫым да юҡ. Ҡатын дуҫтар менән аралаштырмай.
– Күңелеңде төшөрмә, иң мөһиме эшлә, күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға тырыш. Даның китһә, ҡатының да ҡыҙыҡһына башлар, – тип әйтеп ҡуйҙы Сабит.
– Белмәйем инде, белмәйем...
Яратҡан кеше генә үҙенең яҡын кешеһенең эшенә, ижадына һоҡланалыр. Шулай булмаһа, бергә йәшәп ятыу ғазап ҡына. Шулай ҙа был фекерен дуҫына әйтмәне, ғаилә араһына инеүҙе ул яратмай. Был донъяла һәр кеше үҙенсә йәшәй, һәр кем үҙенсә тормош ҡора. Ашығып әйтелгән һүҙ кеше ғаиләһен боҙоуға ла килтерергә мөмкин, шуға һәр уйлағаныңды әйтмәй тороу ҙа яҡшылыр. Ижад менән шөғөлләнгән сәнғәт кешеһенә был тормошта былай ҙа ауыр, ә инде янында уны аңлаусы булмаһа, ике тапҡыр ауырлаша. Дәрт, көс биреүсе булмаһа, сәнғәт кешеһе юғалырға, һынырға мөмкин. Янындағы яҡын кешеләр хуплағанда ғына юғарылыҡҡа күтәрелергә мөмкин. Күптәр ҡыҙыҡһыныу туҡтау менән үҙҙәрен артыҡ кеше итеп хис итә башлай. Һәр кемгә күтәрелгән юғарылыҡта ҡалыу мөмкин түгел. Бик йәл, күптәрҙең был донъянан китеп барғас ҡына таланттарын күрәләр, уның тураһында һөйләй башлайҙар. Сабит та шаяртып дуҫына:
– Ҡайғырма, дуҫҡай, беҙ киткәс, картиналарыбыҙҙы ҡулдарына алып маҡтарҙар әле, – тине.
– Ни бысағыма үлгәс иҫкә алыуҙары, бына иҫән саҡта хеҙмәтебеҙҙе күрһендәр... Ҡатын аңламағанды, башҡаларға үпкәләп тә булмай шул, – тип килешеп ҡуйғандай итте.
Дауамы бар.