

6
– Ну, Сабит, һиндә талант! Айһылыу, ҡара әле, портрет нисек уңышлы килеп сыҡты, – тине Рөстәм, картинаға һоҡланып. Рөстәм үҙенең портретын беренсе тапҡыр эшләткәнгә балалар һымаҡ шатланды.
– Матур, бик матур, – тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы Айһылыу портретҡа күҙ һалғас.
– Ҡатын, өҫтәлең әҙерҙер, портретты йыумайынса булмаҫ. Сабит, һин ашыҡма, был уңышты билдәләп үтергә кәрәктер. Мин һиңә юҡҡа ғына йәйәү кил тип әйтмәнем.
Сабит этюднигына әйберҙәрен тултырып бөтөргәс, ишек төбөнәрәк илтеп ҡуйҙы. Рөстәм шкафтан алып аҡса һуҙҙы.
– Эш хаҡы. Миңә бик оҡшаны, рәхмәт һиңә, – тип Рөстәм Сабиттың ҡулын ҡыҫты. – Һиңә бары уңыштар ғына теләйем!
– Әйҙәгеҙ, өҫтәл әҙер, һеҙҙе көтә, – тине Айһылыу, аш бүлмәһенән сығып.
Ирҙәр ҡулдарын йыуып сыҡтылар ҙа кухняға үттеләр.
Рюмкаларға араҡы һалып сыҡҡас, Рөстәм:
– Был тосты Сабит һинең талантың өсөн күтәрәйек. Һиңә тағы заказдар булып торһон. Уңыштар һиңә! – тине.
– Мин дә Рөстәмдең һүҙенә ҡушылам, – тине Айһылыу, Сабиттың күҙҙәренә ҡарап.
Һәр береһе үҙенең ҡайҙа тыуып-үҫкәнен һөйләп алды. Бала саҡта булып үткән ҡыҙыҡлы ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп киттеләр.
– Беҙҙең ауыл эргәһендә бик ҙур күл бар, йәй көндәре шунда һыу инеп, балыҡ тотоп үтте тиһәң, хата булмаҫ, – тине Рөстәм. – Әле лә ауылға ҡайтһаҡ, күл буйына бармайынса китмәйбеҙ. Аллаға шөкөр, инәй иҫән-һау, ҡустылар менән йәшәй. Атай ғына ике йыл элек мәрхүм булды...
– Беҙҙең ауыл эргәһендә күл булмаһа ла, бер саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы аға. Беҙ шунда йөрөнөк. Бер нисә малай йыйылышабыҙ ҙа велосипедтар менән елдерәбеҙ. Мин үҙем менән блокнот, ҡәләм йөрөтә инем. Блокнотҡа Ағиҙел буйын, балаларҙың һыу ингәнен, иптәштәремде төшөргән булам. Ул блокнот әле лә һаҡлана. Ҡайһы берҙә ҡулға алып ҡарап ултырам, бала сағыма ҡайтҡандай булам, – тип һөйләп алды Сабит.
– Мин һеҙҙең кеүек маҡтана алмайым инде. Ә беҙҙең ауыл янынан тау йылғаһы үтә, йәй көнө тарая, яҙғы ташҡында ауылға тиклем килеп етә ине. Малайҙар бер киң урынында балыҡ тотоп булыша, беҙ улар юҡта йыуынып сығабыҙ. Беҙҙәге тауҙар, урмандар һеҙҙә юҡтыр, ә айыуҙарҙы һөйләп тә тораһы юҡ, – тине Айһылыу, үҙенең бала сағын иҫкә алып.
Айыу тигәс, Сабит тиҙ генә Айһылыуға ҡарап алды. Уныһының йөҙөнә йылмайыу сыҡҡайны. Юҡ, һөйләмәйем тигәндәй, Айһылыу баш һелкеп ҡуйҙы. Быны бары Сабит ҡына аңланы.
Бер сәғәт самаһы ултырғас, Сабит рәхмәт әйтеп ҡуҙғалды.
– Этте бәйләп ҡуяйым әле, – тип Рөстәм алдан сыға торҙо. Ул сығып киткәс, Айһылыу Сабиттың битенән үбеп алды, ҡулы менән һаҡалын һыйпап ҡуйҙы.
– Ярамай, – тине Сабит әкрен генә. – Ярамай.
– Һағындым һине, – тине Айһылыу, уны сығармай тороп.
Сабит, былай торорға ярамағанын аңлап, этюднигын ҡулына алды ла тышҡа ашыҡты.
– Һау булығыҙ! – тигән булды тауышын көслөрәк сығарып, ире ишетерлек итеп.
– Сабит, өйҙө беләһең, берәй көндө ҡатының менән килеп ултырығыҙ. Беҙ шат ҡына булырбыҙ, бында аралашҡан кешеләр юҡ тиерлек. Уң яҡ күршеләр генә ингеләп сыға, – тине Рөстәм урам ҡапҡаһынан сыҡҡас.
– Саҡырыуыңа рәхмәт. Ололар әйткәнсә, ризыҡ яҙһа, бәлки, килеп сығырбыҙ, – тине Сабит һаубуллашып.
– Сабит, мин һине күңелемдә һәр ваҡыт йөрөттөм. Ҡасан булһа ла осрашасаҡты белһәм дә, өмөт өҙә башлағайным. Беләм, беҙ бер ваҡытта ла бергә була алмаясаҡбыҙ, ә шулай ҙа күргем килде. Ә һин минең әрһеҙлеккә ғәжәпләнеп тә ҡуяһыңдыр, ана шул оялсанлыҡ, йәш саҡта әрһеҙ булмау арҡаһында һине юғалттым. Үкенәм дә, үкенмәйем дә. Мин Рөстәмде осраттым, ул бик яҡшы кеше, беҙ бәхетле, – тине Айһылыу. Моңһоу күҙҙәрендә йәш күренде.
– Йәшлек үтте, нимә генә эшләһәк тә, кире ҡайтарып булмай. Күңелеңдә мине йөрөткән өсөн рәхмәт һиңә. Беҙҙең юлдар айырылған, ул бер ваҡытта ла бергә булманы ла инде. Беҙ йәшлегебеҙҙе һағынғанбыҙ, шуға уның һәр көнөн иҫкә алабыҙ. Һин аҡыллы ҡатын, үткән менән йәшәп булмағанын бик яҡшы беләһең. Икебеҙҙең дә ғаиләбеҙ бар... – Сабит ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ҡәләм алып өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙға һыҙғылай башланы. Уның бер ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙға хис-тойғо тураһында былай күп һөйәләп аңлатҡаны булманы. Ул артыҡ һүҙ әйтеп Айһылыуҙы үпкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Онота алмағаны өсөн ғәйепләп булмай, ул йөрәк эше.
– Юҡ, юҡ, мин ғаилә тарҡатыу тураһында һүҙ ҙә алып бармайым. Мин бары һине осратҡаныма... – Айһылыу башлаған һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, оҫтахананың ишеге асылып, унан мәҙәниәт бүлеге начальнигы Марат Ринат улы килеп инде. Сабит уны күргәс, һүҙҙе икенсегә бороп:
– Һеҙгә көҙгө күренеш кәрәк булһа, мин дә әҙере бар, – тине.
– Ғәфү итегеҙ, Сабит Абдуллович, ауыл хужалығы көнөнә күргәҙмә асырға кәрәк, әле генә хужанан сыҡтым, ул, картиналарҙан күргәҙмә асһағыҙ яҡшы булыр ине, ти. Мин ризалыҡ бирҙем. Өфөнән хөрмәтле ҡунаҡтар килмәксе икән.
– Ойошторорбоҙ, һәүәҫкәр рәссамдарға хәбәр итергә тура килер.
– Уларҙың эштәрен дә ҡуйырбыҙ, ә шулай ҙа һин үҙеңдекен күберәк ҡуйырға тырыш. Беҙҙең район күренештәрен һүрәтләгән күпме эшең ята, күрһендәр! – Айһылыуға ҡарап өҫтәне. – Ғәфү итегеҙ, һүҙегеҙҙе бүлдерҙем.
– Зыян юҡ, мин дә картинаға заказ бирергә тип килгәйнем, – тине ҡатын, Сабит тураһында насар уйламаһын тип.
– Һау булығыҙ, – тип Марат Ринат улы сығып китте.
– Күргәҙмәгә минең портретты ла ҡуйырһың, – тине Айһылыу.
– Кәрәкмәй, ирең килеп ҡараһа, беҙҙең күптәнге таныш икәнде беләсәк. Уның өсөн был сер булып ҡалһын. Үҙеңә лә уңайһыҙлыҡ тыуыр.
– Улайһа, әле эшләгәнен.
– Ирең менән һөйләш, ул ризалашһа, ҡуйырмын, бәлки, күреп заказдар ҙа булыр, – тине Сабит.
– Онота яҙғанмын, мин һинең янға бала саҡтағы блокнотыңды ҡарарға тип килгәйнем бит.
Сабит өҫтәл тартмаһынан блокнот алып бирҙе.
– Бик ябай рәсемдәр инде, – тине Сабит оялып ҡына. – Көлмә.
– Бала кеше бындай рәсемдәр эшләй алғас, яҡшы тигән һүҙ, – тине Айһылыу, блокнот битендәге рәсемдәрҙе ҡарап.
Айһылыу блокнот ҡараған арала Сабит ишекте элеп килде лә өҫтәл әҙерләй башланы. Башҡа улай осрашып була, әллә юҡ, тип уйланы. Ул үҙенә ныҡлы һүҙ бирҙе, эште ҙурға ебәрмәҫкә. Күңелде бер аҙҙырһаң, кире яҡшы юлға төшөүе бик ауыр буласаҡ. Сабит үҙен ҡулға ала ла алыр, ә бына ҡатын-ҡыҙҙы белеп булмай, улар күпселек йөрәк хисе менән йәшәүсән була. Шуға улар араҡыға ла тиҙ бирешә.
– Айһылыу, кил әле, кофе эсеп алайыҡ, – тип блокнот ҡараған Айһылыуҙы саҡырҙы.
– Нимәне йыуабыҙ? – тигән булды ҡатын шаяртып. Өҫтәлгә ҡарап алғас һорап ҡуйҙы, – Әллә йыуырға бер нәмәң дә юҡ инде?
– Бар, эсһәң һалам, минең һәр ваҡыт запас була, – тине Сабит өҫтәл аҫтынан бер ярты сығарып. – Рюмкаларға араҡы һалып сыҡҡас, Айһылыуға тоттороп. – Әйҙә, дуҫлыҡ хөрмәтенә күтәрәйек. Рөстәм, ҡатының менән килеп сыҡ, тигәйне. Ғаиләләр менән осрашыуға мин ҡаршы түгел. Ә һин?
– Мин риза, хатта шатмын.
– Бына эсергә тост булды.
Сабит Айһылыу менән дуҫ ҡына булып ҡалайыҡ тип асыҡтан-асыҡ һөйләшергә уйлап ҡуйғайны. Оҙаҡ ҡына был турала һүҙ башлай алмай торҙо. Бөгөнгө осрашыуҙа аңлашып, мөнәсәбәттәренә нөктә ҡуйылырға тейеш.
...Оҙаҡ ҡына ултырҙы улар. Эскән араҡы икеһенең дә башына еңелсә генә йүгерҙе. Сабит үҙенең хистәрен нисек тыйырға белмәй аҙапланды, ҡаршыһында ултырған матур ҡатынды һөйәһе, иркәләйһе килеп китте. Матурлыҡ алдында үҙ-үҙен ҡулға алырлыҡ көс тапмай ғазапланды. Бер генә ҡосаҡлап үпкәндән нимә булһын тигән уй үтте башынан. Был уй килде һәм китмәне. Эскән араҡы ла күңелендәге йәшеренеп ятҡан хисте уятып, үҙ-үҙенә биргән һүҙен оноттороп, Айһылыуға тартты. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән, уның артынан килеп ҡосаҡлап алды. Ҡатын ҡаршылыҡ күрһәтмәне, киреһенсә, ҡулдары менән Сабиттың ҡулдарын тотто. Башын ирҙең ҡулына терәне. Ҡулында ҡатындың йылы тәнен тойғас, үҙенә нығыраҡ ҡыҫты. Айһылыу ултырғысынан күтәрелеп ир яғына боролдо. Ҡайнар хис менән улар үбешә башланы.
– Ғәфү ит мине, Айһылыу, ғәфү ит, ярамай... – тине Сабит, үбешеүҙән туҡтап.
Ирҙең һүҙенә яуап итеп ҡатын бер һүҙ әйтмәне, киреһенсә, шашып үбеүен дауам итте.
Хистәре юғары нөктәгә етеп, кейемдәрен һала башлағанда, ишек шаҡынылар. Сабит тиҙ генә аңына килде, күлдәк төймәләрен элеп сыҡты. Айһылыуға ҡарап, тауышланмаҫҡа кәрәк тигән ишара яһаны. Бер нисә мәртәбә шаҡығандан һуң, тынды. Сабит Айһылыуҙы үбеп алды ла:
– Беҙгә ҡайтырға кәрәк. Күрәһең, беҙгә ҡауышырға ярамай, шулай булмаһа, кәрәкмәгән урында ишек шаҡымаҫтар ине, был – билдә, ярамай беҙгә, ярамай, – тине.
Айһылыу уның һүҙҙәрен әллә ишетте, әллә юҡ, Сабиттың ҡолағына:
– Егерме йыл көттөм һине... Һин – беренсе ғашиҡ булған кешем, – тине.
Сабиттың телефоны шылтыраны. Кем булыр икән тип өҫтәлдә ятҡан телефонын барып ҡараны. – Ҡатыны шылтырата ине. Айһылыуға ул турала әйтеп торманы.
– Бына, Айһылыу, беҙгә бергә булырға ярамағанын иҫкәртеп торалар. Ғәфү ит, – тип өҫ кейемдәрен тәртипкә килтереп алды.
– Сабит, был донъяла булыуың өсөн рәхмәт. Йәшлегемдә һине үҙемдеке итә алмаһам да, һуңлап булһа ла һине осратыуым менән мин бәхетле... – тине биттәренән үбә-үбә.
– Айһылыу, үҙеңә рәхмәт... Барыһы өсөн дә рәхмәт...
Ул башҡа һүҙ әйтмәне, уның куртка кейгәнен көтөп торҙо. Кейенеп бөткәс, барып ишекте асты.
– Айһылыу, һин сыға тор, мин һуңғараҡ, – тине.
Айһылыу Сабиттың ирендәренән һурып үпте лә:
– Минең хаҡта насар уйлама инде, ҡалғаны башҡа ваҡыт, – тине.
Башҡа ваҡыт! Нимәне күҙ уңында тотоп әйтте әле? Айһылыу ошо һүҙҙәре менән Сабиттың йөрәгенә ут һалып сығып китте. Ярамай тигән кәртәне аша үткәс, башҡа ҡабатланмаҫ тигән һүҙгә ышаныу бик ҡыйын. Хәҙер ул беренсе булып шылтыратасаҡ, уның менән осрашыуҙы көтәсәк. Ул саҡта ни эшләр? Тағы осрашыуға ризалыҡ бирәсәкме? Йәки берәй сәбәп табып ҡаласаҡмы? Тағы осрашыу булһа, уларҙың бер-береһенә тартылыуы көсәйеп китәсәк. Ул саҡта кире ҡағыу ауырлашасаҡ. Сабит ошо уйҙар менән өҫтәлде йыйыштырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар еҫе килеп тормаһын тип, одеколон сығарып һиптереп алды.
Уның бер ваҡытта ла оҫтаханаһында ҡатын-ҡыҙҙар менән араҡы эсеп ултырғаны булманы. Әле генә булып үткән ваҡиға уның өсөн ҙур яңылыҡ ине. Берәйһе генә күрмәһен тип борсолдо. Хатта стеналарҙан тартынды. Барыһы ла шулай эскән баш менән эшләнәлер. Аҙаҡ шуға өйрәнеп китәһеңдер ҙә ҡурҡмай башлайһыңдыр. Бына ул да сит ҡатын менән араҡы эсеп ултырҙы. Һәр йөрөгән кеше шулай башлайҙыр. Ул үҙе менән шундай хәл булғанға һөйөнөргә лә, ғәжәпләнергә лә белмәне. Һәр кешенең насарлыҡҡа бер генә аҙым аша булыуын ишеткәне бар ине. Ул бер ваҡытта ла үҙе менән шулай булыр тип уйламаны. Әгәр ҙә был осрашыуҙар мөхәббәткә әйләнеп китһә, ул саҡта нишләр? Был инде мөхәббәт түгел, аҙғынлыҡ булалыр. Ике кешене бер юлы яратып буламы? Уларҙың араһында ысын мөхәббәт хасил булһа? Хәҙер туҡтап ҡалыу мөмкин эшме? Юҡ, юҡ, башҡа осрашмаҫҡа! Аҡылға буйһонорға! Ул күңелһеҙләнеп шундай фекер йөрөтөп алды.
Айһылыу ниндәй уйҙар менән ҡайтып китте икән? Уға ла еңел түгелдер. Ҡатын-ҡыҙ ғашиҡ булһа, үҙ маҡсатына ирешергә тырышасаҡ. Аҙым һайын шылтыратып, ҡаршыһына сығып йөҙәтмәҫме?! Хистәрен бәйләп тота алырмы? Нисә йылдар бөртөкләп йыйған донъяһын, тормошон емермәҫме? Ошо уйҙар Сабиттың күңелен төшөрҙө. Бер аҙҙан үҙ уйҙарына ҡаршы килеп, юҡ, юҡ, Айһылыу ундай аҡылһыҙ ҡатынға оҡшамаған. Үҙ ҡәҙерен беләлер, тип уйлап, тыныслана төштө.
Сабит шаҡтай оҫтаханаһынан сыҡмай, уйҙарға сумып ултырҙы. Айһылыуҙың портретын алып оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Күп йылдар элек уны эшләгәндә ул ҡыҙ менән яңынан осрашыуҙы күҙ алдына ла килтермәгәйне. Ул саҡта ҡыҙҙың алһыу ирендәренә ҡарап, их, бер һурып үпһәң ине, тип хыяллана ине. Шул хыялы бөгөн тормошҡа ашты түгелме. Көйөнөргә лә, һөйөнөргә лә белмәне. Бына шунан һуң яҙмыш юҡ тип әйт. Китапханала алдынғы эшселәрҙең портреттарын эшләгәндә Айһылыуҙың йотлоғоп ҡарап ултырғанын тойғайны. Кем уйлаһын шул ваҡытта уның ғашиҡ булғанын. Һаубуллашҡанда күҙҙәрендә моңһоулыҡ күренеп, нимәлер әйтергә теләгәндәй тойолғайны шул. Ә ул шаянға бороп:
– Айһылыу, һау бул, әгәр мине һағынһаң, айға ҡара, – тип әйткәйне. Ни өсөн шулай әйткәнен үҙе лә белмәй, ауыҙынан сыҡты ла ҡуйҙы.
Ҡыҙ уға ҡаршы:
– Айһыҙ төндәрҙә нишләрмен икән? – тине.
– Портретыңа ҡарарһың, ул бит минең ҡулдарым менән эшләнгән.
Машина ҡуҙғалып киткәс, Айһылыу оҙаҡ ҡына ҡул болғап торҙо. Боролошҡа еткәс кенә күҙҙән юғалды.
Оҫтаханала осрашҡандан һуң Айһылыу Сабитҡа шылтыратманы ла, осрашыуҙы эҙләп тә йөрөмәне. Был битарафлыҡ ирҙе аптыратты. Ирҙең кәрәкмәй тип ҡурҡып ҡалыуынан мөхәббәте һүрелдеме? Нисә йыл күңелемдә йөрөттөм, тип әйтеүе буш һүҙ генә булдымы? Ауылдарында булғанда үҙенә иғтибар итмәгән өсөн үс алыумы? Әйҙә хәҙер үҙе янһын, көйһөн тиме? Әллә минең эште ҙурға ебәрмәү оҡшаманымы? Ошо һуңғы уй Сабитты бөтөнләй юҡҡа сығарыуға тиң ине. Бер нисә мәртәбә шылтыратырға теләп телефонын ҡулға алды, ләкин һөйләшергә баҙнат итмәне. Һуңғы көндәрҙә уның уйҙары гел Айһылыу тураһында булды. Был тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылды түгелме? Күреп һөйләшмәйенсә үҙенә тыныслыҡ тапмаҫ кеүек.
Бер аҙнанан һуң эш бүлмәһендә плакат яҙғанда телефоны шылтыраны. Ашығып телефонын ҡулына алды. Был Айһылыу ине. Тәне буйлап рәхәтлек йүгерҙе. Балаларҙай шатланып ҡуйҙы. Телефон төймәһенә ла баҫты:
– Алло, тыңлайым, – тине. Йөрәге дөп-дөп типте.
– Һаумы, Сабит, был Айһылыу. Хәлдәрең нисек?
– Һәйбәт кенә, рәхмәт. Үҙегеҙ ни хәлдә – Үҙегеҙ тигәне ғаилә хәлен һорау ине.
– Барыһы ла яҡшы. Һиңә шылтыратыуымдың сәбәбе шул, ошо айҙың ун бишендә минең тыуған көнөм, һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырырға ине. Рөстәм менән һөйләшелгән, ул үҙе шул турала һүҙ башланы. Мин әле хәбәр итә генә торам, Рөстәм һиңә үҙе шылтыратасаҡ. Сабит, килергә тырышығыҙ, мин көтәсәкмен.
– Рәхмәт саҡырыуыңа, ҡатын менән һөйләшергә кәрәк, ул нимә тиер.
Айһылыуҙың шылтыратыуына, ҡунаҡҡа саҡырыуына шатланды ғына. Әлбиттә, барасаҡтар. Был турала әйтергә ашыҡманы. Рөстәм шылтыратҡас әйтер әле. Алдында ятҡан календарға күҙ һалып алды ла.
– Ун бишенә күп тә ҡалмаған икән.
– Эйе, алдағы шәмбегә. Тауышыңды ишеткәс, рәхәт булып китте. Ни өсөн шылтыратмайһың? Әллә оноттоң инде мине?
– Онотманым, дуҫҡайым. Нисек онотайым.
– Тыуған көндә осрашҡанға ҡәҙәр, һау бул, Сабит дуҫым!
Телефонды ҡуйғас, Сабит оҙаҡ ҡына уйланып, ҡулына эш бармай торҙо. Тыуған көнө, нисә йәш була икән? Айһылыу менән һөйләшкәс, рәхәт булып китте, күңеле күтәрелде. Тимәк, онотмаған.
Дауамы бар.