

7, Аҙағы
Айһылыу оҫтахананан сыҡҡас, туп-тура өйөнә ҡайтты. Өйҙә береһе лә юҡ ине, тимәк, ҡыҙы мәктәптән ҡайтып етмәгән. Бер үҙе булыуына шатланды. Тиҙ генә өҫ кейемдәрен һалып элеп ҡуйҙы ла эске кейемдәре менән генә ваннаға инеп китте. Ваннаға ингәс, иҙәндән түбәгә саҡлы ҡуйылған көҙгө ҡаршыһына килеп, үҙенә ҡарап торҙо. Биттәрен, ирендәрен ҡулы менән һыйпап:
– Әле генә шуларҙы Сабит үпте, – тип үҙ-үҙенә һөйләнеп алды. Кранды асып, ваннаға йылы һыу ағыҙырға ҡуйҙы.
Йылы һыуға инеп ятҡас, күҙҙәрен йомдо ла Сабит менән булған минуттарҙы башынан аҙағына тиклем күҙ алдына килтерҙе. Минең турала Сабит нимә уйланы икән? Минән көлөп ҡалдымы? Әрһеҙ ҡатын тип уйланымы? Ҡәҙерем юғалмаҫмы? Мин түгел, ул беренсе аҙым эшләргә тейеш ине. Айһылыуҙың башынан шундай уйҙар үтте.
Айһылыу, ирле ҡатын булараҡ, Сабит менән осрашыуҙы яҡшы тип һанамаһа ла, күңеленең тынысланыуын һиҙҙе. Оҙаҡ йылдар уны йөрәгендә йөрөттө, бәлки, шуғалыр. Онотолор, онотолор тип көттө, хатта онота ла башлағайны буғай. Егерме йылдан һуң яңынан осрашыу барын да алып ташланы. Йортонда ул эшләгән портреттың булыуы ла иҫкә төшөрөп кенә торҙо. Шуға ул үҙенең аҙымын аҡларлыҡ сәбәп бар тип уйлай. Ул башҡа Сабит менән икәүҙән-икәү осрашмаҫҡа ла риза. Иренә булған хис-тойғоно үҙгәртмәйәсәк, ир ир урынында булып ҡалырға тейеш, ә Сабитты дуҫ итеп яҡын күрәсәк. Сабит та шул турала әйтергә теләгәндәй тойолдо уға. Нисек кенә булһа ла, уны осратҡас, Айһылыуҙың күңеле үҫеп китте? Йәшәү тағы ла мәғәнәлерәк, йәмлерәк, ҡәҙерлерәк булғандай тойолдо. Бальзак йәшендәге ҡатындарҙың икенсегә ғашиҡ булып йөрөүҙәрен аңлағандай булды. Бар ҙа артта ҡалды тигән уйҙы юҡҡа сығарып, мөхәббәт өлкәһендә икенсе һулыш алыуға тиңләне. Олоғаям тип, быҫҡып ятҡан йөрәк төбөндәге усаҡ көсәйеп киткәндәй итте.
Ул үҙенең был эшен, был ҡыланышын аҙғынлыҡ тип һанарға ла, һанамаҫҡа ла белмәй. Мөхәббәтле һөйөү, осрашыу аҙғынлыҡ була аламы? Ул ҡасандыр юғалтҡан мөхәббәтен, тәүге йөрәк хисен күп йылдарҙан һуң осратты түгелме? Сабитҡа мөхәббәте нисек кенә көслө булһа ла, ғаиләһен боҙмаясаҡ. Ғүмер уртаһында ғаилә боҙоу, яҡшыға алып бармаясағын белә. Шуның өсөн уға осрашып бергә булыу мөһим дә түгел, бары яратҡан кешеңдең был донъяла булыуы, һин атлаған һуҡмаҡтан атлап йөрөүе лә етә.
Бөгөн уларҙың икеһенең дә башында шундай уйҙар ҡайнай. Тик алдағыһы нисек булыр? Был турала әлегә икеһе лә бер ни әйтә алмаҫ. Дуҫ ҡына булып ҡалырҙармы, мөхәббәт хисе өҫтөнлөктө алырмы? Был билдәһеҙлек, асылмаған сер, сиселмәгән ауыр мәсьәлә булып тойола. Таң атҡанда офоҡ һыҙығында ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурылай яҡты, ләкин йылыһы булмағандай алыҫ та һәм шул уҡ ваҡытта бик яҡын да кеүек.
Риф Йөҙлөкбай