

Балаң күп ашай!
Ваҡыт тиҙ генә үтә лә китә. Бәпәйем күҙ алдымда үҫә. Берәй заман бер кешенең “эш боҙоуына” ла ҡыуанасаҡһың, тиһәләр, ышанмаҫ инем! Ә бына ҡыҙымдың ашағанына ла, эшен бөтөргәненә лә, теше сығып илағанына ла, йоҡлағанына ла, йылмайғанына ла ҡыуанам! Йәмиләм булғас, тормош бөтөнләй үҙгәрҙе. Алдағы ҡайғыларым! И-и-и генә! Ул уҫал әсәһенән ҡурҡҡан, ул Хәйҙәр тип, мөхәббәт тип үлеп барған, ул ҡәйнәһенә көйәләнгән ҡыҙҙы хәтерләйем дә, көлгөм килә. Ул тиклем дә буш нәмәләргә иҫең китер икән! Хәҙер ҡәйнәмдең әйткәндәре бер ҡолағыма инә, икенсеһенән сыға. Ул һөйләнгәнен тыңлайым-тыңлайым да, Йәмиләнең тауышын ишетһәм, онотола ла ҡуя! Хатта Булаттың эсеп ҡайтҡанын да һиҙмәйем. Ул самогон еҫе менән аңҡып килеп ята, бәпесемде тотоп еҫкәүем була, башҡа бер нәмә тоймайым!
Боҙҙо ла иретерлек бәпесем, йөрәк майым Булатты ғына үҙгәртә алманы. Башта, яңы дауахананан сыҡҡанда, Булат Йәмиләне ҡулына алып-алып ҡараны, бер нәмә лә тойманымы, әллә шикләндеме, аҙаҡ бөтөнләй тотмай башланы. Илай башлаһа ла, йыуатманы, сыға ла китә. Ярай, Йәмиләм үтә тыныс булды, баштан уҡ эш араһында йүгереп йөрөп, ҡулға өйрәтмәнем. Күҙ генә теймәһен, өс йәшенә китте. Шуныһы ҡыҙыҡ, тас ҡәйнәм булды ла ҡуйҙы!
Ҡәйнәм, уның әсе теле инде мине саҡмағанын күреп, минең менән Йәмилә аша булыша башланы.
Самираны ҡулынан төшөрмәй яратыуын һәм минең балама өҫтән генә ҡарап үтеп китеүенә, әй, йөрәгем әрней. Икеһе лә бер туған ейәнсәрҙәре бит, ә ниндәй ике төрлө ҡараш! Бәләкәсем Самираны һөйгәнен ситтән генә ҡарап ултыра-ултыра ла, аптырап, миңә иркәләргә килә. Бәләкәс кенә булһа ла, барыһын аңлайҙыр инде.
Тыуған көндәренә лә бит төрлө әйбер ала. Самираға ҙур ҡурсаҡ, күлдәктәр алып бирә. Йәмиләнең тыуған көнө етһә, трусик менән ойоҡбаш тотоп инә. Минең аҡсам булмағас, ундай ҡурсаҡтар ала ла алмайым. Бәпесемдең күҙе ҡыҙып ҡына ҡала.
Мин әле эшләмәйем, Булаттың ғына аҡсаһын еткереп булмай. Етмәһә, шуныһын эсеүгә тығып өлгөрә. Аптыраған көнөмдән әсәйҙең алама ғына теген машинаһын рәтләп алдым. Өйрәнеп, хәтерҙе яңыртып алһам, кешегә ул-был нәмә тегеп, аҡса эшләр инем. Әлегә үҙемдең иҫке әйберҙәремдән Йәмиләгә күлдәктәр, итәктәр тегәм. Былай матур ғына килеп сыға. Ярты йыллыҡ ҡына булһа ла, уҡыуым бушҡа булмаған, нимәлер хәтерҙә бар әле. Йәмиләнең итәктәрен күреп, бер-ике күрше ҡатын шулай уҡ иҫке күлдәктәрен алып килеп, ҡыҙҙарына тегеп биреүҙе һорағас, шатлығымдан күктең етенсе ҡатында осорлоҡ булдым! Хәлдәр былай барһа, килем дә аға башлар. Аҙыҡ-түлек алырлыҡ булһа ла еткән.
Тик Булат тегеүемде яратып еткермәне.
— Шул нәмәңде тыҡылдатаң да ултыраң, баш ауырта, — тип һөйләнә лә йөрөй. Хәҙер ул булмағанда ғына тегә башланым. Барыбер яратмай.
— Бер бөртөк балаһына кейем дә ала алмайҙар, тип уйлайҙарҙыр әле кешеләр, — тип бер көн һөйләнеп алып китте. — Әпсәһенең иҫке кейемен кейә, тиҙәрҙер әле!
— Нимәгә улай тиһендәр, ти? Ана Гөлфиә апай менән, Мөнирә апай ҙа заказ бирҙеләр, ҡыҙҙарына шундай уҡ күлдәктәр тегеп бир, тиҙәр.
— Һин нимә, кешеләргә лә тегәңме? Белемең юҡ таһа. Мин дә атыу тегә алам инде. Ул нимә һинән тектертәләр ул?
— Булмаһа ни, тегә беләм бит. Алла бирһә, башҡалар ҙа килә башлар. Әҙ-мәҙ аҡса булыр.
— Нимә, аҡса етмәйме әллә һиңә? Мин әҙ эшләйемме?
— Уй Алла, Булат! Күрәһең бит, хатта сәй-шәкәрлек аҡса юҡ. Ҡәйнәмдән инәлеп ризыҡ алып торам аптыраған көндән.
— Шулай тиһең инде? Ярай-ярай, — тип Булат сығып китте. Хатта башҡа тауыш күтәреп тормағанына аптырап ҡуйҙым. Белһәм ине башында нимә булғанын... Ике көн үткәс, Булат алдыма аҡса килтереп ташланы.
— Мә, ал!
— Ҡайҙан алдың?
— Тимер тапшырҙым. Машинкаңды. Аҡса юҡ, ти инеңме? Хәҙер бар, — тип мыҫҡыллап йылмайҙы. Йүгереп соланға сыҡтым. Машинкам ултырған ер буш! Ултырып иланым. Булат машинканы ғына түгел, минең күңелемде ла һатып ебәргәндәй тойолдо...
Тышта Йәмиләнең шарылдап илаған тауышын ишеттем. Бар ҡайғымды оноттом да йүгерҙем тауыш сыҡҡан яҡҡа. Өйөнөң тупһаһында ҡәйнәм Йәмиләнең ауыҙын соҡоп тора. Йәмилә этеп ысҡынырға маташа.
— Нимә эшләйһең? — тип барып Йәмиләне тартып алдым.
— Ана, ас ҡарға балаң! Ашатмайһыңмы әллә?! Үҙең ни, балаң ни! Өҫтәлгә аҡ май телеп һалып өлгөрмәнем, бының бер киҫәкте ауыҙына тығып та алды, ике киҫәген ике ҡулына тотоп алған, ебәрмәй! Ас ҡарға! Ул май былай ҙа һуңғы төйөн ине! Күрше-фәлән инһә нимә ашатам! Килеп тороп күп ашай, иҫең китер, мәскәй!
Шунда беренсе тапҡыр ҡәйнәмә һуғырҙай булдым. Ҡулымда Йәмилә булмаһа, шулай итер ҙә инем, моғайын. Ҡыҙымды өйгә инеп саҡ тынысландырҙым. Бәпесем илауҙан һыны ҡатып киткән. Саҡ йоҡлап китте.
Һыуытҡысымда булған майҙарҙы – ҡаҙ майын, әсәй биргән һары майҙы, аҡ майҙы тоттом да ҡәйнәмә инеп киттем. Теге бер ни булмағандай сәй эсеп ултыра. Бер ҡосаҡ майҙарҙы өҫтәленә ташлап ебәрҙем:
— Мә! Туйғансы аша! Бында бер генә мәскәй – ул һин! Хайуан да үҙ ейәненең ауыҙынан тартып алмайҙыр!
Ярһыуымды саҡ баҫтым. Булатты онотоп, Йәмилә өсөн яндым. Үҙемдең ауыҙымдан тартып алһалар ҙа, улай йәнем көймәҫ ине... Шунан һуң Йәмиләне ҡәйнәм өйөнә яҡынлатмай башланым. Эшләгәндә лә, берәй ергә барғанда ла гел үҙем менән алып йөрөнөм. Ә кискеһен ҡәйнәмдең майҙарҙы эткә биргәнен күрҙем.
Дауамы бар.