Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Сентября 2025, 05:57

Килен Повесть (аҙағы) Заһиҙә МУСИНА

— Әсәй, ҡәртәсәйҙе алып ҡайтайыҡ. Йәл бит.

Килен Повесть (аҙағы) Заһиҙә МУСИНАКилен Повесть (аҙағы) Заһиҙә МУСИНА
Килен Повесть (аҙағы) Заһиҙә МУСИНА

Кеше үҙгәрәме?

 

Булат эшкә тыныс йөрөһөн тип, дауаханаға китер алдынан, Йәмиләне Әсмә апайҙарға ҡалдырҙым. Ҡәйнәм, ҡалаға ҡайынбикәгә барам, тип Йәмиләне алманы. Булатҡа бер нисә көнгә етерлек ашарға бешерҙем. Ҡайтҡас, рәхәтерәк булһын өсөн сабыйға урын, әйберҙәрен дә әҙерләп ҡуйҙым. Ни булһа ла, тыныс күңел менән киттем.

Оҙаҡ ауырыманым, сабый ҙа тыуҙы. Малай. Һау-сәләмәт иң мөһиме! Дауаханала мине оҙаҡ тотманылар, урын юҡ, тип ваҡытынан алданыраҡ сығарып ебәрҙеләр. Бер кемгә лә хәбәр итә алмағас, кеше яллап ҡайтып индем. Көтөлмәгән бүләк булыр! Тик өйҙә мине икенсе бүләк көткән. Өйөм бысраҡ һәм һыуыҡ. Бер-ике буш шешә тәгәрәп ята. Эскән! Булат эскән! Һыу ҙа, ашарға ла юҡ. Аптырап баламды ҡалдырып, иң тәүҙә һыу артынан йүгерҙем. Ҡоҙоҡ алыҫ түгел улай ҙа.

— Аҡйондоҙ, ҡайттыңмы? — Фуат ағай ҡайҙалыр китеп барғанында мине күреп ҡалды.

— Эйе. Бөгөн.

— Бәпәйең ҡайҙа? Кем менән? — Фуат ағай яныма килде.

— Өйҙә...

— Бар ҡайт балаң эргәһенә! — Башын һелкеп, ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. —  Һыуҙы үҙем алып барырмын. Бар-бар, йүгер!

— Рәхмәт, Фуат ағай!

Бәпесем илап ята ине. Саҡ тынысландырып, имеҙеп, йоҡлаттым. Фуат ағай һыу алып килде. Бәпәйҙе буш ҡул менән күрмәйем тип, ҡараманы.

— Булат эсеп йөрөй.

— Аңланым инде. — Булат тураһында уйлағым килмәне. Дөрөҫөрәге ҡурҡыта ла, сөнки эсһә, алдағы ғүмер тағы башланып китә. Шуға уйҙарымдан ҡасам. — Йәмилә нисек унда?

Ул яҡшы. Хатта түҙмәй һеҙҙе көтә. Хәҙер Әсмәгә әйтермен, үҙе Йәмиләне алып килер.

Фуат ағай, ҡуй тиеүемә ҡарамаҫтан, өйгә ут яғып, малдарҙы тәрбиәләп ҡайтып китте. Уның артынан Әсмә апай менән Йәмилә килеп инде. Әсмә апай һәр саҡтағылай бүләктәр, тәмлекәстәр тотоп инде. Йәмилә мине лә ҡосаҡлап тормай тура бәпәй ятҡан яҡҡа йүгерҙе. Бәпәйҙең өҫтөнә менеп бара. Супылдығы сығып үбә.

— Әсәй, мин беләм кем тип ҡушырға. Ислам булһын!

— Нимәгә Ислам?

— Садикта бәләкәйҙәр яғына Ислам тигән бәпәй йөрөй. Мату-у-ур ғына. Беҙҙеке лә шулай булһын!

— Ярай, уйларбыҙ, ҡыҙым.

— Юҡ! Ислам була! Улай тип ҡушмаһаҡ, мин уны Тузик тип әйтәсәкмен! — Ҡаштарын төйөп тороп, иҙәнгә тупылдата баҫты. Әсмә апай менән рәхәтләнеп көлөп алдыҡ.

— Ярай-ярай. Бар ҡустыңды ҡарап тор, — тип Йәмиләне ҡалдырып, икенсе бүлмәгә сыҡтыҡ. Әсмә апай менән һөйләшеп алыр кәрәк. Ысынбарлыҡтан ҡасып булмай шул.

— Булат ҡайҙа икән?

— Ул Фәридә апайҙарҙа, эсеп ята. Ҡороп ҡалғыр! Малайы булды тигәс, Булат магазинға килеп инде. Араҡы һорай. Бөтә ауылды һыйлайым ти. Һатмайым тиһәм дә, ҡуймай. Һинән алмаһам, башҡанан алам бит ти. Үҙең эсеп ҡуйма тип кенә һаттым. Эсмәйем-эсмәйем, тигән булды. Аҙаҡ Фуат һөйләйне, иҫерек Булат: “Өйөм бар, улым тыуҙы, ағас ултыртыу – тфү генә “, — тип, урам буйлап аҡырып йөрөгән.

— Уй Алла!

— Таһир ағайҙан да туҡмалған. Булат фермаға барып инеп: “Балаң да юҡ, шёртың да юҡ! Минең улым бар! Ҡандай бисәм бар! Кем хәҙер ысын ир?! Кемдең күкәйе бар?!” — тип бәйләнгән. Таһир ағайҙы беләһең, ҡыҙып алһа, туҡтатып булмай. Ул: “Һин Булат, балалар табып биргән, әсәң юбкаһынан алып сыҡҡан Аҡйондоҙҙоң тырнағына ла тормайһың”, — тип яуап биреп,  бәргесләгән Булатты. Өсөнсө көн шул ҡәйнәңдә иҫереп ята. Земфираһы араҡы ташый уға.

Әллә кире Булатҡа ҡайтып, яңылышҡанмын? Хәҙер үк сығып китер инем, ике бала менән мине кем көтөп ултырһын? Берҙе ташлағас, икенсегә ташлай алмаҫмы икән ни? Бер айыҡтырып алһам, һөйләшер инем дә ул...

Минең уйланып киткәнемде күреп, Әсмә апай йыуата һалды.

— Йә, ярай, килен. Борсолма. Айыҡтырып алырбыҙ. Земфираны тағы берҙе күрһәм, ауыҙын йырып китәм үҙем. Нещево кеше иренә йөрөргә. Һин балаңды уйла. Һөтөң юғалып ҡуймаһын!

Әсмә апай уйҙарымдан әүрәтеп, кәйефемде күтәреп, эштәремде эшләшеп ҡайтып китте. Кискә табан ҡәйнәм килеп инде.

— Ҡана, күрһәт, — тине тура бәпәй эргәһенә барып. Бәпескә бер күҙ ташлар ҙа, үсектереп берәй нәмә әйтер, тип әҙерләндем. Әммә  ул, кеше аптыратып, бәпәйгә, күҙен алмай, текләп ҡарап тик тора.

— Ҡәртәсәй! Ҡарама улай оҙаҡ! Күҙ тигеҙәң бит! — тип Йәмилә ҡулынан һөйрәүенә лә иғтибар итмәне. Малайым да был ҡарашты һиҙгәндәй, күҙен асып ебәрҙе. Ҡәйнәмдең йәше ағып китте.

— Ишмырҙаның үҙе... — тип бышылданы ла, күҙен һөртә һалып бүлмәнән сығып китте. Бәпәйҙе Йәмиләгә ипләп кенә бәүелтергә ҡуштым да ҡәйнәм янына сыҡтым.

— Булат һиндәме?

— Ә? Эйе. Усаҡлыҡта ята.

— Земфира уны эсерә, тиҙәр.

— Кем әйтте? Әсмәме? Күрмәгән нәмәһе юҡ бит әле! Әллә эш эшләмәй тәҙрә төбөндә тик ултыра!

— Нимәгә уны индерәгеҙ ул?

— Мин индермәйем! Булат саҡыра. Икенсе бисәгә ҡарағанға мин ғәйеплеме? Йүнле ҡатындан ире ситкә йөрөмәй.

— Ҡәйнәм!

— Нимә, ысыны шул инде.

— Һеҙ тыйһағыҙ, Земфира инеп тә йөрөмәҫ ине! Булаттың эшкә лә сыҡҡаны юҡ, тиҙәр. Ҡыуһалар,  һеҙ  ике  балаһын  ҡарайһығыҙмы?   — Ҡәйнәмә тәүге тапҡыр тауыш күтәрҙем. Дөрөҫ тә түгел инде. Мин ҡәйнәмә түгел, Булатҡа йәнем көйә ине.

— Балаңды ҡарай алмағас, бот айырып ятмаҫ инең! — Ҡәйнәмде тауыш күтәреп аптыратмаҫһың. Шунда уҡ яуабын таба. — Ҡайтып киткәсһең, һине бында мин көсләп алып килмәнем! Үҙең килдең! Хәҙер миңә баҡырып ултырма, килен!

Яуап тапманым. Дөрөҫ әйтә. Уның менән беренсегә ризамын. Үҙем килдем бит, шарт ҡуйып тороп. Хәҙер ҡәйнәмә лә түгел, Булатҡа ла түгел, үҙемә генә асыуланырға ҡала.

— Йә, нимә шыңшыйһың? — Илап ебәреүемде оҡшатманы ҡәйнәм. — Тым! Иртәгә ҡунаҡ саҡырам. Үҙем малайға исем ҡуштырам. Кемдән генә тыуһа ла, Ишмырҙаның ҡаны аға. Иртәгә иртәнсәк кил! Һеҙҙең был сыйырсыҡ ояһына туғандарымды йыйып, оятҡа ҡалып ултырмайым.

Ҡәйнәм күҙ йәшенә батырып сығып китте. Йәмилә килеп ҡосаҡлап алмаһа, шулай битемде ҡаплап йәштәрем бөткәнсе ултырыр инем.

— Әсәй, атай эскәнгә илайһыңмы? Кире өләсәйҙәргә барайыҡ та ҡуяйыҡ.

— Беҙҙең бит үҙебеҙҙең өй бар, — тип йылмайырға тырышам. — Мин былай, Ислам тыуғанға ҡыуанып илайым.

— Әйҙә атыу үҙебеҙҙең өйгә атайҙы индермәйек.

— Ул да бит бында йәшәй, нисек индермәй, ти?

— Айыҡһын да, шунан инһен. Атыу Ислам өҫтөнә ҡолап, уны иҙеп ҡуйһа.

— Йә, ярай. Ишекте бикләрмен ныҡ итеп, — тип тынысландырған булдым.

Иртәгә иртәнсәк ҡәйнәмә барып индек. Ҡайынбикәм дә килгән. Йәмилә менән Самира уйнарға сығып киттеләр. Беҙ бөтмәҫ яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ. Ҡайынбикәм бәпескә тип кейем-һалым, йүргәктәр, күстәнәстәр алып килгән. Ул гел шулай итә. Аҡса яғы хөрт икәнен белепме, килгәнендә гел Йәмиләгә Самираның бәләкәсәйгән кейемдәре тип әйберҙәр ташый, араһында өр-яңылары ла бар. Миңә лә күлдәк-халаттар алып бирә.  Ҡәйнәм беҙҙең һөйләшкәнде күреп, яратмай, айырым эш ҡушып ҡуйҙы хатта. Бер заман дөбөр-шатыр Булат килеп инде. Иҫерек, һаҫыҡ. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Күҙ күгәргән.

— Улым ҡайҙа? — Теле саҡ әйләнә.

— Кит, Булат. Лаяҡыл иҫерекһең. Былай көйө бала эргәһенә ебәрмәйем!

— Күрһәт, тием! — тип өҫкә менеп килә. Этеп ебәрһәм дә көс етмәй. Шаулашыуыбыҙға кәүҙәгә эре ҡайынбикәм төп яҡтан килеп сығып тегене елкәһенән тотоп алып, соланға сығарып ебәрҙе. 

— Әсәй, бир әле эшкәлек. Әйҙә нығыраҡ иҫерһен дә бында ҡунаҡ ваҡытында инеп йөрөмәһен, — тине ҡәйнәмә.

— Үҙ улымды эсереп, мин, әллә, алйып бара тиһеңме...

— Ярай, әсәй, үҙең ҡара. Һин оятҡа ҡалаң бит. Һин ҡунаҡтар саҡырҙың.

Ҡайынбикәм белә әсәһенең иң йомшаҡ урындарын. Ҡәйнәм шунда уҡ улы менән абруйы араһын һайланы ла, бер ярты сығарып бирҙе.

— Иртәгәнән яйлап айыҡтырырбыҙ, — тип мине йыуатты ла, ҡайынбикәм усаҡлыҡҡа сығып китте.

Ишек алдынан Самира менән Йәмилә килеп инде.

— Әсәй! — Йәмиләнең ҡото осоп киткән. — Атай инеп киткәйне өйгә. Бәпесте иҙҙеме?

— Юҡ, уны яҡын да ебәрмәнем, ҡыҙым.

— Беҙ бәпес эргәһендә атыу ултырып торабыҙ. Атай тағы килеп инһә, ҡыуып сығарырбыҙ, — тип бәпәй йоҡлап ятҡан яҡҡа инеп ултырып алдылар. Йәмиләне күргәс, иҫемә килеп төштө.

— Ҡәйнәм, бәпәйгә Ислам тип ҡушабыҙ.

— Юҡ! Кем әйтте ул? Ишмырҙа булһын! Тас ҡартатаһы мәрхүм!

— Юҡ, ҡәйнәм. Үпкәләһәң дә, үпкәләмәһәң дә, Ислам була.

— Минең өйҙә, минең аҡсаға ҡунаҡ йыйып ултыраһың. Мин әйткән исем була.

— Үҙем бот айырып ятып, үҙем тапҡасмын, үҙем исем дә һайлайым, ҡәйнәм.

— Ах, һин! Мине эләкләп тора оялмай ҙа. — Ҡәйнәм тауыш күтәреп ебәрҙе.

— Исеме мин әйткәнсә булмаһа, баламды тотам да, хәҙер үк үҙемә ҡайтып китәм.

Ҡәйнәм бындай яуап көтмәне, шикелле. Ҡайынбикәм килеп инде.

— Нимә тураһында һөйләшәһегеҙ?

— Кем тип исем ҡушҡанды һөйләштек, ивет, ҡәйнәм?

— Шунан, кем тип ҡушағыҙ?

— Ислам.

...Ҡунаҡҡа кеше күп килде. Ҡәйнәм минең бер туғаныма ла әйтмәгән. Бер нәмәһе яҡшы — исемен үҙем теләгәнсә ҡуштырҙым. Ҡәйнәм быны ғәфү итә алманы, ахыры. Кискә табан ул иҫерек Булатты “өйөңә ҡайтып эс” тип сығарып ебәргән. Аяҡтарында саҡ торған Булат ҡайтып инде.

Инде лә, урынға барып ауып, хырылдап йоҡлап китте. Ҡунаҡта йөрөп, арып, мин дә йәһәтләп ятыу яғын ҡараным. Исламды имеҙҙем дә, тиҙ генә йоҡлаттым. Ә Йәмилә ятмай аптыратты:

— Нишәп атайҙы индерҙең? Хәҙер ул төндә бәпәй өҫтөнә ҡолап ҡуйһа? Мин йоҡламайым, ҡарап ултырам, — тип тик ултыра. Үҙем йоҡламайым, атаңды ла уянғанын ҡарап ҡына торормон тип, алдаштырып, саҡ һалдым. Инде үҙем башымды терәгәйнем генә, Ислам илай башланы. Бәүелтеп тә ҡараным, имеҙеп тә, эсен һыйпап та, тыммай! Ҡулда тотоп, өй буйлап улай-былай алып йөрөйөм. Бер нисә минутҡа тына ла, кире илай башлай. Ярты сәғәттәй шулай йөрөй торғас, Булат килеп уянды:

— Ауыҙын яптыр балаңдың!

— Мин ҡалайтайым! Берәй ере ауырталыр...

— Ауыртһасы! Ә минең башым ауырта!

Бәпәй илай. Тымырға ла уйламай. Булат енләнә башланы. Унан нимә булһа ла көтөргә була тип, икенсе бүлмәгә сығып киттем. Илауының сәбәбен аңлай алмайым. Йүргәктәрен алмаштырып бөттөм. Берәй нәмә ауырттырып тормаймы тип, тәненең һәр ерен ҡарап сыҡтым. Илай ҙа илай бәпесем. Тымыҙырлыҡ әмәл юҡ.

Булат тороп, теге яҡта нимәнелер осора һуҡты. Йәмилә уянып китте.

— Үҙ өйөмдә лә йоҡлай алмайым! Йә тымыҙ шул балаңды, йә сығып кит!

— Тымыҙып маташам бит, Булат!

— Өскә тиклем һанайым!

— Мин ҡалайтайым, Булат! Бәпәй бит!

— Ә миңә барыбер!

Йәмилә лә ҡурҡышынан илап ебәрҙе. Мине килеп ҡосаҡлап алды.

— Бер! Ике!

— Булат!

— Өс! Тымманы! Бар сығып китегеҙ!

— Ҡайҙа сығайыҡ, ти, Булат! Тыныслан!

Булат мине елкәмдән тотоп алды ла, елтерәтеп ишек алдына алып сыҡты. Бәпәй менән ҡолата һуҡмаһын тип, ҡасып та маташманым, ҡулы артынан ҡурсаҡ һымаҡ йүгерҙем. Минең арттан илай-илай Йәмилә килеп сыҡты. Булат солан ишеген эстән бикләп өйгә инеп китте. Тышта ай ғына яҡтыра. Ҡайҙа барырға?

— Йәмилә, балам, тыныслан. Һин бит ҙур инде, — тип Йәмиләне йыуатырға маташам, үҙем илай яҙып торам. Тәк, ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә? Ҡәйнәмәме? Әсмә апайҙарғамы? Йоҡо күлдәге менән ялан аяҡлы Йәмиләне төн уртаһында ауылдың икенсе осона һөйрәп китеп бармайым инде.

— Әйҙә, ҡыҙым, мунсаға барайыҡ. Шунда йоҡларбыҙ, йәме?

Йәмиләне эләүкәгә ултыртып, бәпәйҙе тоторҙом да, соландағы иҫке генә диванды йәйеп, сепрәктәр түшәнем. Өсәүләшеп ятып алдыҡ. Ислам да тынысланды. Йәмиләнең генә ҡото осҡан, шикелле. Үбеп, һөйөп алдым.

— Әсәй, ҡайттыҡ өләсәйҙәргә. Атай менән йәшәмәйек.

— Уныһын, иртәгә уйларбыҙ, ҡыҙым. Йоҡла, йәме, бәпесем.

Йәмилә тынып ҡалды. Оҙаҡҡа түгел.

— Атыу мин, әсәй, үләм дә ҡуям.

— Нимә һөйләйһең, Йәмилә? — Йоҡом бөтөнләй осто.

— Өләсәйгә ҡайтмаһаҡ, мин үләм дә ҡуям. Мейес артында урын тар. Мин булһам, атайҙан Исламға йәшенергә урын ҡалмай атыу...

Әллә ниндәй мөғжизәгә ышаныпмы, яңғыҙлыҡтан ҡурҡыпмы, Булатҡа ҡайтҡан мин иҫәрҙе эстән әрләнем. Кеше үҙгәрмәй шул! Биш йәшлек балаңа үлем тураһында уй килгәнсә йәшәсәле! Ниндәй әсәй үҙ балаһын шул хәлгә еткерһен? Ирҙән ҡурҡып, ҡәйнәнән әрләнеп, яңғыҙымдың көсө етмәҫ, булдыра алмайым, тип шикләнеп нисә йыл ғүмеремде әрәм иттем. Шул эсемдә ултырған сабыр, түҙемле, баҫалҡы “килен”де юҡ итер өсөн баламдың йөрәгемде уртаға телгән һүҙҙәре кәрәк булдымы?! Ҡайҙа алда минең башым булған? Нимәгә мин сабыйҙарымдың һаулыҡтарын, ғүмерҙәрен шул эскесе иргә, яуыз ҡәйнәгә алмаштырырға булдым ул? Ике баламды ашатып, кейендереп, үҫтерерлек хәлем бар. Үҙем ас, яланғас булһам булырмын. Ярҙам итерлек кешеләрем юҡмы ни? Туғандарым, Аллаға шөкөр, янымда. Әсмә апай менән Фуат ағай кеүек кешеләр ҙә бөтмәгән!

...Булат менән айырылыштым. Әйберҙәрҙе күсерә килгән көндө лә ул иҫерек ине. Ҡәйнәм килеп, һынған көрәк өсөн талашып йөрөнө:

— Уны мин бирҙем. Булаттың көрәге ул. Теймә! Был йортта һинең бер нәмәң дә юҡ! Бер буй юрған менән килгәнеңде оноттоңмо? Ана шуныңды эт аҫтынан барып ал да ҡайтып кит! Һинең дә, балаларыңдың да кәрәге бер тин. Минең Самира бар! Булатҡа яңынан, ҡыҙҙан кәләш алып бирәм мин! Бына тигәндән! Килеп йөрөрһөң әле, тубыҡланып, үтенеп, Булат кире индерһен тип...

Булатҡа тубыҡланып килеп йөрөмәнем. Киреһенсә, ул килде, иланы, һүҙҙәр бирҙе, ант итте. Ышаныс башҡа юҡ. Яңғыҙыма яңы тормош башлап китеүе лә еңел булманы. Әммә уныһы башҡа бер тарих...

Айырылып күсенгән көндө ҡәйнәмдең әсе һүҙҙәренә әсәй:

— И-и-и, ҡоҙағый! Балалар кәрәкмәй тип тораһың да ул эре генә. Илар көнөң алда әле. Мин әйтте тиерһең, — тигәйне. Һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. Ҡартлығының бер көнөндә ҡәйнәмде фалиж һуҡҡан тигән яңылыҡ ишеттем. Ҡайынбикәм үҙе ауырыу, бала табыуы    һаулығына зыян килтергәне йылдар үткәс кенә беленде. Шул тиклем айырып ҡараған, Йәмиләмдән өҫтөнөрәк күргән Самира өләсәһен иҫенә лә төшөрмәй. Беҙ ҡайтып киткәс, әрләүҙәр уға эләгә башлағайны. Баланың күңеле тиҙ ҡайта шул. Булат кәләш алыу ғына түгел, шешәһен дә ташлай алманы.

Ҡәйнәм тормай ята тиҙәр, ҡарарлыҡ кешеһе юҡ. Башта үҙемә алырмын тигәйнем. Әммә ныҡлап уйланым да алмаҫҡа булдым. Уйымда яҡшылыҡ түгел ине шул. Мине нисә йыл ыҙалатҡанынан, эткә тиңләп мыҫҡыллағанынан һуң уның шулай минең ҡулға ҡалыуынан эстән шатландым. Ул ғорур һәм эре ҡатын бының өсөн ғәрләнәсәген беләм... Шуға үҙемде был бысраҡ аҙымдан тыйып ҡалдым. Нисә йыл үтһә лә, ғәфү итмәгәнмен шул. Әммә ҡыҙымдың һүҙе кире уйландырҙы.

— Әсәй, ҡәртәсәйҙе алып ҡайтайыҡ. Йәл бит.

— Эй, ҡыҙым. Мине лә, һеҙҙе лә ул бер ҙә йәлләмәне. Ҡапҡан майығыҙҙы ауыҙығыҙҙан тартып ала торғайны, бер тотоп һөймәне.

— Һуң бит беҙ ул түгел. Беҙҙе һин тәрбиәләнең.

Эй, ҡыҙым! Булатҡа кейәүгә барып та, аҙаҡ унан китеп тә бер ҙә яңылышмағанмын! Ул булмаһа, ҡәйнәм булмаһа, минең һиндәй балам да булмаҫ ине.

Әйткәндәй, ҡәйнәм беҙгә күсергә ризалашманы.

— Ғүмерем буйы Булатым мине ташлап китер, яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалырмын тип ҡурҡтым. Миңзифа ни, ҡыҙ кеше, сит кеше балаһы. Булат мине ҡалдырмаҫ, ҡараусым булыр тип үҫтерҙем. Ҡартайған көнөмдә янымда булыр тинем. Бына, теләгәнемде алдым. Хәҙер янымда, — тип эргәһендә эсеп иҫереп йоҡлап ятҡан Булатҡа ымланы, күҙендәге йәшен һөртөп...

Заһиҙә Мусина

Автор:
Читайте нас