Бөгөн, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистикаһы һәм шәрҡиәте факультетында, йылдағыса, факультеттың иң алдынғы студенттарына Мостай Кәрим исемендәге фонд махсус гранттар тапшырылды. Уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә алдынғылыҡты бирмәгән Юлдаш Мусин менән Илзидә Асаинова был грантҡа эйә булды.
“Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙына башҡорт телен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө, йәш быуынға иғтибары өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ!”, - ти факультет деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина.
Сара студенттарҙың матур сығыштары менән үрелеп барҙы. М. Кәримдең “Туй дауам итә” спектакленән өҙөк күрһәттеләр, башҡорт, рус, фарсы, француз, инглиз, ҡытай, төрөк һәм башҡа бер нисә телдә Башҡортостандың халыҡ шағирының шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Быуындар бәйләнешен, башҡорт халҡының рухи мираҫын, әҙәбиәтен киләһе быуындарға лайыҡлы тапшырыуҙың матур бер өлгөһө булды бөгөнгө осрашыу.