Икенсе көн иртәнге ашҡа ла Рәмилә эт кейемендә йоҡо бүлмәһенән сыҡты. Атаһы менән әсәһене быға битараф ҡалырға тырышты. Теле менән сәпелдәтеп маташты ла, килеп сыҡмағас, аҙыҡты ҡулына тотоп ашай башланы. Уның был ҡыланышын күреп ата-әсәһе шым ғына бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар. Шулай, өнһөҙ-тынһыҙ ғына сәй эсеп ултыралар ине, участковый ишек туҡылдатып килеп керҙе.
– Рәмилә Солтанова был йортта йәшәйме? – тип һорашты, һаулыҡ һорашҡас. – Хәйер, эт булып кейенеп ултырған ҡыҙ ошо үҙелер инде...
– Эйе, Рәмилә беҙҙең ҡыҙыбыҙ. Иртә менән һеҙҙән эҙләтерлек нимә эшләгән һуң ул? – тине атаһы ҡаштарын төйөп.
– Кисә, Мәжит Ғафури исемендәге паркта һикһән өс йәшлек Мәмдүҙә әбей Рамаҙановаға эт һәм бесәй кейемендәге үҫмерҙәр ташлана. Төрлө яҡлап уратып алалар. Кемелер ҡулын ялай. Икенсеһе, тешенә эләктереп сумкаһының бауын тартҡылай. Өсөнсөһө, хатта балтырын тешләп ала. Дүртенсеһе, иһә уҫал ырылдап юлын быуып тора. Саҡ ҡотола дүрт аяҡлы әҙәмдәрҙән. Фельдшерлыҡ пунктына ап-аҡ булып, ҡан баҫымы төщөп килеп кергән әбейҙең хәлен белгәс, фельдшер полицияға хәбәр итә. Тәүге ярҙам күрһәтә. Бөгөн беҙ ошо енәйәткә барған үҫмерҙәрҙе эҙләйбеҙ.
– Һы... – Әсәһе ниндәйҙер бәлә килгәнен аңлап тәрән көрһөнөп ҡуйҙы.
– Мәмдүҙә әбейгә ташланыу менән генә туҡтамайҙар. Халыҡ шағирының бюсы янында хәжәттәрен үтәйҙәр. Сәскә түтәлдәре араһында дүрт аяҡлап йөрөп, үҫемлектәрҙе һындырып бөтәләр. Был хәтлем фәхшилек бәләкәс кенә баштарына нисек һыйғандыр, аптыраҡ.
– Рәмилә, әйт, кисә паркта йөрөнөңмө? – Атаһының күҙҙәрендә уҫал осҡондар сағылды.
– Төшкә тиклем барып килдем. Тик мин унда яңғыҙым ғына инем. Бер ниндәй насарлыҡ та эшләмәнем. Әҙ генә йөрөнөм дә, ҡайттым.
– Һеҙҙең унда булыуығыҙҙы дәлилләүсе фотолар социаль селтәрҙәге битләүегеҙҙә бар. Мәмдүҙә әбейгә кисен өйөнә барып ул фотоны күрһәткәс, бындай кейемдәге “эт” бар ине тине. Шуға ла, бер нимә лә йәшермәй, дөрөҫөн һөйләгеҙ. Иптәштәрегеҙ кемдәр? Ни өсөн бындай юлға баҫтығыҙ?
– Мин бер кемгә лә һөжүм итмәнем тинем бит. Яңғыҙым ғына булдым. – Ҡыҙҙың күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты.
– Тимәк, ғәйебегеҙҙе танмайһығыҙ инде? – Участковыйҙың тауышы уҫал яңғыраны. – Ниндәй быуын һеҙ? Этлек эшләйҙәр ҙә, икенселәргә япһалар.
– Һуң, иптәш, полицейский, ҡыҙым әйтеп тора бит, яңғыҙы булғанын, бер ниндәй ҙә этлек эшләмәгәнен. Йәштәргә ышана ла белергә кәрәктер ул. Барыһын да бер епкә теҙмәй генә. Был, бер. Икенсенән, эт костюмы бер беҙҙең Рәмиләлә генә тип уйлайһығыҙмы?
– Ҡыҙығыҙ енәйәти эштәр ҡылынған ваҡытта шул урында булған. Быны дәлилләрлек фотоһын үҙе һалған. Шулай уҡ, мәктәптә лә булмаған. “Эт”тәрҙән ҡаза күреүсе Мәмдүҙә әбей ҙә кейеменән таный. Тағы ла, ниндәй дәлил кәрәк һеҙгә? Әйткәндәй, уҡыу ваҡытында ни өсөн һеҙ мәктәптә түгел инегеҙ?
– Ҡыҙыбыҙҙы эт кейемендә мәктәпкә ебәрмәҫкә тырышып һүҙгә килешкән инек. Шуға, уҡыуға һуңланы ла, барып торманы, – тип әсәһен дөрөҫөн әйтте.
– Бына бит. Тимәк, иртә менән быға әҙерләнгән булған. Етмәһә, ғәйебен танмай. Бына, протоколға атаһы йә әсәһе ҡул ҡуйығыҙ, – тип участковый бер бит итеп яҙған әйберен алға шылдырып ҡуйҙы.
– Артабан нимә буласаҡ? – тип һораны атаһы, ҡағыҙға күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң.
– Һеҙҙән йәғни ата-әсәһенән штраф түләтәбеҙ. Үҙен ауыр характерлы үҫмерҙәр араһына иҫәпкә алабыҙ.
– Әгәр ҙә, уның ғәйебе юҡлығын дәлилләй алһаҡ? – тип һораны утҡа баҫҡан бесәй кеүек үҙенә урын таба алмайынса өҫтәл тирәләй тегеләй-былай йөрөгән әсәһе.
– Һеҙҙең ҡарамаҡта. Тик барыһы ла һеҙҙең ҡыҙығыҙ Рәмилә Солтанованың ғәйебе барлығын раҫлай. Ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғарғансы, Мәмдүҙә әбей Рамаҙановаға барып ғәфү үтенегеҙ, ярҙам итегеҙ. Бәлки, ғаризаһын алыр. Шулай уҡ, бергә йөрөгән иптәштәре менән, Мәжит Ғафури исемендәге паркты тәртипкә килтерһендәр. Етеп килгән ҡыҙҙы эт хәлендә йөрөүе, дөрөҫөн генә әйткәндә, биҙәмәй. Ата-әсәйеңдең исеменә тап төшөрөп, – тип участковый һаубуллашып сығып китте.
Полиция вәкиле сығып киткәс, Солтановтарҙың йортонда бер мәл үле тынлыҡ хөкөм һөрҙө. Рая апай өнһөҙ генә күҙ йәше түкте. Рәмилә ғәйепһеҙ килеш ғәйебен тойоп башын аҫҡа эйеп ултырҙы. Атаһы иһә ҡулын яңағына ҡуйып уйға ҡалды. Бары тик Рекстың ғына аяҡ аҫтында буталып, ара-тирә сыйнап ҡуйыуы был йортта тере йән эйәһе барлығын белдерә ине.
– Паркта, ысынлап та, һин тәртип боҙоп йөрөнөңмө? – тине атаһы ҡырҡыу тауыш менән, бер ни тиклем ваҡыт уйланып ултырғас. – Иптәштәрең кемдәр?
– Аты-ы-ый, мин паркка барҙым да ҡайттым. Бер нимә лә эшләмәнем. Фурри булып кемдәр йөрөгәнен дә белмәйе-е-ем.
– Фурриларҙың “батырлыҡ”тары тураһында район гәзитенең сайтына ҡуйғандар ҙа инде. Фотолары ла бар шикелле. Паркта үтеп барыусыларҙың береһе фотоға төшөрөп өлгөргән быларҙы, – тине Рая апай бер ни ткилем планшетына ҡарап ултырғандан һуң. – Рәмилә, кил әле. Быларҙы таныйһыңмы?
– Бынау малайҙы таныйым шикелле. Тик кем икәнен иҫкә төшөрә алмайым. Күҙенең ҡарашы таныш, – тине Рәмилә. Тик нисек кенә тырышһа ла, иҫенә төшөрә алманы. Яһил итеп ҡарайҙар ине был күҙҙәр.
– Ваҡытты бушҡа уҙғармағыҙ тине участковый, – тине атаһы бер һығымтаға килеп. – Рәмилә, был кейемдә йөрөүең менән теләгеңә ирешкәнһеңдер тип уйлайым. Хәҙер тиҙ генә кейемеңде алмаштыр. Уҡыуыңа бөгөн дә һуңланың. Бергәләшеп Мәмдүҙә әбейҙәргә барып киләйек.
– Мин хәҙер, – тип йоҡо бүлмәһенә күтәрелде ҡыҙҙары. Тиҙҙән Рәмилә спорт костюмында төштө ата-әсәһе янына.
Мәмдүҙә әбей өйҙә ине. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы сатанлап атлап ҡаршы алды. Ниндәй йомош менән йөрөгәндәрен белгәс, төҫө үҙгәреп китте. Шулай ҙа, һыр бирмәне. Сәй ҡуйҙы. Рәмиләләрҙе өҫтәл артына саҡырҙы.
– Рәхмәт. Беҙ әле генә сәй эсеп килдек, – тип әсәһе баш тартып маташты.
– Күп нәмә сәй эскәндә асыҡлана. Берәү ҙә был заманда ас йөрөмәй. Киреһенсә, туйып һикерәләр, – тине лә Рәмиләгә ҡараш ташлап алды. Тегеһе ғәйепһеҙ килеш үҙен йәнә ғәйепле тойоп башын аҫҡа эйҙе. – Ҡунаҡсыллыҡ билдәһе лә бит ул. Ниндәй йомош менән килһәләр ҙә.
– Мәмдүҙә әбей, кисә паркта булған хәлде асыҡлап ҡына һөйләгеҙ әле, – тине атаһы ҡулын сайҡап өҫтәл артына ултырғас.
– Шишмә һыуын литр ярымлыҡ һауытҡа булһа ла, тултырып алып ҡайтып сәй ҡайнатайым тип кергән инем. Ни арала дүрт эт менән бесәй кейемендәге, дүрт аяҡлап йөрөгән балалар уратып алдылар. Ыңғайына ырылдай, ҡулымды төрлө яҡлап ялай башланылар. Сумкамды берәүһе тешенә эләктереп тартҡылай башлағас, себә тип ҡыуырға маташҡан инем, берәүһе балтыр итемде тешләп тә алды. Улар араһында һеҙҙең был ҡыҙығыҙ ҙа бар инеме?
– Кисә ул да эт кейемендә паркта булған. Тик берәүгә лә ташланманым, ти. Шуға ла, һеҙ берәй баланы таный алманығыҙмы икән, тип һорашырға килдек.
– Балаға ышаныу, әлбиттә, яҡшы. Тик артыҡ ышанып, иркәләп үҙен боҙоп ҡуймайбыҙмы икән, тип уйлайым, – тип Мәмдүҙә әбей уҫал ғына итеп әйтеп ҡуйҙы. – Барыһы ла битлектә, етмәһә, дүрт аяҡлап йөрөгәс, аңғармай ҡалдым шул. Ҡасаба ла ҙур ғына. Барыһын белеп бөтөп тә булмай.
– Мәмдүҙә әбей, ҡыҙыбыҙҙың ғәйебе булмаһа ла, беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙербеҙ. Тик... – Рая апай бер мәлгә тынып ҡалды.
– Тик тигәнендә ниндәй йомаҡ ята инде, – тип көлөмһөрәне Мәмдүҙә әбейм, сәй яһап торған еренән ауылдаш ҡатынға көлөмһөрәп ҡарап.
– Тик полицияға яҙған ғаризаны алһағыҙ ине. Аҡҡа төшкәнсе, нимәгә төш тип әйтәләр әле, беҙҙең халыҡта? Шуның һымаҡ балабыҙҙың яҙмышын боҙғобоҙ килмәй, – тип атаһы тураһын ярып әйтте лә ҡуйҙы.
– Ҡулы менән эшләгәнде иңе менән күтәреп өйрәнергә кәрәк тә инде кешегә, – тип икеләнеп ҡалды Мәмдүҙә әбей. – Ата-әсәләр шулай алдынан алалар ҙа, балалары һыуҙан ҡоро сығалар. Тегеләренең күңеле үҫә. Йәнә яҙыҡ юлға баҫмаҫтар тип кем гарантия бирә ала?
– Һеҙ ҙә хаҡлы. Тик ҡыҙыбыҙ хаҡына... – Рая апай ҡапыл иланы ла ебәрҙе.
– Юҡ, ҡыҙым, ғаризаны ҡабат ала алмайым. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ унда булһа ла, булмаһа ла. Сөнки кешегә ташланған әҙәмдәрҙән игелек көтөүе икеле. Әле үк теҙгенде ҡулға алмағанда. Ғәфү итегеҙ, – тип Мәмдүҙә әбей ҡырҡа ғына баш тартты. – Сәйегеҙгә етешеп ултырығыҙ. Кәзә һөтөнән эшләнгән сыр тәмле генә, йомшаҡ ҡына килеп сыҡҡан...
– Нимә генә тиһәгеҙ ҙә, Мәмдүҙә әбей, беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Дарыу-фәлән кәрәк буламы? Аяғығыҙ нисек?
– Аяҡҡа һөртөргә мазь фельдшер килен биреп ҡайтарҙы. Ауыртыуҙы ҡапыл баҫып торорға укол да һалды, – тип Мәмдүҙә әбей бер мәлгә тынып торҙо ла, Рәмиләгә ҡараш ташлап. – Ә бына ҡыҙым аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла, берәй сәғәткә килеп-китеп йөрөһә яҡшы булыр ине. Артыҡ эш тә юҡ. Йомоштарымды йомошларға, тим инде.
– Килештек, һәр йәкшәмде йә шәмбе Рәмилә һеҙгә килер. Ә беҙ һеҙгә ташланған балаларҙы табырға тырышасаҡбыҙ, – тип Мәмдүҙә әбейҙең йортонан сыҡты Солтановтар ғаиләһе.
Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә
– Рая Тимербулат ҡыҙы, Рәмиләнең хәле нисек? Икенсе көн уҡырға килмәне. Етмәһә, полициянан уның тураһында характеристика һорап шылтыраталар. Нимә булды ул? – тип Рәмиләнең класс етәксеһе, Мәмдүҙә әбейҙең йортонан сыҡҡан ваҡытта, әсәһенә шылтыратты.
Рая апайға телефон аша ҡыҙара-ҡыҙара хәлде ҡыҫҡаса аңлатырға тура килде. Уҡытыусы ла Рәмиләгә ышанмаҫ, тип борсолдо ул. Тик, киреһенсә, килеп сыҡты.
– Рәмиләнең кешегә ташланыуына ышанмайым. Киреһенсә, ярҙам итеп теге “эт”, “бесәй”ҙәр менән һуғышҡан, тиһәләр, дөрөҫөрәк булыр ине. Эт кейемендә йөрөүен дә күҙ алдына килтерә алмайым, – тине тәжрибәле уҡытыусы. – Иртәгә асыҡлабыраҡ үҙе менән һөйләшермен. Характеристика тураһында ҡайғырмағыҙ...
Уҡытыусы менән һөйләшкәс, Рая апайҙың күңеле бер мәлгә тынысланып ҡуйҙы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәмиләгә ышанып етмәй ине. Ҡыҙының ҡапыл ғына уйламаған ҡылыҡ ҡылып ҡуя торған холҡо барлығын яҡшы белә ул. Бер тапҡыр танауын тиштерәм, тип баш ҡатырҙы. Сәсен йәшелгә буяп ҡотто осорҙо. Нимә булды һуң был балаға? Аҡыллы, тәртипле ине бит! Үҫмерлек осоро шулай үҙен һиҙҙертәме икән? Рая апай йорттарына ҡыҙҙарын ҡалдырып эшкә барғансы шул турала уйланып баш ватты.
“Физик эш мәлендә уйҙар рәткә һалына. Күңел тынысланып ҡала”, – тигәндәрен Рәмилә ишеткәне бар. Ата-әсәһе өй янында машинанан төшөрөп ҡалдырғас, иҙән йыуырға кереште. Эшен тамамлауға, тыпылдашып Самира менән Камила класташы, Батырханды эйәртеп, килеп керҙе. Уҡыуҙан тура әхирәттәре янына һуғылырға булғандар икән. Рәмилә менән булған хәлде класс етәкселәре әҙерәк аңлатҡан.
– Шул фурриҙарға һин дә эйәрҙеңме ни? – тип һораны Камила борсолоп.
– Эт булып йөрөү уйҙа юҡ ине лә. Әсәйемдең минән артыҡ итеп Рексты яратып-иркәләгәненә йән көйә башланы. Лутсы берәй бәпес алып ҡайтһындар ине. Үҙем дә ҡарашыр инем, – тип Рәмилә башын аҫҡа эйҙе.
– Участковыйға был хаҡта әйттеңме һуң? – Һәр хәлдән сығыу юлын эҙләй белгән Самира ла әхирәте өсөн ҡайғыра ине.
– Юҡ, инде. Өлкәндәргә әйтеү ҡайһы саҡта стенаға борсаҡ бәреү менән бер бит, – тип уфтанып ҡуйҙы Рәмилә. Мәмдүҙә әбейҙең ҡунаҡсыллығы ҡапыл иҫенә төшөп: – Һеҙ бит уҡыуҙан һуң. Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ, – тип әхирәттәрен, улар менән килгән спортсы малайҙы өҫтәл артына ултырырға саҡырҙы.
Үҙе йәһәт кенә электр сәйнүгенә һыу ҡойҙо. Йомортҡа ҡурҙы. Помидор, ҡыярға петрушка, базилик кеүек йәшел тәмләткес үләндәр ҡушып салат эшләне. Үҙҙәре менән бергә ҡалаҡ тотоп ашап ултырған Рәмиләне күреп Самира:
– Үәт, замана! Хәҙер эттәр ҙә ҡалаҡ тотоп ашай белә! – тине. Барыһы ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Ата-әсәйемдең йәненә тейәм тип, проблема эшләп ҡуйҙым инде, – тине Рәмилә, көлөп туҡтағас.
– Кемдәрҙең эше икәнен белергә кәрәк, – тине Камила. – Ептең осон ҡайҙан табырға икән?
– Паркта үтеп барыусыларҙың берәүһе фотоға төшөргән. Берәүһенең күҙ ҡарашы таныш кеүек тә, тик кем икәнен атап ҡына әйтә алмайым, – тип көрһөндө Рәмилә.
– Ҡана, күрһәт әле, – тине түҙемһеҙ Самира сәйен эсеп өлгөрмәһә лә.
– Хәҙер. – Рәмилә йоҡо бүлмәһенә етеҙ генә күтәрелде.
Һигеҙ күҙ планшеттағы фотоны бер ҙурайтып, ҡабаттан бәләкәсәйтеп оҙаҡ ҡына ҡаранылар. Бар аҙ тын торғас, Батырхан телефонын сығарып нимәлер эҙләнергә кереште.
– Бынау малай менән “эт”тең күҙен сағыштырып ҡарағыҙ әле. Бер кешенеке шикелле, – тине малай. Ҡыҙҙар телефонды ҡулдан ҡулға күсереп фотоға текәлделәр. Сағыштырып ҡарай торғас, бер үк кеше, тигән һығымтаға килделәр.
– Кем инде был малай? – тип Самира туғанынан һораны.
–Ҡустыһы минең менән бер командала футбол уйнай. Тыңлауһыҙ ғына бер малай инде. Күнекмәләргә һуңлап килә. Тренер менән телләшә. Йүнләп уйнай ҙа белмәй, тиерлек. Тик ата-әсәһе килеп инәлеп, ҡыумауҙарын һорағандарын ишеткәнем бар. Буш ваҡытында бәрелеп-һуғылып йөрөһә, ағаһы кеүек, ҡулдан ысҡына, тинеләр.
– Йәше буйынса бындағы малай күпкә ҙурыраҡ бит, – тине апаһы.
– Шул малайҙың бер туған ағаһы был. Реналь исемле. Туғанына эйәреп килгәндә беҙҙе йонсота. Тренер бер нисә ҡат ҡыуып та ҡайтарҙы. Эт булып йөрөүсе малайҙың ҡарашы шуныҡына оҡшаған. Ҡарағыҙ әле ҡабаттан.
– Шул, шул, – тиеште ҡыҙҙар бер тауыштан.
– Реналь ғәйебен танмаясаҡ, – тине Рәмилә күңелһеҙ генә. – Быйыл Яҡтыкүлгә һыу инергә барғанда, беҙҙе үсекләп, кейемдәребеҙҙе күлгә бәреп бөткән ине. Зәһәр ҡарашы шул ваҡытта хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған булған икән, әтеү. Үҙебеҙҙең ауылға өс саҡрым араны өшөй-өшөй һыулы кейемдәр менән ҡайтҡан инек ике туған ҡыҙҙар менән.
– Әлбиттә, ундай әҙәмдәр ғәйебен танмаясаҡ, – тине Камила асыуланып.
– Берҙән-бер юл Реналде күҙәтергә кәрәк, – тине Самира. – Телефондар барығыҙҙың да ҡулында булһын. Кәрәк урында яҙҙырып, видеоға төшөрөргә кәрәк. Шунһыҙ Рәмиләне аҡлап булмаясаҡ...
Ҡыҙҙар бейеү түңәрәгенә, Батырхан футболға бөгөн бармаҫҡа ҡарар итте. Бер сәғәттән ҡап-ҡара спорт костюмдарында, кепкаларын баштарына батырып кейеп Мәжит Ғафури исемендәге бюст алдында ҡабаттан осраштылар. Япраҡтар ямғыры аҫтында паркты арҡырыһына-буйына бер нисә тапҡыр йөрөһәләр ҙә, эт һәм бесәй һынында йөрөгән үҫмерҙәрҙе осрата алманылар.
– Үҙҙәрен эҙләйәсәктәрен белеп улар йә икенсе урында йөрөйҙәр, йә бөтөнләй бер ергә лә фурри булып кейенеп сыҡмайҙар, – тине Камила ышаныслы итеп.
– Эйе, уларҙы полиция ла эҙләйҙер, – тине Рәмилә моңһоу ғына. – Хәйер, ғәйепле итеп мине танынылар бит инде. Штраф түләтеп, иҫәпкә алып эш күрһәтеп тә туҡтауҙары бар.
– Әйҙәгеҙ, балалар ҡаласығына барып киләйек, – тине Батырхан. Артур ағаһы Реналь менән йыш ҡына балалар ҡаласығына барып, үҙҙәренән бәләкәй малай һәм ҡыҙҙарҙан аҡса таптырып, әйберҙәрен талап алып йөрөйҙәр икән. Артурҙың шулар тураһында маҡтанып һөйләгәне иҫенә төшкәйне уның.
Ҡасабаның уртаһына балалар майҙансығын бынан ике йыл элек төҙөгәндәр ине. Сәскәгә эйәләшкән бал ҡорттары кеүек төрлө йәштәге малай һәм ҡыҙҙар был урынға килергә ашҡынып ҡына тора. Әле лә умарта күсе кеүек геү килеп тора ине. Ҡыҙҙар бәүелсәктә бәүелә, малайҙар турник буйлап йөрөй. Дүрт эҙәрмән скәмйәгә ултырып тирә-яҡты күҙәтергә тотондо. Киске биштән һуң дүрт эт менән бесәй дүрт аяҡлап һикерә-һикерә бер мөйөштән килеп сыҡты.
– Ана, тегеләр, – тине Батырхан шыпырт ҡына.
– Тимәк, быларҙың барыһы ла төштән һуң уҡыйҙар, – тип һығымта яһаны Камила. – Дәрестәре тамамланыу менән эт һәм бесәй һынына керәләр икән...
Батырханды видеоға төшөрөп арттарынан шым ғына эйәреп барырға ҡуштылар ҙа, өс ҡыҙ өс яҡтан тегеләрҙе күҙәтергә таралды. Реналдар үҙҙәрен бәйҙән ысҡынған эт хәлендә итеп тоя ине. Ырылдайҙар, мыяулайҙар. Бына балалар арбаһын этәп балалар ҡаласығы биләмәһенән сығып барған йәш әсәйҙең юлын быуҙылар. Берәүһе башы менән аяғына килеп төртөлдө. Икенсеһе, ҡулын яларға кереште.
– Китегеҙ, нишләйһегеҙ ул, – тип әсәй кеше уларҙы ҡыуырға кереште. – Баланы уятаһығыҙ!
– Р-р-р-р, уау-уау! – Реналь йәш әсәй һелтәнгән ыңғайға уның ҡулын тешләп алды.
– Аййй!!! Ҡотҡарығыҙ! – Йәш әсәй ауыртыуға түҙмәйенсә ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсе тауышҡа бәпесе уянып илай башланы.
– Китегеҙ әле! – Рәмиләнең тауышы ҡырҡыу яңғыраны. Эт менән бесәйҙәр ҡапыл туҡтап ҡалды.
– Р-р-р-р!!! – Реналь ҡыҙға табан дүрт аяҡлап һикерҙе. Рәмилә лә баҙап ҡалманы. Ыңғайына үҙенә ташланыусы килгән яҡҡа аяғын күтәрҙе. Дүрт аяҡлы әҙәмдең башына тейҙе. Йомшаҡ крассовки ныҡ эләкмәһә лә, эт һынындағы кеше быны көтмәй ине. Битендәге маскаһының бер яҡ бауы ысҡынды. Етмәһә, телен тешләне. – А-а-ах, ми-и-ин ҫи-ҫи-не!
– Хәҙер өлөш нығыраҡ эләгәсәк! Тай бынан! – тип ул арала Камила янына килеп еткән ине.
Видеоға төшөрөп торған Самира әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Шау-шоуҙы ишетеп улар яғына халыҡ эркелгәнен күреп, фурриҙар ҡасыу яғын ҡаранылар. Әммә ҡыҙҙар үҙҙәренә кәрәк мәғлүмәтте алып өлгөргән ине. Улар хәҙер, кешегә ташланып йөрөүсе әҙәмдәр, Реналь һәм уның дуҫтары икәнлеген беләләр. Шуныһы мөһим. Батырхан килеп етеп, баштан алып аҙағынаса видеоға төшөргәнен әйтте. Улар дүртәүләшеп әсәй менән бәпесте алып фельдшерлыҡ пунктына табан атланылар. Ҡулға теш эҙе ныҡ кергән ине. Әҙерәк ҡанағандан һуң, шешеп сыҡты. Шуға ла, балалар арбаһын Рәмиләгә этәргә тура килде. Ә Камила ярты йәшлек бәпесте ҡулына алып илауҙан туҡтатты. Юл буйына икеһе генә аңлаған телдә сутылдашып-һөйләшеп килделәр.
Фельдшер әсәй кешенең ҡулын йоды менән таҙартып бәйләгәс, Мәмдүҙә әбейҙең балтырында ла ошондай уҡ теш эҙе икәнлеген әйтте. Полицияға шылтыратып хәбәр итте. Балалар ҙа учатсковыйҙың килеүен көттөләр. Эштән һуң, һәр береһенең ата-әсәһе фельдшерлыҡ пунктына тура килделәр.
– Бер нисә сәғәт эсендә ғәйеплеләрҙе табыу күп осраҡта полицияның ҡулынан килмәй! Һеҙ бит бынамын тигән эҙәрмәндәр! Реналь иптәштәрен дә тиҙ һатасаҡ. Ундай кешеләр шулай була, – тип телен шартлатты учатковый ағай балалар ҡаласығында төшөрөлгән фото, видеоларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң. – Ярҙамығыҙ тураһында мәктәбегеҙгә мотлаҡ хәбәр итербеҙ. Рәхмәт хаты ла ебәрербеҙ.
– Ағай, ә Рәмиләне аҡлаясаҡтармы? – тип һораны Самира.
– Әлбиттә! Кеше дуҫлыҡ менән көслө, тигәндәрен бер юлы бына күмәкләшеп белдегеҙ инде, балалар. Һәр ваҡыт шулай берҙәм булығыҙ! – тип участковый ағай балаларҙың арҡаларынан һөйҙө. – Ә һин, Рәмилә, еңмешләнеп ундай кейемдәрҙә башҡаса йөрөмә!
Ҡыҙ һүҙһеҙ генә башын аҫҡа эйҙе. Үҙ ҡылығы өсөн оялһа ла, өҫтөнән тау төшкәндәй еңел булып ҡалған ине уға.
– Мәмдүҙә әбейгә барып хәлде аңлатып ҡайтайыҡ, – тине атаһы. – Яраны тиҙерәк бөтәштерә торған мазь да алған инек.
Был мәлдә ҡараңғы төшкән ине инде. Рәмилә шым ғына машинаға барып ултырҙы. Әсәһе менән атаһының кәйефтәре шәп. Дөрөҫлөк еңеп сыҡҡанлығына шатланалар ине улар. Рәмилә иһә Реналь кеүек йәштәштәре тураһында уйланды. Нимә етмәй һуң уларға? Рәмилә кеүек ата-әсәһенең иғтибарын шул юл менән йәлеп итергә тырышалармы? Тик кешегә ташланыу аҡылға һыйғыһыҙ ҡылыҡ бит.
Мәмдүҙә әбейҙең йортонда ут бар ине. Ҡаҙҙары ҡаңғылдашып ҡаршы алды. Хужабикә үҙе бәйләм бәйләп ултыра ине. “Тағы ла, ғаризаны полициянан алығыҙ, тип инәлергә килделәрме икән?” тигән һораулы ҡараш менән һағайып ҡараны ул.
– Рәмилә иптәштәре менән һеҙгә һөжүм иткән балаларҙы бөгөн асыҡлай алды, – тине әсәһе шат йылмайып.
– Тиҙерәк һауығыуығыҙҙы теләп мазь алып килдек, – тип атаһы бер ҡап һуҙҙы.
– Эй, рәхмәт яуғырҙары! Шундай һөйкөмлө бала яҙыҡ юлға баҫтымы икән, тип иртәнсәк хафаланып ҡалған инем дә. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә булған икән шул, – тине. Өлкәндәр шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр. Уларға аптырап ҡарап торған Рәмиләгә аңлатырға ашыҡтылар.
– Берәүҙең ғәйебен икенсе кешегә япһарһалар, шулай тип әйтәләр. Һуңғы ваҡытта кинәйә менән һөйләү кеүек күренештәр телмәрҙән төшөп ҡала башланы. Телде тәрәндән белмәүҙең һөҙөмтәһе был, – тине атаһы.
– Иртәнсәк, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла миңә килеп йөрөһөн, тигән инем бит әле. Гонаһыңды юйырға кәрәк булмаһа ла, үҙ ваҡытың менән кил, ҡыҙым. Йомош ҡушмаһам да, ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эсергә иптәш булһа ла күңел күтәрелеп китә ул, – тип Рәмиләнең арҡаһынан һөйөп оҙатып ҡалды Мәмдүҙә әбей. Берҙән-бер ҡыҙы сит илдә кейәүҙә уның.