Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Октябрь 2025, 22:16

Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.

– Әлдә генә, ҡыҙым, һеҙ килдегеҙ. Атайың менән икебеҙ генә булһаҡ, күптән ҡайғынан йә ятып үлер, йә хыялыйға әйләнер инек, –  тине өләсәһе бер көн йәшле күҙҙәрен һөртөп. – Рәмилә менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеп алһаҡ, эсем бушап киткән төҫлө. Был баланың күңелде имләй торған берәй көсө бар, ахырыһы.

Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.
Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.

Оло юғалтыу

Бер нисә көн мәктәпкә бармағас, Рәмилә элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ, иптәштәремдән артта ҡалып ҡуймайым тип, тырышып уҡый башланы. Әсәһе менән дә аралары яйланған кеүек. Ҡыҙынан ниндәй күлдәк, итәк-салбарҙар модала икәнлеген һораша. Үҫмерҙәрҙең донъяға ҡарашы тураһында ҡыҙыҡһына. Бергәләп биҙәүес әйберҙәр һайлайҙар. Зауыҡлы ҡыҙ быларҙы теләп башҡара. Милли стилдәге бер иш алҡаларҙы үҙе йөрөгән бейеү түңәрәгенең ҡыҙҙарына бүләк иттеләр. Хәҙер бергәләшеп бер төрлө алҡаларҙы сыңҡылдатып килеп сығалар сәхнәгә. 

Мәмдүҙә әбей янына ла бер нисә тапҡыр барып килергә өлгөрҙө. Беренсе тапҡыр иҙәнен йыуҙы, икенсе юлы атаһы менән ҙур һауытта шишмә һыуын килтереп киттеләр. Яңғыҙ йәшәгән әбей шатланып, рәхмәт әйтеп тороп ҡала.

Тик һил, тыныс тормоштарын әсәһенең бер туған ҡустыһы Райхандың яу яланында ҡапыл бәйләнешкә сыҡмай башлауы боҙҙо. Бер туғандар утҡа баҫҡан бесәй хәлендәләр. Ата-әсәһен артыҡ борсолтмаҫҡа тырышып уларҙы йыуатҡан булалар. Тик көн үткән һайын өмөттәре һүнә бара. Ҡан-ҡойош барған яҡтағы шылтыратмаған дауаханалар, мәйетханалар ҡалманы. Исмаһам, бергә йөрөгән иптәштәренең дә хәбәре юҡ. Уларҙың да туған-тыумасалары ут йота. Был ваҡытта Рәмилә әсәһенең терәгенә әйләнде. Өйҙә саҡта янынан китмәй, төрлө хәбәр һөйләп йыуатырға тырыша.

– Элек өлкәндәр: “Бала ҡайғыһы күрһәтмәһен Хоҙай”, – тип теләк теләйҙәр ине. Ҡустыңды юғалтҡас, ни тиклем ауыр икәнлеген атайың менән икебеҙ шунда аңланыҡ, – тип уфтанды әсәһе бер кисте. Атаһы машинаһын ҡаратырға сервисға киткән ине.

– Бә-ә-әй, әсәй, минең ҡустым бар инеме ни? – тип Рәмилә ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Был яңылыҡтан ул шаҡ ҡатҡан ине.

– Һиңә ике генә йәш булғас, иҫләмәйһең шул. Йөрәк өйәнәге менән тыуып, бер нисә көн генә йәшәп өлгөрҙө, – тине Рая апай йәшле күҙҙәрен һөртөп.

 – Ни өсөн һеҙ тағы ла бәпес алып ҡайтманығыҙ икән, тип һәр ваҡыт уйлай һәм шуны теләй инем, – тине ҡыҙ. – Башҡаса бәпес алып ҡайтырға ҡурҡтығыҙмы, әсәй?

– Үҙем дә йөрәк менән йонсоғас, табиптар ҡушманы шул, – тип уфтанды әсәһе. – Әле әсәйемде уйлайым да йөрәгем ярыла яҙа. Балаңды юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ бит ул, ҡыҙым. Мине, ана, психологтар, әҙерәк онотолорға тип, эт йәки бесәй балаһы алып ҡарарға кәңәш иттеләр. Беҙ – ҡатын-ҡыҙ кемгәлер йөрәк йылыбыҙҙы бүлергә тейеш бит. Тәбиғәтебеҙ шулай...

– Өмөтһөҙ – шайтан ғына, тиҙәр бит, – тип Рәмилә әсәһен килеп ҡосаҡлағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Быны ул өләсәһенең үҙенән ишеткән ине. – Райхан ағайымдың ҡара ҡағыҙы юҡ бит. Бәлки, берәй ерҙә яраланып яталыр. Һөйләшә алмайҙыр...

Тик мөғжизә булманы. Икенсе көндө Райхан атлы яугирҙың үлеме тураһында шылтыраттылар. Кәүҙәһен танырға һәм алып ҡайтышырға саҡырҙылар. Контузия алып дауаханаға эләккән булған. Һөйләшә, кем икәнлеген әйтә алмаған. Бары тик командирҙары һораулама ебәргәс кенә танығандар. Әммә шул көндө ул дауаланған бинаны бомға тотҡандар. Шунда ғүмере өҙөлә батыр башҡорт егетенең. Иртәгәһенә алыҫ юлға Рәмиләнең атаһы менән әсәһенең бер туған ҡустыһы машина менән сыҡтылар.

 Ә Рәмилә Рая апай менән өләсәһе-олатаһы йәшәгән районға киттеләр. Бындай ауыр мәлдә өлкәндәр янында булырға ҡарар итте улар. Ҡыҙ, күпмелер ваҡыт, дистанцион уҡыуға уҡытыусыларынан рөхсәт алды. Унан алда Рая апай Рексты ваҡытлыса әхирәтенә ҡалдырып торҙо. “Эт йәшәгән йортҡа фәрештә кермәй”, – тип өләсәһенең әйтерен алдан белә ине Рәмилә.

Мәйет көткән йортта ауыр ине. Ауылдарындағы фельдшер апай иртәле-кисле өлкәндәргә укол һала, ҡан баҫымын үлсәй. Өләсәһе иһә илап-илап ала ла, Райхан ағаһының бала сағы, уның менән булған мәҙәктәрҙе һөйләй. Күрәһең, иҫләп үҙен-үҙе йыуатырға тырыша. Рәмилә башта өнһөҙ генә тыңлай һәм яҡын кешеһенең күҙ йәше түгеүен теләмәй ине. Интернеттан был турала бер ни тиклем мәғлүмәт йыйғас, икенсе төрлөрәк ярҙам итеү сараһын күрҙе.

Райхан ағаһы менән уның да бала сағынан күңелле хәтирәләр иҫендә һаҡлана. Шат күңелле, туған йәнле ағаһы һеңлеһен елкәһенә ултыртып та йөрөттө, балыҡҡа ла бергәләп барҙылар. Һыуы һалҡын Инйәр йылғаһында йөҙөргә лә өйрәтте. Өләсәһе хәтирәләргә бирелә башлаһа, уға ҡушылып мәрхүм булған ағаһы тураһында һөйләне. Янында тыңлаусыһы ғына түгел, әңгәмәсеһе лә барлыҡҡа килгәс, өләсәһенә еңелерәк ине. Ә ғәзиз кешеһенең мәңге әйләнеп ҡайтмаҫ ергә китеүе ҡабаттан иҫенә төшһә, икәүләшеп ҡосаҡлашып балауыҙ һығалар. Туйғансы, өҙөлгән үҙәктәренә әҙерәк еңел булып киткәнсе, илайҙар улар.

– Әлдә генә, ҡыҙым, һеҙ килдегеҙ. Атайың менән икебеҙ генә булһаҡ, күптән ҡайғынан йә ятып үлер, йә хыялыйға әйләнер инек, –  тине өләсәһе бер көн йәшле күҙҙәрен һөртөп. – Рәмилә менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеп алһаҡ, эсем бушап киткән төҫлө. Был баланың күңелде имләй торған берәй көсө бар ахырыһы.

– Эй, әсәй, Рәмиләгә ҡарайым да күңелем һөйөнә. Әл дә Хоҙай бер баланан мине мәхрүм итмәгән тип. Бынау эт костюмында йөрөп алғас, баланың әйләнгән һайын үҙгәреүенә аптырағас психолог менән кәңәшләшкән инем, – тине Рая апай әсәһенә сер генә итеп. Рәмилә был ваҡытта олатаһы янына һарыҡтарҙы һарайға бикләшергә сыҡҡан ине.

– Бәй, ҡәҙимге кешеләр ҙә психологҡа ярҙам һорап баралармы ни ул? – тип уйынлы-ысынлы аптыраны өләсәһе. Бер мәлгә генә йөҙөндә йылмайыу һыҙаттары барлыҡҡа килде лә, ҡабат юғалды. – Кинола ғына ундай һөнәр эйәләренә ихтияж бар икән тиһәм...

– Ҡайһы саҡта борсоған һорауҙар тураһында һөйләшеп алһаң, еңел булып ҡала ул, әсәй, – тип уфтанып алды Рая апай. – Шул психолог Рәмиләләге туҡтауһыҙ үҙгәрештәрҙе – беҙҙең, атаһы менән әсәһенең иғтибары етмәүҙән булырға мөмкин тине. Уға күберәк ваҡытымды бүлә башлағас, дөрөҫ икәнлегенә ышандым.

 – Ваҡытында балаға иғтибар бүлергә кәрәк шул, ҡыҙым. Эт ҡосаҡлағансы, Рәмиләгә наҙыңды, күңел йылыңды йәлләмә, тип алдан әйтә килдем бит һиңә миңә. Яныңда саҡта... Мөмкинселек булғанда... – Рәмиләнең өләсәһенең күҙҙәре йәнә йәшләнде.

Бер күҙе ямғыр, бер күҙе ҡар төшөп торған йонсоу көндө ағаһын алып ҡайтып ерләнеләр. Тәбиғәт тә улар менән бергә күҙ йәше түккән кеүек ине Рәмиләгә. Өҫ кейемен тегеләй-былай тартҡылаған көҙгө әсе елдә ағаһын алып киткән яҡҡа ҡарап оҙаҡ иланы үҫмер ҡыҙ. Оло юғалтыуҙың нисек икәнлеген беренсе тапҡыр үҙ иңендә татыны ул.

Икенсе көндө ағаһы белем алған мәктәптә уның исеменә таҡтаташ астылар. Саранан һуң Рәмиләләр өләсәләренең өйөнә ҡайтҡас, бер турғай тәҙрәгә бер нисә ҡат килеп туҡылдатып китте. Үҫмер ҡыҙға Райхан ағаһының йәне килеп, уларға сәләм биреп киткән төҫлө тойолдо. Ағаһы ла ошо ҡош кеүек ине бит. Уның һымаҡ ябай ҙа, сабыр ҙа. Ил саҡырғас, яуға ла шулай кәрәк тип ҡабул итеп китте һәм егерме биш йәшенә ер ҡуйынына кереп ятты.

Рәмилә – ирекмән

Тиңдәштәренең эт йәки бесәй кейемендә кешегә ташланыуҙары, яңғыҙы ғына йәшәгән Мәмдүҙә әбейгә ярҙам итеү, ағаһы Райханды юғалтыу Рәмиләне ныҡ ҡына үҙгәртте. Тормошҡа ҡарашы икенсегә әйләнде. Ғүмерҙе бушҡа уҙғармаҫҡа кәрәклегенә ныҡлап ышанды ул. Класс етәксеһенең: “Киләсәктә уңышлы, аяғығыҙҙа ныҡлы баҫып торған шәхес булғығыҙ килһә, бөгөн үк шуға табан барығыҙ. Нимә эшләйһегеҙ, бының миңә ике, биш, ун йылдан һуң ниндәй файҙаһы тейәсәк, тигән һорауҙы үҙегеҙгә бирегеҙ. Интернетта блогерҙарҙың ҡыйланғандарын ҡабатлап, телефонда юҡ-бар нәмә ҡарап ваҡытығыҙҙы, көсөгөҙҙө бушҡа уҙғармағыҙ”, – тиеүенең мәғәнәһенә төшөнгәндәй булды. Алтынға бәрәбәр кәңәштәр бит былар!

Йөрәк майҙары – улдарын юғалтҡан олатаһы менән өләсәһен йәлләй ул. Көн дә буш ваҡытында шылтыратып хәлдәрен белә. Байрамдарҙа, оҙайлы ялдарҙа улар янынан баралар. Ә Мәмдүҙә әбей менән кис ултырыу йолаға әйләнеп китте. Уға Камила менән Самира ла эйәреп бара хәҙер. Әбей уларҙы энә, ырғаҡ менән бәйләргә өйрәтте. Өсөһө лә яңы һөнәрҙе тиҙ үләштерҙеләр. Мәмдүҙә әбейҙең бәйләнгән башлыҡ, төрлө биҙәктәр һалынған бейәләй менән башалтай, сумка, кофталар байтаҡ йыйылып киткән. Шуларҙы Рәмилә, ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, интернет магазиндарына һалды. Алыусылар тиҙ табылды. Бәләкәс кенә пенсияға ҡушымта табылғанын әбей үҙе лә шатлана. Дәртләнеп эшенә тотона. Ҡыҙҙар ҙа килемле шөғөл икәнлегенә тиҙ төшөндөләр. Иң тәү сиратта Батырханға символик рәүештә футбол тубын бәйләп: “Киләсәктә донъяға билдәле буласаҡ иң шәп футболсыға”, тигән яҙыу менән, бүләк иттеләр. Үҙен шулай ҙурлағандарына эй шатланды инде. Хәҙер апаһы һәм уның класташтарының бүләген кубоктары менән бергә, бүлмәһенең түрендә генә һаҡлай. Өсөһөнә бер иштән еңһеҙ кофта бәйләп кейҙеләр. Блузка менән ҡышын кейергә уңайлы, йылы.

– Быны ҡайҙан алдығыҙ? – тип башҡа класташ ҡыҙҙарының күҙҙәре ҡыҙҙы.

– Ул бер ерҙә лә һатылмай ҙа, ҡабатланмай ҙа. Бренд тигәндәрен ишеткәнегеҙ бармы? – тине шуҡ Камила. Тегеләре бик инәлгәс, хеҙмәт дәресендә уҡытыусы менән килешеп, бәйләргә өйрәттеләр.

Рәмиләләрҙең йорто бер яҡ мөйөштә урынлашҡан. Ситтә йәшәүселәрҙең барыһының да яҙмыштары бер иш. Кәртә-ҡураны күберәк тоторға, ҡарарға, тирә-яҡты тәрбиәләп торорға кәрәк. Өҫтәүенә үтеп-китеп йөрөүселәр буш шешә, көнбағыш, туңдырма, һут ҡаптары һәм бесәй-эт балаларын ташлап китәләр. Көслө ямғыр аҫтында батҡаҡ араһында, ҡышҡа һалҡында туңа яҙып ҡалтыранып мыяулаған, өрөргә маташҡан йән эйәләрен ата менән әсәһе йыш ҡына йәлләп йорттарына керетәләр ҙә, артабан нишләтергә белмәй баш ваталар.

Рәмилә бер көндө уҡыуҙан ҡайтып килә ине, декабрь селләһендә өшөүҙән тауыш та сығара алмаған өс бесәй балаһы юлында осраны. Барыһын да бергә ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла, өйҙәренә табан йүгерҙе. Һөт эсеп, йылы урында йоҡлап алғас, саҡ йән инде тегеләргә.

– О-о-о, беҙҙә ҡунаҡтар бар икән дә, – тине атаһы эштән ҡайтҡас, иҙәндә тәгәрәшеп уйнап йөрөгән бесәй балаларын күргәс.

– Һыуыҡта туңып үләләр бит тип йәлләп кереткән инем шул, – тине Рәмилә, өҫтәлгә аш-һыу ҡуйып йөрөгән еренән.

– Күрәләтә тере йән эйәһен тышта ҡалдырып булмай шул, – тине атаһы.

– Ҡанһыҙ әҙәмдәр ҙә беҙҙең арала бар шул. Нисек йәлләмәйенсә ташлап китәләрҙер. Әҙерәк үҫтергәс, бесәйһеҙ кешегә лә бирергә мөмкин бит, – тип әсәһе лә һүҙгә ҡушылды.

– Кемгә нимә кәрәк икәнлеген белеп бөтөп булмай ҙа инде... – тине Рәмилә бер ни тиклем ваҡыт тын торғас. – Әллә ташландыҡ, хужаларына кәрәкмәгән эт һәм бесәйҙәрҙе урынлаштырыу тураһында интернетта берәй төркөм асырға инде?

– Ысынлап та, – тип атаһы ҡыҙының изге уйын йөпләне. – Яҡын-тирә ауылдарға тауар алып барғанда, беҙ ҙә ҡалдырып китә алабыҙ бит яңы хужаларына.

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға, тиҙәр бит. Рәмиләнең тырышлығы тиҙҙән һөҙөмтәһен күрһәтә башланы. Ҡыҙҙың изге ниәтенә класташтары ла ҡушылды. Бигерәк тә, Камила менән Самира ихлас ярҙамлаша. Яңы берәҙәк йорт хайуаны килеп сығыу менән һәр береһе Рәмиләгә фотоһын ебәрәләр, үҙҙәре лә социаль битләүҙәренә һала һалалар. Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Йә бындай берҙәм осраҡта,  ил төкөрһә – күл була, тип тә әйтәләр. Урам-тирәһендә темеҫкенеп йөрөгән, аслыҡтан, һыуыҡтан йонсоған эт һәм бесәйҙәр ҡасабала ҡырҡа кәмене.

Үҙҙәренең Рекс та икенсе йорт тапты. Өләсәләренә барған саҡта, әсәһенең әхирәтенә ҡалдырып торалар ине бит. Райхан ағаһын һуңғы юлға оҙатып йөрөгәндә байтаҡ ҡына ваҡыт уҙҙы.

– Рексты беҙҙә бөтөнләйгә ҡалдыраһығыҙмы әллә? Арыҫлан менән дуҫлашып киттеләр бит, – тип ҡаршы алды әсәһенең дуҫы.

– Нисек инде? Һуң?.. – Рая апай был тәҡдимгә аптырап китте. Өс йәшлек Арыҫланға аутизм диагнозы ҡуйылған ине. Бала үҫә, ашай, үҙ аллы уйнай ҙа. Тик хатта әсәһе һүҙ ҡушһа ла, иғтибар итмәй. Шуға был яңылыҡ көтөлмәгәнсә булды.

– Шулай... – тип шат йылмайҙы әхирәте. – Рекс бит шаян, шуҡ эт. Арыҫлан үҙенә иғтибар итмәһә лә, янына килеп уйнарға тырышып ҡойроғон болғай, еңенән тартҡылай башланы. Бер ҡарағанда икеһе туп тәгәрәтәләр ине. Хәҙер Рексты күрһә, улым йылмайғандай итә.

– Һуң был бит, мөғжизә! – тип ҡыуанысынан Рая апай ҙа саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. – Медицина ҡайһы саҡта төрлө диагноздар менән мөһөр һуғып ҡуйһа ла, тәбиғәт үҙенекен эшләй, ярҙам итә шул.

– Быны медицина ла инҡар итмәй. Улымдағы яҡшы үҙгәрештәр тураһында табиптарға әткән инем, йорт хайуандарының дауалау-имләү көстәре бар, тинеләр.

– Улайһа, Рекс яңы дуҫ табыуына шатмын! Тик бәләкәс балаға аллергия-фәлән булмаҫмы һуң? – тип Рая апай, Арыҫландың һаулығын уйлап һағайҙы.

– Бәләкәс, ауырыған баланы пробирка эсендә тотоу дөрөҫ тә түгел, тип уҡыған инем. Иммунитет көсәйһен, аллергия кеүек ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн, киреһенсә, кеше бәләкәс сағынан уҡ хайуандарҙы телевизорҙан ғына түгел, ә яҡындан күрергә, улар менән аралашырға тейеш тиелгән. Бразилия кеүек илдәрҙә ата-әсәләр балаларын фермаларға махсус рәүештә йөрөтәләр икән...

Хәҙер Рәмиләләр Рекс янына ҡунаҡҡа ғына барып йөрөй. Арыҫлан менән икеһенә уйынсыҡтар бүләк итәләр. Уларҙы күрһә, ҡойроғон болғай-болғай шатланып ҡаршыларына йүгерә лә, һыйпаттырып яраттырып алғас, яңы бәләкәс хужаһы янына ашҡына. Арыҫландың дүрт аяҡлы, тоғро дуҫ таба алыуына барыһы ла ихлас шатлана.

Рая апай менән аралары яйға һалынғас, әсәһенең ҡыҙына иғтибары артҡас, Рәмилә лә туҙға яҙмаған мода арттарынан ҡыуыуҙы уйлап та бирмәй. Тырышып уҡып, киләсәктә кәрәкле һөнәр алып, халҡына хеҙмәт итеүҙе маҡсаты итеп ҡуйған ул.

Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.
Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас