Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ашҡаҙар-моңло радио» төркөмөндә конкурс бара!
Ижади бәйгенең тематикаһы - ТӘРБИӘ;
Жанрҙары - хикәйә, уймаҡ хикәйә, эссе, новелла, сәйәхәтнамә, юмореска;
Маҡсаты: башҡорт теленә, һүҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү; сәсмә әҫәр яҙыусылар араһында таланттарҙы асыҡлау, яңы авторҙар табыу.
Бәйгегә килгән әҫәрҙәрҙең иң яҡшылары төркөмдә баҫыласаҡ, ә еңеүселәрҙең ижад емештәре аудиоәҫәр форматында донъя күрәсәк һәм радио эфирына сығасаҡ. Уларҙы жюри билдәләй. Әҙәби әҫәрҙең күләме 15 биттән артмаҫҡа (А4 форматында, 14-се шрифт), компьютерҙа йыйылған булырға, исеме, авторҙың исеме (йәки псевдонимы) яҙылырға тейеш.
Конкурсҡа йомғаҡ 2025 йылдың декабрь айында, Башҡорт теле көнө алдынан яһаласаҡ. Яҙыусылар союзы ағзаларының әҫәрҙәре өлгө булараҡ баҫыла!