Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Декабрь 2025, 15:10

Ризуан Хажиев исемендәге тәүге лауреаттарҙы тәбрикләнеләр

Башҡортостандың Журналистар союзы идараһының  Ризуан Хажиев исемендәге премияһы 2023 йылда булдырылды. Уның төп маҡсаты — республиканың социаль-сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни тормошон яҡтыртҡан журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу, журналистар быуынының күсәгилешлеген, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, публицист Ризуан Хажиевтың хәтерен һаҡлау. Премияға лайыҡ булған журналисҡа «Ризуан Хажиев исемендәге премия лауреаты» исеме, диплом бирелә. Премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.

Башҡортостан Журналистар союзының XXIV съезында публицист-журналист Ризуан Хажиев исемендәге тәүге лауреаттарҙы тәбрикләнеләр. Улар: филология фәндәре кандидаты Рәүеф ШАҺИЕВ, журналист, яҙыусы Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА һәм “Шоңҡар” журналының яуаплы секретары  Венер ИСХАҠОВ.

Башҡортостандың Журналистар союзы идараһының  Ризуан Хажиев исемендәге премияһы 2023 йылда булдырылды. Уның төп маҡсаты — республиканың социаль-сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни тормошон яҡтыртҡан журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу, журналистар быуынының күсәгилешлеген, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, публицист Ризуан Хажиевтың хәтерен һаҡлау. Премияға лайыҡ булған журналисҡа «Ризуан Хажиев исемендәге премия лауреаты» исеме, диплом бирелә. Премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.

Лауреаттарҙы лайыҡлы исем менән ҡотлайбыҙ!

Айнур АҠЫЛОВ. 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас