Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Декабрь 2025, 09:30

Бөйөк әҙипте иҫкә алып

Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына – 90 йыл. Ошо уңайҙан әҙиптен тыуған яғы Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында  «Рәшит Солтангәрәев уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды.

Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып

Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына – 90 йыл. Ошо уңайҙан әҙиптен тыуған яғы Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында  «Рәшит Солтангәрәев уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды.

Иң тәүҙә ҡунаҡтар Ришат Ғимран улының ҡәберенә зыярат ҡылып, сәскәләр һалды. Унан кисә  ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. 

Сараны Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Аҡылов  асып, бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә Рәшит Ғимран улының тотҡан урыны,  әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, украин, татар, ҡырғыҙ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, яҡут, ненец һәм башҡа телдәрҙә донъя күреүе,   «Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе буйынса «Казахфильм» студияһында нәфис кинофильм төшөрөлөүе хаҡында бәйән итте.  «Йылы ямғыр», «Нефтселәр юлынан» әҫәрҙәре өсөн яҙыусы 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. Башҡортостан Яҙыусылар союзынан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, "Шоңҡар" журналының яуаплы секретары Венер Исхаҡов әҙип хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уның оҫта яҙыусы, публицист, дуҫтары хаҡында ғәжәп көләмәстәр сығарыусы булараҡ та танылыуы хаҡында һөйләне. Туғандары иһә Рәшит ағайҙарының туған йәнле кеше булыуы, тыуған ауылына йыш ҡайтып йөрөүе, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәтирәләре менән уртаҡлашты. 

Фәнни-ғәмәли конференция еңеүселәре һәм призерҙары  иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.




Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Бөйөк әҙипте иҫкә алып
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас