-Йәп-йәш башың менән эсмәгәс, тартмағас, ауырыуһыңдыр ул, хи-хи-хи!
– Ете ағзам да теүәл. Мосолман кешеһенә быларҙың барыһы ла гонаһ һынала бит.
– Осрашҡанда бергә бер ярты ла ултырып эсмәгәс, ул ниндәй кейәү булһын инде?! Йәп-йәш килеш ҡыҙымды ла төрөндөрөп йөрөтөргә уйлайһыңмы?
– Уныһын үҙе ҡарар. Исламда кешене көсләү юҡ.
– Күктән төшкән инопланитян кеүек икәнһең дә. Ха-ха-ха! – Асыҡ иҙеүле блузканан ярты түше күренеп торған ҡатын хахылдап көлөп ебәрҙе.
– Әсәй!? – Әсәһенең ҡыланышынан оялып ултырған ҡыҙы асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Олалар һөйләшкәндә һин ҡыҫылмай ғына ултыр! Ә һин кейәү ишараты башҡаса бында эҙең дә булмаһын! – тип, ишекте йүгереп барып тибеп асты Рәйлә.
– Улай икән, мин дә китәм! – Миләүшә бесәй етеҙлегендә ҡапыл һикереп торҙо.
– Тупһанан бер аяғың теге яҡҡа сыға икән, әсәйең юҡ тип иҫәплә! Артыңдан ҡарама көлө һибеп ҡалырмын!
Аяҡ кейемен эләктереп кенә кейеп сығып барған Заһит Рәйләнең һүҙҙәрен ярты-йорто ғына ишетһә лә, мәғәнәһенә төшөндө барыбер.
Буласаҡ ҡәйнәһе менән тәүге тапҡыр осрашып танауы төшөп ҡайтҡан ейәненең хәлен Хәлил ҡарт шунда уҡ аңланы. Кейәү менән ҡәйнә араһында борсаҡтары бешмәгән, тимәк. Шулай булыры алдан уҡ билдәле ине инде. Икеһе араһындағы айырмалыҡтар ер менән күк араһы кеүек бит. Рәйлә – ирҙән-иргә йөрөп, ике атайҙан тапҡан ике балаһын әсәһенә ташлап киткән, шайтанға алыштырғыһыҙ ҡатын. Заһит иһә һәр аҙымын уйлап, үлсәп баҫҡан егет. Уның кеүектәр һирәк хәҙер. Шуға ла, ҡәйнә ишаратына ни өсөн оҡшамауы көн кеүек асыҡ. Ейәненең ошо хәлдә ҡайтыуына үҙен беренсе тапҡыр ғәйепле итеп тойҙо Хәлил ҡарт. Заһит уҡырға төшкән йылды атаһы ситкә эшкә сығып киткәс, күпселек үҙе тәрбиәләне. Ейәненең үҫмер генә сағында дингә килеүенә лә ул сәбәпсе булды. Яҡшы менән яманды үҙ миҫалында төшөндөрөп йөрөй торғас: “Олатай, мин дә ураҙа тотам”, - тип уның ыңғайына тороп ултырҙы бер мәл. Әле иһә өҫ кейемен алмаштыра һалып, тирләп-бешеп утын яра башлаған ейәненә ҡарап шуларҙы хәтеренә төшөрҙө. “Ир ҡорона ингән инде. Быйыл юғары уҡыу йортон тамамланы. Ауырлыҡтарҙы ла, һыҙланыуҙарҙы ла эш менән баҫып өйрәнгән. Башына насар уй килмәҫ”, – тип еңел һулап ҡуйып өйгә табан атланы ҡарт.
Сер бирмәҫкә тырышһа ла, эстән генә ҡара янып көйҙө егет. Көнө – төнгә әйләнде. Ҡатындың әйткәндәрен ҡабат-ҡабат иҫенә төшөрҙө лә: “Әсәй кеше балаһына изгелек теләргә тейеш түгелме ни? Был иһә эсмәгәнлегенән, тартмағанлығынан мыҫҡыл итеп көлөп ултыра”, – тип, берсә аптырап, берсә әсенеп уйланы. Етмәһә, Миләүшәне урамға сығыуҙан, уның менән аралашыуҙан ҡырҡа тыйҙы шикелле. Ҡыҙ бәйләнешкә лә инмәй, осраша торған урындарына ла килеүҙән туҡтаны.
Заһиттың ауыҙы бешеүенә Артур исемле дуҫының иҫе китмәне.
– Аҡсаң булһа, ҡыҙҙар үҙҙәре йүгереп килә. Әйҙә, минең менән яҡуттар яғына, – тине вайымһыҙ ғына.
– Яратып ҡарағаның юҡ, ахырыһы. Ҡыҙҙарҙың да барыһын да бер епкә теҙергә кәрәкмәй....
– Кәрәкме-юҡмы – белмәйем. Әммә Миләүшәңде икенсе берәү яусылаған инде! Әсәһенең дуҫының улы, ти. Икенсе аҙнаға никах уҡыталар, ти, – тине Артур белдекле тауыш менән.
– Ҡайҙан ишеттең? Кем әйтте?
– У-у-у, көс бар икән үҙеңдә! Яғаны ебәр башта! – тине Артур Заһиттың көслө ҡулдарынан арынырға тырышып.
– Ғәфү... Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым... – Ҡып-ҡыҙыл булған егет ҡапыл хәлһеҙләнеп утын яра торған түмәргә барып ултырҙы.
– Ярай, бер ялбыр баш тип, танауыңды төшөрмә инде. – Әле генә дуҫының нисек тә зитына тейергә белмәй торған Артур хәҙер тынысландырыуға күсте.
– Ҡасан эшкә китергә тинең?
– Бына был исмаһам, егеттәрсә! Иртәгә һуңға таң менән юлға... Әтеү, ни, танауыңды төшөрөп...
Өйләнәм, йорт күтәрәм тип йөрөгән Заһиттың тормошонда шундай ҡырҡа үҙгәреш булыр тип, кисә әйтһәләр егет үҙе лә ышанмаҫ ине. “Ни хәл итәһең инде. “Бәндә – теләй, Алла – бойора”, - тип олатаһы йыш ҡабатлай бит. Тимәк, ғаилә башлығы булырға миңә лә әле яҙмаған”, – тип уйлана-уйлана юлға, оҙайлы сәфәргә йыйынды.
Кеше аяғы һирәк баҫҡан, сатлама һыуыҡтары менән елеккә тиклем үткән ҡырыҫ ҡыштар булған ергә һәр кем төрлө уй, төрлө маҡсат менән килә. Берәүҙәр, ғаиләһен туйындырыр, үҙен ҡолоҡҡа алған ипотека, кредиттарынан ҡотолоу өсөн сығып китә. Икенселәре, бисәнән-бисәгә йөрөп, аҙып-туҙып йөрөп арығандан һуң, барып төртөлөр урын тапмай башлағас, ситкә сығып китеүҙе ҡулай күрә. Заһит кеүек үҙ-үҙенән ҡасырға маташыусылар ҙа юҡ түгел. Тик ундайҙар һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Дөйөм ятаҡҡа барып урынлашып, бер нисә көн үткәс тә, ошондай һығымта яһаны егет. Дуҫы Артурҙы урман араһына, төпкәрәк күсерҙеләр. Ете-һигеҙ кеше эшләгән урында, улар вагон-өйҙәрҙә йәшәйәсәк икән. Заһит иһә көндөҙ эшләп, йоҡларға бында – төрлө урындан, төрлө яҙмышлы төрлө милләт кешеләрен йыйған дөйөм ҡыйыҡ аҫтына ҡайтып-китеп йөрөй.
Вахтер ҡатын уның намаҙ уҡыуын күҙ уңында тотто ахырыһы. Ике кешелек бүлмәгә урынлаштырҙы. Бүлмәләше лә башҡорт егете. Рәмил исемле. Ун һигеҙе яңы тулған, үҙенән һуң тупырлашып тыуған туғандарын ҡарау маҡсатында килгән. Ата-әсәһе балалар аҡсаһын хәмергә тотоналар, ти. “Икешәр көн ас торған сағыбыҙ ҙа булды. Кеше иҫкеһен кейеп буй еткерҙем”, – ти ул. Шуға ла, ниндәй эш ҡушһалар ҙа, баш тартып тормай.
Заһит эшләй башлағас, өсәр вахта ял итмәйенсә, ярты йылға бер генә тигәндәй ҡайтып йөрөнө. Унда һәр нәмә, хатта тыуған яғының һауаһы ла Миләүшәһен хәтерләтеп торор төҫлө булды башта. Ҡыҙҙы ире үҙе янына, район үҙәгенә йәшәргә алып киткән ине.
Беренсе йыл йәйен ҡайтҡанда олатаһы:
– Улым, гелән ситтә йөрөмәҫһең. Күрше әбей гүр эйәһе булды. Балалары атай нигеҙен һатырға уйлайҙар икән. Әйҙә, алып ҡуй. Яйлап үҙең йорт күтәрерһең. Был өйҙө аласыҡ һымаҡ итеп ваҡытлыса тотонорһоң, – тип кәңәш бирҙе.
– Ауылға ҡайтырмынмы икән һуң? – тине моңһоу ғына. Миләүшәнең ире, тыуасаҡ балалары менән ауылға ҡайтып йөрөгән саҡтарында уларға тап булғыһы, күрешкеһе килмәй ине.
– Алтын – сыҡҡан ерендә ҡәҙерле. Ситтә әле таныш-тоноштарың күп булһа ла, шунда төпләнәм тиһәң, берәү ҙә әллә ҡайҙан килгән килмешәкте ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмаясаҡ. Нәҫел тамырҙары үҙ ерендә дауам итергә тейеш.
– Һм...
– Уйла, улым. Башһыҙ егет түгелһең. Аҡсаң етмәйерәк торһа, бирәм. Күрәһең, ата-әсәйең мине тулыһынса үҙҙәре ҡарайҙар. Пенсиям йыйылып бара. Һиңә, туғаныңа инселәнгән ул...
Ялы тамамланғансы, үҙенә күрше урамды рәсмиләштереп тә ҡуйҙы. Элекке бригадир Хәлил ҡарт төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн теҙгенде үҙ ҡулына алды. Хәҙерге заманда Ер шарының икенсе мөйөшөндә йәшәп тә теләгән урыныңа кәрәкле әйберҙе еткерергә мөмкин. Заһит та йорт нигеҙенең урынын күрһәтеп кенә киткән ине, икенсе ҡайтыуына кирбестән яртыһы төҙөлә башлаған бина рәүешенә ингән сағын күрҙе. Ғаиләһендә тағы ла уны өйләндереү темаһы ҡалҡып сыҡты. Хатта димләп тә ҡаранылар. Тик егеттең күңеле һаман Миләүшәлә ине. Уларҙың һаман да балалары юҡлығы, иренең йыш ҡына эсеүе, ҡатынына ҡул күтәреүе тураһында ара-тирә ишетеп торҙо. Балаһының бәхетен аяҡ аҫтына һалып тапаған Миләүшәнең әсәһенә рәнйене. Ҡарғаманы. Ә ысын күңелдән әрнеп рәнйене. Миләүшәнең ҡәҙерһеҙ ҡулына эләгеүенә, үҙенең һаман да яңғыҙ аҡҡош кеүек ер аяғы, ер башы ерҙә йөрөгәне өсөн рәнйене. Ҡыҙының күҙ йәше, егеттең рәнйеше төштө. Бер йыл элек иҫерек килеш тонсоғоп үлде. Йөҙ түбән килеш ятып ҡоҫҡолоғона ҡапланған, тинеләр. Кейәүе менән эскән булған...