Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Ғинуар , 21:47

Ҡыш бабайҙан хат. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.

Байрам ваҡыттарында эштә булырға ярата Заһит. Быйыл да етеп килгән Яңы йылға бер ниндәй ҙә пландар ҡорманы.

Ҡыш бабайҙан хат. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.
Ҡыш бабайҙан хат. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.

Байрам ваҡыттарында эштә булырға ярата Заһит. Быйыл да етеп килгән Яңы йылға бер ниндәй ҙә пландар ҡорманы. Тыуған йортонда былай ҙа күптән был байрамға битараф ҡарайҙар. Ҡустыһының ҡыҙы ла Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы әкиәт персонаждары, ә бүләкте ата-әсәһе ала икәнлеген белеп үҫә. Бер көн өсөн үҫеп ултырған ағасты ҡырҡыуға ла ҡаршылар. Ә бына ҡышҡы шыҡһыҙ ҡараңғы төндәрҙә яҡтыртһын, тирә-яҡты йәмләп торһон өсөн йорттарын тыштан гирлянда менән биҙәп ҡуялар. Тик был юлы ла егет өсөн тормош үҙенең сюрприздарын әҙерләп ҡуйған ине. Көтмәгәндә, уйламағанда йәнә аҫтын-өҫкә әйләндереп ҡуйҙы.

Аҫҡы ҡатта йәшәгән ирҙәр менән кәрт һуғып ҡайтҡан Рәмил:

–Ағай, мин көтмәгәндә кәләшле булдым бит әле. Бүләк иттеләр, – тип мут йылмайҙы.

– Бирһен Хоҙай, – тине Заһит вайымһыҙ ғына йоҡларға урын йәйеп йөрөгән еренән. – Тимәк, һиңә лә башлы-күҙле булырға ваҡыт еткән. Никах менән үлем күктә ярала тигәндәрен ишеткәнең бармы?

– Шаяртам инде. Ирекле ҡош булыуы күпкә оҡшай миңә, елкәгә ҡамыт кейгәнсе. Туғандарымды ла аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит әле, – тип әле генә уйынлы-ысынлы һөйләнгән егет ауыр һулап ҡуйҙы. – Ошондай ҡатынды кәрттә отторор өсөн ниндәй йөрәкһеҙ булырға кәрәктер, аңламайым...

– Кәрттә отторорға?

– Эйе. Кәрттә. Рәсих тигән ир бер нисә көн элек һуңғы аҡсаһынан, телефонынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ине. Бөгөн дә еңелде. Ҡабат-ҡабат “дүрәк”кә ҡалғас, эш хаҡын алғансы расписка яҙаһыңмы, тип көлдөк. “Мәгеҙ, ҡатынымды бирәм!” – тип кошелегынан фото килтереп сығарҙы.

– Ҡомарлы уйындар уйнаһаң шулай инде. Ыштанһыҙ ғына ҡалдырмай, алйотландыра ла...

– Беҙ бит берәүҙе лә көсләп уйнатмайбыҙ. Ваҡыт үтһен, күңелдәге бушлыҡты, һағышты баҫыр өсөн генә йыйылабыҙ. Рәсих иһә ул аҡсаһын беҙҙә оттормаһа, барыбер эсеп бөтөр ҙә, гонаһҡа батыр ине...

– Булһа ла... Кешенең һуңғы аҡсаһын һыпырып алыу егетлек түгел инде. Кәләшен тартып алыу бөтөнләй башҡа һыймай...

– Кем тартып алды, тине уны? Үҙе фотоһын сығарып һалды тип, әйтем торам бит! – Ҡыҙып барған Рәмил ҡапыл һүрелде. Ихтирам итә ул бүлмәләшен. Әле лә ағаһылай яҡын күргән кешегә үҙенән-үҙе оялып ҡуйҙы. – Тартып, ҡурҡытып алдым тимәйем бит. Ир менән ҡатын араһын да бутамағанмын. “Мә, ал”, – тип ултырғас, фотоһын кеҫәгә һалдым инде, – тип үҙ ҡылығынан ғәфү үтенгәндәй һөйләнде.

– Ире бер күргән кешегә тоттороп ебәрерҙәй булғас, ул ҡатын йә йәмһеҙ, йә ныҡ яһилдыр, әтеү, – Заһит та һүҙҙе уйынға борорға тырышты.

– “Муму ҡатын менән йәшәп ялҡытты. Ней ирешә, ней бергә ултырып күңел аса белмәй. Ҡанды ҡыҙҙырып, тауыш ҡуптарам тиһәң дә, ҙур күҙҙәрен асып ҡарап тик тора. Ҡосаҡлап ятырлыҡ ере лә юҡ. Торғаны бер таҡта. Көндән-көн ябығып, һарғайып тик йөрөй. Элек төйөрөм генә ине. Уны алғансы, ҡәйнәмә генә өйләнһәм, тип уйлап ҡуйған саҡтарым әҙ булманы инде. Бына ул ҡатын тиһәң, ҡатын ине! Егерме йәшкә оло булһа ней. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, тип бушҡа әйткәндәрме ни?! Галкин да ана, әбейенә юҡҡа йәбешеп ятмайҙыр әле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡәйнәм ураган булды. Йәл шытып ҡуйҙы.. Икебеҙ бер яртыны һуҡҡан инек ул көндө. Нимә тип йөҙ түбән ятып йоҡлағандыр инде”, – тип һөйләнеп, ҡәйнәһенә ҡыҙыҡҡан ирҙән яҡшылыҡ көтөп буламы икән?! – тип һөйләнә-һөйләнә урын йәйеп бөтөн, сисенә башлаған Заһитҡа фото-кәләште һондо. – Ямаҡ тиһәң, телең ҡорор бындай һылыуҙы. Ағай, мә, үҙең дә ҡара әле!

Ҙур зәңгәр күҙҙәрен тултырып ҡына ҡарап ултырған, аҡ йөҙлө, бешкән сейә иренле Миләүшәһен күргәс, Заһит бер мәлгә телһеҙ ҡалды. Ундағы үҙгәреште күреп:

– Әһә, ауыҙ һыуың ҡороно, ағай кеше?! Ищеү, ямаҡтыр тигән була инең, – тип Рәмил эләкләргә үк кереште.

– Бының кем икәнлеген беләһеңме? – тине Рәмил аңҡауына йәбешкән саҡ-саҡ әйләндереп.

– Уйында отолған ҡатын, тинем дә инде. Уйын ҡорбаны, бахырҡай... Ҡалғаны миңә ҡараңғы...

– Был бит... минең Миләүшә...

– Ә?!

– Миләүшә, Миләүшәм... Зәңгәр күҙкәйем минең... – Фотоны бәпестәй итеп кенә тотоп күкрәгенә ҡыҫып һөйләнеп ултырған егеткә ни тип яуап бирергә белмәй торған Рәмил:

- Үҙеңә ал һуң, ағай... Мин бит уға өйләнергә йыйынмай инем дә... – тигән булды.

– Уйынсыҡмы ни ул һиңә? – Әсенеп әйткән һүҙҙәрҙә иламһыраған тауыш та яңғыраны. – Бөгөн иҫерек менән ул алйот әллә нимә һөйләнһә лә, айныһа, “мә” тип тоттороп ҡуя, ти, тағы...

– Эсһә лә, мейеһен эсмәгән бит инде. Нимә һөйләгәнен дә аңлай барыбер. Ете ят ирҙәр янында ҡатынын яманлап, үлгән ҡәйнәһенә һаман ымһынып ултырған ирҙә, ысынлап та, ҡатынына ҡарата яратыу, ҡәҙерен белеү кеүек тойғолар яҡтыр ул?!

– Уныһы ла ба-а-ар...

– Әйҙә, иртәгә эшкә сыҡҡас: “Давай, кәләштең телефон һандарын бир!” – тип һорап ҡарайым. Ни тиер икән?!

– Нимә ҡыйланһаң да ихтиярыңда. Кәләш һинеке бит...

– Мин нисек уға ярҙам итергә белмәйем. Ул һаман шаяртып маташа. – Бер ҡатлы Рәмил ысынлап үпкәләргә керешеп үк китте.

– Ярай, иртәгә күҙ күрер. Майлы бутҡа көтмәй, ятырға, ял итергә кәрәк.  

Шулай тиһә лә, төнө буйы борғоланып, керпек тә ҡаҡмай сыҡты үҙе. Бер нисә көн элек күрше бригадала вахтасылар алмашынған ине. Ашханала Миләүшәнең иренә яңы эшкә килгән бер эшсене оҡшатып ҡарап ҡуйған ине лә, ысынлап улдыр, тип башына ла килтермәне. “Бына нисек икән. Тимәк, Миләүшәнең ғаилә тормошо тураһында ауылда ишеткән хәбәрҙәр дөрөҫ булып сыға бит. Йылдар дауамында нисек түҙҙе икән?” – тип һөйгәне тураһында бошоноп уйланды.

Иртәгәһенә төшкө ашҡа алдараҡ килеп Рәмил Рәсих менән бер өҫтәлгә ултырҙы. Нимә һөйләшкәндәрҙер, әммә бүлмәләшенең ауыҙы йырылып килеп етте  Заһит янына.

– Былай булғас, эш беште, ағай! Туйығыҙҙың түрендә мине ултыртырға онотма! Теге иҫәүән айныҡҡас та, кисәге әйткәндәрен дөрөҫләне. “Бирҙем бит. Башты ҡатырып йөрөмә әле”,  – тигән була әле, етмәһә. Йә, телефон һандарын яҙып ал...

– Шылтыратайым да: “Һине ирең уйында отторҙо”, – тип әйтәйемме? – тине ишеткәндәре яңылыҡ булмаһа ла, йәнә бер шаңғып, ашағандан һуң йыуған ҡулын таҫтамалға һөртөп. 

– Ныу, шылтыратырға ҡыймаһаң, башта хәл-әхүәлдәрен һорашып смс-хат ебәр һуң... 

– Шунан кемдән тип әйтәйем?

– Ай, Аллам! Бала кеүекһең икән дә. Бөтөн нәмәне сәйнәп ҡаптырырға кәрәк. Кем, тип һораһа: “Ҡыш бабайҙан хат”, –  тиерһең...

– Кит, бала-сағалай булып...

– Оло-саға булғанға, яратҡан кешеңә смс-хәбәр ҙә ебәрергә оялып тораһың шул. Беренсе тапҡыр ғашиҡ булған үҫмер шикелле...

– Ярай, Лариса Гузееваның һыңары, һинеңсә булыр... Хәҙер мастерыңдан алдараҡ сығып эш күрһәткән бул, – тип ишекте асып Рәмилде алдан уҙғарҙы. – Эш хаҡын яҙғанда мине кәләшле итергә тырышты, смс-хат ебәрергә өйрәтте, тип яҙа алмайым бит...

Киске аштан һуң, бүлмәһендә йәнә яңғыҙы ҡалғас, Миләүшәһенә смс-хат ебәрҙе. “Һеҙ кем ул?” – тигән һорауға, Рәмил өйрәткәнсә: “Ҡыш бабай”, – тип яҙҙы ла, көлгән смайлик ҡуйҙы. Яратҡан кешеһе лә шаяртҡанды шунда уҡ эләктереп алды. “Киреһенсә, уға хат яҙа торған инеләр. Ҡыш бабай вазифаһын үҙгәрткәнлеген белмәй инем”, – тип, аптыраған смайлик ебәргән. Заһит үҙенең кем икәнлеген белдергәс тә, ул кисте байтаҡ ҡына хатлаштылар әле. Миләүшә Заһиттың ҡапыл үҙен иҫенә төшөрөүенең сәбәбен һорағас, йәнә баҙап ҡалды. “Ирең тарафынан уйында отолоп, миңә инселәндең”, – тип тураһын әйтеп булмай ҙа инде. Шулай ҙа, уратып-суратып ҡына, дөрөҫөн еткерә алды. Был хәбәр йәш ҡатынды аптыратманы ла шикелле. Эшкә юлланғансы бер мәрйә ҡатыны менән бер нисә ай йәшәүе хаҡында тыныс ҡына бәйән итте.

Ул төндө, берсә Заһит Миләүшә менән Рәсихтең айырылышыуҙарын рәсмиләштереү хаҡында баш ватты, берсә яратҡан кешеһе менән, ниһайәт, ҡауышыу мәлдәрен күҙ алдына килтереп хисләнеп алды. Яңы йылға ҡайтып, Миләүшәһенә өйләнеп, күптән хыялланған яңы тормошто башларға, тигән етди ҡарарға килгән ине ул иртәнгелеккә.

Бирәм тигән ҡулына, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, яйы сығып ҡына торҙо. Заһиттың бригадаһында эшләгән быраулаусы ирҙең беренсе һөнәре юрист икәнлеген белә ине. Ситләшеп кенә унан һорашты. “Икеһе лә риза икән, айырылышыу өсөн бер ауырлыҡ та юҡ. Берәүһе судҡа ғариза яҙһа, икенсеһе, ситтә йөрөһә лә, ризалығын белдереп ҡағыҙ ебәрһә, айыралар”, –  тине ул.

Теҙгенде ҡыҫҡа тотто Заһит. Миләүшәгә эште аңлатып, Рәсихтән айырылышыуға ризалығын белдергән ҡултамғалы ҡағыҙҙы ҡулға төшөрөп тә алдылар.

...Бер көндән бар ғаләм яңы йылға аяҡ баҫырға торғанда, таң менән самолеттан төшкән Заһит, Миләүшә йәшәгән район үҙәгенә барасаҡ такси машинаһына ултырғас: “Ҡыш бабайың яныңа килергә юлға сыҡты. Ҡаршы ал”,  –  тип, йөрәк формаһындағы смайлик менән смс-хат ебәрҙе.

Ҡыш бабайҙан хат. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.
Ҡыш бабайҙан хат. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Аҙағы.
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас