Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Ғинуар , 18:04

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (2). Рәзинә Зәйнетдинова

Әммә ошо килеш ҡалдырып та булмай инде. Балалар һәм үлем түшәгендә ятыусы ғына был донъяла бер кемдән дә ҡурҡмайынса дөрөҫөн әйтә. Ҡаланың беренсе эшҡыуары, тирә-яҡты дер һелкетеп тотоусы әҙәмдәрҙең береһе юҡҡа ғына был хәлгә төшөп ғәфү итеүҙәрен һорап өҙгөләнмәҫ ине.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (2). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (2). Рәзинә Зәйнетдинова

Енәйәт ярлыҡанамы?

– Ваҡ-төйәк енәйәт алты йыл эсендә ярлыҡана, уртасаһы – ун йылдан һуң. Ауыры йәғни кеше үлтереүгә бәйле енәйәт эшенең ун биш йыл уҙғас срогы бөтә. Апай, һинең минән нимә теләгәнеңде аңламайым, – тип күҙҙәрен сылт-сылт йомдо полиция лейтенанты Райфат Миңнуллович, Саимәнең ике туған, үҙенән бер нисә айға ғына бәләкәс ҡустыһы.

– Нисек инде срогы бөтә?

 – Һуң, апай, белемле кешеһең дә. Бер нимә лә мәңгелек түгел икәнлеген, көн дә үлем менән көрәшкән кешеләр янында эшләгән кеше – һин, минән яҡшыраҡ беләһең. Ваҡыт үтеү менән ҡылынған енәйәттәр ҙә ярлыҡана.

– Нисек инде? – Саимә ҡустыһының әйткәнен аңлаһа ла, аңы менән ҡабул итә алманы. – Нисек инде? Табиптар ваҡыты үткән тип ауырыуҙарҙы дауаламаһа, балаға ете йәш тулған, һаман да уҡый белмәй, тип уҡытыусы уға хәреф өйрәтеүҙән туҡтаһа, нимә булыр ине?! Ваҡыты үткән, имеш...

– Һуң, апай, ул закондарҙы мин сығармайым бит.

– Әммә ошо килеш ҡалдырып та булмай инде. Балалар һәм үлем түшәгендә ятыусы ғына был донъяла бер кемдән дә ҡурҡмайынса дөрөҫөн әйтә. Ҡаланың беренсе эшҡыуары, тирә-яҡты дер һелкетеп тотоусы әҙәмдәрҙең береһе юҡҡа ғына был хәлгә төшөп ғәфү итеүҙәрен һорап өҙгөләнмәҫ ине.

 – Шулай ҙа ул, тик минең ҡулдан ғына килерме икән һуң? – тип Райфат Миңнуллович сараһыҙлыҡтан ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп ебәрҙе.

– Балаһы эсеп үлгән тигән ҡара мөһөр ата-әсәһенең күңелендә юйылған, тип уйлайһыңмы? – Саимә ҡустыһының күҙҙәренә берсә ялбарып, берсә өмөтләнеп ҡараны. – Һинең менән миндә лә балалар үҫә бит. Ғүмер буйы иңеңдә шундай йөктө күтәреп йөрөүҙән Аллаһ һаҡлаһын...

Үлем түшәгендә ятҡан Ғайсар Зәйнулловичтың ялбарыуҙар һорап асырған саҡта төшөрөлгән видео, полиция бүлегендә тиҫтә йылдан артыҡ эшләп күпте күргән, ирҙе тетрәндергән ине. Тик енәйәт буйынса эш тә асылмаған, ҡорбан да күптән юҡ, енәйәтсе лә үлгән. Был эшкә ҡабат тотонам тиһә лә, рөхсәт итмәйәсәктәр. “Аҙым һайын енәйәт ҡылына. Һин күптән ваҡыты уҙған, әллә ҡылынған, әллә ҡылынмаған енәйәткә тотонорға әйтәһеңме? Ваҡытың күпме?” – тиәсәк хужаһы. Әммә апаһы ла үҙ һүҙле, алдына алғанын эшләмәһә, туҡтамай торған кеше. Бушты бушҡа ауҙарып йөрөмәй. Быны Райфат Миңнуллович яҡшы белә. Ике ут араһында ҡалды ир. Ҡара мөһөр тигәне лә тетрәндереп ебәрҙе. Ғәйепһеҙ килеш һүҙ күтәреүе еңелдән түгеллеген үҙе лә яҡшы белә.

Мират Һөйәрғоловтың үлеме тураһында эҙләнә торғас, архив материалдарын тапты Райфат Миңнуллович. Таулы райондарының береһендә, Ҡарағас тигән ауылда, гастроль мәлендә үлеп ҡалған. Эсеп ағыуланған тиелә. Кемдәр менән гастролдә йөрөгән? Табындаштары кем булған? “Ун ете йыл дауамында кемдәр генә был донъяны ташлап китмәй. Күптәре эш урындарын да алмаштырғандыр. Иҫәндәре лә һорауҙарға аныҡ ҡына яуап бирер, тип гарантиялап булмай”, – тип үҙ алдына һөйләнде Райфат Миңнуллович. Тик был эштең осона сыға аласағына үҙенә-үҙе ышанмаһа ла,  күңелендә ниндәйҙер бер өмөт сатҡыһы яралған ине. Шул эшкә дәртләндереп торҙо ирҙе. Филармонияға шылтыратып ун ете йыл элек ҡайҙа, бер көндө нисә концерт ҡуйылыуы тураһында һорашты.

Май байрамдары етеп килә ине. Оҙайлы ялдарҙа ҡатыны менән һөйләшеп, Ҡарағас ауылында уҙғарырға һөйләштеләр. Был ауылда бәләкәс кенә ял йорто бар икән. Шунда ғаиләһе менән бер нисә көн йәшәп торорға алдан урын белешеп ҡуйҙылар.

Бейек тауҙар ҡосағында ултырған, тирә-яғын ҡарағас, ҡарағай кеүек төҙ, бейек, ылыҫлы ағастар үҫкән, бер яғынан ағын тау йылғаһы аҡҡан ауыл. Бер нисә йыл элек туғыҙ йыллыҡ мәктәпкә ҡалған. Һыуы, газы үтмәһә лә, юлы һалынмаһа ла, берәүҙән дә мыжымай, һоранмай ауыл халҡы үҙ көсөнә донъя көтөп ята. Беренсе көн, барып урынлашҡас, Райфат Миңнуллович тирә-яҡ менән танышып сыҡты. Клуб тирәһен барып ураны. Икенсе көн, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына тип уҙғарылған саранан һуң, клуб хеҙмәткәрҙәре менән танышты. Китапханасы апай ғына егерме йылдан ашыу эшләй икән. Ҡалғандары – йәштәр. Райфат Миңнуллович һораша башлағас, барыһы ла Мират Һөйәрғоловҡа бәйле ваҡиғаны ишетеүҙәре, белеүҙәре хаҡында әйттеләр ҙә, бер-береһенә сәйер генә ҡарашып ҡуйҙылар. Күпме ғүмер үткәс, нимә тип соҡсоноп йөрөй икән, тигән уй ярылып ята ине уларҙың ҡарашынан.

– Мират Һөйәрғолов ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йән бирҙе икән? Иҫләйһегеҙме? – тип һораны Райфат Миңнуллович китапханасы апайҙан.

– Ыста, иҫләмәй буламы ни, улым, – тип ирендәрен ҡымтаны китапханасы апай. – Ул ваҡиғанан һуң оҙаҡ ҡына тыныслана алманыҡ бит. Әйҙә, ҡустым, миндә аулаҡ, шунда һөйләшәйек, – тип китапхана яғына Райфат Миңнулловичты әйҙәне.

– Ниңә? Быға тиклем ауылығыҙҙа ла эсеп үлеүселәр булғандыр инде... – Райфат Миңнуллович вайымһыҙ булып күренергә тырышты.

– Эсеп үлеүселәр булды, бар, киләсәктә лә, үкенескә күрә буласаҡ. Суррогат араҡылар менән һатыу итеү туҡтатылмай икән, уның осо-ҡырыйы ла булмаясаҡ, – тип көрһөндө китапханасы апай. – Тик был егет бер ҙә эскесегә оҡшамаған ине. Эскән-тартҡан кешенең тауышы ҡарлығып, тупаҫланып бөтә бит ул. Йөҙө лә, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, сирыша башлай. Ундай әртистәрҙе ул осорҙа йыш күрҙем. Концерт менән беҙҙең яҡҡа күп килделәр. Был егет иһә фәрештәне хәтерләтте. 

– Нимә менән һеҙҙе арбаны һуң ул? – Китапханасы апайҙың Мират тураһында иҫләүенә Райфат Миңнуллович эстән генә шатланып ҡуйҙы.

– Итәғәтле ине. Беҙҙең халыҡта бит саҡ ҡына күтәрелһә танауҙарын өҫкә сөйөүселәр күп. Был иһә ябай һәм ихлас ине. Клуб сәхнәһенең гример бүлмәһе бәләкәс кенә. Шуға күп ваҡыт китапхананы ла кейенеү-сисенеү өсөн әртистәр ваҡытлыса ҡулланып торалар. Мират Һөйәрғолов та китапханаға кейемдәрен көндөҙ үк килтереп элде. Ошонда йән бирҙе лә инде...

– Китапханала? – Райфат Миңнуллович ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Эйе. – Китапханасы апайҙың тамағына төйөр килеп тығылды. – Һоҡландыҡ та, һаҡлап алып ҡала алманыҡ.

– Концерт мәлендә йән биреүе хаҡында билдәле. Кемдер уның янына кереп йөрөүен күрмәнегеҙме? Бәлки, берәй сит кеше булғандыр. Әртистәрҙән тыш.

– Автограф алырға, фотоға төшөргә, тип ҡыҙҙар арттарынан һөрлөгөшөп йүгереп йөрөйҙәр бит инде. Миратҡа иһә бер ҡыҙҙың сайыр кеүек йәбешкәнен алдан, концерт башланғансы уҡ аңғарып ҡалған инем.

– Кем ине һуң ул? Һеҙ уны белә инегеҙме?

 – Беләмсе. Беҙҙең ауыл ҡыҙы Гөлдәниә ине. Яһиллығы, сәмселлеге менән даны сыҡҡан ҡыҙ ине.

– Ниңә ине? Ситкә кейәүгә сыҡтымы әллә?

– Юҡ. Өфөлә уҡып, эшләп ҡайтты ла, оҙаҡ йәшәмәне. Фажиғәле үлеп ҡуйҙы.

– Нисек үлде?  Ул да эстеме әллә? – Райфат Миңнуллович теманан ситкә тайпылғанын белһә лә, ҡыҙыҡһыныуына баш була алманы.

– Эскесе түгел ине. Өфөлә юғары уҡыу йортон тамамлаған, агрария буйынса белгес ине. Төрлө урынға барып фотоға төшөргә яратты. Заманаһы шул бит инде. Кеше һәр аҙымын фотоға төшөрөп интернетҡа һала. Гөлдәниәгә лә ошо замана сире ныҡлап йоҡҡан ине. Ауылға кергән ваҡыттағы бейек ҡаяны күргәнһегеҙҙер. Шуның осона менеп селфи эшләгәндә осоп төшкән, тинеләр.

– Ҡасан үлде?

– Бынан ун йыл самаһы элек.

– Һм. – Райфат Миңнуллович тамағын ҡырып ҡуйҙы. – Мират Һөйәрғоловтан ул ҡыҙ автограф һорап йонсоттомо икән?

– Йырсы егеткә ҡармаҡ һалырға маташҡандыр, тип уйлайым. Моңло булыуы менән бергә, төҫкә-башҡа һөлөктәй йәш егет ине бит.

– Гөлдәниәне Мират Һөйәрғолов янында ҡасан күрҙегеҙ? 

– Көндөҙ үк, әртистәрҙең артынан уҡ клубҡа килеп керҙе. Мират янында сыуалғанын күргәс: “Ҡыҙым, үҙ ҡәҙереңде китәреп йөрөмә”, – тинем. Хихылдап көлдө лә, ары китте. Концерт башланғас, гример бүлмәһендә торған электр сәйнүгенән китапханаға сәй яһап алып барғанын күрҙем. Аҙаҡ, концерт мәлендә әртистәр, клуб хеҙмәткәрҙәре Миратты эҙләп йүгерә башлағас, туп-тура китапханаға керҙем. Йәнһеҙ кәүҙәһе креслола һәленеп төшкән, өҫтәлдә башланған бер ярты, ҡыяр менән помидор теленеп һалынған тәрилкә ултыра ине.

– Һеҙҙең хәтер иҫ китмәле шәп! – тип Райфат Миңнуллович ҡулын-ҡулға шапылдатып һуғып ҡуйҙы. – Ун ете йыл ваҡыт үткән, һеҙ кисә булған ваҡиға һымаҡ, энәһенән ебенә тиклем тасуирлап, һөйләйһегеҙ.

– Эй, туғаным. Ул көндө күпме оноторға тырышһам да, хәтеремдән юйылмаҫ шул. Гөлдәниәнең сәй яһап алып китапханаға алып кергәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Концерт мәлендә клубтың баҡсаһының ҡапҡаһын япылармы икән, тип тикшерергә сыҡҡан инем. Тик Мираттың йәнһеҙ кәүҙәһе янында шәшке юҡ ине. Хатта уның эҙе лә юҡ ине өҫтәлдә.

– Был хаҡта һеҙ үлемгә бәйле эште тикшергән тәфтишсегә әйттегеҙме? Гөлдәниә нимә тине? – Райфат Миңнуллович ептең осо сиселерҙәй икәнлеген аңлап, эстән генә һөйөнөп ҡуйҙы.

– Әйттем. Сифатһыҙ араҡы эсеп эстән янғаны көн кеүек асыҡ, тине тәфтишсе. Ә Гөлдәниә был хаҡта белмәмеш тә күрмәмеш булды. Һуңынан аулаҡта саҡта ла ҡабатлап һорашырға маташҡас: “Ауыл һайын йырлап йөрөгән әртискә сәй ташып йөрөргә мине прислуга тип уйлайһығыҙмы әллә?” – тип күҙенең ағын әйләндереп ыҫылдап ҡуйҙы. Әйткәндәй, аҫты менән бер пар шәшкене һуңынан таба алманыҡ. Ҡунаҡтар килеүгә тип алты пар шәшкеһе, бәләкәс тәрилкәһе, шәкәр, һөт, сәй һауыты булған сервизды алып һаҡлап ҡына тота инек...

– Һорауҙарым менән һеҙҙе ялҡытып ташлаһам, ғәфү итегеҙ, – тине Райфат Миңнуллович, китапханасы апайға ҡарап кеселекле йылмайып. – Һеҙҙең ярҙам менән бик күп һорауҙарға яуап таба алдым. Тағы ла бер кеше тураһында ғына һорашырға мөмкинме?

– Әлбиттә, туғаным. Мират Һөйәрғоловҡа бәйле бер ниндәй тикшереү ҙә булмаҫмы икән ни, тип нисә йыл янып-көйөп йөрөнөм бит. Күреп тораһығыҙ, китапханаға килеүсе кеше юҡ. Бушмын. Һорағыҙ. Ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышыуыма шатмын.

– Ошо кешене беләһегеҙме икән? Һеҙҙең ауылда килгәне булдымы икән уның? – тип Райфат Миңнуллович китапханасы апайға Ғайсар Зәйнулловичтың фотоһын күрһәтте.

– Был теге ней эшҡыуар ҙа инде. Беҙҙең ауылда белмәгән, уға ләғнәт уҡымаған кеше бармы икән? – тине китапханасы апай. Күҙҙәрендә асыулы осҡондар барлыҡҡа килгәнлеген Райфат Миңнуллович шунда уҡ шәйләп ҡалды.

– Бында килгәне бар инеме? Ауылдаштарығыҙҙы ни өсөн асыуландырҙы?

– Ял йортона яңы ғына килһәгеҙ, әлегә ауыл тирәһендәге тәбиғәт менән әлегә таныштырып өлгөрмәгәндәрҙер. Төрлө шифалы күлдәргә, шишмәләргә бай беҙҙең яҡ. Әлегә ғалимдар тарафынан тикшерелеп, өйрәнелеп тә бөтмәгән. Әммә Ғайсар Зәйнуллович был хаҡта баштан уҡ сараһын күрҙе һәм үҙ файҙаһына ҡулланды.

– Нишләне һуң?

– Эшҡыуар кеше бит барыһын да алдан күрә беләлер инде. Бынан егерме – егерме биш йыл элек беҙҙең ауылға килеп күпләп ҡарағас, ҡарағай, шыршы ағастарын алып китә ине. Йорт йыһаздары эшләр өсөн кәрәк, тинеләр. Шул ваҡытта уҡ ҡарап, күреп йөрөгән инде беҙҙең яҡ тәбиғәтен. Шишмә, күлдәрҙе һатып алып ҡуйған. Хәҙер урындағы халыҡ һыу ҙа ташый, мал-тыуарын да йөрөтә, еләк-емешен дә йыя алмай.

– Улай икән... – “Ноғман Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романы ысынбарлыҡтан алынып яҙылдымы икән әллә?” – тип Райфат Миңнуллович эстән генә уйлап ҡуйҙы. – Ғайсар Зәйнулловичтың ауылға күҙ төбәп килгән кешеһе лә булғандыр инде...

– Әлбиттә. Үҙебеҙҙең урмансы Дамирҙың әшнәһе ул.

 Урман шаулап үҫә,

Лесник һатып эсә..., – тигән йырҙы ишеткәнең барҙыр. Был һатып эсеп кенә ваҡланманы. Сереп байыны. Аҡса тиһәң күҙе сыға яҙа торған әҙәм. Урман һаҡсыһы түгел, төбө-тамырынан ҡоротоусы ҡорт булып сыҡты...

– Улай икән... Ҙур рәхмәт һеҙгә, – Райфат Миңнуллович урынынан ҡуҙғалды.

 – Ярҙам итә алһам инде, улым. Алдыңды-артыңды ҡарап йөрө. Төпкөл яҡта ағастың, хатта һәр япраҡтың да күҙе, ҡолағы бар, – тип Өфө ҡунағын оҙатып ҡалды китапханасы апай.

Ҡарағас ауылы клубынан Райфат Миңнуллович аңҡы-тиңке булып сыҡты. Мират Һөйәрғоловтың үлеменә бәйле енәйәт ҡылынғаны көн кеүек асыҡ. Тик артабан эште дауам итерлек, һорашырлыҡ кеше юҡ, тиерлек. Урмансы Дамир, әлбиттә, китапханасы апай кеүек сиселмәйәсәк. Һорау биргәнсе үк рөхсәт ҡағыҙын таптырасаҡ. Нимә эшләргә? Гөлдәниәнең ғүмере фажиғәле, иғтибарһыҙлығы арҡаһында өҙөлгәнме, әллә ҡаянан осорға берәйһе ярҙам иткәнме? Китапханасы апайҙың иҫкәртеүе лә күңеленә шик һалды. Уйҙар ҡойононда ял йорто яғына табан атланы.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (2). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (2). Рәзинә Зәйнетдинова
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас