Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Ғинуар , 20:12

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (4). Рәзинә Зәйнетдинова

– Муйынындағы ебәк шарфы ҡаянан осҡан сағында яҡындағы ташҡа эләгеп ҡала. Шуны ҡыҙымдың төҫө итеп һаҡлайым. – Сит кешеләр алдында күҙ йәшен йәшереп маташҡан Райхана апайҙың быуаһы йырылды. Сеңләп илап ебәрҙе. 

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (4). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (4). Рәзинә Зәйнетдинова

Тәүге йәшен

Ҡатыны ауыртыуҙы баҫа торған мазь аяғына һөртөп, дарыу биргәс, Райфат Миңнула улын һыҙланыуы, арыуы еңде. Ята торғас, әүен баҙарына китте. Төшөндә берсә ҡара йыланды, берсә юлында ҡапыл осраған Дамирҙы күреп һаташты. Ҡайһы ваҡытта йылан менән урмансы ир икеһе бер һынға кереп ыҫылданылар. Сәй тотоп тыҡ-тыҡ баҫып, шарҡылдап көлгән Гөлдәниәнең һыны пәйҙә булды. Шартлатып йәшен атҡан тауышҡа, башы тубалдай булып Райфат Миңнуллович йоҡоһонан уянды. Таң саҡ атырға ғына йыйына. Аяғы ауыртыуын онотоп тороп баҫайым тигән ине, күҙенән уттар күренеп, ыңғырашып, кире урынына ултырҙы.

– Ут та һүнгән икән, – тине, ире менән бергә уянған ҡатыны. – Аяғың һыҙлаймы?

– Эйе. Быуыны сыҡҡан шикелле, – тип Райфат Миңнуллович йәнә ыңғырашып ҡуйҙы.

 – Урындағы табипҡа барып күренергә ине, – тине ҡатыны. – Кисә үк. Әллә ниңә арҡырылашып дежур табипҡа кермәнең бит.

 – Һуң, ҡатын, был ҡала ере лә, шифаханала ла түгел дә инде. Көнө-төнө дежурҙа ултырған табипты ҡайҙан тапһындар? Кисәге дарыуыңды ғына бирһәң...

Ауыртыу әҙерәк кәмегәс, Райфат Миңнуллович тышҡа сыҡты. Ҡойма ямғыр үткән. Быйылғы тәүге йәшен дә туҡтаған. Анда-бында ялағай ялтлап, тирә-яҡты секундлап булһа ла яҡтыртып тора. Ямғырҙан һуң булған саф, был яҡҡа хас ылыҫ еҫе аңҡып торған һауаны үпкәһен тултырып тын алғас, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Ялағай ялтлаған ваҡытта машинаһы ултырған ергә ҡарағас, күҙҙәрен сытырҙатып йомоп кире асты. Ялтырап торған яңы машинаның тәҙрәләре ҡойолған ине. Һикерә-һикерә янына барып, кеҫә телефонының фонары менән яҡтыртып ҡарағас, бысаҡ менән тәгәрмәстәре тишкеләнгәнен аңланы. “Иштең ишәк суҡмарын. Тимәк, дошман яҡын тирәлә генә. Үлеүселәр тураһында һорашып йөрөүем кемгәлер оҡшамаған”, – тип үҙ алдына һөйләнде. Әлбиттә, ҡойоп яуған үлән өҫтөндә машинаның эргә-тирәһендә сит аяҡ эҙҙәре күренмәй.  Райфат Миңнуллович ял йортоноң ҡарауылсы торған урынға китте.

– Ағай, ял йортоноң биләмәһендә сит-яттар кереп машинаны эшлектән сығарғандар. Һеҙ уларҙы күрҙегеҙме? Видоекамераларҙы ҡарарға мөмкинме? – тип һораны оло ғына йәштәге ҡарауылсы ағайҙан.

– Төнгө бергә тиклем тирә-яҡты сығып ҡаранып йөрөнөм. Эт-ҡош йөрөгән һымаҡ түгел ине. Һуңынан ут һүнде. Үҙең белеп тораһың, күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыла алдан бер аҙым атлаған кешене танып булмай. Саҡ яҡтыра башланы бит, – тип йүткереп ебәрҙе.

– Ағай, райондан полиция саҡыртырға кәрәк булыр. Кинологтар ҙа килһендәр, эттәрен алып.

– Ул яҡҡа беҙҙең полиция ныҡ мыҙыҡа инде. Кеше үлтереү осрағы булһа ла, артыҡ ҡыбырлап бармайҙар. Кхы-кхы...

– Полиция лейтенанты Райфат Миңнулловичтың машинаһына һөжүм ителгән, тип әйтегеҙ.

– Атаҡ, нейә уны алдан әйтмәйһең... – Ҡарауылсы ағай өй телефонының һандарын йыйырға тотондо. 

– Ағай, ял йорто биләмәһенә сит-яттарҙы керетмәҫкә, минең машина тирәһенә берәү ҙә бармаһын.

– Ярай, ярай... Ә аяғыңа нимә булды? Сатанлайһың түгелме? Үҙеңә лә өлөш биреп өлгөрҙөләрме әллә, ҡустым?

– Үҙемдең ҡулға эләкһәләр, уларға ғына бирешеп тормаҫ инем дә ул... Кисә ҡаяға менеп төшкән инем. Шунда аяҡты ҡаймыҡтырҙым.

– Бында тикшереп торорға ренгент-фәләне юҡ инде. Райханаға ғына бармаһаң...

– Уныһы кем һуң?

– Быуынсы ҡатын.

– Уныһы һуңғараҡ инде... Ваҡытында машинаға һөжүм итеүселәрҙең эҙенә төшөргә кәрәк...

Бер нисә сәғәттән машиналарына тейәлешеп райондан полиция хеҙмәткәрҙәре лә, эттәрен етәкләп кинологтар ҙа килеп төштөләр. Тик оҙаҡ еҫкәнеп йөрөргә тура килмәне уларға. Ял йортоноң ҡапҡаһынан сығып әҙ генә барғас, эҙ бөтөнләй юғала. Дөрөҫөрәге, кеше әйберенә хилафлыҡ килтергән әҙәмдәр, моғайын, йылға аша сығы китеп эҙҙе юйғандар. Оҫта, уйланылып эш ителгән. Бәләкәй генә ағын тау йылғаһы шулай итеп енәйәтселәр өсөн ярҙамға килеп, серҙе үҙендә һаҡлап тора. Районда эшләгән хеҙмәттәштәрен оҙатҡас, Райфат Миңнуллович күп йөрөүҙән шешкән аяғын һөйрәтеп булһа ла, ҡабаттан тирә-яҡты үҙе байҡап сыҡты. Был юлы ла һөҙөмтә бирмәне. Ямғырҙан буйраҡланып торған һыуы ҡабаттан таҙара башлаған йылға янына килеп һыуға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Шул ваҡыт таш араһында нимәлер ялтырап ятыуын шәйләне. Ипләберәк ҡарағас, бысаҡ икәнен аңланы. Ысынлап та, һөйәк һаплы, салғынан эшләнгән үткер, уртаса ҙурлыҡтағы бысаҡ ине ул. “Кинологтар эттәре менән бая тап ошо урында эҙ яҙлыға, тинеләр. Тимәк, миңә этлек уйлаусыларҙың береһенең әйбере булырға тейеш”, – тип уйланы Райфат Миңнуллович.

– Машина тип аяғыңды ла, ашауыңды ла оноттоң. Страховкаһы бар ҙа инде. Әйҙә, тамағыңдың туйҙыр ҙа, Райхана тигән апайҙарға барып киләйек. Быуынсы апай бар икән, белештем, – тип ҡатыны Зөлфиә янына килде.

– Әлдә, янымда мине аңлаған ҡатыным бар, – тип Райфат Миңнуллович бөгөн беренсе тапҡыр йылмайып ебәрҙе. Кәләшенең яурынан ҡосаҡлап алды. – Машина тип тә ҡолаҡ итен ашамайһың, беҙһеҙ ҡайҙа йөрөйһөң тип тә, бәйләнмәйһең.

– Бында ерле-юҡтан ғына килмәгәнебеҙҙе беләм дә инде, – тип Зөлфиә лә иренә ҡушылып көлөп ебәрҙе. Әсәһе ҡыҙының полицияла эшләгән егеткә кейәүгә сығасағын белгәс: “Ҡыҙым, уны көтөп бешкән аштарың һыуынасаҡ, түшәгеңдә күп ваҡыт үҙең генә ятып йоҡлаясаҡһың. Шуларға риза булһаң, сыҡ”, – тигән ине. Зөлфиә ирен ҡайҙа, кем менән, нишләп йөрөйһөң тип, бер ваҡытта ла һорау алып йонсотманы. “Үҙе бурҙың ғына күңеле бур була”, – тип уйлай ҙа, иренә үҙенә ышанған кеүек ышана ул.

 – Саимә апай реанимацияла ятҡан бер пациентының эше буйынса ярҙам һораған ине шул. Эҙенә төшөп барғанда, үҙем ошо хәлгә ҡалдым, – тине һүҙһеҙ генә аҡҡан һыуға ҡарап уйға ҡалған ҡатынынын нығыраҡ үҙенә ҡыҫып ҡосаҡлап.

Быуынсы Райхана апай ауылдың икенсе яҡ осонда йәшәй ине. Балаларын ял йортоноң дежур шәфҡәт туташына ҡалдырҙылар ҙа, ирле-ҡатынлы ҡултыҡлашып күрһәтелгән йортҡа табан юл тоттолар. Дөрөҫөрәге Райфат Миңнуллович Зөлфиәһенә тотоноп, сатанлағанын һиҙҙермәҫкә тырышып тәпәйләне.

Ауыл халҡы һыйырын һауып, ҡош-ҡортон ябып йөрөгән ваҡыт ине. Саҡырылмай килгән ҡунаҡтарға ла быуынсы апайҙың бушағанын көтөргә тура килде. Ире, пенсия йәшендә булһа ла, вахта менән ситтә эшләй икән. Ялға ҡайтҡан улы менән генә ине өйҙә. Хужабикә һөтөн һарҡытып, һыуытҡысҡа урынлаштырғас, сәй ҡуйҙы. Ул арала ир менән ҡатындың ҡайҙан килеүен һорашты. Райфат Миңнуллович был юлы үҙенең кем икәнлеген йәшереп маташманы. Хәйер, ауылдың бер осонда сөскөрһәң, икенсе осонда йәрхәмбикалла, тип әйтәләр, тигән кеүек, ял йортона килеүсе кешенең кемлеген урындағы халыҡтың былай ҙа ишетеп белеүенә шиге ҡалмаған ине. Өҫтәл артына ултырғас, ҡыҙҙары Гөлдәниәне белеүе хаҡында ла әйтте лә һалды. Әсә менән ул бер-береһенә йәлп итеп ҡарашып алды. Тик үлгән яҡындары хаҡында бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр. 

– Гөлдәниәнең фажиғәле үлеме тураһында бында килгәс ишетеп тетрәндем, – тип Райфат Миңнуллович һүҙҙе үҙе дауам итергә булды.

– Ҡапыл ғына китте лә барҙы шул, ҡыҙым, – тине Райхана апай. Күҙҙәре йәшләнде.

– Фажиғә урынын тикшерҙеләрме?

– Юҡсы. Ҡайҙан? Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ғүмере өҙөлгән, тине тәфтишсе. Эҙләгәнен тапҡан икән, тип үсәп һөйләүселәр ҙә табылды. – Хужабикә һаман тыныслана алманы. Сит кешеләр алдында ебеп төшөүенә уңайһыҙланып башын аҫҡа эйҙе. 

– Үҙегеҙ фажиғә булған урынды тикшермәгәнһегеҙҙер инде...

– Ҡырҡы етеп барғанда, бер нисә тапҡыр ҡая башына менеп төштөп. Урмансы Дамирҙан башҡа бер кемде лә, бер нимә лә күрмәнем, – тип Гөлдәниәнең ҡустыһы Илмир һүҙгә ҡушылды. 

– Урмансы Дамир тиһегеҙме? Нимә эшләп йөрөнө икән унда?

– Кем белә инде? Әйбере төшөп ҡалған кеше кеүек тирә-яҡты байҡай ине,  – тип яурынын һикертте егет.

 – Фажиғә урынындағы Гөлдәниәнең әйберҙәрен һеҙгә бирҙеләрме? Мәҫәлән, телефонын?  – Райфат Миңнуллович алдында ултырған һөтлө сәйҙе эсә-эсә йорт хужаларына һорау биреүен дауам итте.

– Муйынындағы ебәк шарфы ҡаянан осҡан сағында яҡындағы ташҡа эләгеп ҡала. Шуны ҡыҙымдың төҫө итеп һаҡлайым. – Сит кешеләр алдында күҙ йәшен йәшереп маташҡан Райхана апайҙың быуаһы йырылды. Сеңләп илап ебәрҙе. 

– Тынысланығыҙ, зинһар, тынысланығыҙ, – тип һөйләнә-һөйләнә Зөлфиә хужабикәнең яурынынан ҡосаҡлап алды. – Бала ҡайғыһы, әлбиттә, ғүмер буйы уңалмай. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, улығыҙ өсөн йәшәргә тырышығыҙ...

– Ул ваҡытта телефондар флешка менән була торған ине. Улары һеҙҙә һаҡландымы икән? – тине Райфат Миңнуллович, ҡатын-ҡыҙҙар бер аҙ тынысланғас.

– Телефон үҙе селпәрәмә тиерлек килгән. Һөлдәһен ҡотҡарыусылар апайымдың кәүҙәһен алғанда табып биргәндәр ине. Хәҙер ҡарайым әле, – тип Илмир икенсе бүлмәгә кереп китте.

– Гөлдәниә Өфөлә йәшәгән эшҡыуар Ғайсар Зәйнуллович менән таныш инеме? – тип Райфат Миңнуллович һауыт-һаба йыуып йөрөүсе хужабикәгә һорау биреүен дауам итте.

– Уны бында белмәгән кеше бармы ни? – тип Райхана апай башын аҫҡа эйҙе.  – Таныштар ине. Ҡыҙым Өфөгә уҡырға керергә йөрөгәндә уға ултыртып ебәрҙем. Аҙаҡ та Ғайсар Зәйнуллович ауылға килһә, ҡыҙым теге йәки был йомош табып янына бара ине. Юғары белем алғас, уҡыу йортонда аспирантураға кереп, уҡыуын дауам итте. Беҙҙең яҡтағы ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, ташлы тупраҡта бойҙай үҫтереү нескәлектәрен өйрәнәм, тип тырышты. Ҡара тырыш, аҡыллы, бер үк ваҡытта яһил да булды. Кандидат дәрәжәһенә күтәрелгәс тә, студенттарҙың дөйөм ятағынан сыға алманы. Шунда бер ваҡыт “Ғайсар Зәйнулловичтан фатир һорап ҡарайым әле”, – тине. Бөтөнләй сит-ят кеше һиңә фатир тоттороп ҡуймай инде, тип аптырап та, асыуланып та әйттем. Ул көлдө лә ҡуйҙы.

– Фатирлы булдымы һуң? – тип һораны шымып ҡалған хужабикәнән Райфат Миңнуллович.

– Ҡайҙан? Беҙҙең балалар һымаҡ, ауылдан сыҡҡан кешегә фатирҙы унда кем тоттороп ҡуйһын? Бер нисә айҙан үҙе гүр эйәһе лә булды балаҡайым. – Райхана апай был юлы йәшһеҙ күҙҙәрен иҙәнгә төбәне.

 – Флешкаһын таптым. Ятҡан икән, – тип аш-һыу бүлмәһенә Гөлдәниәнең ҡустыһы килеп керҙе. – Тик уны хәҙер ҡайҙа ҡуйып ҡарарға һуң? Замана техникаһына бындай нәмәләр кәрәкмәй бит...

– Ноутбукта ҡарарға мөмкин. Өйҙә бармы?

– Гөлдәниә апайымдан ҡалған ята. Эшкиндереп булһа инде. –Илмир йәнә икенсе бүләмәгә сығып китте.

– Ҡайҙа, ҡустым, аяғыңды ҡарай торайыҡ, – тип Райхана апай тасҡа йылы һыу һалып, таҫтамал, һабын тотоп Райфат Миңнулловичтың янына килде. – Әйҙә, залдағы диванға. Аяғыңды һуҙып ултырырға кәрәк...

– Ыһ... – Райфат Миңнуллович иренен ҡанатҡансы тешләһә лә, ыңғырашып ҡуйҙы.

– Түҙ, түҙ. Ныҡ шешкән, бер нисә урындан быуыны сыҡҡан бит. Кисә үк килһәң, еңелерәк үтер ине лә... – Гөптәй шешкән аяҡты алдына һалған Райхана апай ҡулын һабынлай ҙа, быуындар буйлап ҡулын ипләп кенә йөрөтә. Сыҡҡан урынды ыуып тора ла, тартып ебәрә. – Ярай, саҡ ҡына хәл йыйып торайыҡ, – тине йыш-йыш тын алған Райфат Миңнулловичтың хәлен аңлап.

– Ноутбук иҫке булһа ла, ҡеүәтле булғас, эшләтә алдым, – тип Илмир Райфат Миңнуллович янына ноутбук ҡосаҡлап килеп ултырҙы.

– Иң аҙаҡ төшөрөлгән фотоларҙы ҡарайыҡ әле, – полиция лейтенанты аяғын һуҙып йәтешләп ултырҙы.

– Апайым, – тине лә күптән ир еткән егет ҡыҙарып башын аҫҡа эйҙе. – Бына уның ғүмеренең һуңғы минуттарында төшөрөлгән фотолар.

Гөлдәниәнең ғүмере фажиғәле өҙөлгән осор ҙа ошондай йәмле яҙ булған икән. Бына ҡая башында, башына ебәк шарф бәйләгән, джинсы салбарҙа, яурыны төшөрөлгән, түштәре асыҡ рубашкала һылыу ҡыҙ ултыра. Ауыҙы ҡолағына етеп йылмайһа ла, нимәнәндер ҡурҡҡаны, борсолғаны һиҙелеп ҡала. Ҡараштарында үлем һалҡынлығы. Ниндәйҙер кимәлдә күҙҙәре урынына боҙ ғына торған төҫлө. Әллә үлем сәғәте яҡынлашыуы шулай үҙенә белдертәме? Бына һуңғы фото. Бер нисә аҙым йыраҡлыҡта ҡара күн ботинка кейгән, ҡара йәшел салбарҙа, биленә һаплы бысаҡ таҡҡан ир кешенең аяғы менән бил өлөшө эләгеп ҡалған.

– Туҡта! – тип Райфат Миңнуллович ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Ошо фотоны ҙурайтайыҡ әле!

 – Нимә берәй нәмә бармы әллә? – тип Райхана апай борсолоп яндарына килеп етте.

– Ошо бысаҡ эйәһе һеҙгә танышмы? – тип һораны Райфат Миңнуллович бысаҡлы ирҙең ярты кәүҙәһенең фотоһын яҡынайтып ҡарап.

– Әлләсе... Ауылдағы ир заттарынан һорашып ҡарағанда инде... – Райхана апай яурындарын һикертте.

– Был бысаҡ әлеге ваҡытта миндә, – тине лә Райфат Миңнуллович телен тешләне.

– Нисек инде һеҙҙә? – Әсәй менән ул бер юлы ҡысҡырып ебәрҙеләр.

– Дөрөҫөрәге бөгөн мин уны йылғанан табып алдым. Төндә беҙҙең машинаны эшлектән сығарыуҙары тураһында ишеткәнһегеҙҙер? 

– Эйе. Һыйыр ҡыуып ҡайтҡанда уҡ полиция килгәнен күрҙек.

– Бына ошо бысаҡлы кешенең эше лә инде ул...

– Аяҡтарын кирә баҫып тороуы урмансы Дамирҙыҡына оҡшаған шикелле, – тине Райхана апай баҙнатһыҙ ғына. – Әллә?!. – тине лә ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Был фараз ғына, апай. Тынысланығыҙ!

– Эй, Хоҙайым! Балам кеше ҡулынан йән бирҙеме икән ни? Үҙенең йәнен ҡыйыусыны аңлағас та, ҡурҡышынан йөрәге шартланымы икән балаҡайымды-ы-ың! – Райхана апай үҙ алдына һөйләнеп битен ҡапланы. – Ниндәй гонаһтарыбыҙ өсөн беҙҙе шулай язалайһың икән, Хоҙайым?! Кеше ҡулынан йән биреүҙән дә яфалыраҡ ни бар тағы был донъяла?!

– Тынысландыра торған дарыу бармы? – тип һораны Зөлфиә. –Әсәйегеҙҙең йөрәгенә көс төшөп ҡуймаһын...

Улы килтергән дарыулы һыуҙы эскәс, Райхана апай бер мәл шым ултырҙы. Ара-тирә һыңҡылдап ҡына алды.

– Гөлдәниәнең үлеменә нисә йыл үтте?

– Туғыҙ йыл да, өс көн. Май байрамдарына ҡайтҡан ине ауылға... – Райхана апайҙың күҙҙәрендә тәрән ҡайғы күләгәһе ята ине. – Әллә артыҡ саялығы, әллә уйланмай эшләгән берәй ҡылығы ҡыҙымдың башына етте...

– Утһыҙ төтөн булмай инде, апай. Кемдеңдер юлын ҡыйған, күрәһең, – тине Райфат Миңнуллович. Ул Райхана апай ҡабаттан илай башламаһа ярар ине, тип борсолоп ултыра ине.

– Был фотолар менән енәйәт эшен башларға мөмкинме? – тип һораны Гөлдәниәнең ҡустыһы Илмир. Күҙҙәре асыулы баҙлап яна ине уның.  

 – Ваҡыт үтмәгән. Әммә оҙайлы һәм ауыр процесс. Һеҙгә көслө һәм бирешмәҫкә кәрәк буласаҡ. Аңлауымса, енәйәтсе яҡында ғына йөрөй. Һеҙгә баҫым яһауҙары ла бар...

– Түҙергә тырышырбыҙ. Бөгөндән һуң осона сыҡмайынса тыныс ҡына йәшәп тә, йоҡлап та булмаясаҡ, ҡустым, – тине Райхана апай өмөт ҡатыш һағышлы күҙҙәрен Райфат Миңнулловичҡа төбәп.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (4). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (4). Рәзинә Зәйнетдинова
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас