Бысаҡ хужаһы
Енәйәтсе енәйәт ҡылған урынға ҡабат бара, тип уйланы Райфат Миңнуллович Райханаларҙан ҡайтырға йыйынғанда. Күңеле лә ошо мәлдә ашығырға ҡушып һиҙҙерттеп елкенеп ҡуйҙы. Аяғын саҡ-саҡ һөйрәп атлаған полиция вәкилен хужабикә йәлләне.
– Улым, бар ағайыңдарҙы ял йортона алып барып ҡуй, – тине. – Ҡараңғы ла төштө, эт-ҡошҡа юлығып ҡуймаһындар.
Ҡунаҡтар өйҙән сығыуға ҡеүәтле сит ил машинаһы, хужаһы менән, ҡапҡа алдында уларҙы көтөп ултыра ине.
– Ҡустым, йәһәтерәк булайыҡ йәме, – тине Райфат Миңнуллович машинаға ултырғас.
– Елдәй осоп ҡына барып етәбеҙ, ағай, – тине Илмир йылмайып. – Ҡалалағы һымаҡ тығындар юҡ беҙҙә.
Көн бөгөн дә болотло ине. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғы кистә һауа саф, еләҫ, тын алыуы рәхәт булһа ла, тәүлектең был мәле полиция лейтенантының күңелендә йәнә шик уятты. Ял йорто янына килеп туҡтағас, Райфат Миңнуллович машинанан төшкәндә улар йәшәгән йортта фонарь янып-һүнгән кеүек ут баҙлағаны күҙенә салынып ҡалды. “Енәйәтсе енәйәт урынына ҡабат килә” тигән уй уның мейеһен ҡабаттан телеп үтте. Хәүеф һиҙеп, Гөлдәниәнең ҡустыһына үҙҙәре менән кереүен үтенде.
Ҡатыны дежур шәфҡәт туташы янынында ҡалған балаларын алырға киткәс, Райфат Миңнуллович Илмир менән бер-береһенә ымлашып ял итергә килеүселәр йәшәгән йорттар яғына йүнәлделәр. Өй янына яҡынлашҡас та, унда кеше йөрөгән аяҡ тауыштары, нимәнеңдер төшөп киткәне ишетелде. Йортҡа кереү менән Илмир үҙенә ташланған ирҙең эсенә һуҡты. Тегеһе бөгөлөп төшкәс, ике ҡулын артҡа шаҡарып бәйләп, өҫтөнә менеп ултырҙы.
– Дамир, инәңде! Һинең һүҙеңде тыңлап... – тип иҙәндә йөҙ түбән ятҡан ирҙең үҙ алдына һөйләнеүенән Илмир шунда уҡ таныны.
– Закир ағай, был һеҙме? Нишләп кеше йортона төшөп бутанып йөрөйһөгөҙ? – тип аптырап та, асыуланып та һораны Илмир ауылдашынан.
Был ваҡытта Дамир менән Райфат Миңнуллович тас та тос һуғыша ине. Полиция лейтенантына ярҙам кәрәккәнен аңлап Илмир ауылдашы Закирҙың өҫтөнән төшкәндә, Дамирҙың бысағы ялт итеп ҡалды. Күҙ асып йомған арала, сабылған үлән кеүек, Райфат Миңнуллович иҙәнгә гөрһөлдәп ауҙы. Ул арала тәҙрәне ултырғыс менән ватып Дамир сығып ҡасты. Илмир утты яҡтыртҡас, эсенә бысаҡ ҡаҙалған Райфат Миңнуллович иҙән уртаһында ята, кофтаһы буйлап ҡан һарҡый башлаған. Янына эйелгәс:
– Туғаным, бысаҡты алма! Ярамай! – тип әле генә үҙе һалып ҡуйған Закир телгә килде. Ул иҙәндән тороп килә ине.
– Ниңә? – Илмирҙың күҙҙәрендә асыулы осҡондар уйнаны. – Күрмәйһеңме ни, ярҙам итергә кәрәк!
– Бысаҡты алһаң, ҡан һиптерәсәк. Ярҙам итеп өлгөрөп булмаясаҡ! Бар ҡатынынан әйт! Тиҙ генә берәй сараһын күрергә, табип саҡыртырға кәрәк! – Ғүмере буйы балта эшендә йөрөп төрлөһөн күргән оҫта юғалып ҡалманы. Райфат Миңнулловичтың төймәләрен ысҡындырҙы. Баш аҫтына карауатта ятҡан мендәрҙе алып һалды.
– Да-а-амирҙы то-то-торға кәрәк! – тип һөйләнде был ваҡытта Райфат Миңнуллович.
– Борсолмағыҙ. Һеҙгә көсөгөҙҙө һаҡларға кәрәк, – тине әле генә өй баҫып кергән Закир. – Ҡулға ҡабыр, әллә ҡайҙа китмәҫ.
Ул арала шәфҡәт туташы ултырған күрше йорттан Илмир менән Райфат Миңнулловичтың ҡатыны йүгереп килеп еттеләр. Ирен күргәс башта ҡатыны бөгөлдө лә төштө. Илмир берәй сараһын кисекмәҫтән күрергә кәрәк икәнлеген әйткәс кенә, аңына килгәндәй булып, телефондан шылтыратырға тотондо. Йорт эсендә элемтә йүнләп булмағас, тышҡа сығып китте:
– Ҡәйенбикәм, тиҙ арала санавиация ебәреү сараһын күр. Райфат үлә, – тигәнен өйҙәге ирҙәр яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалды.
Бер нисә минуттан Зөлфиә ҡабаттан йортҡа керҙе лә, телефондың теге осонда Илмирҙы һорауҙарын әйтте. Был Саимә ине. Тиҙ арала вертолет осорасаҡтар икән. Тик төшөү урыны барлығы-юҡлығы хаҡында белешәләр ине. Райфат Миңнулловичты ҡатыны, яңы килеп еткән ял йортоноң дежур шәфҡәт туташы менән ҡалдырҙылар ҙа, ике ир вертолет төшөрлөк урын – көтөүлек, халыҡ телендә Түңәрәк ялан тип аталған урынға йүгерҙеләр. Юл ыңғайы Илмир ауылдаштар чатына ярҙам кәрәклеген белдереп смс-хәбәр ебәрә һалды.
– Ағай, нимә тип Дамирға эйәреп өй баҫып йөрөйһөң ул? – тип һораны Илмир Закирҙан машинаһына икәүләшеп ултырғас. – Һәйбәт кенә кеше һымаҡһың да...
– Ярҙамың кәрәк тип килгәс, башта ҡаршы төшә алманым. – Балта оҫтаһы башын аҫҡа эйҙе. – Ниндәй эш икәнен белгәс, баш тартып ҡараған инем дә, һуң ине...
– Кәзә тәкәһе кеүек итеп һөйрәп килтермәгәндер бит... – Илмирҙың тауышында асыулы ауаздар сағылып ҡалды. – Бет саба тип...
– Һөйрәп килтермәне... – Закир тамағын ҡырып ҡуйҙы. – Урманға керергә ярамаған ваҡытта бер нисә тапҡыр ағас һорап алған инем. Бура һораусылар күбәйгән саҡта...
– Ишкәнһегеҙ икән ишәк суҡмарын... Уға тарыма, тарыһаң арыма...
– Ағас йыҡҡан ваҡыттағы фото-видеолар миндә һаҡлана. Әле лә акт яҙа алам. Йә төрмә, йә ҙур күләмдәге штарф көтә һине, тигәс, аяҡ тартмаһа ла килдем инде. Былай уҡ килеп сығырын кем белгән... – Закир ысын күңелдән үкенә ине.
Яланға килеп етеү менән, машинаның фарын яҡтыртып ҡуйып, бер яҡ мөйөштә усаҡ яғырға сытыр-сатыр йыя башланылар. Бер нисә минуттан бер нисә машина менән ауылдаштары ла килде. Күптәр ял йортонда нимә булғанлығын тулыһынса белмәһә лә, хәбәрҙәр ине. Түңәрәк яланға төрлө яҡлап машиналарын ултырттылар ҙа, вертолет тауышы ишетелеү менән фарҙарын яҡтыртырға һөйләштеләр. Ул ваҡытта ҙур ғына усаҡ яғырлыҡ сытыр ҙа йыйылған ине.
– Илмир, әйҙә, яралыны бында килтереү сараһын күрә һалайыҡ. – Тағы Закир икән. – Бер генә секундты ла әрәм итергә түгел. Кеше ғүмере менән шаярырға ярамай.
– Шуға өй баҫып йөрөйһөгөҙ шул... – Илмир бөгөн ишеткән, күргән ваҡиғаларынан һаман да тыныслана алмай ине. Етмәһә, апаһының үлеменә бәйле эште башларға торған Райфат Миңнуллович хәл өҫтөндә ята...
– Ҡустым, мин ғәйебемде танмайым. Кәрәк икән хөкөмдән дә ҡурҡмайым. Үҙемдең ҡылығым өсөн яуап бирермен. Әммә әлегә асыуҙы онотоп торорға, ярҙам итеү сараһын күрергә кәрәк, – тине Закир тыныс ҡына.
Ял йортона ҡабаттан барыуҙарына Райфат Миңнулловичтың йөҙө аҡ ҡағыҙ кеүек ағарған һәм йыш-йыш тын алып ята ине. Күҙҙәре йомоҡ булһа ла, аңында. Шәфҡәт туташы ҡан баҫымын үлсәй, тиҙерәк дауаханаға алып барырға кәрәклеген әйтте.
– Ошонда һалып алып бара торайыҡ, - тип ял йортоноң һаҡсыһы носилка алып килде. Өс ир яралыны ипләп кенә һалып күтәреп алып киттеләр. Ярты юлды үтеүгә күктә вертолет геүләгәнен ишетеп, аҙымдарын ҡыҙыулаттылар.
– Ҡан күп юғалтҡан. Ҡотҡарып өлгөрмәй ҡалыуыбыҙ бар. Район дауаханаһына алып барайыҡ. Аңлауымса ул бынан тау аша ғына, - тине Өфөнән килгән табип.
– Тик районда ҡан табып булырмы һуң уға бирерлек? – тип икенсеһе икеләнде.
– Белеүемсә, беренсе ыңғай төркөм барыһына ла ярай. Мин районда билдәле донор, – тине Закир. Ул Дамирға енәйәт ҡылғаны өсөн үкенә һәм Райфат Миңнулловичҡа нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша ине.
– Улайһа, әйҙәгеҙ, беҙҙең менән. Моғайын, һеҙҙең турала белешмә район дауаханаһында барҙыр бит? – тип табиптар уны үҙҙәре менән саҡырҙы.
– Дамирҙан һаҡ булығыҙ. Ул хәҙер йыртҡыс януар хәлендә, – тине Илмирға Райфат Миңнуллович үҙен вертолетҡа күтәреп кереткән саҡтарында.
Бер нисә сәғәт эсендә яҡын кешеләргә әйләнгән Райфат Миңнулловичтың ғаиләһен Илмир үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Был төндә лә ямғыр яуасағын хәбәр итеп йылға буйындағы тирәктәр шаулашты.