Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Ғинуар , 21:11

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (6). Рәзинә Зәйнетдинова

Сәбәпһеҙгә ағастағы япраҡ та һелкенмәй, тиҙәр. Ун алты йәшлек Ғайсарҙы беренсе мөхәббәте класташ ҡыҙыҡай ауылдарының сәхнәһенән төшмәгән йырсы егеткә алмаштырыуы күңелендә тәрән яра ҡалдырҙы. Ғүмере буйы уңалмаҫлыҡ та, оноторлоҡ та түгел ине ул. “Сәнғәт кешеһенә өйләнәсәкмен. Минең балаларыма ла ғашиҡ булыусылары күп буласаҡ”, – тип эстән генә үҙенә һүҙ бирҙе. Тик, бәндә – теләй, Аллаһ – бойора.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (6). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (6). Рәзинә Зәйнетдинова

Кем һин Ғайсар Зәйнуллович?

Сәбәпһеҙгә ағастағы япраҡ та һелкенмәй, тиҙәр. Ун алты йәшлек Ғайсарҙы беренсе мөхәббәте класташ ҡыҙыҡай ауылдарының сәхнәһенән төшмәгән йырсы егеткә алмаштырыуы күңелендә тәрән яра ҡалдырҙы. Ғүмере буйы уңалмаҫлыҡ та, оноторлоҡ та түгел ине ул. “Сәнғәт кешеһенә өйләнәсәкмен. Минең балаларыма ла ғашиҡ булыусылары күп буласаҡ”, – тип эстән генә үҙенә һүҙ бирҙе. Тик, бәндә – теләй, Аллаһ – бойора. Өфөлә һөнәрселек училещеһының һуңғы курсында уҡып йөрөй ине. Ҡулында бысҡы, ҡасауы уйнап торған, һөйләшкәндә һәр ваҡыт күҙеңә тура ҡараған практикантын йыһаз эшләүсе фабриканың хужаһы оҡшатты. “Диплом алыу менән беҙгә кил”, – тип саҡырып ҡалды ул. Ғайсарға эш урыны менән бергә, кәләш тә әҙерләнеп ҡуйылған ине. Үҙенән дүрт йәшкә ҙур, тыуған саҡта зәғифләнгәнлектән бер күҙе салыш булып ҡалған, фабриканың директор ҡыҙы Люциә ине ул. “Люциә – берҙән-бер балабыҙ. Күҙебеҙҙең ҡараһы кеүек итеп ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙек. Тиҙҙән ғалимә буласаҡ. Һеҙҙән күп ейән-ейәнсәрҙәр көтәбеҙ”, – тип буласаҡ ҡайныһы теҙгенде ҡыҫҡа тотто. Туйҙы ҡалала ғына үткәрҙеләр. Ғайсарҙың ата-әсәһе ҡоҙа-ҡоҙалары менән бер генә тапҡыр, йәштәрҙең байрамында ғына күрештеләр. Ә бына Люциә килендәре уларҙың һәр саҡ көтөп алынған килендәренә әйләнде. Ауыл хужалығы буйынса тикшереү эштәре алып барған ғалимә практик эштәрен тап иренең тыуған яғында үткәрҙе. Ауылдарында бәләкәс кенә лаборатория һымаҡ нәмә лә эшләтә алдылар. Урындағы халыҡтың бер нисәүһенә эш урыны булдырып, үҙҙәренең яғында яңы сортлы бойҙай үҫтереү серҙәрен өйрәнделәр, Өфө ғалимәһе ҡалала саҡта, пробиркаларҙағы үҫентеләрҙе тәрбиәләнеләр.

 Салыш күҙле, һәр ваҡыт ҡараһыу төҫтәге күҙлек кейеп йөрөһә лә, Люциә һылыу йөҙлө, күркәм холоҡло, һомғол кәүҙәле гүзәл зат ине. Атаһы менән бергә көнө-төнө эш тип сапҡан ирен үҙ яйына ҡуйҙы. Ҡыҙҙары Лүзә тыуғас, күңелен балаһына баҫты. Лүзә бала сағынан спорт яратты. Йорттарының ҙур баҡсаһында волейбол, баскетбол уйнар өсөн спорт ҡаралтылары ул башланғыс класта уҡығанда уҡ ҡуйылғайны. Тик атай кеше генә берҙән-бер балаһының был мауығыуын өндәмәне. “Ҡыҙ башың менән туп һуғып йөрөмәҫһең инде”, – тип тыя килде. Уңыштарына әһәмиәт бирмәне. Ул үҙенең үҫмерлектән егет ҡорона кергән сағындағы антына һаман да тоғро ине. Шуға ла Лүзә мотлаҡ сәхнә кешеһе булырға тейеш, тигән уй уның башына кереп оялаған ине. Беренсе мөхәббәте, ауылдарының клубында эшләгән ире менән, күптән эскесегә әйләнгәндәрен белһә лә, уйынан, антынан артҡа сигенерлек түгел ине Ғайсар Зәйнуллович. 

Спорт менән араны өҙгәс, Лүзә әсәһенең шөғөлө менән ҡыҙыҡһына башланы. Баҡсалағы ятыраҡ үләнде алып кереп, лупа аҫтынан шуны тикшереп ҡараһынмы, сит илдән килтерелгән гөлдөң үҫентеһе менән мәж килһенме, донъяны яңы таный, оло юлға аяҡ баҫырға торған үҫмер ҡыҙға барыһы ла ҡыҙыҡ ине. Каникулдарында, әсәһенә эйәреп, атаһының тыуған яғына ла практик эштәр менән булышты. Был хәл атаһын бөтөнләй сығырынан сығарҙы.

– Әсәңдәй булып, күҙеңде тоҙҙай итеп, һин дә ғүмер буйы лупа ашап ҡарап ултырырға итәһеңме? – тип туҙынды ул.

Ҡыҙын башланғыс кластарҙа уҡығанда музыка мәктәбенең фартопьяна класына бирҙе. “Көйҙө тойоу, аңлау һәләте юҡ”, – тип бер йылдан һуң уҡытыусылар унан баш тартты. Тауышы бәләкәстән ҡалын булған ҡыҙын, вокал түңәрәгенә Ғайсар Зәйнуллович үҙе етәкләп алып барҙы. Тиҙҙән унда ла: “Моңо юҡ. Баланы бушҡа йонсотоп ваҡытын әрәм итмәгеҙ. Күңеленә ятҡан шөғөл менән булышһын”, – тинеләр. “Бейеү өсөн тырышлыҡ ҡына кәрәк”, – тип уйлап, Лүзәне бейеү түңәрәгенә көсләп йөрөттөрә башлаған атай кешенең йәнә хыялдары селпәрәмә килде. Баҡһаң, тырышлыҡ, атаһының түләгән аҡсаларынан тыш, бейеүсегә һығылмалыҡ, оҫталыҡ, эске бер дәрт тә кәрәк икән. Был ваҡытта Лүзәгә ун өс йәш ине. Үҫмерлек осорон кисергән мәлдә аҙым һайын үҙенән баш тартыуҙарынан, һәләтһеҙлегенә төртөп күрһәтеүҙәренән ялыҡҡан, арыған ине ул. Һәр уңышһыҙ тамамланған яңы шөғөлөнән туҡтаған һайын, үҙен бер ҡарышҡа кесерәйгән, башына баҫып кемдер атлап киткән кеүек итеп тойҙо үҙен. Йомолдо. Үҙенә бикләнде. Был донъла үҙен бер нимәгә лә эшкинмәгән, кәрәкмәгән кеше итеп тойҙо. Әсәһенең ҡыҙы менән аңлашырға теләүе лә килеп сыҡманы. Һырт йөндәрен ҡабартып үҙенә теймәүҙәрен талап итеп уҫаллашҡан бесәй балаһы хәлендә ине ул. 

– Миңә теймәгеҙ. Үҙем беләм,  – тип кенә яуап бирер булды.

Быға тиклем тырышып уҡыған ҡыҙҙың белем алыуға ла теләге һүлпәнәйҙе. Мәктәптә волейбол, баскетбол буйынса уҡыусылар менән эшләгән тренерҙарҙың шөғөлләнергә саҡырыуынан да баш тартты. Класташтары араһында дуҫтары ла бөттө. Урам ҡыҙырып йөрөүҙәре, төндәрен йоҡларға ҡайтмаған саҡтары ла йышайҙы. Һаман да ҡыҙын сәхнә йондоҙо итә алмаған атаһы асыуҙан ҡара янды. Бының өсөн барыһын да ғәйепләне. Әсәһе, олатаһы менән өләсәһе берҙән-бер балалары, ейәнсәрҙәре өсөн ут йоттолар. Бәйҙән ысҡынған эт хәлендә ине ул. Аңҡы-тиңке итеп ҡулына аттестат алғас, юғары уҡыу йортона кереттеләр.

Ошо ваҡытта Ғайсар Зәйнуллович Миратты осратты. Билдәле эшҡыуарҙы Мираттың районына һабантуйға ҡунаҡ итеп саҡырғандар ине. Егеттең йырлауын иҫе китеп тыңланы. Башында: “Минең нәҫелемде дауам итәсәк балаларҙың атаһы ошо кеше буласаҡ”, – тигән уй килде. Мираттың сәхнәнән төшөүгә уның янына ла барып етте. Өфөгә саҡырҙы. Һәләтен үҫтерергә кәрәклеген, ярҙам итәсәген белдерҙе. Телефон номерын ҡалдырҙы. Үҙешмәкәр башҡа һәләтле йырсы һәм бейеүсе егет-ҡыҙҙар Мираттың күктән ишелеп төшкән бәхетенә көнләшеп ҡарағандар ине.

Мират алдан билдәләнгән ваҡытҡа Ғайсар Зәйнуллоич янына Өфөгә килеп етте. Филармонияға эшкә кереү, сәнғәт училещеһына уҡырға барыу тураһында һөйләштеләр. Шулай итеп, егетте үҙенең ҡармағына яйлап ҡына ҡаптырырға тырышты ул. Ҡайныһы кеүек баштан уҡ йәш ағасты бөкмәне, үҙ сәғәте, минуты һуғыуын көттө. Ҡыҙының күҙгә күренеп үҙгәреүе, өйҙәренә йоға башлауы шатландырҙы. Лүзә менән Мират танышҡас, хыялы тормошҡа ашыр кеүек ине лә. Егет менән ҡыҙ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, уртаҡ тел тиҙ таптылар. Спорт, сәнғәт тураһында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй ине. Миратҡа ҡыҙҙың замана мажорҙарына оҡшамауы, ябайлығы менән оҡшаны. Ә Лүзә, ниһайәт, үҙен аңлаған кеше осрата алыуына шатланды. Күңел асыу, ата-әсәһенең аҡсаһын ҡайҙа туҙҙырыу тураһында ғына уйлаған, телдәрендә лә шул булған тиңдәштәренән ялыҡҡан ине ул.

– Егет, туйҙы көҙгә ҡалдырайыҡмы? – тип һораны Ғайсар Зәйнуллович филармония артистары менән  бергә юлға йыйынған Мираттан. Ул егетте киске ашҡа үҙҙәренә саҡырған ине. Оҙатырға сыҡҡанда буласаҡ кейәүенең пландарын белергә теләне.

– Яҙын никах уҡытҡан инек. Туйҙы ашыҡтырырға тура килер, тип уйлайбыҙ. Хәтирә менән бәпәй көтәбеҙ бит, – тип йылмайып ебәрҙе Мират. Бай ағайҙың үҙенә кейәүлеккә ҡармаҡ һалыуына һаман да төшөнә алмай ине ул.

– Ниндәй никах? Ниндәй Хәтирә? – Ғайсар Зәйнулловичтың йөҙө ҡарайып китте, ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенән тауышы ҡарлыҡты.

– Кәләшем Хәтирә. Бала саҡтан бер-беребеҙҙе беләбеҙ, яратабыҙ, – тине Мират, һаман да ҡаршыһындағы ирҙең ҡапыл үҙгәреп китеүен аңлай алмай ине.

– Ә Лүзә? Уның менән уйнаның уйнаның да хәҙер ташлайһыңмы? Минең ҡыҙымдың битенән көлмәксе булдыңмы, көсөк? – Ғайсар Зәйнулловичтың көрәктәй көслө ҡулдары егеттең яғаһынан тотоп алып һелкетә башланы.

– Кем менән уйнаным? Лүзә менән беҙ дуҫтар ғына! – Үҙенән был бай ағайҙың нимә теләүенә саҡ төшөнөп еткән Мират көслө ҡулдарҙан саҡ арына алды. – Лүзә менән беҙ дуҫтар ғына! Һүҙҙәребеҙ берегә, тормошҡа ҡарашыбыҙ тап килә!

– Һуң һүҙҙәрегеҙ береккәс, бер-берегеҙҙе аңлағас, һиңә ауылда ҡараһына ҡатҡан ҡыҙ нимәгә кәрәк? Бында килгәс, тараҡанлы ятаҡта йәшәргәме? – Ғайсар Зәйнулловичтың күҙҙәрендә уҫал осҡондар сағылып ҡалды.

– Нисек инде? – Мират был ағай дөрөҫтө һөйләме ул, тигәндәй иргә аптырап ҡараны. – Нисек инде? Миңә бәпес табырға әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙҙы ташлап китәйем?

– Эш уға ғына ҡалһа, борсолма. – Ғайсар Зәйнуллович иренен ҡыйшайтып мут ҡына йылмайып ҡуйҙы.

– Һеҙ нимә? Кешене бесәй балаһы итеп беләһегеҙме әллә? Хәйер, йәне булған әҙәм бесәй балаһын да йәлләй! – Мираттың ҡаршында торған кешенән аптырауҙан, бер ни тиклем ҡурҡыуҙан күҙҙәре ҙурайып китте.

– Мин уны яҡын күреп үҙебеҙгә эйәләтәм! Эшкә урынлаштырам! Кейәүем буласаҡ, тип кешеләргә таныштырам. Йөҙө ҡара нәмә! – Ғайсар Зәйнуллович төкөрөктәрен сәсеп ҡысҡырырға тотондо. – Мин булмаһам, ауылыңдан да сыға алмай, шунда ер ҡорто булып йөрөр инең бит, оятһыҙ!

– Ағай, үҙегеҙ яныма килеп ярҙам итергә теләгегеҙ барлығын әйттегеҙ бит! – Мират ҙур күҙҙәрен асып аптыраулы ҡарашын Ғайсар Зәйнулловичҡа төбәне. – Һеҙҙең пландарығыҙҙы ла белмәнем... Минең ғаиләм бар.

– Кәзә тәкәһе кеүек бер ҙә ыҡҡа килергә уйламайһың икән, үҙеңә үпкәлә, йырсы аҡтығы! – Ғайсар Миңнуллович хушлашмай ҙа ҡырт боролоп йортона кереп китте.

Сәхнә йондоҙо буласаҡ ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетенән мәхрүм булыуын аңлауы уға ауыр ине. Мираттан нисек тә үс алыу, уны юҡ итеү уйы менән яна башланы. Эҙләгән – тапҡан, тиҙәр бит. Филармония артистарының Ҡарағас ауылында концерт ҡуясаҡтарын белгәс, теҙгенде ҡыҫҡа тотто. Үҙе ул ауылға барып йыһазлыҡ ағас алған, ерҙәрен ҡулға төшөрөргө йөрөгән иргә Өфөгә тиклем ултырып йөрөгән студент ҡыҙ Гөлдәниә планын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Йылан аяғын ҡиҫкән ҡыҙҙың усына арыу ғына суммала аҡса һәм Мираттың сәйенә һалып эсерергә ағыу йомдорорға ғына кәрәк булды. Йотоу менән үт ҡыуығын, ашҡаҙан аҫты биҙен яндырып, кешене теге донъяға алып киткән ағыуҙы йыш ҡына эсеп үлгән кешенең диагнозы менән бутайҙар. Уларҙың оҙайлы ваҡыт спирт менән зарарланған ағзалары ла яйлап ҡына янып юҡҡа сыға. Бер көн йотҡан шайтан һыуы аҙаҡҡыһы була. Гөлдәниә Мираттың сәйенә ағыуҙы һалып эсереп, егет бер нисә минут эсендә бөгөлөп төшкәс, ауыҙына сумкаһында алдан әҙерләп килгән суррогат араҡыны ауыҙына шаҡарып ҡойҙо. Башланған шешәләге бармаҡ эҙҙәрен дымлы салфетка менән ышҡып таҙартҡас, уны өҫтәлгә ҡуйҙы. Ә ағыулы шәшкене үҙе менән алды. Ҡайтыу менән бәҙрәфтәренә ырғытып, енәйәт эшенең эҙен бөтөнләй юйып ҡуйҙы.

Үҙенә кейәү булыуҙан баш тартҡан кешенән Ғайсар Зәйнуллович шулай еңел генә ҡотолған ине. Тик бер нисә йылдан Гөлдәниә уны эшләгән ерендә көтөп тороп, үҙенең пландары менән бүлеште.

– Ғайсар абзый, ятаҡта йәшәп ялҡытты бит әле, – тине күрешеп хәл-әхүәл һорашҡас. – Ғалимә, уҡытыусы кешегә студенттары менән бергә бер урында йәшәүе лә уңайһыҙ.

– Ауыл хужалығы университетының ректоры түгелмен бит. Проблемаларыңды уға барып һөйлә, – тип кеткелдәп көлөп ебәрҙе Ғайсар Зәйнуллович.

– Ә миңә һеҙ ярҙам итәсәкһегеҙ! – тине Гөлдәниә күҙен дә йоммай.

– Ирекмәнлек менән шөғөлләнмәйем. Хәҙерге йәштәр ярҙам иткәнде лә аңламайҙар...

– Мин һеҙгә ирекмән булығыҙ тимәйем. Миңә үҙемә тейешен бирегеҙ... Өфөлә берәй бүлмәле фатир алырлыҡ. – Гөлдәниә мут йылмайып эшҡыуарҙың күҙҙәренә тура ҡараны.

– Аппетитың шәп икән. Ҡоҫтортмаҫмы? – Ғайсар Зәйнулловичтың күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәне.

– Ҡоҫтортмаҫ. Икебеҙҙе бер сер-енәйәт бәйләп торғанын онотмайыҡ. – Гөлдәниәнең тауышы ыҫылдап сыҡты. – Йыуып ҡына ағарта алмаҫлыҡ ҡара эштәребеҙ бар...

 – Ха-ха-ха! Ҡурҡытмаҡсы итәһең инде. – Ғайсар Зәйнуллович хахылдап көлөп ебәрҙе. – Кемдең ҡулы менән йырсы егет теге донъяға дөмөктө һуң? Оноттоңмо ни, мәкинә баш?

– Кемдең фарманы менән эшләнгәнен дә онотмайыҡ! Әлегә енәйәткә тарттырыу ваҡыты уҙмаған...

– Һине бит берәү ҙә ҡурҡытып, көслөп уға ағыу эсерергә ҡушмаған... – Ғайсар Зәйнуллович артығын һөйләгәнен аңлап телен тешләне.

– Берәү ҙә көсләмәне. Әммә һеҙҙең кеүек дәрәжәле ағайҙың һүҙен йыҡҡан хәлдә, унан алда үҙең дә аяҡ һуҙыуым бар ине. Мин, бәлки, шунан ҡурҡҡанмындыр... – Гөлдәниә бирешергә лә, ниәтенән баш тартырға ла уйламаны.

– Ярай, уйлашырбыҙ, – тип Ғайсар Зәйнуллович ҡапыл ыҡҡа килде.

– Уйлашайыҡ, – тип көлөмһөрәне Гөлдәниә. – Тик оҙаҡҡа түгел. Йәйге отпускымда фатирыма ремонт эшләргә уйлайым.

Миратты үлтереүселәрҙең һуңғы осрашыуы шулай булды. Ғайсар Зәйнулловичтың Гөлдәниәгә ҡапыл ҡырт киҫмәүенең сәбәбе, ҡыҙҙың диктофонға яҙҙырып ҡыйыуынан шикләнгән ине. Был аяҡлы ҡазанан нисек тә ҡотолорға кәрәк тип баш ватты ул. Сираттағыса Ҡарағас ауылына ағас алырға килешеү төҙөргә барғанында, урмансы Дамирға серен систе. Урман менән алыш-биреш итеп икеһе Ишәй менән Ҡушайға әйләнгән инеләр. Шуға ла, улар араһында, икеһенең дә ҡатындары ла белмәгән, серҙәр бар ине.

– Һи, тапҡанһың ҡайғы, – тине Дамир, алдындағы конъякты төп күтәрә һуғып, майы ағып торған ҡаҙылыҡ ҡапҡандан һуң. – Яйын табырбыҙ. Бер уның ишеләрҙе генә күргән юҡмы ни?

– Һин, теге ней, ипләп. Йылан аяғы киҫкән нәмә бит ул... – тип Ғайсар Зәйнуллович әшнәһе өсөн борсолоуын белдерҙе.

– Ярай, бер оҙон сәскә генә көс етер әле. Хи-хи-хи... Урманда йөрөп фотоға төшөргә ярата ул. Шунда берәй бәхетһеҙ осраҡҡа тарып ҡуйыр...

Май байрамдарына ҡайтҡан Гөлдәниә ҡая башына менеп фотоға төшөп йөрөгәнендә осоп төштө. Артынан бер нисә көн дауамында аңдып йөрөгән Дамирға унан ҡотолоуы шул хәтлем ҡулай булды. Эт тә һиҙмәне. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотоп ҡая ситендә, тимер юл уртаһында селфи эшләп теге донъяға китеүселәр әҙме ни хәҙер? Гөлдәниә лә шулар рәтенә керетелде.

Әшнәһенең йомошон тормошҡа ашырып ҡайтҡас, Дамир үҙенең салғынан яһалған бысағын юғалтыуын белеп ҡалды. Енәйәт ҡылынған урында табып, һиҙеп ҡалмаһындар тип борсолдо ул. Көн дә тиерлек ҡая башына менеп эҙләне. Бары тик үлән апаруҡ ҡалҡҡас ҡына, тапты ул уны. Күрәһең, былтырғы япраҡта араһында һоро һаплы бысаҡ күренмәгән. Эҙләнеп йөрөгән көндәрҙең береһендә ҡыҙҙың ҡустыһы Илмирҙы бер тапҡыр осратты.

– Ағай, берәй әйберегеҙҙе юғалттығыҙмы әллә? – тип күҙенә тура ҡараған егетте күргәс, тәндәре сымырҙап ҡуйған ине.

– Юҡсы. Әйбер юғалтып йөрөргә мин һиңә ҡыҙ-ҡырҡынмы ни? Урман һағында торған кеше бөтөн ерҙә лә йөрөргә тейеш, – тип мығырлап ҡуйған ине. Ярай ҙа, ҡайғыһынан аҡылынан яҙыр хәлгә еткән Илмир артыҡ әһәмиәт бирмәгән ине ул саҡта.

Гөлдәниә үлгән көҙҙө Ғайсар Зәйнулловичтың берҙән-бер ҡыҙы Лүзә лә баҡыйлыҡҡа күсте. Һуңғы йылдарҙа наркоманға әйләнгән ине ул. Әсәһе аҡса түләп эҙләтеп алып дауаханаларға ла һалып ҡараны. Психологтар, психотерапевтарҙың да ярҙамы теймәне. “Мин бит йырлай ҙа, бейей ҙә, музыка ҡоралдарында ла уйнай белмәйем. Ә атайым лупа менән соҡсоноп ултырырға ҡушманы. Мин тағы нимәгә кәрәк һеҙгә?” – тип Люциә менән Ғайсар Зәйнуллович янына килһәләр, аҡырып, сәстәрен йолҡҡолап илай ине. Бер иректә йөрөгәнендә кәрәгенән артығыраҡ ҡаҙаған ине аҡ үлемде. “Ҡыҙығыҙ былай ҙа оҙаҡ йәшәй алмаҫ ине. ВИЧ иртәме-һуңмы теге донъяға алып китер ине. Йәнә тыумыштан түлһеҙ зат булған”, – тине уны ҡараған паталоанатом.

– Йырсы булмаһаң да, беҙгә ейәндәр тапмаһаң да, һинең минең янымда булыуың үҙе бәхет ине, балаҡайым! Мин өндәшмәүем менән, атайың үҙенең хыялдарына баш була алмауы арҡаһында, һине юғалттыҡ, – тип ҡыҙының йәнһеҙ кәүҙәһенә ятып илаған әсәне Лүзә менән хушлашырға килгән кешеләр араһында йәләмәгәндәре булмағандыр. Ғайсар Зәйнуллович иһә ирендәрен генә ҡанатҡансы тешләне был мәлдә. Яһил кеше үҙенең ғәйебен һаман да тоймай ине.

  Шул көндән һуң, былай ҙа бер-береһенең араһында һөйөү булмаған ир менән ҡатын араһында бәйләнеш өҙөлдө. Икеһе өйҙә бер ваҡытта торорға тырышманылар. Икеһе ике бүлмәлә ятып йоҡланылар. Бары тик ҡыҙҙары үлеүгә бер йыл тулғанда, уны иҫләп аят уҡытып туғандарын саҡырған көндө генә Люциә иренә һүҙ ҡушты. Дөрөҫөрәге күңелендә йөрөткән уйын әйтте.

– Нисек һинең һымаҡ әҙәмдәрҙе ер күтәреп йөрөтә икән, – тине ҡөръәнгә килгән кешеләрҙе оҙатып бөткәс.

– Нимә тиһең? Нимә эшләгән әле мин, ул хәтлем, ер күтәрмәҫлек?  

– Гонаһтарың үҙенән-үҙе һауала иреп, юҡҡа сығып бара, тиһеңме әллә? – Люциә ҡулынан килһә ирен ҡараштары менән көйҙөрөп юҡҡа сығыр ҙа ҡуйыр ине.

– Миңә йомаҡ ҡойма. Тураһын әйт. – Ғайсар Зәйнулловичтың тауышы асыуынан ҡарлыҡты.

– Йомаҡ ҡоймайым, тураһын әйтеп иҫеңә төшөрәм. Өс кешенең, был донъяла саҡ йәшәй башлаған балаларҙың, ғүмерен ҡыйған әҙәм аҡтығы һин. Йәнә атайымды эшлектән сығарҙың...

– Ми-и-ин. – Ғайсар Зәйнуллович аптыраған кеше булып ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. – Кемдәр инде улар. Лабораторияңда тилбәрән орлоғо ашап ҡыйығың китә башланымы әллә, бисәкәй!?!

– Һинең менән йәшәп тилбәрән орлоғо ашамаһаң да хыялыйға әйләнерһең.

– Ә мин ишеү насар ир ҙә булғанмын икән дә! – Ғайсар Зәйнуллович мыҫҡыллы йылмайҙы. – Йә бер башлағас туҡтама. Ниндәй гонаһтарым, насар ҡылыҡтарым бар вис әйт. Эсеңдә күпһеп йөрөмәһен. Насар ир булғанмын икән дә... Үләкһә атаһының эшен дауам итеп, балда-майҙа йөҙгәнен онотҡан...

– Халыҡты алдап ергә хужа булыуың тураһында атайымдың эшен дауам итеүгә һанайһыңмы?  Тотҡан урынында өҙә һуҡһа ла, ул бер ваҡытта алдашыу, мутлашыуға барманы. Ә бына һин үлһәң һәр беребеҙгә ике метр ер еткәнлеген беләһеңме? Күпме кешенең күҙ йәшен үҙеңә алғаныңды, беҙҙең нәҫелгә ҡарғыш яуҙырғаныңды аңлайһыңмы? Атайым шап-шаҡтай, типһә тимер өҙөрҙәй кеше ине. Көслө йөрәк дарыуын ул эскән сәйенә, ҡәһүәһенә көн дә тамыҙырға кәрәклеген уның секретаршаһына кем ҡушҡан? Эштән китер алдынан, һинең менән нимәлер бүлешә алмағас, әсәйемдәргә үҙе барып һөйләп киткән бит ул ҡатын! – Ҡып-ҡыҙыл булған Люциә асыуынан башындағы яулығын һыпыра тартып диванға атып бәрҙе.

– Ниндәй нәҫел тураһында һөйләйһең, алйот? Кем ҡалды һинән һуң? Бер баланан башҡа бала табырға ла эшкинмәнең. Булғанына ла йүнле тәрбиә бирә белмәйенсә, ана, ер аҫтында ята! Атайың былай ҙа иртәме-һуңмы кәкерәйер ине! – Ғайсар Зәйнуллович та асыуынан ҡатынына ажғырҙы.

– Һинең амбицияларың арҡаһында ер аҫтында ята Лүзә! Тағы ла ике йәш егет менән ҡыҙ ҙа... 

– Улары кемдәр инде? – Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Ғайсар Зәйнуллович хахылдап көлгән кеше булып ҡыланһа ла, килеп сыҡманы. Тамаҡ төбөнән ғыжылдаған ауаздар ғына ишетелде.

– Мират Һөйәрғолов, Гөлдәниә! Оноттоңмо ни?

– Урам буйында эсеп үлгән йырсы аҡтығында минең ни ҡыҫылышым бар? – Ғайсар Зәйнулловичтың асыуынан ауыҙынан төкрөктәре сәселде. – Ниндәй Гөлдәниә тағы?  Ысынлап алйып бараһыңмы? Һинең урының дурдомда? – тип һүҙҙәрен дөрөҫләп һуҡ бармағын сикәһенә бороп күрһәтте.

– Мираттың эсеп үлгәненә ышанаһыңмы? Мин – юҡ! Ә Гөлдәниә – Ҡарағас ауылы ҡыҙы, Мират үлгән ауылдан ине ул. – Иренең ҡармаҡҡа эләгеүен һиҙгән Люциә уның күҙенә тура ҡараны.

– Һин, һин, уны ҡайҙан беләһең? – Ғайсар Зәйнулловичтың теле аңҡауына йәбешеп китте.

– Донъя түңәрәк тигәндәрен ишеткәнең бармы? Ул ҡыҙ миңә диссертацияһын яҡланы. Эйе, яһиллығы, уҫаллығы бар ине. Үҙенә бармағы ла кәкре ине. Әммә ҡара тырыш, уңған ҡыҙ ине. Хәйер, кем булһа ла, берәүҙең дә йәнен ҡыйырға һинең хаҡың юҡ ине!

– Йә, йә, урам буйында, Башҡортостанда, донъяла үлгән һәр икенсе йәш кешенең дә ғүмере ҡыйылыуҙа минең ҡыҫылышым барҙыр. – Ғайсар Зәйнуллович үҙен ҡулға алып өлгөргән ине. Үҙе һөжүмгә күсте. – Йә, тағы кемдәрҙе үлтергәнмен? Үлтереүсе менән үҙең нисек ҡурҡмайынса бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп ятаһың?

– Минең юғалтырлыҡ нәмәм юҡ. Артымдан, ейәнсәрҙәрен юғалтыу ҡайғыһынан бөгөлөп төшөп, бер аяғы ерҙә, икенсеһе ерҙә булған ата-әсәйемдән башҡа, илап ҡалыусы ла юҡ. Шуға һинең һымаҡ әҙәмдәрҙән ҡурҡмайым. Ерәнәм генә! Тфү! – Люциә иренең битенә ласҡылдатып төкөрҙө. 

– Ах, мин һине! Эт һимерһә эйәһен тешләй, тиҙәр! – Ғайсар Зәйнуллович асыуынан шартларҙай булып ҡатынын диванға етәп йыҡты.

 – Эт булып йөрөр көнөң алда әле һинең! – Битен ҡаплап илай башлаған Люциә үҙ алдына һөйләнде. – Мираттың улына ярҙам ит, исмаһам. Гонаһтарың кәмер әҙерәк!

– Нимә тиһең? Әллә ҡасан үлгән бер берәҙәктең улы барлығына тиклем һин ҡайҙан беләһең? – Бер-ике рюмка конъяк эсеп тынысланырға уйлап аш-һыу бүлмәһенә китеп барған Ғайсар Зәйнуллович ҡатыны янына ҡабат килде.

– Атаһын үлтереү менән тыуасаҡ сабый эстә килеш үҙенән-үҙе юҡҡа сыға, тип уйлай инеңме ни? – Люциә арҡаһын турайтып диванға һөйәлеп ултырҙы. Ул әҙерәк тынысланып өлгөргән ине. – Тубырсыҡтай улы бар уның. Мираҫ исемле.

– Ул хәтлеменә тиклем ҡайҙан беләһең тимен, мәкинә баш? – Ғайсар Зәйнуллович асыулы ыҫылданы.

– Уның ауылынан студенттар бар. Һорашып, ярҙам итеп торам...

– О-о-о, ирекмән дә икән дәһә минең ҡатын! Белмәй инем! Үҙем тапҡан мал түгел, кешенеке йәл түгел тигәндәре шул була инде!

– Мин һин тапҡанға риза булып ятҡаным юҡ. Эшләгәнем үҙемә етә.

– Хәйерсе уҡытыусы аҡсаһы менән бындай тормош төшөңә генә керер ине. – Ғайсар Зәйнуллович үҙенең кемлеген онотоп ҡатынына баҫым яһарға тырышты.

– Һин миңә өйләнгәнсе үк атайымдың үҙ фабрикаһы бар ине... Был хаҡта онотоп китәһең шикелле... – Үҙен күрәләтә кәмһетеүгә йөрәге күкрәгенән сыға яҙып типкән ҡатындың теле көрмәлде. Атаһы димләп өйләндергән кешенең күңеле шул хәтлем бысраҡ икәнлеген аңлаған һайын бергә үткән йылдарының бушҡа үткәнлеген аңлап, үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне.

– Мин булмаһам кибеп бөткән атайың күптән хәйер һорашып йөрөр ине! – Ғаилә башлығы һүҙ бөткәнлеген белдереп саф һауа һуларға тышҡа сығып китте.

Ошо көндән һуң ир менән ҡатынды бәйләп торған, бына-бына өҙөләм тип торған һуңғы еп шартлап өҙөлдө. Әлбиттә, билдәле кеше ҡатынлы кеше статусын юғалтмаҫ, үҙе һымаҡ серегән байҙар араһында һүҙ сығармаҫ өсөн публикаға яҡшы уйнаны. Ҡатынының тыуған көнөнә, башҡа ваҡ-төйәк байрамдарға ла ҙур гөлләмә менән бүләк ебәрәүҙе ғәҙәт итеп алды. Люциәнең хеҙмәттәштәре уның буш ҡыуыҡлы ҡатын-ҡыҙ бәхетенән көнләште, уныҡы кеүек ир тураһында хыялланды.

Был ваҡытта Ғайсар Зәйнулловичтың да сәнғәт кешеләренән күңеле биҙгән ине. Дөрөҫөрәге, күңелен нәфсе сире тотошлайы менән биләп алған ине. Йөҙйәшәр ҡарағас, ҡарағайҙарҙы йыҡтыртып иң ҡиммәтле йорт йыһаздары эшләтеү, туристарҙың иғтибарын йәлеп итерлек ерҙәргә хужа булыу менән булышты. Көтөүлек, бесәнлекһеҙ ҡалған халыҡтың ҡарғышынан да ҡурҡманы. Үҙен был донъяның хужаһы итеп тойҙо. Мәңге йәшәр кеүек итеп хис итте. Бер кис эштән ҡайтып “БСТ” каналын ҡарап ята ине. Шунда таныш йөҙҙө күреп, тауышты ишетеп ятҡан еренән тертләп һикереп китте. “Мират!” – тип асылған ауыҙы оҙаҡ ҡына ябылманы. Йөрәге үҙен һиҙҙертеп дөпөлдәргә кереште. Йырҙың аҙағында йыр конкурсын алып барыусы йырсының исем-шәрифен әйткәс, бер саҡ үҙенең фарманы менән аяҡ һуҙған кеше түгеллегенә ышанды, әммә йөрәге урынынан ҡупҡан ине. Финалға үткән Мираҫ Һөйәрғолов Өфөлә буласаҡ гала-концертта ҡатнашасағын белгәс тә, билет алып ҡуйҙы.

Мираҫ һуйған да ҡаплаған атаһы ине. Шул уҡ күркәм йөҙ, бәһлеүән буй-һын. Ҡалаҡҡа ғына һалып йотмалы егет. Был йәштә ҡала балалары сибек кенә, баҙҙа ҡояш күрмәйенсә нәп-нәҙек булып үҫкән шытыҡты хәтерләтәләр. Бының иһә яурындары киң, мускулдары уйнап тора, аяҡтарын кирә баҫып тороуында ла үҙен ышаныслы тотоуын аңлата ине. Ҙур сәхнәгә сыҡҡас та: “Мин тыуғансы уҡ ун ете йыл элек үлеп ҡалған атайым Мират Һөйәрғоловтың баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ғына ижад иткән шиғырын көйгә һалдым”, – тине ул. Беренсе куплеттан һуң тәүге ҡушымтаны йырлағанда уҡ Ғайсар Зәйнулловичтың йөрәге лерт итеп ҡалды. Йырсы үҙен ҙур алҡыштарға күмгән тамашасыға баш эйгәндә, һауа етмәйенсә затлы галстугын ысҡындырырға маташты ла ҡалғанын иҫләмәне.

Дауаханала аңына килгәс, Мират менән Мираҫты бер һында күреп һаташты. Ҡайһы бер ваҡытта шарҡылдап көлөп Гөлдәниә лә яндарында пәйҙә булды. Лүзә янынан бөтөнләй китмәне шикелле. Башынан һыйпап хәлен еңеләйтергә теләгән һымаҡ тик торҙо бынан туғыҙ йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән ҡыҙы. Йәнен бер нисә тапҡыр алырға килгән Ғазраил кире китте. Был донъяла ҡылған эштәре өсөн үкендерергә теләне ул. Аңына килгән һайын кипкән телен саҡ-саҡ кисереүҙәрен һорай торған Ғайсар Зәйнуллович хәлдән тайҙы, ҡара тиргә батты. Һуңғы уянғанында үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойоп система көпшәһен үрелеп алып муйынына ураны. Ғыжылдай башлағас, аҫты еүешләнгәнен тойоп: “Их, был килеш китмәҫкә ине лә”, – тигән һуңғы уйы – был тормошҡа ашырылмай ҡалған эше, үкенесе мейеһен телеп үтте.

Ғайсар Зәйнулловичты мәңгелек йортҡа оҙатыуҙы мәйет ерләү менән аҡсаға шөғөлләнгән кешеләр башҡарҙы. Ҡатыны Люциә ерләүҙән һуң эшселәре, таныштары йыйылған кафеға ғына барып ултырҙы ла, башҡалар таралыр-таралмаҫтан ҡайтып китте. Шул көндө үк теге юлы Мираҫ ҡатнашҡан концертты ойоштороусы менән бәйләнешкә кереп, һәләтле егеттең ижадын үҫтереүгә булышлыҡ итер өсөн ярты миллион һум аҡса күсерергә теләүен әйтте. Икенсе көндө уйлаған эшен башҡарып та ҡуйғас, күңеле тынысланғандай, ниәтенә ирешкәндәй булды.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (6). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (6). Рәзинә Зәйнетдинова
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас