Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Ғинуар , 19:49

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (7). Рәзинә Зәйнетдинова

Ул арала ҡапҡа алдына янғын һүндереү машинаһы килеп еткәне ишетелде. “Һәс тә кинолағы кеүек. Унда халыҡ енәйәтсене тотҡас полиция, ут һүндергәс МЧС-тар килеп етә”, –тип уйланы Илмир эстән көлөмһөрәп.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (7). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (7). Рәзинә Зәйнетдинова

Янғын

Илмир был төндә йоҡлай алманы. Апаһының үҙ үлеме менән йән бирмәүе, Райфат Миңнулловичҡа булған һөжүм егетте йоҡоларынан яҙҙырҙы. Бер бүлмәлә әсәһе Райхана менән ире өсөн ут йотҡан Зөлфиә лә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкәндәре, ваҡыты-ваҡыты менән район дауаханаһына шылтыратып алғандары ишетелә. Егет үҙенә урын таба алмайынса тышҡа сығып әйләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар ултырған бүлмә тәҙрәһенең ҡорғандары тартылған. Тыштан ҡараһаң, йорт эсе дөм ҡараңғы кеүек. Ҡойоп яуған ямғырға иғтибар итмәйенсә, эске ярһыуын баҫырға теләп тышта бер килке тын ғына баҫып торҙо. Һирәк-һаяҡ йәшен йәшнәүен донъяны бер секундҡа булһа ла яҡтыртып ала. Шул мәл бәрәңге баҡсаһында кемдеңдер йүгереп үткән шәүләһен күреп һиҫкәнде. Сүкәйеп шым ғына ҡолаҡ һалып торҙо. Тик ул-был һиҙелмәне.

“Нервынан юҡ-бар нәмәгә лә шикләнәм шикелле”, тип уйлап, өйгә керҙе. Тик йоҡоһо бөтөнләй осҡан ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсомаҫҡа теләп шым ғына урынына барып ятты ла, үткән көнгә һығымталар яһай башланы. “Нисек апайымдың телефонының флешкаһын алдан алып ҡарарға башым етмәне һуң?” – тип борсолдо ул. Туғыҙ йыл дауамында Гөлдәниә апайымдың йәнен ҡыйған кеше иректә, беҙҙең арала йөрөгән, беҙ һуҡыр булғанбыҙ, – тип эстән өҙгөләнде ул. Бер мәл шарт итеп йәшен атҡан һәм шул минутта ул ятҡан тәҙрә янында тыштан ялҡын телдәре пәйҙә булды. Иң беренсе: “Өйҙө йәшен атты”, – тигән уй йәшен тиҙлегендә мейеһен ярып үтте. Йоҡлап ятҡан балаларҙы алырға ла, әсәһе менән Зөлфиәне сығарырға!

Күҙҙәре ҙурайып йүгереп килеп сыҡҡан Илмирҙы күргәс, ҡатындар ниндәйҙер хәеф барлығын шунда уҡ төшөндөләр.

– Тағы ла, нимә булды? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Райхана апай.

 – Райфат тураһында берәй хәбәр бармы әллә? – Зөлфиә иң беренсе сиратта ире өсөн борсолдо.

– Тиҙ генә йорттан сығығыҙ! Мин балаларҙы алам! – тине Илмир тыныс күренергә тырышып.  – Әсәй, документтар ятҡан урынды әйт.

– Уныһын үҙем алам, улым. Бар, балаларҙы йоҡоларынан уятып алып сыға һалығыҙ! – Райхана үҙен тиҙ генә ҡулға ала һалды. – Янғын һүндереүселәргә шылтыратам.

Биш минуттан өй эсендәге биш кеше тышта ине. Райхана аласығының ишеген асып маташа, Зөлфиә йоҡоларынан ныҡлап айнымаған балаларын ике яғынан ҡосағына алған. Ҡошсоҡтарын аярға тырышҡан инә бөркөт хәлендә ине ул.

Ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға хәүеф юҡлығын аңлағас, Илмир баҡсаға һибергә тип әҙерләнгән мискәнән ике биҙрә һыу алып янғын башланған урынға ашыҡты. Нигеҙенән яна башлаған өйҙө күргәс, ут төртөлгәнен аңланы. Үҙе килтергән һыуҙы һибеп, әсәһенең ҡулындағы биҙрәләрен бушатҡас, ҡапыл башланған ҡыҙыл әтәсте икеһенең генә көсө менән еңә алғанлығын аңланылар. Ул арала ҡапҡа алдына янғын һүндереү машинаһы килеп еткәне ишетелде. “Һәс тә кинолағы кеүек. Унда халыҡ енәйәтсене тотҡас полиция, ут һүндергәс МЧС-тар килеп етә”, –тип уйланы Илмир эстән көлөмһөрәп. Насостарын һуҙа башлаған ике егет янына сығып, янғынды һүндереүҙәрен әйтте.

– Ложный вызов булдымы ни? – тине берәүһе.

– Төн уртаһында һеҙҙе саҡырып уйнап ултырғы килә ине ләһә, – тине Илмир асыу ҡатыш көлөмһөрәп. – Йәшен булмаған. Кемдер ут төртөп маташҡан.

– Ҡуҙ-күмер ситкә төшөп, ҡабаттан тоҡанып китмәһен. Әйҙәгеҙ, барып ҡарайыҡ әле, – тине икенсеһе.

– Баҡса аша ҡараһағыҙ етәме? Хәҙер урам эсендәге утты яҡтыртам.

– Ниңә? баҡсаңда алтын йәшерелгәнме әллә? Әллә алтын үҫәме? – Тәмле йоҡоһо бүленгәнгә асыуы килгән янғын һүндереүсе һаман да бушҡа килеүҙәренә йәне көйгәнен белдерҙе.

– Нимә юҡты лығырҙап тораһың һаман? – Илмир был юлы ҡыҙып киткәнлеген һиҙмәй ҙә ҡалды. – Хәҙер өсәүләшеп кереп тапап енәйәтсенең эҙен юяйыҡмы? Былай ҙа утты һүндерәм, ул тирәлә тип артыҡ тапанмаһам ярар ине тип борсолам.

 – Шулай шул, – тип уның менән килешеүен белдерҙе икенсе янғын һүндереүсе егет. – Әйҙәгеҙ, кәртә аша ғына ныҡлап ҡарайыҡ.

Илмир урамдағы бар электр утын да яҡтыртып ҡуйғас, тирә-яҡ яҡтырып китте. Янғын сыҡҡан урын саҡ ҡына төтәп тора ине. Илмирға шул урынға йәне бер нисә биҙрә һыу килтереп һибергә ҡуштылар.

– Беҙ кереп, артыҡ эҙҙәр ҡалдырмайбыҙ. Беҙҙең ҡушҡанды ғына үтә, – тине янғын һүндереүсе егеттәр. – Ярай ҙа, ямғыр яуа. Көн ҡоро булһа, ҡарағай йорт дөрләп яныр ҙа китер ине,  – тип, таң һыҙыла башлағанда улар машиналарына ултырып ҡайтып киттеләр.

– Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай. Ярай ҙа, Илмир ваҡытында күреп ҡалды, – тип Райхана апай өйгә кергәс тыныслана алмай һөйләнде. – Ысынлап та, йәшен атманымы икән? Кемдең ҡулы барҙы икән?

– Әсәй, мин йылы сәй эсәм дә, тышта һағауылда торам. Ниәте тормошҡа ашмағас, ҡабаттан әйләнеп килеп эшен тамамлауы бар, –тине Илмир.

– Кемде әйтәһең, улым? – Райхана һаман да йорттарына ут төртөүҙәренә ышанып етә алмай ине.

– Кем икәнен белһәм, артынан барыр ҙа ҡуйыр инем. Һаҡта торам, тимәҫ инем, әсәй. – Илмир көлөмһөрәп ҡуйҙы.

– Хәҙер ауылда ла йәшәүе ҡурҡыныс икән, – тип, балаларын ҡабаттан йоҡларға һалып, улар янына Зөлфиә килеп сыҡты.

– Яман уйла кешеләр ҡайҙа ла йәшәй инде, – тине Илмир. – Райфат Миңнулловичтың хәле тураһында яңылыҡ юҡмы?

– Операция тамамланды, тинеләр. Тик хәле әлегә билдәһеҙ. Автобус район үҙәгенә йөрөйме? Иртән барырға ине. Балаларҙы ҡарап торһағыҙ... – Өҫтәл янынан килеп ултырған Зөлфиә уңайһыҙланып ҡына яңы таныштарынан ярҙам һораны.

 – Иртәнге һигеҙҙә автобус үтә. Балаларҙы ней ҡарайбыҙ инде, Зөлфиә ҡыҙым. Улар өсөн тыныс бул, – тине сәй яһап торған еренән Райхана. – Райфат Миңнуллович ҡына тиҙерәк йүнәлеп аяҡҡа баҫһын инде...

Төндә янғын булған йортҡа машинаһына тейәлеп полиция төш еткәндә генә килде. Уға тиклем яңы эшләнгән түтәлдәр өҫтөндә бер нисә ҙур размерлы ирҙәр ботинкаһының эҙен Илмир күреп, фотоға төшөрөп алған ине. Башта алып барып күрһәтте, һуңынан телефонын сығарҙы.

– Кемделер күҙ уңында тотаһығыҙмы? – тип һораны участковый.

– Беренсенән, ауылда ир-егеттәр ботинка кейеп йөрөмәй. Бындай ямғыр ҙа йә резина итек тә, йә галош. Икенсенән, кем икәне билдәле инде. Кисә Райфат Миңнулловичҡа һөжүм итеп яралаған әҙәм беҙҙең ауылдаш Дамир,  – тине Илмир ышаныслы итеп.

– Һеҙҙең йортто яндырырға теләүенең сәбәбе нимәлә икән һуң? – Участковый һорау алыуҙы дауам итте. Үҙе егеттең яуаптарын ҡағыҙға теркәп бара ине.

– Кисә Райфат Миңнуллович менән апайымдың ҡаянан осоп төшкәндәге телефонының флешкаһын асып ҡараныҡ. Унда һуңғы төшөрөлгән фотоларҙың береһендә янында торған ир кешенең ярты кәүҙәһе һәм салғынан эшләнгән бысағының һабы күренеп ҡалыуын шәйләнек.

– Быға тиклем ул флешканы асып ҡараманығыҙмы ни? – Участковый яҙып ултырған еренән башын күтәреп аптырап Илмирға күтәрелеп ҡараны.

– Башыбыҙ етмәгән шул, – тип Илмир яурындарын һикертте. – Ә кисә шул бысаҡты башта Райфат Миңнуллович машинаһын ватҡан әҙәмдәрҙең эҙен юллап йөрөгәндә эҙләп таба.

– Беҙ ул урында булдыҡ. Тик бер нимә лә тапманыҡ бит. – Участковый йәнә һораулы ҡарашын Илмирға төбәне.

– Һеҙ ҡоро ерҙе генә ҡарағанһығыҙ. Ул ял йорто янынан Таулы йылғаһын да ҡараған.

– Вәт, Өфө полицияһы. – Участковый телен шартлатып ҡуйҙы. – Беҙҙең уға баш эшләмәгән тиһең инде, әтеү?

– Башығыҙ эшләмәгән тимәйем. Ул көндөҙ, ямғырҙан һуң һыу әҙерәк таҙарғас ҡараған да, енәйәтсенең эҙенә төшкән.

 – Шул бысаҡ менән үткән төндә үҙен яралағандармы?

– Эйе. Аяғын ҡаймыҡтырғас, әсәйемә килеп быуынын ултырттырҙы. Ҡараңғы төшкән мәлдә, аҡһаған Өфө ҡунағын йәйәү ҡайтарырға йәлләп, алып барып ҡуйған инем. Шунда Дамир менән Закир ағайҙы улар туҡталған йортта тоттоҡ. Ярай ҙа, балаларҙы шәфҡәт туташы янына ҡалдырып китергә баштары еткән.

– Район дауаханаһында булдыҡ. Закир Райфат Миңнулловичҡа ҡан тапшырып үлемдән ҡотҡарған, тинеләр, – тине участковый йоҡоло күҙҙәрен ыуып. Күрәһең, район үҙәгендә йәшәгән участковый дежур полиция менән төнгө енәйәт эше артынан йөрөп, бер нисә сәғәт кенә йоҡлап өлгөргән ине.

– Закир ағай енәйәтсенән ҡотҡарыусыға әйләнгән икән, – тип көлөмһөрәне Илмир. – Унан һорау алдығыҙмы һуң?

– Ҡан тапшырып хәлһеҙләнгән кешенән ситкә сығып йөрөмәҫкә тип ҡултамғаһын алдыҡ. Әллә ҡайҙа бармаҫ әле. “Дамирҙың ҡурҡытыуҙарынан ҡойолдом да төштөм шул. Шул арҡала икенсе енәйәттә ҡатнаштым”, – тип ҡайғыра инде.

 – Ярай, ҡайғыра белһә. Сәсе ағарып бөткән килеш, эт саба тип бет сапмаҫҡа бынан кире яҡшы булыр.

– Теманан ситкә тайпылдыҡ шикелле. Дамирҙың ни өсөн өйөгөҙгә ут төртөү сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?

– Минеңсә, Гөлдәниә апайымды ҡаянан ул этәп төшөргән. Өйҙө яндырып уның енәйәтен дәлилләүсе әйберҙәрҙен ҡотолорға уйлаған, тигән фекерҙәмен.

– Булыуы мөмкин. Тик тикшермәйенсә, ҡоро фекер менән генә енәйәтсене яуапҡа тарттырып булмай.

– Төрмәгә ултыртыр алдынан башта уны тоторға кәрәк әле.

– Кинологтар менән бер төркөм полиция эҙләү эшен башланы. Әллә ҡайҙа китмәҫ.

– Урманды биш бармағылай белгән кешене ҡулға алыуы ла еңелдән булмаҫ. Бәлки, ауыл кешеләрен дә йәлеп итергә кәрәктер?

– Фекерең оҡшай. Хужаларға әйтеп ҡарармын, – тине участковый. – Йорт-тирәгеҙгә күҙ-ҡолаҡ булырға тырышығыҙ, – тип хушлашты ул йорт хужалары менән.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (7). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (7). Рәзинә Зәйнетдинова
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас