Мәмерйәләр сер һаҡлай
Дамир – төлкөнән хәйләкәрерәк, бүренән йыртҡысыраҡ, һеләүһендән йылғырыраҡ әҙәм икәнлеген тирә-яҡтағы халыҡ яҡшы белә. Йәнә ҡарсығалай осло күҙле, ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен белгән кеше. Етмәһә, батырҙарҙы дошман күҙенән һаҡлаған, ҡасҡындар төйәк иткән бер нисә мәмерйә лә яҡын-тирәлә бар. Унда йәшенеп ятҡандар йылдар дауамында бер ниндәй ҡайғыһыҙ йәшәй ала. Кейек-януар эргәлә-тулып йөрөй, эсәр һыу – саф шишмәләр аҙым һайын ағып ята. Шуға уны тиҙ генә ҡулға алыуҙарына берәү ҙә ышанманы. Полицияға ярҙам итергә теләктәре булһа ла, күптәр баш тартты. Ҙур-ҙур түрәләр, серегән байҙар менән аралашҡан урмансы был юлы ла һыуҙан ҡоро сыҡһа, аҙаҡ үҙҙәренән үс алыуынан ҡурҡты улар. Был хаҡта тәртип һаҡсыларының күҙҙәренә тура бәреп әйтеүселәр ҙә табылды. Шуға ла, уны эҙләү эше бер нисә көнгә һуҙылды. Ауылдан егерме саҡрым самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡан һунарсы йортон тәүлек әйләнәһенә бер нисә полиция хеҙмәткәре һаҡта тороп күҙәтте. Унда ла килеп йөрөгәне күренмәне. Ғөмүмән, унда күптән берәү ҙә аяҡ баҫмаған ине. Көҙөн ҡаланан килеп урман ҡыҙырып йөрөгән йәштәрҙең артынан өйөлөп ҡалған сүп-сар, буш шешәләр генә, бында ҡасандыр әҙәм балаһының аяғы баҫыуын күрһәтә ине.
Райфат Миңнулловичҡа ҡан биреп, дауаханала бер көн торғандан һуң ауылға ҡайтҡан Закирҙан полиция хеҙмәткәрҙәре ярҙам һораны. Ағас менән булашҡас, уның яҡын-тирәлә нимә барлығын, ҡайҙа йәшәргә мөмкин урындарҙы белеү-белмәүе хаҡында һораштылар.
– Ҡарағас ауылы янында өс бәләкәй мәмерйә бар икәнлеген беләм, – тине ул, бер ни тиклем уйланып торғас. – Тик ҡайһыһында йәшәрлектер әйтә алмайым. Һуңғы йылдарҙа кереп йөрөгәнем юҡ.
– Шулай ҙа, һеҙ һәр береһенең ауыҙын күрһәтеп сыға алаһығыҙ бит? – тип һораны участковый.
– Әлбиттә, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйем, – тине Закир. Ул һаман да Райфат Миңнуллович яраланған төн өсөн үҙен ғәйепле тоя һәм гонаһын юйырға барыһын да эшләргә әҙер ине.
Уҡылаҡая мәмерйәһе – ауылға иң яҡыны. Таулы йылғаһының икенсе ярында ғына тора. Салауат Юлаев яуында ихтилалға күтәрелеүсе башҡорт ир-егеттәре ошонда йәшенеп ятҡан, тигән урындағы халыҡ телендәге риүәйәт бар. Исеменән әйтеп тороуынса, бында батша ярандары менән ихтилалсылар ошо мәмерйә өҫтөндәге ҡаянан уҡ менән атышҡан. Үткән быуат аҙаҡтарына тиклем, Ҡарағас ауылына ут үткәнсе, халыҡ был мәмерйәне һыуытҡысы урынына ла ҡуллана. Көндәр һыуытҡансы мал ҡазаланып-фәлән ҡалһа, яунар атһалар, ботлап-ботлап иттәрҙе шунда алып барып ҡуялар ине. Хәҙер унда аяҡ баҫыусы ла юҡ тиерлек. Ғайсар Зәйнулловичтың ере биләмәһенә кергәс, яҡын барып штраф-фәлән алып та йөрөгөһө килмәй халыҡтың. Мәмерйә ауыҙын мүк баҫып бөткән, эргә-тирәһендә йәш ағастар үҫеп килә.
Дейеү мәмерйәһе – ауылдан ун саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ята. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә һүрәтләнгән әҙәм балаһын бер ҡабыуҙа йотоусы ун ике башлы дейеүҙәрҙе күргәндәре булмаһа ла, урындағы халыҡтың аңында бөгөнгәсә унда дейеүҙәр, ен-пәрейҙәр йәшәй тигән ышаныс, күңелендә ҡурҡыу, шикләнеү йәшәй. Кемдер элек мал эҙләп йөрөгән сағында ҡапыл ғына аҙашҡанда ошонда килеп сыҡҡан. Башы әйләнеп тағы бер урында тапанып, хәлдән тайып тик йөрөгән. Ҡараңғы төшә башлағас, ҡолағына дейеү үкергәнен, дейеү-пәрейҙәр уйнап, йырлашып күңел асҡанын ишеткән, имеш. Һуңынан һаташып йонсоған, йә төндәрен йоҡлай алмаған бер булған. Янынан халыҡ урап уҙғанлыҡтан, яҡын-тирәһен шырлыҡ баҫҡан.
Өсөнсөһө – Ҡатын тип атала. Был мәмерйәгә исем биреүсе гүзәл зат бында бер нисә быуат элек йәшәгән, дөрөҫөрәге, ҡанһыҙ иренән йәшенеп ятҡан, тигән риүәйәт йәшәй халыҡ телендә. Бер байҙың өс ҡатыны булған. Ҡайышлап, ҡайыҙлап ҡына тотҡан уларҙы. Ә егермеһен яңы тултырған йәш кәләшкә, етмәһә, ике оло ҡатындың ҡырын ҡарашы, улар тарафынан сығып ауыл буйлап таралған ғәйбәте, һәр ерҙә аяҡ салыуҙары ла бәғерен телгән. Бер мәл йәш ҡатынға ҡунаҡтар килеүгә аш бешереү йөкмәтелгән. Һалма киҫеп, усаҡ тирәһендә аяҡһып ҡына тороп, аш бешергән. Һимеҙ ҡуйҙан бешерелгән һурпаның тәмле еҫе тирә-яҡҡа таралған. Төрлө тарафтан килгән, хужаның үҙе кеүек бай, дәрәжәле кешеләрҙең танауын ҡытыҡлаған, бишбармаҡтың табынға ҡуйылыуын түҙемһеҙлек менән көткән улар. Бына әҙер ризыҡ ҡунаҡтар алдынан килеп ултырған. Тәмләп ашай ғына башлағас, иттең ауыҙға ҡапҡыһыҙ тоҙло булыуын аңлап, туҡтап ҡалғандар. Баҡһаң, ике көндәше усаҡ янына барған һайын, бешеп ултырған ашҡа ҡалаҡлап тоҙ өҫтәгәндәр икән. Ҡанһыҙ ир, ашарға ла бешерә белмәгән йәш ҡатынын, кеше алдында сәсенән һөйрәтеп туҡмаған. Ҡамсыһының эҙҙәре арҡаһындағы күлдәген буй-буй итеп теткеләгән. Уны һуңғы тапҡыр тере килеш һөйрәлеп барып йәйләү янында урынлашҡан Таулы йылғаһына барып һыу эскәнен генә күрәләр. Аҙаҡ ауылдан өс саҡрым самаһы йыраҡлыҡтағы ошо мәмерйәлә һунарсылар йәнһеҙ кәүҙәһенә тап булалар. Хәлен белеп, ситкә китеп йән бирергә уйлағанмы, әллә ата-әсәһе янына ҡасып ҡайтырға уйлағанда йәрәхәттәренән үлгәнме, быныһын аныҡ ҡына белеүсе юҡ. Әммә шул көндән һуң был мәмерйәгә бәхетһеҙ гүзәл заттың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Ҡатын тигән исемде ҡушалар.
Полиция, Закир күһәтеп йөрөп сыҡҡас, ошо өс мәмерйәгә һаҡҡа баҫты. Уҡлыҡая мәмерйәһенә әүәлгесә аяҡ баҫыусы булманы. Полиция вәкилдәре эргәләге шишмәнән услап-услап һыу эсте, ҡаҡы, ҡыҙғалаҡ кеүек үҫемлектәрҙе ашап кинәнде. “Ожмахтың үҙе бит был. Хөрриәт! Өфө байы белгән ҡайһы урынға хужа булырға!” – тип үҙ алдына һөйләнделәр. Аҫаба халыҡтың һәр осорҙа ла ерһеҙ ҡалыуы хаҡында фекер алыштылар.
Ҡатында ла, төнөн ябалаҡ фырылдап осоуынан, өкө ухылдауынан башҡа, таң алдынан һандуғас һайрауынан, көндөҙөн һайыҫҡан шыҡырыҡлауынан, ҡыштырлап сысҡан йүгереп уҙыуынан, яҡындағы шишмәнең наҙлы һылыу ҡыҙ көлгән кеүек сылтырлап ҡына ағыуынан башҡа тауыш ишетелмәне. Бер нисә сәғәт тирә-яҡты байҡап хозурланған урыҫ милләтенән булған өлкән сержант:
– Их, майы ағып торған сусҡа итенән шашлыҡ, эҫе мунса, ҡыҙҙар ғына етмәй бында, – тип ауыҙын сәпелдәтеп кирелеп алды.
– Урмансы килеп сыҡһа, үҙең шашлыҡ итенә әйләнмә, – тине иптәше. – Ана, Өфө лейтенантын нишләтеп һалып ҡуйған. Ике көн буйы аңына килә алмай ятҡан, тиҙәр.
– Иллегә еткән ҡартҡа ла бирешеп торғас, көс яғы самалы булған инде. Бына минең ҡулға килеп эләкһә, кәрәген бирер инем. – Өлкән сержант ҡупырынып күкрәген киреп тороп баҫты.
– Тс-с-с. Һеҙҙе нимә өсөн бында ебәргәндәрен онотмағыҙ, – тип тыйҙы өсөнсөһө. – Көслө лә, етеҙ ҙә, тиҙәр. Әтәсләнеп ултырып, ҡапыл килеп сыҡһа, үҙегеҙ өлөш алып ҡуймағыҙ. Һеҙ маңҡалар өсөн вертолет ебәреп тороусы булмаҫ.
Дейеү мәмерйәһе янына ла өс полиция вәкиле һаҡҡа ҡуйылды. Закир менән участковый ауылға аҙыҡ-түлек алырға ҡайтып китте. Был мәмерйә ауыҙында ла көн тыныс ҡына үтте. Яҙҙың илерткес еҫен һәр япраҡтан, һәр үлән ҡыяғынан, һәр тауыш биргән ҡоштан тойорға, күрергә, ишетергә мөмкин ине. Көндөҙ күңелле генә мәмерйә ауыҙының уң яҡ яғында ҙур бер таштың артында тирә-яҡты күҙәтеп ятҡан егеттәр кискә табан күңелһеҙләнә башланы. Етмәһә, көн йылыныу менән килеп сыҡҡан серекәй тәҡәтте ҡорота. Ҡотолорлоҡ та түгел.
– Бушты бушҡа ауҙарып, серекәйгә донор булып ят инде, – тине берәүһе күңелһеҙ генә. – Байрам осоронда күңел асып йөрөр урынға.
– Урмансыны тотһаҡ, мул ғына премия буласаҡ, тинеләр бит. Аҡса булһа көн дә байрам инде, – тине икенсеһе вайымһыҙ ғына.
– Мин дә уны тотоп кәрәген бирергә өмөт итәм, – тине өсөнсөһө. – Былай итеп йонсоп ятыуҙың үсен алыр инем, исмаһам. Өсөһө лә шым ғына көлөп алдылар.
Төнгө ике менән өс араһында мәмерйә ауыҙынан йылп итеп бер шәүләнең сыҡҡаны күренде лә, төнгө ҡараңғылыҡта шунда уҡ ирене. Ҡаты йоҡоға тарып барған полиция вәкилдәре һиҫкәнеп ҡуйҙы. Берәүһе билендә торған пистолетын һәрмәп ҡараны.
– Кеше булдымы, әллә ен-пәрейме? – тине байрам ваҡытында күңел аса алмауына ҡайғырғаны.
– Өләсәйеңдең әкиәттәрен һаман да тыңлайһыңмы әллә? Ниндәй ен-пәрей булһын? – тип икенсеһе уның бөйөрөнә терһәге менән төртөп алды. – Йоҡоға хужа булып күҙәтергә, башҡаларҙы был тирәгә йыйырға кәрәк.
– Ҡатын, Уҡлыҡая, һеҙ беҙҙе ишетәһегеҙме? Дейеү янында Урмансы пәйҙә булды шикелле. Һеҙҙән ярҙам һорайбыҙ, – тип өсөнсөһө рация аша иптәштәренә шым ғына хәбәр итте.
– Беҙ һеҙҙе аңланыҡ. Урмансыны өркөтмәҫ өсөн, атлап барабыҙ. Абай булығыҙ, – тип рациянан яуап бирҙеләр.
Таң беленер-беленмәҫ ваҡытта теге һындың ҡабат мәмерйә ауыҙына йылп итеп кереп киткәнен шәйләп, һағайҙылар.
– Шул хәтлем кәүҙә менән нисек шым ғына йөрөй ала икән? Төлкөмө ни? – тип берәүһе телен шартлатты. – Был әҙәмде ҡулға төшөрөүе, ай-һай, еңелдән булмаясаҡ.
– Тегеләр тиҙерәк килеп етһә ярар ине, – тип икенсеһе лә борсолоуын белдерҙе.
– Нейә, бая Урмансыны ҡулға төшөрөп премия алырға йыйына инегеҙ түгелме ни? Улар килһә, аҡсаны бүлешергә тура килә бит, – тине өсөнсөһө уйынлы-ысынлы.
Яҡында ғына аяҡ тауыштары ишетелде. Закир менән участковый икән.
– Был мәмерйәгә күмәкләшеп кереп булмай. Атлап йөрөрлөк урындар тар ғына. Етмәһә, аяҡ аҫтындағы таштар дейеү тештәре кеүек осло, упҡынға тәгәрләп төшөп кенә тора, – тине Закир.
– Нимә тәҡдим итәһегеҙ һуң? – тине участковый. – Башҡаларҙың килгәнен көтәйекме-юҡмы? Артыҡ оҙаҡланылар бит әле.
– Тура асфальт юлдан ғына килмәйҙәр бит. Ер-һыу кипмәгән, етмәһә яҡтырып та етмәгән, күптәр өсөн таныш булмаған ер, – тине Закир. – Минең менән кем керергә риза? – тине әҙерәк уйланып торғас.
– Шыбаға тотайыҡ, – тине өлкән сержант көлөмһөрәп.
– Был йәшенмәк уйыны түгел, – тине участковый, аяҡ аҫтына серт итеп төкөрөп. – Үҙенә ышанған, ҡул һуғышын белгән, таҫыллы кеше кәрәк.
– Мин кикбоксинг буйынса КМС, – тине ҡулына рация тотҡан егет. – Тик аренала ғына һуғышыуҙан башҡа ерҙә үҙемде һынап ҡарағаным юҡ.
– Тимәк, икәү мәмерйәгә керәбеҙ, – тине Закир ышаныслы итеп. – Ботинка бауҙарын ныҡлап бәйлә, кеҫәңдә бысаҡ-фәлән бармы?
– Пистолет ҡына.
– Аҙыҡ телергә тип һалып алған минеке бар. Ал, – тине икенсеһе.
Мәмерйәгә кереп, бер нисә аҙым атлауҙары булды, Закирҙың аяғы аҫтындағы таштар ишелеп китте. Үҙе менән кергән тәртип һаҡсыһы курткаһынан эләктереп өлгөрмәһә, упҡынға оса ине. Таштарҙың шатырлап аҫҡа төшкән тауышын, әлбиттә, Дамир ҙа ишетте. Ул ҙур ғына заллы үҙе ятҡан ерҙән һағайып тороп баҫып, таш стена артына боҫоп, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың үҙенә яҡынлашыуын көтә башланы. Бына атыу тауышы яңғыраны, бер-бер артлы икенсеһе, өсөнсөһө.
– Дамир, мәмерйәне уратып алдылар. Бирел. Енәйәт өҫтөнә енәйәт эшләмә, – тине Закир.
– Мин һинең һымаҡ аумаҡай әҙәм түгел, – тине Дамир ыҫылдап. – Ҡурҡаҡ, һатылдыңмы? Мине лә һаттыңмы?
– Һәр кем эше өсөн иртәме-һуңмы яуап бирергә тейеш. Ҡоралыңды һал, иҫәрләнмә! – Закир һаман да ауылдашын өгөтләүҙән туҡтаманы. Яуап итеп ҡолағының япрағын сыйып йәҙрә осто. Йәнә бер атыу тауышы ҡабатланды. Быныһын Закир менән килгән тәртип һаҡсыһы пистолеттан атты.
– Ах! Хайуандар! Мә, алығыҙ! – Дамир яраланған йыртҡыс кеүек үкереп ебәрҙе лә, мылтығынан йәҙрәләре бөткәнсе бер-бер артлы тыҡылдатырға тотондо. Ҡаршыһына килеүсе икәүгә баштарын ҡосаҡлап мәмерйәнең таш стенаһына һырлығыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бер нисә минут мәмерйә эсе тын торғандан һуң, полиция вәкиленең пистолеты телгә килде. Оҙаҡламай Дамирҙың ауыр ыңғырашып таш иҙәнгә ауғаны ишетелде. Уның аяғы йәрәхәтләнгән ине.