Айгиз Баймөхәмәтов исеме республикала яҡшы таныш. Әҙәбиәткә ул “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесы менән килеп керҙе һәм тиҙ арала уҡыусының яратҡан яҙыусыһына әйләнде. Хәҙерге башҡорт балалар һәм үҫмерҙәрен башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү уятыуға булышлыҡ иткән әҙипте төрки халыҡ уҡыусылары ла ярата. Төрлө төбәктә, хатта сит илдәрҙә лә ижад емештәренең ҡабат-ҡабат нәшер ителеүе, повестары буйынса спектаклдәр күрһәтелеүе, фильмдар төшөрөлөүе лә быға асыҡ дәлил.
Яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадына бәйле тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ! Уның “Ҡадырма, әсәй!” повесы буйынса Ҡаҙағстанда фильм төшөрөлгән. “Тастамашы, ана” (12+) фильмы Ҡаҙағстан кинотеатрҙарына 5 февралдән сығарыласаҡ! Кино - ҡаҙаҡ телендә.
Айгиз Ғиззәт улы Ҡаҙағстанға фильмдың премьераһына барырға ниәтләй. Ул бер юлы өс ҙур ҡалала — Алматы, Астана һәм Шымкентта үтәсәк.
"Кино төшөргән ваҡытта минең кәңәш-фекерҙәремә лә ҡолаҡ һалдылар. Әммә һуңғы вариантты әлегә үҙем дә күрмәгәнмен. Артабан дубляж эшләнәсәк һәм фильмды күрше республикаларҙа ла күрһәтеү планлаштырыла. Әлбиттә, Башҡортостан халҡы ла уны ҡарай аласаҡ", - ти Айгиз Ғиззәт улы.
Ғөмүмән, Айгиз Баймөхәмәтов исеме ҡаҙаҡ уҡыусыһына күптән таныш. Ошо киноның премьераһы алдынан унда, өс мең тираж менән, унынсы тапҡыр китабын нәшер иткәндәр. Ул кинонан алынған өҙөктәр менән биҙәлгән. Башҡорт яҙыусыһының был китабы Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылған һәм ул мәктәптәрҙә лә өйрәнелә.
Әйтеп үтергә кәрәк, “Ҡалдарма, әсәй!” повесы буйынса фильм Башҡортостанда Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында ла төшөрөлгән, уның премьераһы 2026 йылда көтөлә.
Фото “Башинформ” сайтынан алынды.