Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Февраль , 12:40

Айгиз Баймөхәмәтов РФ Яҙыусылар союзының ҡабул итеү комиссияһы составына инде

Ултырышта шулай уҡ яңы ағзалар ҡабул итеү, бәғзеләрен сығарыу, ғәмәлдәге ағзаларҙы аттестациялау  механизмын әҙерләүҙе башларға ҡарар иттеләр.

Айгиз Баймөхәмәтов РФ Яҙыусылар союзының ҡабул итеү комиссияһы составына инде
Айгиз Баймөхәмәтов РФ Яҙыусылар союзының ҡабул итеү комиссияһы составына инде

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Рәсәй Яҙыусылар союзының ҡабул итеү комиссияһы составына индерелде. Ҡабул итеү комиссияһы составы Мәскәүҙә РФ Яҙыусылар союзы идараһы секретариатының беренсе секретарь Владимир Мединский рәйеслегендә киңәйтелгән ултырышында раҫланды.  

Айгиз Ғиззәт улы был комиссияла  Рәсәй милли республикаларының берҙән-бер вәкиле. Ҡабул итеү комиссияһы рәйесе итеп бер тауыштан «Роман-газета» журналының баш мөхәррире Юрий козлов һайланды. Шулай уҡ комиссияға Михаил Барщевский, Алексей Варламов, Игорь Волгин, Дмитрий Емец, Сергей Лукьяненко, Юрий Поляков, Захар Прилепин һәм башҡа билдәле яҙыусылар инә. Ултырышта шулай уҡ яңы ағзалар ҡабул итеү, бәғзеләрен сығарыу, ғәмәлдәге ағзаларҙы аттестациялау  механизмын әҙерләүҙе башларға ҡарар иттеләр.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.

Валерий Шахов / ИА «Башинформ»

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас