Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Март , 21:12

Ырыуҙар хәрәкәте лә тап Ғафуриҙа башлана

Беренсе халыҡ шағирының төйәгендә бөгөн дә яҙыусылар, шағирҙар сығып тора.

Ырыуҙар хәрәкәте лә тап Ғафуриҙа башлана
Ырыуҙар хәрәкәте лә тап Ғафуриҙа башлана

Ғафури районының әҙәби ижадсыларын берләштергән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенә – 40 йыл! Был сараны Ғафури халҡы Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы бинаһында гөрләтеп үткәрҙе. Уны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов асып: “Ғафури районы - таланттар төбәге”, - тине. Ҡәләм тирбәтеүсе Ғафури халҡына уңыштар теләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе. Яҡташтары алдында хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң шәп юмористарының береһе Венер Айҙар улы Исхаҡовҡа Шукшин миҙалын тапшырҙы.

 “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең тәүге ағзалары Нияз Сәлимов, Нурия Исламғолова, Фәхри Ҡужин, Уйылдан Шәрипов, Рәшит Заһиҙуллин, Салауат Әбүзәров, Мөнир Ҡунафин, Самат Ғәлиуллин һәм башҡалар була. Һуңыраҡ Миңтимер Кәримов, Рәмзиә Монасипова, Фәриҙә Бохарова, Фәиз Садиҡов, Айһылыу Яҡушева, Юнир Үтәгәнов, Салауат Йосопов, Фәрғәт Ғәлин, Рәйлә Сабитова, Заһир Аҡмырҙин, Рәмил Ғимрани, Азамат Түзбәков, Миңзилә Рәхимова, Зилә Сәйетбатталовалар килеп ҡушыла. Ике сәсәниәбеҙ Халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ булды: Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина - Алтынбикә 2018 йыл, Рафикова Рима Мөхәмәт ҡыҙы - Шәмсебикә 2023 йыл.

“Табын” гәзите менән “Мағаш тауышы”ның юбилейҙарын Өфө һынлы Өфөнөң Яҙыусылар Союзында үтеүе - беҙҙең өсөн, әлбиттә, ҙур мәртәбә. Бында беҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең роле бик ҙур. Заманында янып-көйөп районыбыҙҙа үҙаллы гәзит сығарыуға өлгәшкән, әле уның һәр номерын энә күҙәүенән үткәреүсе Ғафури районының ысын патриоты Ниязбай Булатбай улы Сәлимовҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Кәрәк икән, маҡтап та ебәрә, кәрәк икән, тәнҡитләп тә ала. Шуныһыҙ эш бармаясағын, алға китеш булмаясағын аңлап эшләй.

Беҙ бөгөнгө менән генә йәшәргә тейеш түгел. Ана беҙгә ниндәй матур алмаш үҫеп килә! Шул һәләтле балаларҙы табып, күреп, өйрәнеп һәм өйрәтеп киләсәкте тәрбиәләргә тырышам. Килгән һәр бер шағирәбеҙҙең кереткән өлөшө бик ҙур. Кисә әйтеп киттем инде”, - ти “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең етәксеһе Гөлшат Әкрәм ҡыҙы.

Яҡташтар осрашыуын Ғафури районынан килгән мәктәп уҡыусыларының йыр-бейеүҙәре биҙәне. Сараны Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин алып барҙы.  

Ырыуҙар хәрәкәте лә тап Ғафуриҙа башлана
Ырыуҙар хәрәкәте лә тап Ғафуриҙа башлана
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас