Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Март , 16:05

Өфөлә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә

Тағы ла ниндәй шәхестәр исемендәге урам булыуын күрергә теләр инегеҙ? 

Өфөлә  Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә
Өфөлә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә

 

Өфөнөң 8 март биҫтәһендә шағирә Факиһа Туғыҙбаева хөрмәтенә урам барлыҡҡа килә. Ҡала советы депутаттары сираттағы ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте. Уның Йәрминкә урамы янында урынлашыуы билдәле. Баш ҡала халҡы интернетта тауыш биреү барышында әлеге идеяны хупланы.

Факиһа Туғыҙбаева –  күренекле башҡорт шағирәһе, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

Уның 25 шиғырҙар йыйынтығы, балалар өсөн 10-дан ашыу китабы бар. Китаптары рус, татар, төрки телдәрендә баҫылған. Авторҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыу әсбаптарына индерелгән.

Факиһа Туғыҙбаева башҡорт әҙәбиәтен, республика журналистикаһын үҫтереүгә һәм пропагандалауға тос өлөш индерҙе. Ул 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн башҡорт шағирәләренән беренсе булып Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 2014 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

Факиһа Туғыҙбаева балалар өсөн «Аҡбуҙат» әҙәби-нәфис журналын ойоштороусы, уның беренсе баш мөхәррире булды, тип яҙғайны «Башинформ». Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2021 йылда арабыҙҙан китте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-25/v-ufe-ulitsu-nazovut-v-chest-poetessy-fakii-tuguzbaevoy-4626566

Фото: Башинформ | Архив

Өфөлә  Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә
Өфөлә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас