Шоңҡар
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Апрель , 21:30

Ваҡыт

Беҙ ваҡыттың ағышына Ҡуя алмайбыҙ кәртә,

Ваҡыт
Ваҡыт

Беҙ ваҡыттың ағышына
Ҡуя алмайбыҙ кәртә,
Үҙгәртә лә алмайбыҙ,
Ә ул беҙҙе үҙгәртә.

Ҡартайтам тиһә, ҡартайта,
Итә ул үҙһүҙлеген,
Тештәрҙе лә һирәгәйтә,
Элә ҡалын күҙлеген.

Сәстәрҙе лә аҡҡа буяй,
Ә кемдәрҙекен - ҡоя,
Гримёр һымаҡ, йөҙҙәргә
Йыйырсыҡ яһап ҡуя.

Ҡан баҫымы менән уйнай,
Ҡолаҡты ҡатылата,
Хәтерҙе лә һайығайта,
Ҡулдарҙы ҡалтырата.

Һыҙланмаҫ өсөн кейҙерә
Йомшаҡ быйма аяҡҡа,
Тигеҙерәк йөрөһөн тип,
Таяндыра таяҡҡа.

Былар бар ҙа киләсәктә,
Әлегә беҙ йәп-йәштәр,
Шуның өсөн бокалдарҙы
Күтәрәйек, иптәштәр!

Юлдаш ӘХТӘМОВ.

Автор:
Читайте нас