Ғафури районы әҙәбиәтебеҙгә иң күп әҙиптәрҙе биргән төбәк булараҡ билдәле. “Килен шәле” исемле тәүге китабы менән ошо мөхиткә ныҡлы килеп ингән Рәзинә Зәйнетдинова – Урманшина бөгөн ошо исемлектә үҙ һүҙе, теле булған, заман проблемаларын үҙ ижадында ҡыйыу әйткән йәш яҙыусы. Уның “Ҡашлы йөҙөк” тигән икенсе китабы ла үҙ уҡыусылары күңелендә ныҡлы урын алды. Ә инде ҡәләмдәше Заһиҙә Мусина менән бергә Кемель Токаевтың «Билдәһеҙ эҙ» китабын тәржемә иткәне өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булыуы уның тағы ла ҙур уңышы хаҡында һөйләй. Аллаға шөкөр, ғафуриҙар, яҡташтары үҙ яҙыусыһын ҙурлай, хөрмәт итә. Үткән шәмбе Рәзинә Ғилман ҡыҙының ғәзиз төйәге Юлыҡ ауыл мәҙәниәт йортонда уның ижадына арналған әҙәби — музыкаль кисә шуның бер миҫалы ине.
Байрамға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, яҙыусы Венер Исхаҡов, журналдың биҙәлеше мөхәррире Айнур Аҡылов, шағирә Гөлнур Ҡыуатова ҡатнашты.
Айгиз Ғиззәт улы йәш яҙыусыны ҡотлап, уңыштар теләне. “Рәзинә Ғилман ҡыҙының “Килен шәле” тигән тәүге китабын ентекләп уҡып сыҡтым һәм әҙәбиәтебеҙгә бына тигән прозаик килә тигән фекер тыуҙы.Тап шундай таланттарҙы ваҡытында күрә белергә, үҫтерергә кәрәк. Һеҙ ауылығыҙҙан шундай ҡыйыу, егәрле яҙыусы үҫеп килеүе менән ғорурланырға хаҡлы”, – тине.
Ҡәләмдәштәре Рәзинәнең фантастик, детектив, юмористик әҫәрҙәренең дә уңышлы килеп сығыуын билдәләне. Ә беренсе уҡытыусыһы Гөлфара Махиян ҡыҙы Зәйнетдинова уҡыусыһының башланғыс кластарҙы уҡ бүтәндәрҙән айырылып тороуы, китапты күп уҡыуы, ижади уҡыусы булыуы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева ла уҡыусыһының республика кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа тәүге урындарҙы алыуы хаҡында ғорурланып һөйләне.
Кисәне ауыл мәҙәниәт йорт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән биҙәне. "Яҙҙың матур көнөндәге осрашыуҙан күңелдәр тағы ла йылынып, байып ҡалды. Ошондай йәнле осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине", - тип ҡунаҡтарҙы оҙатты юлыҡтар.