

«Туҡылғанмын аҡ нур, бер ҡаттан...»
Күренекле шағирә, балалар яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатова Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Мәүлит ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын бар итеүгә, йәшәтеүгә, үҫтереүгә тос өлөш индергән әҙибәнең бөтә тормошо һәм ижад юлы әҙәбиәткә, йырға, яҡтылыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышланған. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайтҡас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Балалар һәм өлкәндәр өсөн 30-ҙан ашыу китап авторы. Яҙыусы 91 йәшендә вафат була.
«Туҡылғанмын аҡ нур, бер ҡаттан...»
Мин – әсәймен
Мин – әсәймен.
Ғүмеремдә мәгәр
Күп татыным әсе-сөсөнө.
Бала көлһә,
Донъям теүәлләнде.
Бойоҡто иһә,
Йөрәк өшөнө.
Мин – әсәймен,
Шундай мәлдәр була:
Ҡара ҡайғы килә –
Түҙәһең.
Үкереп илар инең –
Бала хаҡы!
Йөрәк тотҡан булып
Көләһең.
Улар кескәй саҡта
Ашығыуҙан хатта
Һыуҙан да мин ҡайттым
Йүгереп.
Сабый тауышы сыҡһа,
Хәүеф һалып,
Биҙрәм китер ине
Түгелеп.
Юҡ!
Түгелмәй икән!
Мин – әсәймен.
Йөрәк шулай хәүеф үткәрә.
Сабый бәхетенә әсәйҙәр бит
Биҙрәләрен
Мөлдөрәмә
Тулы күтәрә.
Бейеклектән күңелем һүрелмәй
Ул «түбән» тип һис тә уйламағыҙ,
Йәшәгән юҡ тауға үрелмәй.
Күрмәһәм дә тауҙың түбәләрен,
Бейеклектән күңелем һүрелмәй.
Мине аңлай илаһи йән дуҫтар,
Мин үҙем дә ихлас бер заттан.
Күпме йәбер, золом күрелһә лә,
Башым ғорур, кәүҙәм төҙ атлар.
Мине аңлар кеше булған кеше,
Аңларға теләмәҫ тик яттар.
Ете ҡатлы түгел нәҫел-нәсәп,
Туҡылғанмын аҡ нур, бер ҡаттан.
Ғүмер бер генә шул...
Онотолған күптән
Һинең йөҙҙәрең дә, –
Тапалған, юйылған
Йөрөгән эҙҙәрең дә.
Ниңә тағы сыҡтың юлдарыма,
Һиндә ине яҙмыш –
Ҡулдарыңда...
Кем һин миңә бөгөн:
Һүнгән мөхәббәтме,
Әллә һис уңалмаҫ йәрәхәтме?..
Йәш ваҡытта хата була
Гел генә шул.
Хата төҙәтергә ғүмер
Бер генә шул...
Һуҡмаҡтарым
Һуҡмаҡтарым,
Таныш һуҡмаҡтарым,
Һеҙҙе бик йыш иҫкә төшөрәм.
Иҫкә алған һайын ҡайғыһын да,
Шатлығын да сәйер кисерәм.
Күрелмәне түгел,
Күрелде бит
Был донъяның ағы, ҡараһы ла.
Бар теләгем:
Ғүмер юлҡайымдың
Шиғыр ғына булһын аҙағы ла.
Килде
Ҡартлыҡ килде,
Таяҡ кәрәк.
Таяҡ тотоуҙар аяныс.
Ә шулай ҙа, ауһаң, нитһәң,
Таяғы ла – бер таяныс.
Ҡарап тороп бер кескәй ҡыҙ
Ҡарт әбейҙән көлгән була.
Ҡарт кешенән көлөүҙәр бар,
Көл, көл әйҙә, ул да йола.
Тик, ҡыҙыҡай, шул әбейҙең
Йәшенә һин етһәң икән,
Уның һымаҡ һигеҙ унды
Матур атлап үтһәң икән!
Таң нуры
Таң йондоҙо һиңә йылмайғанда
Толомоңдо ҡаҡсы, ҡыҙ бала.
Иртә торған – бәхет урған, тиҙәр,
Әсәй, өләсәйҙәр йырҙа ла.
Таңда алған һыу ҙа яҡты була,
Тоноп ҡына аға йылға ла,
Таңғы нурҙар йомшаҡ, наҙлы була,
Таңға баҡмай ҡалма, ҡыҙ бала.
Таң нурында аунап, иркәләнеп
Иркен һулыш ала ҡыр, дала.
Дан егеттәр таңда юлға сыға,
Йоҡлап ятып ҡалма, ҡыҙ бала.
Иртәнге нур сәстәреңдән һөйһөн,
Толомоңдо ҡаҡ һин, ҡыҙ бала,
Мөхәббәтең таңдай балҡып килһен,
Таң нурына баҡ һин, ҡыҙ бала.
Ҡараш
Юҡтарымды табып алдым мәллә,
Алтындарым ята баҙ(ы)рап.
Бер үҙемә күпме шатлыҡ килгән,
Ә ҡайғылар бар ҙа...
Аҙыраҡ.
Алмас ҡылыс миңә биргәндә лә
Батыр булмағайным барыбер.
Алтын биҙәк күлдәк кейгәндә лә
Матур булмағайным барыбер.
Әле бөгөн хәтәр яҙмыш миңә
Бүләк итте саф бер ҡарашты.
Ә шул ҡараш үҙенә ҡаратты ла,
Күңелем бына йырлы, ҡанатлы.
Юҡтарымды табып алдым мәллә,
Алтындарым ята баҙ(ы)рап.
Бер ҡараштан күпме ялҡын алдым,
Ҡайғыларым бар ҙа...
Аҙыраҡ!..
Әбейҙәр сыуағы
Ана Ҡояш!
Әбейҙәр сыуағы.
Һиңә бөгөн тыуа йырҙарым.
Балҡып килә ҡалай көҙҙәрем,
Шуға яҡты бөгөн уйҙарым.
Туған халҡым, ерем, һыуым бар,
Имен-аман тыуа иртәләр.
Эй, Ҡояшым, һип һин нурыңды,
Бир һин миңә йылы ҡулыңды,
Иркәлә һин Ерҙе, иркәлә,
Имен-аман килгән иртәлә.
Эй, Ҡояшым, һип тә нурыңды,
Йылыт минең барыр юлымды.
Мин бит әле йәшәп туйманым,
Мин шағирә, әсәй, өләсәй.
Фани түгел беҙгә был донъя:
Шағир үлмәй, шағир гел йәшәй...
Эй, Ҡояшым, һип һин нурыңды,
Йылыт мине, минең юлымды.
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин
Тыуған илем, тим дә һүҙ башлайым,
Тыуған илем – Башҡортостаным.
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә,
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин.
Өйрәнһәмсе һандуғастың телен,
Моңон ота алһамсы йырыма.
Яҙһылыуҡай, аҡ сәскәһен тотоп,
Ҡаршы сығыр ине юлыма.
Эйе, эйе, мин һандуғас булһам,
Йоҡо белмәҫ ине матурҙар,
Терелерҙәр ине,
Тыуған ил тип,
Башын һалған бөтә батырҙар.
Телгә килер ине Салауат та,
Шартлап һыныр ине ҡамсыһы,
Юҡ, яу сабып түгел,
Былай ғына
Сәсрәтергә Иҙел тамсыһын.
Тыуған илем, тим дә һүҙ башлайым,
Тыуған илем – Башҡортостаным.
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә,
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин.
Сәсрәтергә көмөш ынйыларҙы,
Ҡыуанһын, тип, илдә балалар,
Йылтыр тамсыларҙа гөл ярала.
Гөлдәр үҫһә,
Уңала бит ауыр яралар.
Мин һандуғас булһам, көнө-төнө
Алһыҙ-ялһыҙ йырлар инем мин.
Яугирҙәргә үлмәҫ ғүмер биргән
Инәйҙәрҙе наҙлар инем мин.
Фото редакция архиваынан.