Шоңҡар
+21 °С
Ясно

Һарыҡ. Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова

Эҫе ҡояш нурҙары аҫтында көрәш майҙанын бер нисә тапҡыр урап сыҡҡан ыңғайға һыуһап, ҡасан, ҡайһы мәлдә баш осонан алып ырғыта инде, тип йөрәкһеп йөрөгән Самат шыбыр тиргә батты. Был юлы ла еңеүсене Зәйнуллаға үҙенә билдәләргә, дилбегәне үҙ ҡулына алырға тура килде: “Йә, оҙаҡ мыҙыҡаланып йөрөмә. Еңеүҙең тәмен татып ҡара инде”, – тип Саматтың ҡолағына шыбырланы.

Һарыҡ. Юмореска. Рәзинә ЗәйнетдиноваҺарыҡ. Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова
Һарыҡ. Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова

Йәнтөйәк ауылында һабантуй байрамы йыл да шаулап-гөрләп уҙа. Кем йырлап, кем бейеп сәхнәлә алдынғылыҡты бирмәгәне лә, спорт ярыштарында кем беренсе булғанлығы ла алдан күҙаллана. Йәғни йыл да бер үк тиерлек кешеләр иң-иңдәр рәтендә килә.

– Һабантуйға тип ун бройлер тауығын һимерттем. Бер нисә йәшник йәшелсә, емеш-еләккә ҡаланан ҡайтыусыларға заказ бирҙем. Шул уҡ байрамға ҡайтасаҡ ауылдаштар бер нисә тиҫтә әсе-сөсөһөн дә алып ҡайтырға ризалыҡ бирҙе, - тине быйылға байрамға бер нисә көн ҡалғас Зәйнулланың ҡатыны Мәрзиә. – Ҡалғанын да йыйып-төйнәп ҡуйғанмын. Туңдырғыста майы, ҡаҙылығы, башҡаһы үҙ ваҡытын көтөп ята...

– Быйыл һине йонсотоп тормаҫҡа ине лә, би..., - тине лә Зәйнулла ваҡытында телен тешләп өлгөрҙө. Ҡатынының үҙен һаман да кәләш тип ататырға яратҡанлығын белгәнгә: - Кәләшкәй, - тип һүҙен дауам итте.

 – Атаҡ, әллә көрәшмәҫкә итәһеңме? Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр! – тип ҡатыны иренә был һүҙҙе һин әйттеңме тигәндәй аптырап ҡарап. – Бил бирмәҫ көрәшсе тирә-яҡта ла һинән башҡа юҡ бит...

– Һарыҡтың тәмен йәштәр ҙә тәмләп ҡараһын, тимен. Ә беҙ һабантуйҙан һуң, кешесә ял итәйек...

Төпкөлдәге ябай бер ауыл һабантуйы булһа ла, еңеүселәргә һәр йыл да шәп бүләктәр бирелә. Ситтә йәшәгән ауылдаштарының ҡулы мул булғанлыҡтан был. Йылына бер йыйылып үткәргән байрамға ауыл халҡы төрлө конкурс, ярыштарға ҡыҙыу әҙерләнһә,  ҡунаҡтар алып ҡайтҡан бүләктәре менән мах бирмәй. Бигерәк тә, Зәйнулланың класташы, Себер яғында йәшәгән Мираҫ барыһынан да уҙҙыра. Үҫмер сағында әлеге лә баяғы үҙенең тиҫтере малайҙар менән көрәшеп яурынын һындырғайны. Әллә табиптарҙың вайымһыҙлығы арҡаһында, әллә башҡа берәй сәбәп менән һул яҡ янбашы ҡыйышыраҡ булып ҡалды. Шунан һуң спорт менән башҡа шөғөлләнмәне. Әммә уны яратыусыларҙан бүләктәрен йәлләмәй. Бил көрәшендә абсолют еңеүсегә, әлбиттә, быҙау ҙурлыҡ тәкә, ә икенсе-өсөнсө урындарға күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырырлыҡ көнкүрештә кәрәкле ҡорамалдар, әйберҙәр алып ҡайта.

Зәйнулла быйыл да башта бил бирмәне. Ә бына абсолют еңеүсене билдәләр мәл еткәс, көрәштәше менән майҙанды уратып оҙаҡ ҡына йөрөнө. Ситтән ҡарағанда бесәй менән сысҡан уйынын да хәтерләтеп ҡуя ине. Бер нисә йыл элек кенә ғаилә ҡороп, ауылға ҡайтып төпләнгән Саматта ла көс етәрлек. Тик таҫыллыҡ әлегә самалыраҡ. Шулай ҙа Зәйнулла быйыл еңелергә ҡарар итте. Эҫе ҡояш нурҙары аҫтында көрәш майҙанын бер нисә тапҡыр урап сыҡҡан ыңғайға һыуһап, ҡасан, ҡайһы мәлдә баш осонан алып ырғыта инде, тип йөрәкһеп йөрөгән Самат шыбыр тиргә батты. Был юлы ла еңеүсене Зәйнуллаға үҙенә билдәләргә, дилбегәне үҙ ҡулына алырға тура килде: “Йә, оҙаҡ мыҙыҡаланып йөрөмә. Еңеүҙең тәмен татып ҡара инде”, – тип Саматтың ҡолағына шыбырланы.

– Самат, афарин! 

– Тиҫтә йылдар дауамында бил бирмәҫ көрәшсене беренсе тапҡыр еңеүсе табылды! – тип ҡысҡырышҡан тауыштарға, Зәйнулла иғтибар итеп торманы. Бер нисә көн элек тыуған яғына ҡайтҡан дуҫының машина багажында ятҡан сағында уҡ күҙе төшкән балыҡҡа йөрөй торған оҙон ҡуңыслы итектәрҙе ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырғас, еңеү шатлығынан иҫереп торған Саматҡа мыйыҡ аҫтынан ғына ҡарап йылмайҙы ла, ҡайтып та китте.

Кисен малдарын ҡарап, яйлап ултырып, бер нисә ҡат сабынып мунса ингәндән һуң Зәйнулла ҡатыны менән Саматтарға һарыҡ менән һыйланырға барҙы. Йәш иттән әле шешлек ҡурып, әле бишбармаҡ бешкән ҡаҙанды ҡарап йүгергеләгән Саматҡа, өҫтәл әҙерләп, йыйыла башлаған халыҡты тәрбиәләп табан аҫтынан ут сыҡҡан уның кәләшенә ҡарап, Зәйнулла:

– Быйыл һине ял иттерәм тигән инем бит, кәләшкәйем. Рәхәтләнеп ғүмереңдә беренсе тапҡыр һабантуйҙан һуң ҡунаҡ бул инде, – тип күҙ ҡыҫты.

Һарыҡ. Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова
Һарыҡ. Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас