

2
Гөлғәйшә, балалары алдында уңайһыҙланып, ҡыҙарып башын аҫҡа эйҙе. Иренең яңылышҡанын битенә ярып әйтә алмай бит, ярай шулай тип уйлаһын да йөрөһөн әйҙә. Хәҙер нисек тә булһа уны өгөтләп, күндерергә лә, Зәнзәбиләне Һултантимергә ебәрергә кәрәк.
– Шулай, атаһы, шулай инде. Бар нәмә лә Хоҙай ҡулында.
Зәнзәбиләне лә быйыл биреп ебәрһәк, Алла бирһә, ҙур эш башҡарабыҙ, атаһы. Ярай һин бар әле, донъябыҙҙың тотҡаһы. Ярай һин ҡайттың имен-һау ярман һуғышынан. Мына үҙеңә ярҙамға ике ҡанат булып ике улың үҫеп килә. Йәмилең инде ҡул араһына инеп бара. Әлхәмдулиллах.
– Ҡасан юлға сығаһың? – Фәтих күҙҙәрен секерәйтеп Зәнзәбиләгә төбәлде.
Зәнзәбилә ҡапыл ҡаушап ҡалды, әммә тиҙ генә үҙен ҡулға алып, уға тура ҡарап яуап бирҙе:
– Сиратылған йөндәрҙе йыуып эләм дә, мунса яғып малайҙарҙы йыуындырам да, керҙәрен йыуам да, иртәнән һуңға юлға сығырмын.
– Шулай итер, атаһы, шулай итер! Һултантимер, Яманһаҙ яҡтарына ашлыҡ ташырға колхоз машиналары ла йөрөп тора, бәлки, ултыртып та алырҙар әле.
– Ярай, әҙер торһон, биргадир менән һөйләшермен, – тип Фәтих урынынан ҡуҙғалды.
Был хәрәкәт һүҙ тамам тигәнде аңлата ине. Уның артынан, иркен һулап, Гөлғәйшә менән Зәнзәбилә лә ашъяулыҡ, ҡашыяҡтарҙы йыя башланылар.
Ысынлап та, ике көндән һуң ашлыҡ ташыған колхоз машинаһы Зәнзәбиләне тиҙ генә Һултантимер башында ҡалдырып та китте. Зәнзәбилә ҡултыҡ аҫтына төйөнсөгөн ҡыҫтырып, тирә-яғын байҡай-байҡай, ауылға табан атланы.
Ҡая ташлы тауҙар, үтеп сыҡҡыһыҙ урмандар, иркен Һаҡмар йылғаһынан һуң, икһеҙ-сикһеҙ яланда ятҡан Һултантимер Зәнзәбиләгә бигерәк шөҡәтһеҙ булып күренде. Эй, Аллам, ҡалай ҡотһоҙ ергә төшкән килен булып Гөлзинә апайым. Мында нисек түҙеп йәшәй икән? Бала саҡтан апаһы балыҡ кеүек йөҙөргә ярата, ҡурҡмайынса Һаҡмарҙың иң тәрән ятыулығына сумып уйнай торғайны. Мында ни, ҡола ялан икән, хатта күләгә төшөрөрлөк ағаслыҡ та күренмәй! Бигерәк ямаҡай ауыл. Ә өйҙәре нисек һуң әле! Әллә балсыҡтан һуғып ҡына яһалған инде. Ағас булмағас шулайҙыр инде.
Урам башында Зәнзәбиләне ҙур ғына һарыҡ көтөүе ҡаршыланы. Йөндәре алынған, яп-яланғас һарыҡтар баҡырышып, юл бирмәйенсә, ҡола далаға саптылар. Зәнзәбилә, юлдан ситкәрәк сығып, көтөүҙе үткәреп ебәрҙе.
Көтөү артынан, маңлай-ауыҙ тирәһен ҡаплап, башына яулыҡ ураған, ергә тиклем һәлберәтеп оҙон еңле иркен күлдәк кейгән ҡатын күренде. Ул әкрен генә ҡуҙғалып, саҡ-саҡ атлап килә ине. Көтөүҙең башы далаға боролоу менән, ҡатын ҡулындағы таяғын көтөү артынан быраҡтырҙы ла, юл ситендә аптырап торған Зәнзәбиләгә боролдо. Шул саҡ уларҙың күҙҙәре осрашты.
– Апа-а-ай! Гөлзинә апай, был һинме ул?
Зәнзәбилә төйөнсөгөн ергә ташлап, ике ҡулын һуҙып ҡатын яғына йүгерҙе. Ҡатын башта аптырап артҡа сигенеп ҡуйҙы, шунан таныш тауышҡа туҡтап телгә килде:
– Аһ, аһ, Зәнбей, әллә һин инде? Әллә күҙгә күренәһеңме?
– Мин, апай, мин! – Зәнзәбилә йүгерә-атлай апаһының ҡосағына ташланды. Уның сибек кенә кәүҙәһе апаһының тау кеүек ҡорһағына терәлде.
– Апай, әллә һин ауырлы инде? – Зәнзәбилә бармаҡ остары менән генә Гөлзинәнең ҡорһағын һыйпап алды.
– Эйе, Зәнбей, бәпес көтәм!
Зәнзәбилә апаһының ҡосағынан ысҡынып, аптыраулы ҡарашын уның күҙҙәренә төбәне.
– Аһ, аһ, һин ул ирҙе яратаңмы ни? Оҙатҡанда баш күтәрмәй илап киткәйнең бит бармайым тип...
Гөлзинә башын эйеп бер аҙ һүҙһеҙ торҙо, аҙаҡ һеңлеһен ҡосаҡлап, арҡаһынан һыйпаштырҙы, шунан һуң һүҙен дауам итте.
– Зәнбей, еҙнәң бик һәйбәт кеше булып сыҡты. Валлаһи, Фәтих ағай кеүек түгел инде. Мине әрләмәй ҙә, туҡмамай ҙа... Хәҙер мында өйрәндем инде...
– Апай, ул бит һинән ҡарт. Һине бит уға көсләп бирҙеләр.
– Ҡарт тип ней, Зәнбей, уға әле ҡырҡ та юҡ, шикелле...
– Уф. Аңламайым һине, апай! Нисек инде көсләп биргән ҡарт менән йәшәргә, йәнең һөймәгән кеше менән бер түшәктә йоҡламаҡ кәрәк?!
– Әллә инде, Зәнбей, апҡайтҡас та еҙнәң миңә үлгән бисәһенең бөтә кейем-һалымдарын, мунсаҡ-һырғаларын бирҙе, һандығының асҡысын тотторҙо...
Был һинең дә йортоң тип хужабикә булырға ҡушты... Бер ҙә миңә екермәй ҙә, аҡырмай ҙа. Минән йылы ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен дә йәлләмәй. Ҡай саҡта кистәрен һөйәк тараҡ алып матур итеп сәстәремде лә тарай. Ул мине ”Алтынсәсем” тип йөрөтә. Үҙенең ҡыҙҙарын иркәләгән кеүек, минең дә арҡамдан дөпөлдәтеп һөйөп ала. Шулай булғас, мин нисек ҡаршылашайым инде. Мин уны яраттым да ҡуйҙым инде. Иҫләйһеңме икән, ҡартәс йыш ҡына әйтә торғайны: “Килен ҡәйнә йортона төшкәс, таш кеүек лапан йәбешеп ятырға тейеш!” Мин дә шулай, Һынташҡа һис тә кире ҡайтмаясаҡмын. Ошонда йәбешеп ятам. Хәзер мында донъям, ике ҡыҙым да бар! Етмәһә, тағы берәүһе тыуырға тора. Еҙнәң бер-ике тапҡыр әйтеп ҡарағайны ул, ат егеп Һынташҡа барып ҡайтайыҡ йә үҙҙәрен саҡырып алайыҡ, тип. Ризалашманым. Юҡ инде, үгәй атайҙың мыҫҡыллауҙары үҙәккә үткән. Бер күрмәһәм дә үкенмәйем. Зәнбей, һинән башҡа береһен дә һағынмайым. Береһе лә ҡәрәкмәй.
Гөлзинәнең күкшелт күҙҙәренә йәштәр тулды. Зәнзәбилә башҡаса һүҙҙе ҡуйыртып торманы. Сөнки апаһының йөҙөндә уның һөйләнмәгән зары, әйтеп бөтөлмәгән ҡайғыһы, кисергән кәмһетелеүҙәре сағыла ине. “Ярай, апаһына бында рәхәт икән, торһон әйҙә. Хәҙер уны берәй нәмә һөйләп көлдөрөп алырға кәрәк, әтеү күҙ йәштәре тиҙҙән ямғырға әйләнер”.
– Эй, апай, дөрөҫ әйтәләр! Мин ҡартаймай, кем ҡартайһын инде. Тиҙҙән өсөнсөгә апай булам бит, Алла бирһә, – тип көлөп ебәргән булды Зәнзәбилә.
Зәнзәбиләнең көлөүе Гөлзинәгә ауыр йоҡоһонан уятып ебәргән һымаҡ тәьҫир итте.
– Эй, минең Зәнбейем, ҡарындашым, һин шул көйө. Һәр саҡ көләкәсһең, шаянһың, телсәнһең! Бер ҙә үҙгәрмәгәнһең. Ҡалай мин һине һағынғанмын икән. Иҫләйһеңме, кәртә башында йоҡлаһаҡ, һин Фәтих булып һөйләшеп беҙҙе көлдөрә торғайның. Эй шул саҡта ҡыҙыҡ була торғайны, беҙ Йәмил менән көлә-көлә эсебеҙ ҡатып бөтә инек. Иҫләйһеңме, Фәтихкә мунсала еҫ тейеп ҡолағас, һин уны күтәреп һалам тип яңылыш төшөрөп ебәргәйнең, аҙаҡ аҙна-ун көн маңлайы күм-күк булып күбеп йөрөнө.
Ҡыҙҙар көлә-көлә юлдарын дауам иттеләр.
– Һин бәләкәй саҡтан шулай көләкәс булдың, Зәнбей. Әсәй һине биләүгә төрөп һала ла миңә сәңгелдәкте бәүетергә ҡуша, ә һин йылмая-йылмая йоҡлап китә инең. Мин һинең нимәгә йылмайғаныңды аңламай оҙаҡ итеп күҙәтеп ултыра инем яныңда. Бәлки, сәңгелдәктә матур төштәр күргәнһеңдер. Ә инде атлай башлағас, һин гел йүгереп йөрөй торғайның, нисә ҡолап, нисә тапҡыр тубығыңды ярҙың инде.
Ҡартәс һине “ел ҡыҙы” ти торғайны. Сабып Һаҡмар буйына төшөп китһәң, оҙон үлән араһында һап-һары сәстәрең генә елпелдәп бара ине. Һине бала саҡта нисә тапҡыр юғалтып, нисә тапҡыр табып алдыҡ инде. Ҡартәс шаяртып “ат кеүек бәйләп ҡуям” тип һиңә арҡан күрһәтә ине. Иҫләйһеңме шуны?
– Юҡ, апай,мин бер нимә лә иҫләмәйемсе. Фәтих ағайҙың туҡмағаны ғына иҫтә ҡалған. Ишек төбөндә сөйҙә һалдат билбауы элеүле тора ине, миңә күберәк эләкте, шикелле...
– Зәнбей, Фәтих ағай телеңде ҡырҡып ташламағанға шатлан. Ул һине һуғып-ҡағып тора, ә һин телеңде сығарып уны үсекләүеңде дауам итәһең. Бала саҡтан сыбыҡтан да ҡурҡманың, яман уҫал булдың, – тип көлөп ебәрҙе Гөлзинә.
Ҡыҙҙар етәкләшеп ауыл урамынан үттеләр.
Һултантимер ҙур түгел, оҙон ғына бер урам, тырам-тырағай гел балсыҡтан һуғып яһалған саман йорттар, күбеһенең ихатаһы ла юҡ, бик һирәктәре генә һайғау менән уратып алынған.
– Бигерәк ҡотһоҙ ауыл. Ней урманы юҡ, ней йылғаһы. Апай, мында нисек йәшәйһең?
– Зәнбей, мында йәшәргә үҙ йортом, үгәй булһа ла, ике ҡыҙым бар, күрҙең бит, бер көтөү һарыҡтарыбыҙ ҙа бар. Тағы нимә кәрәк һуң?
– Әллә инде, апай, мин мында йәшәй алмаҫ инем. Ҡола ялан!
– Эй, Зәнбей, башыңа төшһә, теге әкиәттәге етем Зөһрә ҡыҙ кеүек айға менеп тә йәшәрһең! – тип уфтанып ҡуйҙы Гөлзинә.
Зәнзәбилә ҡалған юлды өндәшмәй генә дауам итте, сөнки ул апаһының уңалып бөтмәгән асыҡ яраһын соҡоғанын аңлай ине.
Апаларының йорто, башҡаларға ҡарағанда апаруҡ ҙур ғына, балсыҡ өҫтөнән ағартылған, ихатаһы һайғау менән уратып алынған. Был инде йорт хужаһының оҫта, эшлекле, хәлле кеше икәнен күрһәтеп тора.
Тупһала ике бәләкәй ҡыҙыҡай ауыҙ-морондарын аҡҡа буяп ҡатыҡ ашап ултыралар ине. Гөлзинәне күреү менән улар һикереп тороп:
– Апай килә, апай! – тип шатланышып ҡаршы йүгерҙеләр. Гөлзинә ҡосаҡтарын асып ике ҡыҙҙы бер юлы ҡосаҡлап алды.
Зәнзәбилә лә ҡыҙҙарҙың сәстәренән һыйпаштырҙы, тик ҡыҙҙар, сит кешенән тартынып, Гөлзинәгә һыйындылар.
– Зәнбей, әйҙә үт. Ҡыҙҙар ят кешенән башта тартыналар, һуңынан өйрәнеп китәләр ул, – тип апаһы ҡыҙҙарын етәкләп йортҡа үтте.
– Нисә йәш һуң был ҡыҙҙарға?
– Әнисәгә ете тула, Йәмнисәгә – дүрт йәш!
– Бәләкәстәр икән әле. Бигерәк иртә етем ҡалғандар бахырҡайҙар, – тип йәлләп ҡуйҙы ҡыҙҙарҙы Зәнзәбилә.
– Зәнбей, ә беҙ? Беҙ иртә етем ҡалманыҡмы ни? Һин йәш ярымлыҡ ҡына булғанһың, мин Йәмнисә кеүегерәк булғанмын! Атайҙы күргән кеүек тә түгелмен, бер нәмә лә иҫләмәйем. Әнисә, исмаһам, әсәһен иҫләй әле. Ҡай саҡ әсәһенең ниндәй күлдәк кейгәнен, нисек сәсен үргәнен һөйләп ала. Әсәләрен “әсәй” тип һөйләйҙәр, ә мине үҙ ара “апай” тип атағандар.
Йорттоң эсе иркен генә, шаршау менән ике яҡҡа бүленгән. Ситке яҡта ҙур тимер карауат, ағас өҫтәл урын алған, ике ауыҙлы аҡ мейес өйҙөң яртыһын биләп ултырған, ҡаҙан өҫтөндәге еҙ батмусҡа һауыт-һаба түңкәрелгән. Шаршау артында – киң ағас урындыҡ, унда юрған-яҫтыҡтар, ҡаралты матур итеп өйөлгән.
Бер ҡарауҙа уҡ хужабикәнең дә оҫталығы күҙгә салына: мейес ап-аҡ итеп ағартылған, иҙән һап-һары итеп ҡырып йыуылған, ишек янына таҙа һөлгө эленгән, бөтә нәмә үҙ урынында тора.
Гөлзинә апаһы тиҙ генә самауыр тоҡандырып, сәй әҙерләргә кереште. Зәнзәбилә, әсәһе биреп ебәргән төйөнсөгөн иҫенә төшөрөп, уны һүтә башланы. Ике ҡыҙыҡай ҙа ҡыҙыҡһынып, төйөнсөккә яҡыныраҡ килеп, иҙәнгә сүкәйеп ултырҙылар. Төйөнсөктән башта бер төргәк сәскәле туҡыма сыҡты.
– Гөлзинә апай, әсәй был туҡыманы һиңә бирергә ҡушты, апаңа кәрәге тейәр, тине.
– Уй, ҡалай яҡшы булған. Балаға йүргәк –фәләндәр кәрәк була, ҡыҙҙарҙың да күлдәктәре иҫкереп, уңып бөткән. Яҡын-тирәлә барып алырлыҡ ней сельпо, ней баҙар юҡ. Юлдыбайҙа сельпо булғас ней, һеҙгә рәхәт. Ике саҡрымды ни, “һә” тигәнсә йәйәү бараһығыҙ ҙа ҡайтаһығыҙ. Һултантимерҙә йүнле тегеүсе лә юҡ. Теге оста бер апай тегеү эшен булыштыра ла ул, тик уға ла бөтөн ауыл сират тора шул. Хәлфитдин еҙнәң ҡышҡа тегеү машинаһы әпирәм ти, Алла бирһә, бәлки, өйрәнеп китермен әле тегеүгә.
Зәнзәбилә төйөнсөктән башҡа бүләк-күстәнәстәрен дә сығарҙы. Ике ҡыҙға ҡыҙыл таҫма, монпасый эләккәс, шатлыҡтан ҡыҙыҡайҙарҙың түбәләре күккә тейҙе.
Әсәһе, Фәтихкә күрһәтмәй генә, төйөнсөктө бик арыу йыйған, үҙенең бер-ике иркен күлдәк-ыштандарын да һалған, киптерелгән муйыл-еләк тә төргән.
Ҡыҙҙар оҙаҡ итеп тәмләп сәй эстеләр, туйғансы эс серҙәрен систеләр, ауылдарының һәр йортонда булып, һәр кешене иҫкә төшөрҙөләр. Әммә Зәнзәбилә эсен ҡырып торған төп һорауын апаһына әйтергә ҡыйынһынды, өндәшмәне. Эңер төшкәс кенә яландан Хәлфитдин еҙнәһе ҡайтып инде. Балдыҙын күреп башта аптырап китте.
Аҙаҡ ике ҡыҙының ләпелдәп Зәнзәбилә эргәһендә ике күбәләк кеүек уралғанын, Гөлзинәнең шат йөҙөн күреп, һыр бирмәй генә һорауҙарын теҙҙе.
– Шунан, балдыҙ, ниндәй яңылыҡтар бар, әллә берәй йомошоң төштөмө, ҡайным менән ҡәйнәм нисек йәшәп яталар? Бесән уңдымы быйыл, урмандан утын ташып бөттөмө ҡайным?
Зәнзәбилә һәр бирелгән һорауға тәфсирләп яуап ҡайтарҙы.
– Юҡсы, бер йомош та төшмәнесе, йорт эштәрен тамамлап, хәл белергә генә килдем, әтеү апайымды йылдан ашыу күргән юҡ бит. Бесән-утынды күптән инде ташып өйҙөк. Фәтих ағай колхоз эшенән бушамай, беҙ ни һарыҡтарҙың йөнөн алып, тетеп, сиратлап, йыуып та ҡуйҙыҡ. Ҡыш буйы бейәләй, башалтайҙар бәйләрбеҙ инде. Ҡышҡа эш әҙер.
– Балдыҙ, һине һоратмайҙармы һуң, кейәүгә сыҡмайһыңмы улай-былай? Әллә беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырырға килдеңме, тип уйлағайным.
Зәнзәбилә аҫҡы иренен ауыртҡансы тешләп алды.
– Юҡ, еҙнәй, һоратмайҙар. Миңә тигән кейәү тыумаған әле! – тип һүҙҙе ҡырт киҫеп ҡуйҙы.
Икенсе көндө таң менән еҙнәһе һарыҡ һуйҙы. Гөлзинә менән Зәнзәбилә һарыҡтың эсәк- ҡарынын йыуып, үпкә-бауырҙарын ҡушып ҡаҙан төбөндә ҡуғырлаҡ бешереп ашанылар. Кискә табан аш һалып Гөлзинәнең бейемен, бикәстәрен, күрше-тирә ҡатындарын ҡунаҡ күрергә саҡырҙылар. Аш ашап, сәй эсеп алғас, оло ҡоҙағый һүҙ башланы:
– Ҡоҙаса, күпмегә килдең беҙгә, оҙаҡҡамы?
– Юҡсы, оҙаҡ ятмаҫмын. Ҡартәсәм әйтмешләй, ҡунаҡ өс көн була. Шунан ҡайтып китермен.
Зәнзәбилә ни әйтер тигән һымаҡ, апаһына күҙ һалды. Гөлзинәнең йөҙө бүһерелеп, күңелһеҙләнеп китте. Әммә ул бейеме алдында бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Аһ, аһ, ҡоҙаса, бер килгәс, ни оҙағыраҡ ятып ҡайт. Килен дә оҙаҡламаҫ, йөгөнән бушаныр, бәпәй апҡайтыр! Ярҙам-фәлән дә кәрәгер йәш бала менән.
– Ҡоҙағый, апайымдың өс бикәсе бар ярҙамға. Ире лә бар.
Йүне табылыр, тыуыр баланы ҡарашырһығыҙ әле. Мине өйҙә көтәләр.
– Ҡоҙаса, Һултантимерҙә буйҙаҡ егеттәр ҙә бар, беҙҙең тоҡомдар араһында ла күптәр, әллә димләп, таныштырып ҡуяйыҡмы тигәйнем. Килен менән яҡын, бер-берегеҙгә таяныс булып йәшәр инегеҙ.
– Юҡ, ҡоҙағый, мин димләп сыҡмайым кейәүгә. Үҙем һайлап, ҡарап сығам.
– Ярай, ҡоҙаса, һайлан, тик һаҙға батып ҡуйма, боронғолар әйтмешләй.
Шуның менән Зәнзәбилә өсөн күңелһеҙ һөйләшеү тамамланды. Ҡунаҡтар ҙа оҙаҡ ултырмай таралыштылар.
Ҡыҙҙар өндәшмәй йөрөп ашъяулыҡты бушаттылар, һауыт-һабаны йыуып йыйыштырып ҡуйҙылар ҙа аҙаҡ баҫҡысҡа сығып ултырҙылар.
Гөлзинә әкрен генә һүҙ башланы:
– Зәнбей, һин нишләп бейемдең тәҡдимен өҙә һуҡтың? Әллә берәй кешең бармы?
– Юҡсы. Берәү ҙә юҡ. Минең кейәүгә яратып сыҡҡым килә. Сабирйәнде көтәм! Бер бай ҡаҙаҡтың байлығына ҡыҙығып ҡыҙына өйләнгән, тип Таңсулпан ғәйбәт таратҡан ауылда. Ышанмайым был хәбәргә. Таңсулпан әсәһенә оҡшап ғәйбәтсе! Сабирйән имен-һау булһа, өләсәһен ташламаҫ ине. Апай, әллә ҡаҙаҡ далаларына барып үҙем эҙләп ҡайтайым микән Сабирйәнде?
– Ҡуйсы, һеңлем, ҡуй! Һин унда барып эләкһәң, бер ҡасан да ҡайта алмаҫһың. Ҡаҙаҡтар башҡорт ҡыҙҙарын бик яраталар, ти. Борондан барымтаға килеп беҙҙең ҡыҙҙарҙы урлар булғандар. Беҙҙең яҡты һағынып, һарғайып, ғүмерең заяға үтер. Ана, Һултантимерҙең теге башында бер ҡәберлек бар. Борон урланған башҡорт ҡыҙы, ҡартайғас, әбей булып ҡасып ҡайтҡан, ти, үҙ ерендә йән бирер өсөн. Улай итеп ғазапланып йәшәгәнсе, ана, һораусы булһа, сыҡ та ҡуй кейәүгә!
– Юҡ, апай, мин белмәгән-күрмәгән, йәнем һөймәгән кешегә сыҡмайым.
– Зәнбей, әсәй һине бәләкәйҙән ҡара тырыш, тиҫкәре Сөләймән тип әрләй торғайны, ысын шулайҙыр ул. Холҡоң менән шыпа икенсеһең. Шул буйһонмаҫ холҡоң, тура телең арҡаһында күпме кәмһетелдең, туҡмалдың үгәй атайҙан, барыбер үҙеңсә йәшәргә тырышаһың.
– Апай, минең теләһә кемгә ҡол булып йәшәгем килмәй. Һөйгән кешең менән тигеҙ булып, яратып-яратылып йәшәмәгәс, ни тормош.
– Ҡуй, Зәнбей, теләһә нимә һөйләмә, йә еҙнәң ишетеп ҡалыр. Хәҙер яландан ҡайтып та етәлер инде.
Гөлзинә тупһанан төшөп, ҡапҡа яғына йүнәлде, Зәнзәбилә ултырған урынында тәрән уйға сумды. Эйе, беҙ апайым менән бер ҡарында ятһаҡ та, икебеҙ ике төрлө кешебеҙ. Ул бала саҡтан уҡ ҡурҡаҡ булды. Әсәйгә, аҙаҡ үгәй атайға буйһоноп йәшәне. Илағанда ла, ҡасып ҡына, күрһәтмәй, шым ғына илай ине лә аҙаҡ бер ни булмаған кеүек килеп сыға ине. Әсәйем дә шулай. Фәтих ағайҙың эргәһендә “атаһы ла атаһы” тип бер артына, бер алдына юхаланып сыға. Хатта уның эргәһендә тауыштары ла йомшаҡ, баҫалҡы ғына ишетелә. Шул кешенән күпме әрләнһә лә, туҡмалһа ла, барыбер шуның аяҡтарын ҡосаҡлап, йыуып ултыра ҡайһы саҡта! Шул бәндәне шул тиклем ярата микән ни әсәйем? Уның яратырлыҡ нимәһе бар һуң?
Һөмһөрө ҡойолоп, гел ҡәнәғәтһеҙ, уҫал, ҡара янып йөрөй. Һәр кешенең тырнаҡ аҫтынан тик бысраҡлыҡ ҡына эҙләй. Күрше-күлән дә хатта ул өйҙә булһа, беҙҙең ҡапҡаны урап үтә... Ҡартәсәм әйтмешләй, һөймәлекһеҙ бәндә. Етмәһә, “минең Гөлғәйшәне алды” тип гел атайымды яманлай. Әллә әсәйем йыуаш, ҡурҡаҡ булғас, яратмаһа ла, беренсе һоратҡан кешегә – атайыма кейәүгә сыҡты ла киттеме икән. Улай тиһәң, ҡартәсәйем бит: “Атайың әсәйеңә көмөш йөҙөк кейҙереп йәрәшеп йөрөнөләр, батаға атайың әсәгеҙгә баҙарҙан ҡыҙыл мәрйендән мунсаҡ алып ҡайтты”, – тип һөйләй торғайны. Аңламаҫһың. Гөлзинә апайымдың кәңәшендә лә дөрөҫлөк бар кеүек. Ысынлап та, ҡаҙаҡтарға барып эләкһәң, Сабирйәнде кеүек, кире ебәрмәһәләр, нишләрһең? Ҡаҙаҡ далаларында ғүмерең заяға үтер шунан... Нишләргә?
Зәнзәбилә үҙенең һорауына башы тишелерлек итеп уйланып, яуап эҙләне. Ул арала ҡапҡанан шат йылмайышып Хәлфитдин еҙнәһе менән апаһы күренде.
– Минең балдыҙ нишләп тупһала ғына ултыра ул? Әллә ҡунаҡ итмәйҙәрме? – тип шаяртып алды еҙнәһе.
– Нисек ҡайтыу тураһында уйлап ултырам әле, еҙнәй. Иртәгә юлға сығырға кәрәк.
– Аһ, аһ, килеп өлгөрмәнең, ҡайтыу һөйләй башланың. Ҡайҙа ашығаһың? Сымылдыҡта илап ятҡан балаң юҡ та баһа, – тип асыулана башланы апаһы.
– Апай, үгәй атайҙы беләһең бит. Тағы әсәйгә ҡонон төшөрөп, әрләй башлар.
– Ярай, түҙерләр, быға тиклем түҙгәнен! –Апаһы асыуланып, тырт-мырт баҫып өйгә инеп китте.
Зәнзәбилә еҙнәһенә ҡомғандан һыу һалып, ҡулы-битен йыуҙырҙы ла, таҙа һөлгө тотторҙо.
– Балдыҙ, һин беҙгә ҡамасауламайһың. Күпме йәшәһәң дә йәшә беҙҙә, тарһынмайбыҙ бит, – тип ҡуйҙы Хәлфитдин еҙнәһе.
– Юҡ инде, еҙнәй. Мин һеҙгә өйҙәш булып килмәнем бит. Апайымды күреп ҡайтырға ғына килдем. Күрҙем, хәлен белдем, етте. Минең дә бит үҙ йортом, тыуған ауылым бар. Ҡайтам, – тип ҡырт киҫте Зәнзәбилә.
– Ярай, балдыҙ, үҙең ҡара. Иртәгә Юлдыбай яғына ашлыҡ ташыған машиналар булһа, белешермен, – тип еҙнәһе йортҡа инеп китте.
Еҙнәһе менән апаһының йылы ҡарашы, үҙҙәрендә оҙаҡҡараҡ ҡалдырырға тырышыуҙары, үҙҙәрендә йәшәтергә теләүҙәре, уның менән матур мөғәлләмә итеүҙәре ҡыҙҙың күңелен тултырып ебәрҙе. Зәнзәбилә, йәшкәҙәгән күҙҙәрен күрһәтмәҫ өсөн, йорт артына сыҡты һәм бер кеше лә күрмәгәндә урғылып аҡҡан күҙ йәштәренә юл ҡуйҙы.
“Эй, Зәнзәбилә – илаҡ бикә! Күпме туҡмалһаң да, һүгелһәң, рәнйетелһәң дә иламайһың, әле йылы һүҙгә иренең дә төштөң! Ярай инде, кеше күрмәгәндә бушат әйҙә тулған күңелеңде”, – тип йыуатты ул үҙ-үҙен.
Икенсе көндө төштән һуң еҙнәһе тапҡан машина Зәнзәбиләне Һынташҡа алып ҡайтып китте. Гөлзинәгә һеңлеһе менән айырылыуы бик ауыр булды. Ул һөйләнә-һөйләнә Зәнзәбиләне ҡосаҡлап иланы:
– Зәнбей, миңә бәпәйләргә күп ҡалманы бит. Әҙерәк торһаң ней була? Минең һинән башҡа бер кемем дә юҡ бит. Еҙнәң дә ҡаршы түгел.
Зәнзәбиләнең дә апаһы янында торғоһо килә лә ул, әммә рәхәтлеккә өйрәнеп китергә ҡурҡа ул, сөнки был рәхәтлек мәңгелек түгел бит, барыбер ҡасан да булһа үгәй атай янына ҡайтырға кәрәк. Шуға ла ул апаһының тәҡдимен өҙә һуҡты:
– Апай, асыуланма йәме, асыуланма, беләһең бит, оҙаҡлаһам, мине өйҙә нимә көткәнен. Ҡуй, ҡайтайым инде.
Зәнзәбилә Һынташҡа ҡайтҡан көндән үк үгәй атаһы тарһына башланы. Киске ашҡа ултырғас, ҡаш аҫтынан һөмөрәйеп ҡарап әсе телен ҡойҙо:
– Шунан, еҙнәңдең йортона һыймай, ҡайтып та еттеңме ни? Шула-а-ай, берәүгә лә артыҡ тамаҡ кәрәкмәй. Тиҙерәк иргә сығып кит, һине лә ирең аҫраһын. Мин һеҙҙе әҙ ҡараманым. Етем бала ҡарағансы – етем быҙау ҡара, тигәндәр боронғолар.
Был һөйләшеүҙән, оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, бер көн кискә табан, ике ят ирҙе эйәртеп Нәғимә инәй килеп инде. Бер аяғының ыштан балағын күн ситегенең тышына һалып алған. Инеү менән теле-телгә йоҡмай һүҙ башланы:
– Ыштан ҡунысҡа һыймай, килдем һеҙгә ҡыҙ һорай. Һеҙҙән беҙгә – бер килен, беҙҙән һеҙгә – бер бәрән! Әле һаумыһығыҙ, Фәтих күрше, Гөлғәйшә әхирәт? – тип ике ҡулын һуҙып һаулыҡ һорашты. Уның артынса теге ике ир ҙә ҡулдарын һондолар.
– Мына, Зәнзәбиләне һоратырға килдек, риза булһағыҙ?
– Әйҙүк, әйҙүк, түрҙән үтегеҙ! Бик мәслихәт, бик мәслихәт! Гөлғәйшә, бар сәй әҙерлә ҡунаҡтарға, – тип Фәтих уларҙы урындыҡ түренә саҡырҙы.
– Уй, Аллам, шулаймы ни? Әйҙүк, түрҙән үтегеҙ. Ана, бәләкәй яҫтыҡтарға менеп ултырығыҙ. Хәҙер, атаһы, сәй әҙерләйем, – тип, Гөлғәйшә, йәш килендәр кеүек унда-мында саба башланы.
Шул ике арала Гөлғәйшә, аптырап ҡалған Зәнзәбиләне, “нишләп тораһың” тигән һымаҡ, бора семетеп тә алды. Зәнзәбилә әллә ҡурҡыуҙан, әллә ауыртыуҙан “дерт” итеп торған урынынан һикереп китте. Нәғимә, кәкре бармаҡтарын Зәнзәбилә яғына төртөп күрһәтеп, һүҙен дауам итте:
– Мына шул инде, Зәнзәбилә. Фәтих күршенең үгәй ҡыҙы. Былтыр ҙурын Һултантимергә бирҙек. Бик яҡшы урынлашты, тиҙҙән бәпәйләргә тора, Алла бирһә! Фәтих күрше, ҡыҙҙарың бик яҡшы урынлаша, Алла бирһә!
– Мәшәллах, мәшаллах, – тип килгән ирҙәрҙең олорағы һаҡалының осон борғолап алды.
Фәтих менән икенсе ир ҙә уның артынан ҡабатланылар.
Зәнзәбилә таш һын кеүек ҡатып, урынында тора бирҙе. Ул арала әсәһе тиҙ генә ашъяулыҡ йәйеп, ул-был нәмәһен уртаға теҙә лә башланы.
Нәғимә һүҙен дауам итте:
– Мына инде кейәү егете – Мәһәҙей Ҡашҡаров була. Төп сығышы Ҡашҡар ауылынан, борон-борондан ата-бабалары шул ауылды нигеҙләп донъя көткән. Яҙҙан ниәтләгән эште башҡарып ҡуяйыҡ. Мына Айҙар мулланы ла әпкилгән, бер ыңғай бата ла уҡытырбыҙ. Эшен бөтөрөп ҡуяйыҡ.
Ниһайәт, Зәнзәбилә аңына килә башланы. Ул тиҙ-тиҙ генә өҫтөнә көпөһөн һалып һалҡын тышҡа сыҡты. Уның артынса уҡ әсәһе лә күренде:
– Ҡайҙа бараһың?! Тағын ҡасырға булдыңмы? Фәтих һине йоҙаҡҡа бикләп ултыртасаҡ. Битһеҙ! Рәхмәтең шулмы ни беҙгә? Борол! Тиҙ бул!
Зәнзәбилә тупһанан төшә башланы.
– Әсәй, мин һарай яғына барып киләм.
– Юҡ! Бер ҡайҙа ла бармайһың!
Гөлғәйшә тиҙ генә ҡыҙының юлына арҡыры сығып баҫты.
Шул саҡ өйҙән Фәтих килеп сыҡты:
– Ғәйшә, ҡайҙа юғалдығыҙ? Кешеләр көтөп ултыра ла баһа!
Ул бер ҡарауҙа хәлде аңлап алды, шикелле. Оҙаҡ уйлап тормай, барлыҡ көсө менән Зәнзәбиләне йыға һуҡты, шунан ҡыҙҙың сәстәренән бороп тотоп алды ла йылан кеүек ҡолағына ыҫылданы:
– Хәсис! Эт балаһы! Әгәр үҙ аяҡтарың менән атлап инмәһәң, кеше алдында оятлы итһәң, ошо сәстәрең менән муйыныңды һығып үлтерәм! Атла өйгә! – тип ишек яғына этеп ебәрҙе.
Дауамы бар