

Көслө заттың ҡәҙере бөткән осорҙа йәшәйбеҙ. Был, әлбиттә, әҙәбиәттә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Йә үҙ аллы тормош ҡорор ваҡыты етһә лә, әсәһенән айырыла алмаған малай-ирҙәр, йә ҡатыны тарафынан баҫылып йәшәгән ғаилә башлыҡтары образы йыш күҙәтелә. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар төҫлө. Теҙгенде ҡатын-ҡыҙ үҙ ҡулына алыуҙан. Ирек, тигеҙлек яулауҙың шауҡымы был. Ирен туҡтауһыҙ игәп, кәмһетеп йәшәгән ҡатын бәхетле була аламы? Юҡ, әлбиттә. Үҙе бәхетһеҙ, түбән уйлы кеше генә бүтәндәрҙе кәмтеһеп маташа.
Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин”повесында ла ғаилә усағы быҫҡып ҡына янған, һәр береһенең күңелдәре үҙенсә китек ир менән ҡатын образы һынлана. Әҫәрҙең төйөнләнешендә үк уҡыусыны һағайта, геройҙарының ғүмере өсөн борсоуға һала автор. Төп герой Хәсән үҙенә ҡул һалырға, был донъя менән иҫәпте өҙөргә уйлай. “Күрәһең, берәү ҙә тиктомалдан башын элмәккә тыҡмайҙыр”, - тип һығымта яһауынан, аҫылынып үлгән ирҙәрҙең яҙмышы күҙ алдына баҫа. Барына шөкөр итеп, ауырлыҡтарҙы икәүләп үткәреп ебәрер урынға, ғәйепте бер иргә генә өйәбеҙ ҙә ташлайбыҙ шул.
Төп герой яҙмышын тулыһынса асыр өсөн дөрөҫ һайланған антагонистик геройҙың ҡылыҡ-фиғеле ҙур роль уйнай. “Йырланмаған йырым һин” повесында ул – ярҙамсы герой Фәриҙә. Хәсәндең ҡатыны. Иренең йылыһын, ҡәҙерен тойоп бәхетле йәшәр өсөн уның аңына һалған тәрбиә ҡамасаулай. Унда иң тәү сиратта тәртип, әҙәп аҡһай. Осраған берәү менән түшәк бүлешеүҙең емеше әсе икәнлеген беләбеҙ. Буласаҡ хәләл ефетеңә тоғролоҡ һаҡлау кеүек шәриғәт ҡанундарына ярашлы йолаларҙы һаҡлау ысынбарлыҡта ла юғалып бара. Модаға эйәреүҙең касафаты инде был. Шул арҡала таралған венерик ауырыуҙар менән яфаланыусыларҙың, атайһыҙ үҫкән балаларҙың, буталған яҙмыштарҙың һаны артһа ла, фәһем алыр урынға, киреһенсә, йәштәр боҙоҡлоҡҡа юл ҡуя. Фәриҙә иһә Ғәзиздән алданғас та, аҡылға ултырмай. Бер ҡатлы, барыһы ла үҙе кеүек саф күңелле тип уйлаған Хәсәнгә ғаилә ҡамытын кейҙереп ҡуя. Уйнаштан яралған баланы уныҡы тип атай.
Ғәйбәт таратыусы, уға ышаныусы кеше лә тормоштан уңмай. Фәриҙә ирен оятҡа ҡалдырып, хеҙмәттәштәре алдында уны түбәнһеткәнсе, ҡара эсле әхирәтенең әйткәндәрен, иң тәү сиратта, аҡыл дәүмәлдәренә һалып үлсәргә тейеш ине. Хәсәнде яратҡан эшенән мәхрүм итеү менән бергә, аҡсалы, матур тормоштан үҙе лә ҡолаҡ ҡаға.
Ҡарғыш – ике осло. Икенсе берәүгә ҡарата әйтелгән ауыр һүҙ шауҡымы уға барып етмәҫкә лә мөмкин. Ә бына уны ҡулланыусы баштан-аяҡ бысраҡҡа ҡойона. Бер нимәнән ҡәнәғәт була белмәгән Фәриҙәнең күңелен яуызлыҡтары, этлектәре, алдауҙары ҡара пәрҙә итеп ҡаплаған. Ана шул ҡасандыр моңло тауышы, тәбиғи һәләте менән тамашасы һөйөүен улаған Хәсәндең ғүмерен ҡыя яҙа. Бары тик йырланмай ҡалған йыры, Сәлимәнең һөйөүе уны был хаталы аҙымдан аралап ҡала.
Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин” повесы был тормошта хәл ителмәҫтәй проблемалар юҡлығын йәнә бер иҫбатлаусы әҫәр ул. Нимәлер оҡшамай икән, тимәк, үҙгәрергә ваҡыт. Тормоштағы әсе ысынбарлыҡ яҙылғанға ла халыҡ был әҫәрҙе йылы ҡабул итте. Тел байлығы, ябайлығы повесте тағы ла уҡымлы итә.
Мөхәмәтдинова Наҙгөл, Өфө ҡалаһының 114-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.
Фотоларҙа В. Исхаҡовтың "Йырланмаған йырым һин" повесына нигеҙләнеп ҡуйылҡан спектаклдән күренештәр. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында был әҫәр сәхнәгә бер нисә йыл ҡуйыла һәм тамашасы һөйөүен яуланы. Фото интернеттан алынды.