Шоңҡар
+14 °С
Ясно
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Августа , 10:09

Ҡыҙҙар, ауылға ҡайтығыҙ! Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова

– Был беҙгә әйтмәй генә егет тапҡан! – тип Самира сәрелдәп ҡысҡырып та ебәрҙе. – Шулай булмаһа, ял һайын ҡайҙалыр юғалып йөрөмәҫ ине! – тип һүҙен дөрөҫләп ҡуйырға ашыҡты. – Психологтарға туҡтамай йөрөү ярҙам итә, тип әйттем бит һеҙгә! – тип Әлиә лә һүҙгә ҡушылды. – Бына, күрҙегеҙме, белгес ярҙамы менән ул аҙна-ун көн дә үтмәне яңы егет табып алды. Ә һеҙ аҡсаны елгә осороу тигән булаһығыҙ!

Ҡыҙҙар, ауылға ҡайтығыҙ! Юмореска. Рәзинә ЗәйнетдиноваҠыҙҙар, ауылға ҡайтығыҙ! Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова
Ҡыҙҙар, ауылға ҡайтығыҙ! Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова

Ишектән сығып барған Гөләмзәнең: “Ҡыҙҙар, мине ялдарҙа юғалтмағыҙ йәме!” – тип бармаҡ остарына иренен терәтеп һауа үбеүен ебәреп ишекте икенсе яҡтан ябыуы булды, шуны ғына көткәндәй башҡа хеҙмәттәш ҡыҙҙары бер урынға йыйыла ла һалды.

– Был беҙгә әйтмәй генә егет тапҡан! – тип Самира сәрелдәп ҡысҡырып та ебәрҙе. – Шулай булмаһа, ял һайын ҡайҙалыр юғалып йөрөмәҫ ине! – тип һүҙен дөрөҫләп ҡуйырға ашыҡты.

– Психологтарға туҡтамай йөрөү ярҙам итә, тип әйттем бит һеҙгә! – тип Әлиә лә һүҙгә ҡушылды. – Бына, күрҙегеҙме, белгес ярҙамы менән ул аҙна-ун көн дә үтмәне яңы егет табып алды. Ә һеҙ аҡсаны елгә осороу тигән булаһығыҙ!

– Туҡтауһыҙ Йыһандан бай, шәп егет һорарға кәрәк тип мин кәңәш иттем! Ә һеҙ ышанмаған булдығыҙ! – тип Милана үҙенең эш өҫтәлендәге папка, ҡағыҙҙарҙы тиҙ генә күрше хеҙмәттәшенең өҫтәленә өйөп ҡуйҙы ла, унда һикереп тә менде. Аяҡтарын салшайтып ултырып, тубыҡ остарына ҡулдарын ҡуйып ниндәйҙер донъя вәкилдәре менән аралаша башлаған ҡыҙға был ваҡытта ҡамасаулау атом бомбаһы шартлатыу менән бер икәнлеген белгәнгә күрә, бер бүлмәлә эшләгән ҡалған бухгалтер-экономист ҡыҙҙар шыбырлап ҡына һөйләшеүгә күсте.

– Хәҙер, ҡайҙа, кем менән теттереп йөрөгәнлеген беләбеҙ,  – тип, әллә сиған арбаһынан төшөп ҡалған, әллә берәй сит ел шауҡымы килеп ҡушылып шулай шайтанға алмаштырғыһыҙ йылғыр, хәйләкәр булып тыуған Рада-Рәмилә кеҫәһенән һә тигәнсе кәрт килтереп сығарҙы. Ҡыҙҙың был ваҡытта ҡулдарына күҙ эйәрмәй ине. Әйтерһең дә, Гөләмзәнең алдағы яҙмышы нисек үтере тап уның ҡулында, ошо кәрттәр аша күренә ине.

– Әһә, бына бит! – тип тиҙҙән кәрт һалыусы ҡыҙ ҡысҡырып та ебәрҙе. – Тә-ә-әк, әллә ни йыраҡта ла йөрөмәй. Тик янында өс-дүрт егет урала! Беләһегеҙме, өс-дүрт егет! Барыһы ла шәп, хәлле күренәләр бит әле!

– Өс-дүрт егет! – Бер юлы Йыһандан тырышып-тырмашып нимәлер һорарға маташҡан, бер юлы хеҙмәттәштәренең һөйләшкәндәренә лә ҡолаҡ һалып ултырған Милана үҙен-үҙе онотоп ҡысҡырып та ебәрҙе. Араларында йәшкә иң олоһо ул.  Утыҙ бишкә етеп килгән ҡыҙ ятһа ла, торһа ла үҙенә пар табылыуын теләй. Шуға ла һуңғы ваҡытта тырнаҡтарын да, керпектәрен дә үҫтереүҙән туҡтаған, етмәһә, һәр аҙна башында ҡояшта матур итеп янып, йөҙө нурланып эшкә килгән Гөләмзәнең тиҙ арала ҡайҙа, нисек итеп өс-дүрт егетте бер юлы ҡарата алыуы уға һәм һәр ялдарын төнгө клубтарҙа таңға тиклем йөрөп үҙҙәренә тиң егет таба алмай ҡаңғырған ҡыҙҙарға алдағы ике көндә баш ватырға сер йомғағы булып ҡалды.

Гөләмзә иһә киләһе аҙна башында ла тағы ла ҡояшта нығыраҡ янып, бәхетле йылмайып эшкә килде. Ҡыҙҙар менән төшкө ашҡа юл аша урынлашҡан кафеға барыуҙан да баш тартты.

– Мин ашаған ризыҡтар һеҙгә оҡшамаясаҡ, – тип кенә серле йылмайып ҡуйыуҙан ары уҙманы.

Был да яңғыҙҙары ғүмер үтеүенә көндөн-көн нығыраҡ уфтанып, яңғыҙ мендәр ҡосаҡлап ятҡан хеҙмәттәш ҡыҙҙарына уны төрлө яҡлап тикшерергә, һөйләргә сәбәп кенә булды. Үҙҙәренең шәхси хәлдәре лә үҙгәрмәне. Самираның барған һайын һыҙырып аҡсаһына алып ҡалған психологҡа  барыуы ла, Милананың көнө-төнө Йыһан менән бәйләнешкә кереүе лә, Рада-Рәмиләнең төндәрен шәм яҡтыһында берҙән-беренең ҡайһы тирәлә йөрөүен белергә теләп кәрт һалыуы ла береһенә лә ярҙам итмәне. Ә Гөләмзәгә бәйле хәлдәр, тормошо ҡапыл ғына һикһән градусҡа үҙгәргән ҡыҙҙың:

– Ҡыҙҙар, отпускыға китер алдынан үҙегеҙҙе бер һыйлайым әле! – тип бер дүшәмбе иртәһендә пластмасс контейнерҙарҙа емеш-еләк, яңы ғына айыртылған ҡорт балы, ҡаҡланған ҡаҙ, ҡаймаҡ-ҡорот күтәреп килеп кергәс, кенә асыҡланды.

– О-о-о! Берәй фермерҙы эләктергәнһең, ахырһы! – тине осло күҙле Рада-Рәмилә сәй эсеү өҫтәленә яҡынлашҡас та.

– Аяҡтарың тапылдаһа – ауыҙың да шапылдай! – тип Гөләмзә өләсәһенән ишеткән әйтем менән яуап бирҙе.

– Хәҙер Гөләмзәнең һөйләшеүе лә үҙгәрҙе. Ул әйткәндән һуң ребус сискән һымаҡ бер сәғәт уйланып ултыраһың, – тип Милана ла һүҙгә ҡыҫылды.

– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә бәйләнмәй генә сәй эсәйек әле,  –тине Гөләмзә. – Бәлки, отпускынан һуң эшкә бөтөнләй килеп тә тормаҫмын. Бер-беребеҙ менән матур итеп хушлашайыҡ!

– Ул һиңә кейәүгә сығырға тәҡдим иттеме? – тип Самира ҡысҡырып та ебәрҙе.

– Бик тиҙ! Беҙгә әйтеп тороу ҙа юҡ! – тип уны йәнә Милана элеп тә алды. – Нейә, ул Йыһан тигәндәре һуҡыр-һаңғырыумы икән ни? Көнө-төнө һораған кешегә юҡ! Ә быға бер юлы өс-дүрт егет ҡарай! – Рада-Рәмиләнең үҙенә аҡайып ҡарағанын күргәс, ауыҙын ҡулы менән баҫа һалды.

– Өс-дүрт егет икәнлеген дә белеп тә өлгөрҙөгөме ни, ҡыҙҙар? – Шарҡылдап көлөп ебәргән Гөләмзә лә ауыҙын ҡулы менән ҡапланы.

– Әте-ү-ү... Йә, инде һөйләй һал! – тип ҡыҙҙар өҫтәл тирәләй йыйыла һалды.

 – Кейәүгә сығырға тип йөрөгән егетем менән нисек айырылғанды һөйләмәһәм дә белеп тораһығыҙ, – тине Гөләмзә. – Үҙемә урын тапмай йөрөгәндә, Өфөнән йөҙ саҡрым самаһы йыраҡлыҡта ауылда йәшәгән өләсәйем ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беренсе көн тегендә-бында һуғылып, үҙемә толҡа тапмайынса көн үтте. Икенсе көндө билен биштән быуып, таң һараһы менән тороп урамда эшләгән өләсәйемә ярҙам итә башланым. Беләһегеҙме, ҡыҙҙар, физик эш баштағы ауыр, күңелһеҙ уйҙарҙы тиҙ генә тарата икән...

 – Шунан, шунан, – тип хеҙмәттәш ҡыҙҙары бер ауыҙҙан Гөләмзәнең егет табыу тарихының дауамын һораша башланы.

– Ауыл егеттәренең күҙҙәре осло икән. Тиҙҙән юҡ йомошто бар итеп килеүселәр күбәйҙе. Таныша башлағас, берәүһе кәмәлә йөрөргә саҡыра, икенсеһе...

– Һуң ауылда улар күпме ни? – тип түҙемһеҙ Милана һүҙен бүлдерҙе.

 – Беләһегеҙме, ҡыҙҙар, беҙ ҡалала кейәүгә сығырға тип, йөҙ ҡат буяҡҡа батып “һунар”ға йөрөгәндә улар ауылда көтә, имеш...

– Беҙгә лә табылырмы икән һуң? – Рада-Рәмилә түҙмәйенсә кәрттәренә тотондо.

– Табылыр! Бында ҡуртымға алынған фатирҙан фатирға күсеп, төндәрен яңғыҙ мендәр ҡосаҡлап йоҡлағансы, ауылға ҡайтайыҡ!

Ҡыҙҙар, ауылға ҡайтығыҙ! Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова
Ҡыҙҙар, ауылға ҡайтығыҙ! Юмореска. Рәзинә Зәйнетдинова
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас