Шоңҡар
+8 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Октября , 05:57

Нажиә Игеҙйәнованың тылсымлы ҡәләме

Стәрлетамаҡта матур сара уҙған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Нажиә Игеҙйәнованың тылсымлы ҡәләмеНажиә Игеҙйәнованың тылсымлы ҡәләме
Нажиә Игеҙйәнованың тылсымлы ҡәләме

30 сентябрь көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһының Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында күренекле әҙибә, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хеҙмәт даны миҙалы кавалеры - Нажиә Игеҙйәнованың 80 йәшлек юбилейына арналған әҙәби сара үтте.
“Нажиә Игеҙйәнованың тылсымлы ҡәләме” тип исемләнгән был осрашыуҙа Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары ҡатнашты.
Әҙәби сәғәттә китапхана хеҙмәткәрҙәре Н. Игеҙйәнованың тормошо һәм ижады менән таныштырыуҙан башланы. Артабан уҡыусылар уның балалар өсөн яҙылған китаптары, фәһемле хикәйәләре, әкиәттәре менән танышты.
Сараның мөһим ҡунағы – яҙыусы, уҡытыусы Гөлназ Ҡәшфулла ҡыҙы Ғәбитова-Нафиҡова әҙибәнең мәктәптә уҡытылған әҫәрҙәре, хикәйәләренең үҙенсәлеге хаҡында бәйән итте. Балаларҙы әҫәр яҙыу серҙәренә төшөндөрҙө.
Сарала «Мәңге балҡыр рухи хазина» китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә Нажиә Заһир ҡыҙының китапхана фондында мөһим урын биләгән китаптары, шулай уҡ быйыл ғына сыҡҡан "Әҫәрҙәр. Дүрт томда" китаптары урын алды.
Был мөһим, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы сараны ойоштороусыларына ҙур рәхмәт!

Мәғлүмәт "Нажиә Игеҙйәнова ижады" төркөмөнән алынды. 

Нажиә Игеҙйәнованың тылсымлы ҡәләме
Нажиә Игеҙйәнованың тылсымлы ҡәләме
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас