Шоңҡар
-3 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Октября , 07:22

Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға!

Конкурс уҡыусыларҙың ижади потенциалын үҫтереүгә, башҡорт яҙыусыһының әҙәби мираҫын популярлаштырыуға, һәләтле йәш авторҙарҙы асыҡлауға һәм уҡыусыларҙы нәфис һүҙгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға!Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға!
Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға!

Башҡортостандың Ҡыйғы районында Нажиә Игеҙйәнова исемендәге премияға мәктәп уҡыусылары өсөн әҙәби конкурс старт алды. Ул яҙыусының 80 йәшлек юбилейына арнала.

Конкурс уҡыусыларҙың ижади потенциалын үҫтереүгә, башҡорт яҙыусыһының әҙәби мираҫын популярлаштырыуға, һәләтле йәш авторҙарҙы асыҡлауға һәм уҡыусыларҙы нәфис һүҙгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Эштәр 2026 йылдың 7 сентябренән 23 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Йомғаҡлау һәм бүләкләү тантанаһы 14 декабрҙә башҡорт теле көнөндә үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар - "Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы" исемендәге коммерцияға ҡарамаған ойошма (НКО) менән БР Яҙыусылар Союзы.

Эштәр электрон адресҡа йүнәлтелә: ulya2017@yandex.ru Хат темаһына «На конкурс им. Н. Игизьяновой. Ф.И.О. участника» тип яҙырға кәрәк.

Ситтә ҡалмай, мотлаҡ ҡатнашығыҙ!

Фото интернеттан алынды. 

Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға!
Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас