Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
23 Ноябрь 2021, 18:00

Һуҡыр булып ҡыландым ғына. Хикмәт

Егет бик һылыу ҡыҙға өйләнгән. Ул уны шул тиклем ныҡ яратҡан...

Һуҡыр булып ҡыландым ғына

 

Егет бик һылыу ҡыҙға өйләнгән. Ул уны шул тиклем ныҡ яратҡан. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң кәләшендә тире ауырыуы табыла һәм ул көндән-көн матурлығын юғалта бара.

Берҙән-бер көндө ире сәйәхәткә сығып киткән һәм ҡайтып килгәндә һуҡыр ҡалған. Әммә шуға ҡарамаҫтан, улар элеккесә бер-береһен яратып, матур йәшәгән. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатыны мәрхүм була. Кәләшенең үлемен бик ауыр кисергән ир ҡаланан сығып китмәк була.

– Кеше ярҙамынан тыш нисек йөрөй алырһың? Әлегә тиклем ҡатының ярҙамы менән генә йәшәнең бит, – тиҙәр уға.

– Мин һуҡыр түгел. Кәләшемдең сирҙән йәмһеҙләнгән, ғәрипләнгән йөҙөн күрһәм, уға тағы ла ҡыйыныраҡ булыр ине. Шуның өсөн һуҡыр булып ҡыландым ғына. Ул бик яҡшы ҡатын булды һәм мин уның бәхетле булыуын теләнем, – тип яуап биргән.

фото - zvetnoe.ru

Һуҡыр булып ҡыландым ғына. Хикмәт
Һуҡыр булып ҡыландым ғына. Хикмәт
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: