Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
1 Май 2022, 08:00

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы!

1 Май беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт берҙәмлек һәм теләктәшлек яңырыу, яҡты өмөттәр һәм емешле хеҙмәт кәүҙәләнешендә һаҡлана. Тыныслыҡ, бәхет, сәләмәтлек, барлыҡ ниәттәрҙең бойомға ашыуын, һеҙгә һәм яҡында рығыҙға уңыштар һәм именлек теләп ҡалабыҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы!

Ф. Рәхимғолова
Беренсе май

Майҙың байрамдары күп,
Майҙың шатлыҡтары күп,
Майҙың сәскәләре күп —
Балҡып тора зәңгәр күк!
Шарҙар оса елпелдәп,
Күгәрсендәр гөрләшә,
Ал байраҡтар тулҡынып
Елдәр менән серләшә.
Беренсе май байрамын
Яратам мин, яратам,
Дуҫтар менән бер сафта
Йырлап барам парадта:
Еребеҙҙе һаҡларға
Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.
Атһын өсөн ал таңдар,
Ҡанат булһын тыныслыҡ!
Ҡанат булһын тыныслыҡ!

А. Игебаев

Беренсе май

Хуш киләһең, яҙ күрке —
Гөл-сәскәле матур ай.
Бергәләшеп, гөрләшеп,
Ҡаршылайбыҙ һине, Май.
Күгәрсендәр осалар,
Бөтә ерҙә тантана.
Шундай күңелле беҙгә.
Һәр беребеҙ шатлана.

 

К.Кинйәбулатова
Беренсе май

Әйҙә кил, май, яҙғы ай,
Һине көтөп алабыҙ.
Урамдарҙа йырлашып,
Теҙелешеп барабыҙ.

Һин йәнле ай, беҙҙең май,
Хеҙмәкәткә дан килтерҙең
Ал байраҡтар күтәреп,
Һине алға илтербеҙ.

Бәхет өҫтә кешегә,
Уңыш өҫтә эшенә,
Сәскәңде һип еремә,
Нурыңды һип илемә.

Килсе, кил, май, матур ай,
Һиңә табан барабыҙ,
Күмәкләшеп үҙеңде
Йырлап ҡаршы алабыҙ.


Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: