Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
11 Июнь 2022, 12:16

Мөхәббәттең төҫө уңмай

Яңы өйләнешкәндәр, күрәһең тип уйланыҡ. Олоғайғас ҡына бер-береһен тапҡандарҙыр, таныштырғандар микән тип фараз ҡорҙо һәр беребеҙ. Алтмыш, етмештә лә ғаилә ҡорған кешеләр миҫалдарын иҫкә төшөрҙө йүгерек уй. Шулай ҙа уларға ҡарауы күңелде йылыта, эстән генә ҡыуандыра ине.

Мөхәббәттең төҫө уңмай
Мөхәббәттең төҫө уңмай
Әхирәттәр менән сәйәхәттән ҡайтып барғанда юл ситендә туҡтаныҡ. Матур урын, тамаҡ ялғап алырға , фото төшөргә мөмкин.

Тик сәй эсә торған урын буш түгел ине әле. Унда өлкән генә ир менән ҡатын бер-береһен фотоға төшөрә. Ҡатын сирень сәскәләрен тотоп алған. Беҙҙе күргәс, сыҡтылар ҙа, бер-береһенә йылмайып туя алмай эргәләге тау янына киттеләр. Ауыл кешеләре. Кисә генә туйҙары булған кәләш менән кейәү кеүек тойолдолар. Тормош баҫҡан, күпте күргән парға оҡшамағандар. Ундайҙар былай йөрөмәйҙер ҙә.

Йөрөһәләр ҙә йөҙҙәрендә был тиклем дә шатлыҡ, һөйөү сағылышы булмайҙыр. Аҡса етмәүе, балалар, машина ремонтлау, ниҙер йүнләү, һыйыр, кемгәлер үпкә тотоу кеүек донъяуи мәсьәләләр инде баштарында.

Яңы өйләнешкәндәр, күрәһең тип уйланыҡ. Олоғайғас ҡына бер-береһен тапҡандарҙыр, таныштырғандар микән тип фараз ҡорҙо һәр беребеҙ. Алтмыш, етмештә лә ғаилә ҡорған кешеләр миҫалдарын иҫкә төшөрҙө йүгерек уй. Шулай ҙа уларға ҡарауы күңелде йылыта, эстән генә ҡыуандыра ине.

Беҙ сәй эскәндә машинаға ултыра башланылар. Араларында бер-береһенә һоҡланыу ҙа, икеһендә лә үҙен яратҡанды тойоу ҙа һиҙелә. Иҫ киткес!

Һораулы тороп ҡалғы килмәй бит әле. Мин тор ҙа йүгер яндарына.

- Һеҙ минең әхирәттәремә бик оҡшанығыҙ, бер һорауыбыҙ бар ине...
- Эйе, һорағыҙ.
Ҡатынын киноларҙа кеүек ишек асып ултыртып өлгөргән ире менән һөйләшәм.
- Һеҙ күптән ғаилә ҡорған кешеләрме?
- У-у, утыҙ йылға яҡын инде, балаларыбыҙ осоп сығып бөттө, биш бала үҫтерҙек...

Быны ишеткәс барыбыҙ ҙа шатландыҡ та, һоҡландыҡ та... Һәр кем үҙ уйҙарына сумды шунан. Арабыҙҙа кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ ҙа, никахына егерме йыл етеп килгәне лә бар ине.

Йылдар үткәс мөнәсәбәттәр төҫһөҙләнэ тип өйрәнелгән, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән шуға көйләнгәнбеҙ. Әҙәбиәт, кинолар, сериалдар ҙа бында ҙур роль уйнаған.

Был пар, әйтерһең дә, беҙгә Юғары Көс тарафынан тап киреһен күрһәтер өсөн ебәрелгән. Баштағы стереотиптар емерелеп төшһөн өсөн.

Әйтерһең дә, ул ошо пар аша былай ти: "Кешеләр, илле-алтмышҡа еткәнсе лә мөхәббәтте һаҡлап ҡалып була, өлкәнәйгәс тормош башлана ғына, донъя матурлығын күрергә бер ҡасан да һуң түгел, ҡыуаныр өсөн сәбәптәр етерлек..."
 
Һеҙ нимә тип өҫтәр инегеҙ?

#имлеяҙмалар
 
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: