Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
3 Март 2023, 15:46

ҮҘ ӨЙӨҢӘ НИ ЕТӘ!..

ҮҘ ӨЙӨҢӘ НИ ЕТӘ!..
ҮҘ ӨЙӨҢӘ НИ ЕТӘ!..

 

Минең өсөн өйөм — һәр ваҡыт тиҙерәк ҡайтаһы килеп торған урын. Мин өйөмә шатланып ҡайтып керәм, унда күңелгә шундай рәхәт! Үҙ өйөңдә, үҙ карауатыңда йоҡлауға, үҙ сынаяғыңдан сәй эсеүгә, үҙең һалып ҡуйған урында йылдар буйы ятҡан әйберҙәрҙе ҡулланыуға ни етә инде! 

 

Өйөм дә мине һағынып көтөп тора. Миңә барыһы ла яҡын һәм ҡәҙерле — үҙ өйөмдөң еҫе лә, тауыштары ла, барлыҡ-барлыҡ әйберҙәре лә, шкафы ла, стеналарында эленеп торған һүрәттәре лә... Бар урында мин күнегелгәнсә, мин теләгәнсә ҡуйылған әйберҙәр. Ә иң мөһиме — минең өйөм төрлө хәтирәләр менән тулған. Балаларым йәшәгән бүлмә уларҙың баласағын иҫкә төшөрөп тора, бында бәләкәстәремдең тауыштары, көлөүҙәре, бәхәсләшеүҙәре һаҡланып ҡалған.

 

Өйөңә бер ваҡытта ла асыу, үпкә тойғоларын алып ҡайтырға ярамай. Оло йәштәге ағайҙың әйткәндәрен һаман иҫләйем: " Күрәһеңме, тупһа аша уҙыр алдынан эт гел генә ҡағынып ала. Һин дә шулай, өйөңә инер алдынан борсолоуҙарыңды, күңелһеҙ уйҙарыңды тышта ҡалдыр". 

 

Һинең өйөң — көрәш майҙаны түгел. Өй — һыуһыныңды ҡандырыр, ыжғыр бурандарҙан ышыҡланыр урын ул. 

 

"Хазина" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: