Кешеләрҙе үткәндәре өсөн хөкөм итергә ашыҡмағыҙ — һеҙ әле үҙегеҙҙең киләсәгегеҙҙе белмәйһегеҙ.
Был тормошта иң ҡиммәтле һүҙ — кешегә тере сағында әйтелгән йылы һүҙ.
Аҡсаһы күп кеше бәхетле түгел – балаһы һау кеше бәхетле.
Әйткән һүҙҙәр өсөн ҡайһы саҡ үкендерә. Шуға әйтмәй ҡалған һүҙҙәр өсөн үкенмәгеҙ.
Һинең арттан һәр ваҡыт өсәү күҙәтә: юғарынан — Аллаһ, эстән — намыҫ, тыштан — кешеләр...
Һинең турала яҡшы, ә башҡалар тураһында насар һөйләгән кешегә ышанма.
Рәхмәтле булып йәшәй белгән кешенең доғаһы бары ике һүҙҙән тора — «Аллаһҡа шөкөр!»
Матурлыҡ иғтибарҙы, изгелек йөрәкте яулай.
Бүләк ит һәм онот! Ал һәм иҫеңдә тот!
Аллаһты үҙеңә яҡшы саҡта иҫкә ал — ул һиңә ауыр саҡта һине иҫенә төшөрөр.
Кемгәлер насар була башлағанығыҙ икән, тимәк, ул кеше өсөн һеҙ күп яҡшылыҡ эшләгәнһегеҙ.
Кемгәлер күңелегеҙҙе бушатырҙан алда уның "һауыты" тишек түгелме икәненә ышанып алығыҙ.
Был донъянан үҙең менән бер нәмәне лә алып китеп булмай. Ләкин үҙеңдән һуң нимәлер йә кемделер ҡалдырырға була.