* Аллаһ һеҙгә балалар биргән – уны хәстәрлек менән тәрбиәләгеҙ. Яҡшылыҡ, әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәтеп, күркәмлеккә ғәҙәтләндерегеҙ.
* Балаларҙың күплегенә ауырһынмағыҙ. Илағандары, тауышланғандары өсөн асыуланмағыҙ. Уларҙың Аллаһ бәндәһе икәнен хәтерегеҙҙә тотоп, тырышлыҡ һәм һөйөнөс менән тәрбиәләгеҙ.
* Мөмкин булһа, сабыйығыҙҙы йылы һыу менән көн һайын ике мәртәбә йыуындырығыҙ, һуңынан яҡшылап һөртөндөрөгөҙ. Артыҡ тирләмәһен, үҫешенә зарар килмәһен, ҡан хәрәкәте тотҡарланмаһын өсөн, тәнен ҡат-ҡат урамағыҙ, тар, ҡыҫтау кейем кейҙермәгеҙ.
* Бала яҡшы һауаға мохтаж: йоҡо бүлмәһен таҙа тотоғоҙ, елләтеп тороғоҙ.
* Тәҙрәгә, ут яҡтыһына ҡаратып һалғанда, күҙҙәре боҙолмаһын өсөн ҡырын итеп түгел, тура ятҡырығыҙ.
* Алты айға тиклем һөттән башҡа ризыҡ бирмәгеҙ. Унан һуң аҙлап һурпа эсереү дөрөҫ булыр. Тештәре сыҡмаҫ борон ит ашатмағыҙ.
* Һөтөгөҙ боҙолмаһын өсөн һуған, һарымһаҡ ашамағыҙ. Борос, керән кеүек еҫлеләрҙе күп ҡулланмағыҙ. Ҡәһүәне, сәйҙе самалап эсегеҙ.
* Балағыҙҙы артыҡ иркәләтмәгеҙ. Һәр нәмәне ихтыярына ҡуймағыҙ. Ҡаршы һөйләргә, һүгенергә өйрәтмәгеҙ.
* Уны баһадирлыҡ рухында тәрбиәләгеҙ, ҡурҡмаҫҡа ғәҙәтләндерегеҙ. Ен-пәрей тураһында һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр һөйләп, ҡанын боҙорға сәбәпсе булмағыҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән.