Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
25 Август 2023, 12:15

БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ТҮГЕЛ — ҮҘ УРЫНЫҢА ЫНТЫЛ...

Һынған кешеләр үҙҙәрен һындырғандарҙы түгел, ә үҙҙәрен һындырырға бирмәгәндәрҙе күрә алмай.

БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ТҮГЕЛ — ҮҘ УРЫНЫҢА ЫНТЫЛ...
БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ТҮГЕЛ — ҮҘ УРЫНЫҢА ЫНТЫЛ...
* Бер ҡасан да алдашмағыҙ! Сөнки бер ялған үҙе менән дүрт дөрөҫлектө алып китә: Яҡшылыҡты, Ышанысты, Тоғролоҡто һәм Мөхәббәтте.

* Был тормошта иң мөһиме - беренсе урын алыу түгел, ә үҙ урыныңды табыу.

* Һынған кешеләр үҙҙәрен һындырғандарҙы түгел, ә үҙҙәрен һындырырға бирмәгәндәрҙе күрә алмай.

* Әгәр кемдер һеҙҙең баһаны төшөрөргә теләй икән – белегеҙ: баһаһы юғары кешеләрҙең генә хаҡын төшөрөргә маташалар.

* Беҙҙе беҙ була алмағандар батыра һүҙгә, беҙҙән артыҡ кешеләрҙең эше юҡ беҙҙә.

* Берәүҙәр һинең нимә әйткәнеңде ишетмәй, икенселәр нимә уйлағаныңды ла ишетә.

* Әгәр насар кешенең ғәҙелһеҙлегенән зыян күрәһегеҙ икән – ғәфү итегеҙ: юғиһә ике насар кеше буласаҡ.

* Беҙ берәү тураһында уйлайбыҙ икән – күҙгә күренмй генә уға ҡағылабыҙ... Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә тик яҡты уйҙар менән генә ҡағылайыҡ.
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: