Бер ир аҡыл эйәһенә килә лә:
— Һеҙ шул тиклем тыныс, бер ваҡытта ла кешегә үпкәләмәйһегеҙ, асыуланмайһығыҙ. Миңә лә шулай булырға ярҙам итегеҙ, — ти.
Аҡыл эйәһе иргә тоҡсай менән бер картуф бирә:
— Кемгәлер асыуың килһә, үпкәләһәң, ошо картуфҡа уның исемен яҙ ҙа тоҡсай эсенә һал. Әммә ул һәр ваҡыт һинең менән булырға тейеш. Кешегә енләнгән һайын яңыһын өҫтәп бар, — тип өйрәтә.
Ир ризалаша. Күпмелер ваҡыт үтә. Тоҡсайы ауырайғандан ауырая бара. Уны үҙе менән алып йөрөү бөтөнләй уңайһыҙ була башлай. Етмәһә, тәүге картуфтар иҫкереп, еҫләнә. Сабырлығы бөткән ир кире аҡыл эйәһенә бара:
— Етте! Беренсенән, тоҡсай ныҡ ауыр, икенсенән, еҫе түҙеп булырлыҡ түгел.
— Кеше күңелендә лә хәлдәр шулай уҡ, — ти аҡыл эйәһе. — Икенсе тапҡыр үсегер йә башҡаны үпкәләтер алдынан уйла: был ауырлыҡ һинең күңелеңә кәрәкме?
ҮПКӘ, АСЫУ, НАСАР УЙҘАР КЕШЕ КҮҢЕЛЕНДӘ АУЫР ТАШ БУЛЫП ЯТА. ТОРА-БАРА УЛ КЕШЕНЕ БӨТӨНЛӘЙ АҒЫУЛАЙ. ШУҒА ЛА ЙӨРӘКТЕ АСЫҠ, ТАҘА ИТЕП ТОТОУ МӨҺИМ. БЫНЫҢ ӨСӨН ҒӘФҮ ИТЕРГӘ ЛӘ, ҒӘФҮ ҮТЕНӘ БЕЛЕРГӘ ЛӘ КӘРӘК.
Тәржемә.