✔️1. Йәмғиәтебеҙҙәге иң ғәҙелһеҙ күренештәрҙең береһе — боҙоҡ егеттең үҙенә кәләшлеккә тәүфиҡле, иманлы, яҡшы ҡыҙ эҙләүе.
✔️2. Уҡый-һыҙа белмәгән ысын наҙан түгел. Ҡибланың ҡайҙа икәнен белеп тә, намаҙ уҡымаған — шул ысын наҙан.
✔️3. Бер ҡасан да кире ҡайтмаясаҡ өс нәмә:
— әйтелгән һүҙ,
— үткән ваҡыт,
— юғалған ышаныс.
✔️4. Был донъялағы тормош бер ҙур баҙар кеүек. Һин шул баҙар буйлап йөрөйһөң һәм үҙеңә оҡшаған нәмәләрҙе алаһың. Тик онотма! Түләү алда — һиңә алған һәр нәмәң өсөн мотлаҡ иҫәпләшер кәрәк буласаҡ!
✔️5. Атай-әсәйеңә күрһәткән игелектәрең — ул һин яҙған тарих. Бел: балаларың уны мотлаҡ һиңә уҡып күрһәтәсәк.
✔️6. Кеше һинән нимәлер йәшерһә, төпсөнмә. Был күркәм әҙәптән булыр. Әгәр һиңә нимәнелер һөйләп еткермәйҙәр икән, тимәк, ул нәмә һиңә ҡағылмай.
✔️7. Үлем һинең ҡасан Тура юлға баҫҡаныңды көтмәҫ. Шуға Тура юлға хәҙер баҫ һәм Үлем менән осрашыуға әҙер булырһың!
✔️8. Рәнйетелгән кешенең: "Миңә Аллаһ етә һәм Ул Иң яҡшы Яҡлаусы!" — тигән һүҙҙәре нимәне аңлата, беләһеңме? Тимәк, ул үҙ хәлен ерҙән туп-тура Күк хөкөмөнә тапшырған. Берәйһен рәнйетеүҙән ҡурҡ!
✔️9. Ҡай берәүҙәр Аллаһтың иң яҡшы Һаҡлаусы булыуына түгел, ә күҙ тейеүҙең хаҡиҡәт булыуына нығыраҡ ышана.
✔️10. Телһеҙ кеше көйләп Ҡөрьән уҡырға хыяллана. Һаңғырау уның уҡылыуын ишетеүгә зар-интизар. Һуҡыр Ҡөрьәнде бер күрһәм ине, ти... Беҙҙе инде телефондарыбыҙ һәләк иткән...
Һауа төркөмөнән.