Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
16 Ноябрь 2023, 10:19

СӘЙӘХӘТСЕЛӘР

-Әйт әле, бабай, бында ниндәйерәк кешеләр йәшәй?

СӘЙӘХӘТСЕЛӘР
СӘЙӘХӘТСЕЛӘР

Сәйәхәтсе оло йәштәге бабайҙы күрә лә ҡала тураһында һорашырға була:

-Әйт әле, бабай, бында ниндәйерәк кешеләр йәшәй?

-Ә һин йәшәгән ерҙә ниндәй кешеләр була торғайны? — тип бабай, һорауға һорау менән яуаплай.

- Унда уҫал, үҙҙәрен генә уйлаған кешеләр йәшәй ине. Сәйәхәткә уларҙы башҡа күрмәҫ өсөн сығып киттем, — ти егет.

-Бында ла һин тап шундай кешеләрҙе осратасаҡһың, — тип яуап ҡайтара бабай.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, аҡһаҡалға икенсе сәйәхәтсе шул уҡ һорау менән мөрәжәғәт итә:

-Был ерҙәрҙә мин тәүге тапҡыр. Йолаларҙы ла, тәртиптәрҙе лә белмәйем. Әйтегеҙ әле, ҡалала ниндәйерәк кешеләр йәшәй?

-Ә һинең яҡтарҙа ниндәйҙәр ине? — Бабай яуап урынына һорау бирә.

-Минең ҡалала изге күңелле, тырыш, яҡты йөҙлө кешеләр ғүмер. Күптәре менән дуҫмын. Уларҙы ҡалдырып, сәйәхәткә сығып китеүе бик ауыр булды.

-Был ҡалала ла тап шундайҙарҙы осратырһың, — ти бабай.

Быларҙы бабай эргәһендә һатыу иткән ир ишетә. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, ул да һорай:

-Нисек инде улай?! Бер үк һорауға ике төрлө яуап бирҙең!

-Һәр кемдең йөрәгендә үҙ донъяһы, — тип аңлата бабай. —Үҙ ерендә һәйбәт нәмә күрмәгәс, бында ла яҡшы бер нәмә тапмаясаҡ. Ерҙән түгел, әҙәмдең үҙенән тора.

 

КЕШЕ ҮҘЕНДӘ НИМӘ БАР — ИКЕНСЕЛӘРҘӘ  ШУНЫ КҮРӘ. КҮҢЕЛЕНДӘ ИЗГЕЛЕК ЙӨРӨТӘ ИКӘН, БАШҠАЛАРҘА ЛА УЛ ЯҠШЫЛЫҠ ҠЫНА ТАБА. ҮҘЕ ЯУЫЗЛЫҠҠА ҒЫНА ҺӘЛӘТЛЕ ИКӘН, ИКЕНСЕЛӘРҘӘН ДӘ ШУНЫ КӨТӨП ЙӘШӘЙ. ҺӘР КЕМ НИМӘ ИШЕТКЕҺЕ КИЛӘ, ШУНЫ ҒЫНА ИШЕТӘ, НИМӘГӘ ЫШАНҒЫҺЫ КИЛӘ, ШУҒА ҒЫНА ЫШАНА.  

 

Тәржемә. 

Автор:
Читайте нас: