Зариф кинйәләре әсәләренә оҡшағайны, шуҡ һәм зирәк булды. Еңел уҡыны малай, көндәлегендә тик “бишле” генә ине. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, нефть университетына инде, унда ла тырышып уҡыны.Самат Себерҙә эшләне, етеш тормошона ҡәнәғәт ине атай кеше.
Барыһы ла һәйбәт кенә барғанда Самат бер төрлө тормоштан ялҡҡанын тойҙо. Ҡатыны ла үҙгәргән һымаҡ, элеккесә түгел ул. Йыуанайып киткән, күҙҙәре лә аҫыл таш балҡыуын хәтерләтмәй инде. Ҡарашы йөрәккә үтмәй, ярһыу хистәр уятмай.
Сираттағы командировкаһында ул йәш, дәртле Лиданы осратты. Йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, ярһыу хистәрҙе кисереү барлыҡ тыйыуҙарҙы оноттора ине. Ҡатыны алдында үҙен ғәйепле тоя ла бит, матурҡайҙы күрһә, бар донъя онотола.
Йөрәге үҙен һиҙҙертә башланы, тәмәкене күп тарта шул. Һуңғы ҡайтыуында ҡатынына барыһын да әйтергә ниәтләне. Тик нисек һүҙ башларға ғына белмәне.
Лида бергә йәшәргә теләй, ҡатыны ла йәл.
Машинаһына инеп ултырҙы Самат, кеҫә телефонына үрелде. Лидочканың наҙлы тауышын ишетергә теләне. Йөрәген ҡот осҡос ауыртыу матҡып алды, хәлһеҙ ҡулы һалынып төштө... Ҡатыны уны эҙләп сыҡҡанда тәне һыуына башлағайны инде.
Ирҙе һуңғы юлға оҙатырға байтаҡ кеше йыйылды, барыһы ла мәрхүмдең балаларын, ҡатынын йәлләне. Дарыуҙар ярҙамында ғына йөрөгән Фәғиләнең ерләү мәшәҡәттәрен еңеләйтергә тырыштылар.
Ваҡытты иң яҡшы табип, тиҙәр. Нисек кенә ауыр булмаһын, йәшәргә кәрәк. Бөтөнләй үк уңалмаһа ла йөрәк әрнеүҙәре баҫылғандай булды. Фәғилә магазинға эшкә урынлашты, кеше араһында әүрәне.
Саматының вафатына ике йыл тигәндә Сургут яҡтарынан заказлы хат килеп төштө. Уны уҡығас, ҡатын саҡ һуштан яҙманы.
Хатта Лида исемле ҡатындың Саматтан ҡыҙ бала табыуы, сабыйҙың бер йәш тулғас, етем ҡалыуы тураһында яҙылғайны. Иренең хыянаты тетрәтте, унан быны көтмәгәйне.
Бер аҙна тирәһе ул аңҡы-тинке йөрөнө. Теге икәү гонаһ ҡылғандар икән, язаһын да татығандар. Аллаһы Тәғәлә ғүмерҙәрен алып хөкөм иткән. Бала яңғыҙ ҡалған.
Сабыйҙы йәлләне Фәғилә, үҙе ҡыҙ бала хаҡында хыялланды бит, төштәрендә матур күлдәк һайланы.
Баланы үҙенә алырға ҡағыҙҙар юллай башланы. Сабыйҙы алып ҡайтҡас, балалар йортонан, үкһеҙ етем, тип таныштырҙы, иренең серен сисмәне. Иң яҡын әхирәтенә лә асылманы.
Ҡатынды иренең һуңғы көтөлмәгән бүләге – Олеся ҡыҙы шулай килеп тапты. Барыһын да хайран иткәне шул булды – ҡыҙ үҫкән һайын
Фәғиләгә оҡшай барҙы. Һөйәркәне ҡатынына оҡшатып һайлаған, ахыры, Самат...
Р. Әхмәтйәнова.