Троллейбуста асыулы ҡатын китеп бара, ти. “Пассажирҙар – тупаҫ һәм оятһыҙ. Ирем – эскесе хайуан. Балалар – өлгәшмәгән хулигандар. Ә мин шундай бәхетһеҙ һәм бахыр...” – тип уйлай икән.Уның артында фәрештә тора, ти, һәм барыһын да блокнотҡа теркәп барған да.
1. Пассажирҙар – тупаҫ һәм оятһыҙ.
2. Ирем – эскесе хайуан...
Аҙаҡ уҡып сыҡҡан да уйға ҡалған: “Былар уға ниңә кәрәк икән?.. Заказ биргәс, үтәйбеҙ инде...”
ЫСЫНЛАП ТА, НИ ӨСӨН КИРЕ КҮРЕНЕШТӘРГӘ КҮБЕРӘК ИҒТИБАР БҮЛӘБЕҘ, КҮҢЕЛЕБЕҘГӘ ҠАРА УЙҘАР ИНДЕРӘБЕҘ ҺУҢ? БӘХЕТЛЕ БУЛЫР ӨСӨН ЭРГӘ-ТИРӘБЕҘҘӘГЕ МАТУРЛЫҠТЫ КҮРӘ, ҺОҠЛАНА БЕЛЕҮ ҘӘ ЕТӘ БИТ. ӘГӘР КЕШЕ ЯҠШЫЛЫҠҠА ҺӘМ ЯҠТЫЛЫҠҠА ЫШАНА ИКӘН – ТОРМОШО ШУЛАЙ БУЛАСАҠ ТА. Ә САҠ ҠЫНА ИКЕЛӘНДЕҢМЕ – ЫҢҒАЙ ҺӨҘӨМТӘГӘ ӨМӨТ ИТМӘҺӘҢ ДӘ БУЛА.
ҮҘЕГЕҘҘЕ ҺӘМ УРАТЫП АЛҒАН МӨХИТТЕ ЯРАТЫҒЫҘ – ДОНЪЯ ТАҒЫ ЛА МАТУРАЙЫР, КҮРКӘМЛӘНЕР!