Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
5 Июль , 13:10

КЕМ ГОНАҺЛЫ?

Шунда торған бер ҡатын:" Ураҙаны кемдәрҙең гонаһы күп, шулар тота, минеке былай юҡ, шуға тотмайым..."-тимәһенме...

КЕМ ГОНАҺЛЫ?
КЕМ ГОНАҺЛЫ?

Бер ураҙа айы... Эштән ҡайтышлай ураҙа тотҡан бер әхирәтем менән ауыҙ асырға тип магазиндан тәмлекәстәр алып торабыҙ. Шунда торған бер ҡатын:" Ураҙаны кемдәрҙең гонаһы күп, шулар тота, минеке былай юҡ, шуға тотмайым..."-тимәһенме... Ниндәй "ҡыйыулыҡ"! Ураҙа тотоу аҡылы камил, бәлиғ йәшкә (ҡыҙҙарға - 9, малайҙарға-11-12) еткән һәр мосолманға фарыз. Рамаҙан айында ураҙа тоторға Ҡөрьән аяты менән Аллаһ Үҙе ҡушҡан! Ураҙалы булғас, һүҙ көрәштермәнек - Аллаһ Үҙе хөкөмдар, изге эш ҡылғанды ла, гонаһ ҡылыусыны ла күреп-белеп тора.Аллаға шөкөр, тағы ураҙа айы етеп килә... Ошо ай еткән һайын магазиндағы теге ҡатындың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. Кем гонаһлы икән?..Ю-ю-ҡ, улай уҡыма!Аллаһы Тәғәлә беҙгә , ҡатын-ҡыҙға Ҡөрьән аяты менән башты, муйындарҙы ҡаплап йөрөргә ҡушҡан. Тик беҙ, иманыбыҙ зәғиф булыу сәбәплеме, шайтаныбыҙ көслөмө - Уның ҡушҡанын үтәп бармайбыҙ.Бер мәл миңә бер апай йома хәйере бирергә килде. Гел яулыҡта йөрөһәм дә, өйҙә кеше-ғара булмағас, яланбаш йөрөп ятам. "Яулыҡ бирәйем, әтеү фәрештә килмәй, ябын", -тейем тегегә. "Юҡ"",-тип ҡырт киҫә. "Ярай әтеү, мин дә яулыҡһыҙ уҡыйым да ҡуяйым..."-тейем тегегә. "Ю-ю-уҡ, һин бөтә шартына килтереп, яулыҡ ябынып уҡы",-тей был миңә. Беҙ барыбыҙ ҙа шулай - үҙебеҙгә тигәндә тик яҡшыһы булһын, шартына килһен, тибеҙ... Ә башҡалар хаҡын, ғәләмдәр Раббыһы булған Аллаһ хаҡын - Ул ҡушҡандарҙы онотабыҙ, икенсе, өсөнсө һ.б. планға ҡуябыҙ...

 

АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас: