+20 °С
Облачно


Кисә, икенсе йыл рәттән, уҡыусы малайҙар һәм үҫмер егеттәр араһында "Аҙан" бәйгеһе үткән. Уны Ғафури районының Үҙәк мәсете һәм Ғафури районы мосолман ҡатын-ҡыҙҙары уҙғара.
"Юлыҡ ауылы мәктәбенән урта класс уҡыусыһы Динислам Зәйнетдинов, башланғыс кластарҙан Данис Дәүләтбаев менән Искәндәр Моратов ҡатнашып, аҡсалата приздар, маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайттылар. Бәйгелә йылдан-йыл уҡыусы малайҙар һәм үҫмер егеттәрҙең күпләп ҡатнашыуы шатлыҡлы күренеш. Тимәк, йәш быуын күңелендә лә иман орлаҡтары һалынған", - ти Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева.