Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
28 Октябрь 2021, 22:01

Ҡәбергә тѳшәм дә Әнисә менән йәнәш ятам...

... Морг. Ҡаҡ ѳҫтәлдә йәнәш ике ҡәҙерле кешем ята. Мин үҙ-үҙемде лә белештермәй: "Әнисә-ә-ә!" - тип бар кѳсѳмә ҡысҡырып ебәрҙем дә уның кәүҙәһе ѳҫтѳнә ташланып ҡосаҡлап алдым. "Ғәфү ит мине, һѳйѳклѳм! Былай булыуыбыҙға мин генә ғәйепле, ғәфү ит, зинһар, рәнйеп китмә!" - тип үкһенем.

...Беҙ Әнисә менән һабаҡташ.  Уларҙың ауылындағы  мәктәптә уҡыныҡ. Ул саҡта ситтән килгәндәр интернатта йәшәне.  Ҡыҙ -класта комсорг. Бик етди, талапсан. Үҙе яҡшы уҡый. Уҡытыусылар: "Ана, Әнисәнән үрнәк алығыҙ", - тип әйтә торғайны.

Ҡыҙ миңә генә түгел,  X класс егеттәренә лә оҡшай. Күҙҙәре гел Әнисәне күҙәтә кеүек. Оҡшатмаҫлыҡ та түгел шул, яңы тыуған һарыҡ бәрәсе кеүек бѳҙрә һарғылт сәсле, ап-аҡ йѳҙлѳ, ҙур йәшкелт күҙле берәү генә ул...

Яратып,  класташтар уны "беҙҙең бѳҙрәкәй" тип кенә ебәрә. Мин дә тѳҫ-башҡа тѳшѳп ҡалғандарҙан түгел, ѳҫтәүенә, баянда уйнайым, вальста бейетәм. Әммә һис кенә лә ҡыйыулығым юҡ. Әнисәгә ҡараһам, оялам, ҡыҙарам. Ә ул әллә юрамал, әллә ысынлап, май ҡояшы кеүек йылмая ла  күп итеп комсомол поручениелары бирә, үтәп кенә ѳлгѳр. Шул бѳтмәҫ-тѳкәнмәҫ йәмәғәт эштәре беҙҙе башта дуҫлаштырҙы, ә һуңынан ғишыҡ утында яндырҙы. Әйтерең бармы, был яныуҙар мине ғүмер буйы "бешерә" килде.

Беҙ техникумда ла бергә уҡыныҡ. Уҡыуҙы бүлдереп, һалдат шинеле кейеп хеҙмәт итә башлағас та һағыныу-һѳйѳү хаттары араларҙы яҡынайтып, бер-беребеҙ ѳсѳн тыуғаныбыҙҙы нығыраҡ тѳшѳндѳрҙѳ. Әнисә мине кѳтѳп алды. Был ваҡытта ул хеҙмәт юлын башлап ѳлгѳргәйне. Миңә уҡыуҙы дауам итергә кәрәк. Ҡулыма диплом алыу менән Әнисә йәшәгән ҡалаға юллама буйынса эшкә киттем. Беҙ инде мѳхәббәтебеҙҙең ныҡлығын һынап ѳлгѳрҙѳк һәм, мәңге бергә булырбыҙ, тип анттар биреп  ѳйләнештек. Бик матур, хатта артығы менән матур йәшәнек. "Малосемейк"анан фатир ҙа биреп, һѳйѳнѳсѳбѳҙҙѳ икеләтә арттырҙылар.

 Әллә күҙ тейеү тигән нәмә хаҡ булды, әллә үтә ҡыҙыл тиҙ уңа тигән әйтем тура килде, бер кемгә һис насарлыҡ эшләмәй, үҙебеҙсә саф шатлыҡҡа сорналып ғүмер иткән мәлдә  ғаиләне кинәт йәшен уты һуҡты. Барыһы ла бер минутта емерелеп тѳштѳ. Курсташ егет, һуңынан беленеүенсә, ҡасандыр Әнисәгә ғашиҡ булып, эстән генә яратып йѳрѳгән һәм беҙҙең һәйбәт йәшәүебеҙ уға үс алыу ойотҡоһо һалған. Ул бысраҡ ниәтен тормошҡа ашырып ҡуйҙы. Имеш, Әнисәм хыянат итә! Битен дә йыумаған кѳйѳ, йѳҙѳмә- күҙемә ҡарап әйтте лә эше бѳттѳ. Ә мин, йүләр, ашығып, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡтым. Фатирға ҡайтып бѳтә кейем-һалымымды йыйып, "Һине ғәфү итә алмайым, кѳтмә мине" тигән яҙыу киҫәген ѳҫтәлдә  ҡалдырып сығып киттем...

Йыраҡ туғандарым йәшәгән ҡалаға эшкә урынлаштым. "Әнисә менән һѳйләшеп-аңлашып ҡарарға кәрәк. Бәлки, этлек ҡылғандыр ул курсташың. Бар, ҡайт, килешегеҙ. Улай бер тартып ҡына бѳтә ептәрҙе ѳҙѳү дѳрѳҫ түгел", - тип күпме ялынһалар ҙа, тыңламаным. Кирелегем еңде. Был сифатымды бѳгѳн аңралыҡ, йүнһеҙлек тип иҫәпләйем. Үкенәм, ләкин терһәкте тешләп булмай... Яҡтыртҡан да, йылытҡан да, йәшәүгә кѳс биргән ҡояшым - Әнисәм хәҙер юҡ инде. Кемгә ѳйләнһәм дә ярар, тип, беренсе осраған ҡыҙға ҡул бирҙем. Юҡ, яратып түгел, ярата алмаясағымды белә тороп, бары тик юлдан яҙмаҫ ѳсѳн, ғаилә булһын тип ѳйләндем. Ҡатыным - сабыр кеше. Һалҡынлығымды тойһа ла  ѳндәшмәне. Яраларын ваҡыт дауалар, тип уйлағандыр, моғайын. Ә улар йылдар уҙған һайын ҙурая ғына торҙо, әрнене, һыҙланы. Эҙләне күңелем, кѳттѳ Әнисәне. Ә мин туң түмәр, ултырған ботағымды үтмәҫ балта менән сабып тѳшѳрҙѳм...

Йылдар үҙенекен итә, аҡҡан һыуҙай аға ғына. Һинең ҡайғың юҡ унда. Бер-бер артлы ике малайға ғүмер бирҙек. Ҡатыным аҡыллы, юҡ- барға сәбәләнеп бармай. Түҙем генә йәшәй бирә. Мине ярата ла әле. Ә мин, күпме генә тырышһам да, уға йән йылыһы бирә алмайым.

Йыл һайын отпускыла тыуған яҡҡа ҡайттыҡ, әммә Әнисәнең ата-әсәһе, туғандары янына барырға тәкәбберлегем ебәрмәне. Шулай ҙа класташтарым, ауылдаштарым аша һѳйгәнемдең яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым. Әнисәм кинәт кенә бер ниндәй аңлашыуһыҙ юҡҡа сығыуымды бик ауыр кисергән. Мине эҙләгән. Нимә булғанлығына тѳшѳнә алмай, Себергә сығып киткән. Нефтселәр ойошмаһына эшкә урынлашҡан. Геолог, украин егете менән тормош ҡорған, ике ул үҫтергәндәр. Беренсе мѳхәббәт, йәшлектә һѳйгән йәр берәү генә була бит. Әнисәм дә ирен ярата алмағандыр, бары эйәләшеп кенә йәшәгәндер, тип уйлайым. Минең кеүек...

Ҡот осҡос эҫе килгән 2010 йылдың йәйе тарихҡа иң ҡайнар йыл булып кереп ҡалды. Ул йәй ике ғаиләгәлә  иң аяуһыҙ, фажиғәле юғалтыу алып килде. Әнисәнең ире георазведканан ҡайтмай, һаҙлыҡ уны үҙ эсенә тартып ала. Нәҡ шул кѳндә минең кесе улым һыу ингәндә батып үлде. Ҡотҡарыусылар ҙа, "ашығыс ярҙам" да ярҙам итергә ѳлгѳрә алманы.

Ҡайғы парлап килә, берәмләп китә, тиҙәр. Атаһы артынан оҙаҡ та тормай  ѳлкән улының рулдә барғанда йѳрәге тотоп, һәләк була. Әнисәм ҡан-йәш түгә, ауыр юғалтыу ғазаптары кисерә. Ишеткәнем бар, әгәр ҙә бер-береһен ѳҙѳлѳп һѳйгән йәрҙәр, ниндәйҙер сәбәп менән айырылыша икән, уларҙың фәрештәләре ғүмер буйы бер-береһенә талпынып, осрашыу кѳтә икән. Әллә ошо һиҙемләү, әллә Хоҙай ҡушыуы тура килде, ике ғаилә лә юғалтыуҙан һуң йәшәгән ерҙәрендә ҡала алмай, тормош ҡорған, саф күңелдән ант биргән тәүге ғаилә һуҡмағына - ҡалаға әйләнеп ҡайтты. Беҙ ҙә, Әнисәм дә фатир һатып алдыҡ.

Әнисә тыуған ауылында ла иҫкерәк кенә ѳй һатып алып, йүнәтеп, йәйен ауылда, ҡышын ҡалалайәшәй. Улы Мәскәүҙә студент.

Ғәжәп, бер ҡалала булһаҡ та, беҙ осрашып күрешә алманыҡ. Мин осрашыуҙан ҡурҡтым. Ғәйебем ҙур, беләм, әммә уны танырға булдыра алмайым. Ғүмерем ут эсендә уҙып, Әнисәмә әйтер һүҙҙәрем усҡа йыйылһа ла, юҡ инде, булмай. Йүнһеҙлек, бешмәгәнлек.

Яҙмыш осраштырҙы беҙҙе... Быйылғы ҡаты һыуыҡ ғинуар айында ауыр ҡайғы менән осраштырҙы.... Оло улым сирле булды, асматик. Ул аптекаға инеп дарыу алған һәм сығыу менән тротуарға йығылған. Өйәнәге ҡалҡҡан! Әнисәм шундағы йәнәш Һаҡлыҡ банкына ингән, кредит түләгән. Ҡулында - машина асҡысы. Машина ишеген асҡанда йѳрәге тотоп, сайҡалып китә һәм ҡарға ауа... Кешеләр "Ашығыс ярҙам" саҡырт. Ула ике йәнһеҙ кәүҙәне бер юлы алып китә.

Нимә был? Саф мѳхәббәтебеҙҙең ҡәҙерен белмәгән тәкәбберлегем ѳсѳн яҙмыш һынауымы? Икебеҙ ике ерҙә бәхетһеҙ булыуыбыҙ етмәй, яралы йәнемә Хоҙай ебәргән язамы? Шул тиклем тап килеүе мѳмкинме? Аҡылдан яҙыр сиккә еткәс, ташҡа әйләнгән баш эсендәге мейелә мең тѳрлѳ һорау. Ә яуап бары бер: шул кәрәк һиңә...

... Морг. Ҡаҡ ѳҫтәлдә йәнәш ике ҡәҙерле кешем ята. Мин үҙ-үҙемде лә белештермәй: "Әнисә-ә-ә!" - тип бар кѳсѳмә ҡысҡырып ебәрҙем дә уның кәүҙәһе ѳҫтѳнә ташланып ҡосаҡлап алдым. "Ғәфү ит мине, һѳйѳклѳм! Былай булыуыбыҙға мин генә ғәйепле, ғәфү ит, зинһар, рәнйеп китмә!" - тип үкһенем.

 Туғандарым да, Әнисәнең яҡындары ла ауыҙ асып шаҡ ҡатты. Улар нисек етте шулай мине Әнисәнең йәнһеҙ кәүҙәһенән айырып, ѳгѳтләп, һушыма килтерҙе. Был йѳрәк ѳҙгѳс күҙәткән күренеште медицина хеҙмәткәрҙәре лә  аҡылына зыян килмәһә ярар ине, тип минең ѳсѳн ҡурҡып  ҡуйған.

Улымды ерләү менән Әнисәмде һуңғы юлға оҙатырға, ҡәберенә тупраҡ һалырға  ашыҡтым. Әммә, ҡыҙғаныс, ѳлгѳрә алманым. Үҙ ҡулдарым менән ҡәбергә тѳшѳрә лә алманым. Башымда тик бер уй - ҡәбергә тѳшәм дә Әнисә менән йәнәш ятам... Үләм. Әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел, бик ауыр миңә. Кисә етеһен үткәрҙек - башта улымдыҡын, һуңынан ауылда һѳйѳклѳмдѳкѳн...

Ауыр ҡайғыларға бирешмәй, ҡатыным түҙә әле. Сей тирегә ут ҡапмай. Яҡты донъяла беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Ҡатыным һәм мин. Йѳрәк генә күпмегә түҙер... Йүнһеҙ ғорурлығым ѳсѳн үкенәм, тик терһәкте тешләп булмай. Ә яҙмыш, язаһын ҡабул итә алмаһаң да, ризалыҡ бирмәһәң дә, иртәме-һуңмы, барыбер салғыйҙан тарта икән.

Ф. СИРАЕВА яҙып алды.

 

Ҡәбергә тѳшәм дә Әнисә менән йәнәш ятам...
Ҡәбергә тѳшәм дә Әнисә менән йәнәш ятам...
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: