Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
9 Декабрь 2021, 18:30

Бесәйҙең танауын үпмәгеҙ!

Йорт хайуандарынан кешегә тиҫтәләгән инфекция йоға. Ә кешенән дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға бер сир ҙә күсмәй. Мәҫәлән, грипп менән яфаланғанда ла  яратҡан этегеҙгә ҡурҡыныс янамай. Беҙ урамдан кейемдә талпан йәки башҡа зарарлы ауырыу алып ҡайтыуыбыҙ бар. Шуға ла ветеринарҙар урамда йөрөмәгән хайуандарға ла прививка эшләтергә ҡуша.

Бесәйҙең танауын үпмәгеҙ!
Бесәйҙең танауын үпмәгеҙ!

Ике аяҡлы дуҫтарыбыҙ ниндәй ауырыуҙар бүләк итеүе мөмкин?

“И-и-и бәләкәсемде, и-и-и аҡыллымды!” Балаларҙың ғына түгел,  хатта өлкәндәрҙең дә бесәй-эттәрҙе шулай иркәләгәнен, танауынан үбеүен  күреп, ғәжәпләнгәнем бар. Өйҙә мыубикәләрен ҡосаҡлап  йоҡлаған кешеләр ҙә юҡ түгел. Балаһы шулай ҡыланған өсөн танышыма иҫкәрмә яһағайным, үҙ һүҙен бирергә теләмәне.

– Беҙ ғүмер буйы бесәй, эт менән үҫтек, бер нәмә лә булманы, – тип кенә яуапланы ул.

Ысынбарлыҡта иһә ике аяҡлы дуҫтарыбыҙҙан йоҡҡан сирҙәр, уларҙың эҙемтәләре хаҡында ишетеп-белеп торабыҙ. Мәҫәлән, ҡотороу. Ул бер ниндәй дауаға ла бирешмәгән һирәк ауырыуҙарҙың береһе. Бесәйҙәр, эттәр, ғәҙәттә, уны терпенән, бүренән йәки бүтән берәҙәк хайуандарҙан йоҡтора. Вирус ауырыу хайуан тешләгәндә, уларҙың шайығы тәндәге йәрәхәткә эләккәндә лә йоғорға мөмкин.  Инкубация ваҡытында сирле хайуан тыштан ҡарағанда сәләмәт һымаҡ күренеүе лә ихтимал.  Был хәл яҡынса бер аҙна самаһы дауам         итә.

Табиптар ҡотороу кешеләрҙең һәм хайуандарҙың үҙәк нервы системаһын зарарлауын белдерә. Йәнлектәр уҫаллана, тынғыһыҙлана башлай.  Ике аҙнанан һуң һыуҙан ҡурҡыу кеүек сифаттар өҫтәлә, шуға ла ҡотороуҙы икенсе төрлө гидрофобия тип йөрөтәләр. Тағы ла шайығы ағыу көсәйә, йөндәре йәбешә, хайуан яҡтынан да ҡурҡа. Ҡотороу менән зарарланған хайуанды дауалау мөмкин түгел. Тап шуға ла был ҡот осҡос  вирус кеше өсөн  үтә хәүефле. Бынан берҙән-бер ҡотолоу юлы  – зарарлы хайуан тешләгәндән һуң тиҙ арала вакцинация үтеү, прививка эшләтеү. Бының өсөн бер нисә көн һуҙымында бер нисә  укол ҡаҙайҙар.

Табиптар йорт бесәйе йәки эт тешләгәндә лә ҡотороуҙан прививка эшләтергә кәрәк булыуын иҫкәртә, сөнки уларҙың һау-сәләмәт булмауы ихтимал.

Бесәй генә тимәйек

Бесәйҙәрҙән кешеләргә тағы ла токсоплазмоз тигән ҡурҡыныс инфекция йоғоусан. Токсоплазма – нервы системаһын зарарлаған ябай паразит. Ул бесәй организмынан оло ярауы менән сыға. Мәғлүм булыуынса, бесәй хәжәтен үтәгәс, тәпәйҙәре менән үҙенсә таҙарына, йыуына. Ә беҙ бер нәмә уйламаған килеш уларҙы ҡосаҡлайбыҙ, яратабыҙ. Әлиттә, был инфекция ҡотороуға ҡарағанда уңышлы дауалана. Яратҡан дуҫығыҙҙы тота килеп урамға сығарып ебәрмәҫһегеҙ бит инде. Шуға ла уны алдан дауалау хәстәрен күреү мөһим, ул сағында үҙегеҙгә лә был ауырыуҙы йоҡтороу хәүефе янамаҫ.

Нисек  зарарланбыҙ һуң?

Бесәйҙәр, ғәҙәттә, токсоплазманы берәҙәк хайуандарҙан, йә  сей иттән йоҡтора. Мәғлүмәттәр буйынса, баҙар кәштәләрендәге иттең 25 проценты токсоплазма менән зарарланған. Шулай ҙа был микроорганизмдар һалҡында үлә. Әгәр ҙә бесәйегеҙ бешмәгән ит ашарға әүәҫ икән, аҙыҡты бер нисә сәғәт туңдырғыста тоторға һәм шунан һуң ғына бирергә мөмкин.

Бесәйҙәргә үҙ ғүмерендә токсоплазма күп тапҡыр йоғорға мөмкин. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән уларҙа иммунитет барлыҡҡа килә һәм ауырыу бер ниндәй симптомһыҙ тиерлек үтә. Шуның өсөн дә башлыса был ауырыу йәш хайуандарҙан йоға.

Ауырыуын нисек белергә мөмкин?

Бесәйҙең ауырығаны ҡайһы ваҡыт уның лимфа төйөндәре ныҡ шешкән ваҡытта ғына һиҙелергә мөмкин. Бесәй бер нисә буйы насар ашай, танауынан маңҡа, күҙенән  эренле йәш аға, температураһы күтәрелә, тыны ҡыҫылыуы, ҡалтыраныуы, эсе китеүе ихтимал. Шулай ҙа уның тап токсоплазмоз икәнлеген тышҡы күренеш буйынса ғына билдәләү мөмкин түгел, ҡанынан, ярауынан анализ алырға кәрәк. Антибактериаль һәм иммунитетты күтәрә торған перепараттар менән  дауалағандан һуң бесәйҙәр һауыға башлай.

Кешеләргә ниндәй ҡурҡынысы бар?

Кешегә был инфекция киҫкен токсоплазмоз менән ауырыған бесәйҙән йәки эттән йоғоуы мөмкин. Хайуандарҙа уның хроникка әйләнгәне кеше өсөн ҡурҡыныс түгел.

Был инфекцияның йоғоу юлы икәү. Беренсенән, бесәйҙең ярауын йыйып алғас, ҡулығыҙҙы ныҡлап йыуырға кәрәк. Әлбиттә, уның зарарлы булыуы өсөн бер нисә көн “өлгөрөргә” кәрәк. Бесәйҙең урынын көн һайын йыйыштырып торһағыҙ, бындай ҡурҡыныс кәмей. Икенсе  юлы –  танауынан, күҙенән аҡҡан шыйыҡсанан. Шуға ла бер үк яратҡан дуҫығыҙҙың танауына яҡын килмәгеҙ.

Быны белеү мөһим!

Инфекционистарҙың фекеренсә, кешеләр токсоплазмозды башлыса үҙҙәренең бесәйенән түгел, ерҙә эшләгәндә йоҡтора. Сөнки ауыл ерҙәрендә бесәйҙәр йыш ҡына хәжәтен тупраҡҡа “йәшереп” китә. Быҙау итенән әҙерләнгән сей фаршты тәмләп ҡарау ҙа хәүефле.

Әгәр һеҙгә был инфекция йоҡһа

Кешеләр был инфекцияны ауырыраҡ үткәрә. Йыш ҡына киҫкен токсоплазмозды ОРВИ менән бутайҙар, сөнки температура күтәрелә, сүскертә, тән ҡалтырай, өшөтә, баш ауырта. Бер аҙнанан был симптомдар бөтә. Дауаланмаған осраҡта токсоплазмоз кешенең нервы системһы күҙәнәктәрендә, бигерәк тә баш мейеһендә йыйыла. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның эҙемтәләре һиҙелә башлауы мөмкин – төрлө неврологик тайпылыш күҙәтелә, хәтер боҙолоуы, күреү һәләте насарланыуы ихтимал.

Токсоплазм айырыуса сабый көткән ҡатындарға йәки ауырға ҡалыуҙың тәүге осоронда хәүефле. Ауырыуҙы йоҡторғандарҙың сабыйы төшөүе ихтимал, шулай уҡ токсоплазмоз менән тыуған баланың мейеһе һәм нервы системаһы зарарланыуы мөмкин.  Шуға ла ғаиләгә сабый алып ҡайтырға теләгән барлыҡ ҡатындарға иң тәүҙә токсоплазмаға анализ бирергә кәңәш итә табиптар. Был инфекция уртаса 5 – 7 процент ҡатын-ҡыҙҙарҙа асыҡлана, ауырлы ваҡытта зарарланғандар 0,2 процент тәшкил итә.

Нисек дауаланырға?

Әлбиттә, тәүҙә анализ бирергә кәрәк. Әгәр һөҙөмтә ыңғай күрһәтһә, табип антибиотиктар һәм иммуностиммуляторҙар тәғәйенләй.

Бесәйҙәрҙән, эттәрҙән тағы ниндәй ауырыу йоға?

Йәнә был хайуандарҙан тимрәү (трихофития) эләктереү ҡурҡынысы бар. Әлбиттә, уны кешелә лә, хайуандарҙа ла дауалау мөмкин. Быны йоҡтормау өсөн бесәй һәм эттәргә прививка эшләтеү кәрәк.

Гельминтоз. Бесәй һәм эт аҫраған кешеләрҙең үҙҙәренә лә, хайуандарға ла йылына бер тапҡыр глисталарға ҡаршы перепараттар ҡабул итеү зарур.

 Яман булмаған лимфоретикулез – бесәй тырнағандан һуң  барлыҡҡа килгән ауырыу. Уны булдырған бартонелла микробы бесәйҙәрҙең ауыҙында йәшәй. Хайуан тешләгәндә йәки тырнағанда кешенең  лимфа төйөндәре зарарланыуы  ихтимал.

Тағы эттәрҙән,   һирәк булһа ла, лептоспироз (һыу биҙгәге) йоға. Лептоспир бактериялары тиреләге йәрәхәт һәм лайлалы тышса аша ҡанға күсеүе һәм бөйөрҙө, бауырҙы эштән сығарыуы ихтимал. Дөрөҫ, эттәр өсөн дә, кешеләр өсөн дә вакцина бар.

Әйткәндәй

Йорт хайуандарынан кешегә тиҫтәләгән инфекция йоға. Ә кешенән дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға бер сир ҙә күсмәй. Мәҫәлән, грипп менән яфаланғанда ла  яратҡан этегеҙгә ҡурҡыныс янамай. Беҙ урамдан кейемдә талпан йәки башҡа зарарлы ауырыу алып ҡайтыуыбыҙ бар. Шуға ла ветеринарҙар урамда йөрөмәгән хайуандарға ла прививка эшләтергә ҡуша.

Шуныһы ла мөһим – кескәй дуҫтарыбыҙға кешеләге депрессия етди тәьҫир итә. Өйҙәге мөнәсәбәт киҫкен, ауыр булһа, бесәйҙәр менән эттәр үҙҙәрен насар тота башлай, тынысһыҙланалар, үҙ-үҙҙәренә бикләнәләр, дөйөм иммунитет кәмей.

Илгиз ХАҠОВ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: