Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
5 Май 2022, 12:49

Йомортҡа йыйҙығыҙмы?

Көтөүсегә йомортҡа биреү малдарҙың йомортҡа кеүек йомро булып, тәгәрәп көтөлөүе, малға бүре теймәү теләктәре менән оҙатыла.    Малдарығыҙ көтөүгә сыҡтымы? Һеҙҙә был йола үтәләме?

Йомортҡа йыйҙығыҙмы?
Йомортҡа йыйҙығыҙмы?

Йылайыр райыны Сәләх ауылында мал көтөүгә сыҡҡас, көтөүсегә йомортҡа бирәләр икән. Көтөүсегә йомортҡа биреү малдарҙың йомортҡа кеүек йомро булып, тәгәрәп көтөлөүе, малға бүре теймәү теләктәре менән оҙатылған.

"Ә беҙҙә бөгөн көтөү сыҡты! Аллаға шөкөр малдарыбыҙҙы ҙур ҡыуаныс менән изге теләктәребеҙҙе теләп көтөүселәргә тапшырҙыҡ. Бөгөн, 29 апрель, изге айҙа, Изге йомала.
Инде теүәл генә кәртәгә инһен тип һорайбыҙ Аллаһы Раббыбыҙҙан.
 Быуындан-быуынға күскән йола буйынса тәү башлап сыҡҡан көтөүсене ололап, теләктәребеҙҙе әйтеп йомортҡа менән оҙатабыҙ.
... Көтөүҙе оҙатып килгән хужабикәләр Кадаева Әлфирәнең ғаиләһе - һыйыр, ә Тотманова Тансулпандың ғаиләһе һарыҡ көтә. Йәйебеҙ уңдырышлы, ямғырлы булһын!" - тип яҙған үҙ сәхифәһендә Сәләх ауылының хөрмәтле педагогы Ғәлиә Солтанова.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: